+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2021, 10:30

Ике тапҡыр – 100 балл

Тағы ла ике фәндән физика һәм тарихтан БДИ-ның һөҙөмтәләре килде.

Имтихандарҙы 38 бала 100 балға тапшырған: 32-һе физиканан булһа, 6-һы тарих буйынса. Шулай итеп, республикабыҙ уҡыусылары араһынан бөтәһе 84 кеше иң юғары һөҙөмтәгә эйә булды. Өфө ҡалаһының “Берҙәмлек” лицейынан Лилиә Прозорова менән шулай уҡ Өфөләге 128-се мәктәптән Илья Толстобров математика һәм физика буйынса ике тапҡыр 100 балл йыйыусылар исемлегенә инде. Эй, маладис та инде уҡыусыларыбыҙ. Бындай юғары һөҙөмтәләр менән бөтә юғары уҡыу йорттарының ишектәре асыҡ был егет-ҡыҙҙарыбыҙға. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: