Быйыл «Йыл уҡытыусыһы» һөнәри бәйгеһендә үҙ эшен белгән 66 педагог көсөн һынаны, 21 йәш уҡытыусы ҡатнашты. Уларҙың оҫталыҡтарын фән эшмәкәрҙәре, атҡаҙанған уҡытыусылар, үткән йылдарҙа конкурс еңеүселәре баһаланы. Һынауҙарҙа башланғыс синыф, инглиз теле, математика, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, биология, география, химия, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, музыка, физик культура, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иң-иңе булыу өсөн көрәште.
Һөҙөмтәләр буйынса лауреаттар һәм еңеүселәр билдәләнде. «Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы» конкурсының абсолют еңеүсеһе булып 3-сө гимназияның физика уҡытыусыһы Пётр Белобородов танылды. 21-се лицейҙың тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Әмирхан Тимерханов «Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы» номинацияһында еңеүсе булып ҡыуанды. 58-се лицейҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Ғәзизова – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», 93-сө математика-физика лицейынан Андрей Блинов – «Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», 84-се гимназиянан татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгизә Ғабдрахманова «Башҡортостандың баш ҡалаһы татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» булды.
98-се мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Кирилл Кәбиров –«Педагогик дебют», 104-се мәктәптең математика уҡытыусыһы Ольга Кошелева «Перспективалы ҡараш» номинацияларында еңде. «Йөрәгемде балаларға бирәм» конкурсында абсолют еңеүсе исемен «Орион» балалар ижады һарайының өҫтәмә белем биреү педагогы Тереза Амбарцумян яуланы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусы 10 уҡытыусыға махсус приздарын тапшырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 24 йыл эсендә был һөнәри конкурста 2 мең 600-ҙән ашыу уҡытыусы ҡатнашҡан, 70-тән артыҡ уҡытыусы еңеүсе булған.