Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 19:14

Һеҙҙеңсә – «Театр – ул ....»

Республика халыҡ ижады үҙәге «Театраль Волга буйы» артистарын данлау маҡсатында онлайн-флешмоб ойоштора.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республикабыҙҙың ике коллективы «Театраль Волга буйы» округ фестиваленең финалына сыҡҡайны. Унда барлығы 14 төбәк ҡатнаша, 28 спектакль күрһәтеләсәк. Фестиваль финалы 27 мартта уҙасаҡ.
Ошо уңайҙан үткәрелгән онлайн-флешмобҡа теләгән һәр кем ҡушыла ала. Ҡатнашыу өсөн «Театр – ул ….» һүҙбәйләнешен дауам итеп, видеояҙманы социаль селтәрҙәргә #Театральноеприволжье2021 #Башкортостан хэштегы менән ҡуйырға кәрәк.Ул ҡыҫҡа булһын, оҙонлоғо 30 секундтан ашмаһын. Һүҙбәйләнеште бер һүҙ йәки өҙөмтә менән дә әйтергә мөмкин.
Флешмоб 27 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Ә иң ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле видеояҙмалар республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә урын аласаҡ.
Читайте нас в