+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2021, 13:45

Беҙҙең бейеүселәргә -бронза миҙалдар

Ярославлдә үткән Бөтә Рәсәй балет һәм хореографтар бәйгеһе тамамланды.

Унда Рәсәйҙең 25 ҡалаһынан 160 бейеүсе көс һынашты. Республикабыҙҙың данын Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Рәмилә Ғайсина менән Хәбир Аралбаев яҡланы.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында өлкән төркөмдә халыҡ-сәхнә бейеүе номинацияһында Рәмилә Ғайсина өсөнсө дәрәжә лауреат булды – бронза миҙал. Хәбир Аралбаев та ир-егеттәр араһында шул уҡ номинацияла өсөнсө урынға сыҡты. Бәйге өс этапта үткәрелде: беренсеһе ситтән тороп, видео буйынса баһа ҡуйылһа, икенсе һәм өсөнсөһө Ярославлдәге “Миллениум” сәхнәһендә уҙҙы. Беҙҙең бейеүселәребеҙ финалға сығып, топ-13 ҡатнашыусылар исемлегенә инә алды, улар араһынан лауреаттар һайланды. Яҡташтарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фото: kulturarb.ru
Читайте нас: