-14 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль 2021, 13:35

«Илаһи һүҙ» проекты ғәмәлгә ашырыла башлай

Баш ҡалабыҙҙа «Илаһи һүҙ» проектын асыу тантанаһы үтәсәк. Был проект яҙыусылар союзы тарафынан Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыласаҡ.

«Илаһи һүҙ» проектын асыу тантанаһы 4 февралдә Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 34-се йорт адресы буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тә башланасаҡ. Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ сара «ирекле микрофон» формаһында уҙа.
«Илаһи һүҙ»– Яҙыусылар союзының Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына конкурста еңеүсе проект. Уның маҡсаты — башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү, шулай уҡ республикала милли әҙәбиәтте үҫтереү механизмдарын булдырыу.
Проект ике этаптан торасаҡ һәм йыл дауамында ғәмәлгә ашырыласаҡ. Тәүгеһендә – урыҫ теленә тәржемә итергә кәрәк булған әҫәрҙәр араһында конкурс ойошторолоп, 10 еңеүсе билдәләнәсәк. Уларҙың әҫәрҙәре грант иҫәбенә профессиональ тәржемәселәр ярҙамында тәржемә ителәсәк. Һөҙөмтәлә, барлыҡ тәржемә ителгән әҫәрҙәр ҙә бер йыйынтыҡҡа тупланасаҡ.
Проекттың икенсе этабы бәхәс рәүешендә үтәсәк. Быныһында «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форумы ойоштороласаҡ. Унда эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар союзы ағзалары ҡатнашасаҡ. Барлығы 270 яҡын кеше ҡатнашыуы көтөлә.
Читайте нас в