+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2021, 11:50

Финалға сыҡтылар

Башҡортостан йыйылма командаһы Ҡазандан Рәсәй йәштәренең шахмат буйынса үткән V Спартакиадаһынан көмөш миҙалдар менән ҡайтты. Спортсылар күрше Татарстан командаһынан саҡ ҡына ҡалышты.

Республиканың Спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, икенсе уйын көнөнән һуң Башҡортостан шахматсылары төп дәғүәселәр – Татарстан һәм Һарытау өлкәһе командаларынан еңелде. Ә һуңынан бер-бер артлы Һамар өлкәһе (бишенсе тур), Ырымбур өлкәһе (алтынсы тур), Түбәнге Новгород өлкәһе (етенсе тур) командалары менән уйнап, өс еңеү яуланы. Матчтар 3,5-4 сәғәт дауам итте.
"Регламент буйынса көнөнә икешәр тур билдәләнгән һәм Ҡазандағы эҫе көндәрҙе иҫәпкә алып, ҡатнашыусыларға ла еңелдән түгел, тип үҙгәрештәр индерҙеләр. Һөҙөмтәлә,командабыҙ 10 мәрәй туплап, Рәсәй йәштәре спартакиадаһының финалына сыҡты ", - тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Әйткәндәй, финал ярыштарын Өфө 1-8 августа ҡабул итәсәк. Унда ҡатнашасаҡ беҙҙең команданың составы: Дамир Ғафаров, Илнар Биғәлин (икеһе лә -Туймазы ҡалаһынан) – тренерҙары- Нәфис Муллағәлиев; Юлия Григорьева – "Толпар" спорт-сәләмәтләндереү комплексы, Өфө ҡалаһы, тренеры- Ярослав Призант; Камилла Байбурина – "Толпар" спорт-сәләмәтләндереү комплексы, Шишмә ҡасабаһы, тренеры- Илдар Байбурин. Йыйылма команданы әҙерләүселәр – Илдар Байбурин (Шишмә ҡасабаһы) һәм Нәфис Муллағәлиев (Туймазы ҡалаһы).
Фото: Башинформ
Читайте нас: