+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2021, 11:35

“Аҡбуҙат”ҡа һәйкәл асыла

6 июлдә Бөрйән районының Йылҡысыҡҡан күле эргәһендәге сарала VI Бөтә донъя фольклоридаһы делегацияһының бер өлөшө ҡатнаша (Әбйәлил, Бөрйән райондары, Учалы, Сибай, Белорет ҡалалары).

Ҡунаҡтар һәм тамашсылар өсөн бай – башҡорт халҡының әҙәби мираҫы, эпостары менән таныштырған матур программа әҙерләнгән. Шулай уҡ был көндө Шүлгәнташ мәмерйәһенән алыҫ түгел, күл эргәһендә урынлашҡан монументаль-скульптура композицияһы ла асыласаҡ. Әлеге мәлдә башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә арналған берҙән-бер һәйкәл ул. Эпостағы һымаҡ, Толпар көмөшкә буялған, ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы был скульптура Силәбе өлкәһенең Кәҫле заводында ҡойолған, авторы – Өлфәт Ҡобағошов. Һәйкәлдең бейеклеге – биш, ә аттың бейеклеге – өс метр ярым. Байрам тантанаһында билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” төркөмө лә ҡатнаша.
Фото: Башинформ
Читайте нас: