Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 10:52

Ура, «Шаяниум» үтәсәк!

19 февралдән 19 мартҡа «Шаяниум» тапҡырҙар һәм отҡорҙар уйыны үтәсәк. Ул Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнала.

Сараның маҡсаты – уҡыусылар араһында КВН хәрәкәтен күтәреү, уҡыусыларҙы милли, мәҙәни һәм йәмәғәт эштәренә ылыҡтырыу. Конкурс «Хәрәкәттә – бәрәкәт» темаһы буйынса ойошторола. Командалар «Сәләмләү»ҙә халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу һәм һаҡлау, физик әүҙемлекте, туризмды үҫтереүҙе дәртләндереү, әүҙем ял итеү рәүешенә булышлыҡ итеү темаларын асып һаласаҡ. Ә «Вайндар конкурсы» Башҡорт тарихы йылына бағышланасаҡ.
«Шаяниум – 2021» тапҡырҙар һәм отҡорҙар уйыны финалы 19 мартҡа тәғәйенләнгән. Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә еңеүселәр һәм призёрҙар тәбрикләнәсәк.
Читайте нас в