+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2021, 10:30

"Утлы картиналар" акцияһы

21 июнь төнөндә Өфөнөң Совет майҙанында Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған “Утлы картиналар” тип исемләгән акция уҙасаҡ.

Әллә күпме шәмдәрҙән Алексей Храмовтың Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында совет хәрби начальнигы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов (1899 - 1943) хөрмәтенә яҙылған картинаһы һүрәтләнәсәк. Картинаның яҡынса үлсәме - 10 х 12 метр. Шулай уҡ киске сәғәт 10-да майҙанда "Һеңлекәш" фильмы күрһәтелә, ә “Утлы картина" акцияһы 23.30. сәғәттән алып 01.00.- гә тиклем үтәсәк. Сараға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас: