+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2021, 13:20

“ИЗОТОП” – йәйге химия мәктәбе

Ошо көндәрҙә Бөрйән районында “Мәғариф” дөйөм дәүләт проекты нигеҙендә ойошторолған “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгенең “ИЗОТОП” йәйге химия мәктәбе үҙ эшен башлап ебәрҙе.

Химия фәненә битараф булмаусылар Иҫке Собханғол урта мәктәбенә профилле сменаға йыйылды. Унда ҡатнашыусылар исемлеге химия буйынса үҫмерҙәр республика олимпиадаһы һөҙөмтәләренә ҡарап төҙөлгән. Унда барлығы 90 уҡыусы ҡатнаша.Тәүге дәрестәр үткән йылдарҙағы мәсьәләләрҙе сисеү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм олимпиада остаздары менән аралашыу рәүешендә үтте.
Фото: avroracenter.com
Читайте нас: