+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2021, 13:50

Егет кенә булып етте, тигәндә…

Кисә Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған Денис Әхмәҙиевтең үле кәүҙәһе табылыуы тураһында “Лиза Алерт Башҡортостан” ирекмәндәр ойошмаһы хәбәр итте.

Әйтеүҙәренсә, уны ташландыҡ йортта табалар, эргәһендә яҙып ҡалдырған хаты ла булған. Билдәле булыуынса, егет 21 июнь көндө БДИ-ны “уртаса” балдарға тапшырғандан һуң юғалған. Ата-әсәһе белдереүенсә, ул шунан алда атаһы менән телефондан һөйләшкән, һүҙ нимә хаҡында барғандыр - билдәһеҙ, өйҙә бер ниндәй конфликт та, әрләшеү ҙә булмаған. Туғыҙынсы синыфты үҫмер тик “бишле” билдәләренә генә тамамлаған булған, ә был юлы, моғайын, ундай һөҙөмтә көтмәгәндер, күрәһең. Егеткә 19 июндә 18 йәш тулған була. Денистың ата-әсәһенә, туғандарына түҙемлек, сабырлыҡ бир инде, Хоҙайым!
Фото: gorobzor.ru
Читайте нас: