-17 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 11:04

Ирекмәндәр сирлеләргә ярҙам итәсәк

11 февралдә Бөтә донъя сырхауҙар көнө билдәләнә. Был көн төрлө ауырыуҙар менән сирләүселәргә етерлек иғтибар бүлеү йәһәтенән барлыҡҡа килгән. Ирекмән-медиктар Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә ауырыуҙарға ярҙам акцияһын үткәрәсәк.

10 – 12 февралдә ирекмән-медиктар медицина учреждениеларына барып, ауырыуҙарға ярҙам итәсәк, тиҙерәк һауығып сыҡһындар өсөн күңелдәрен күтәреүсе саралар уҙғарасаҡ. Мәктәптәрҙә эшләп килгән отрядтар стационар һәм амбулатор дауаланған пациенттарға открыткалар әҙерләйәсәк. Ирекмәндәр медицина психологы менән тура эфир, ТikTok-та челлендж да ойошторасаҡ.
Читайте нас в