Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 15:17

Шайморатовсылар ярышты

Кисә «Шоңҡар» спорт комплексында «Ҡышҡы Шайморатов уйындары» тамамланды.

Унда Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка 44-се, 162-се күп профилле полилингваль мәктәптәр һәм Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт интернат-гимназияһының шайморатовсылары ҡатнашты.
Был сара өс этапта уҙҙы. Беренсе көндә уйындарҙы тантаналы асыу булды. Унда командирҙар ярышы, сафта теҙелеп йөрөү буйынса әҙерлек һәм йыр бәйгеһе, концерт ойошторолдо. Икенсе көнөнә интеллектуаль квеста Бөйөк Ватан һуғышы тарихын белеүҙә көс һынаштылар. Ә өсөнсө этапта шайморатовсылар таһыллыҡҡа, етеҙлеккә ярышты: урындан һикереү, күтәрелеү, канат тартыу һәм эстафета.
Күсмә кубокты 162-се полилингваль күп профилле «Смарт» мәктәп яуланы. Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт интернат-гимназияһынан төрлө номинацияларҙа Айрат Яҡшембәтов, Рамаҙан Моратшин, Вилдан Әмәкәсов мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары менән бүләкләнде. Еңеүселәрҙе Хөкүмәт Премьер-министр урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов тәбрикләне.
Читайте нас в