-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2021, 12:05

1 сентябрь мәктәпкә барырбыҙмы?

Кисә Президентыбыҙ Владимир Путин менән тура бәйләнеш ваҡытында бер мәктәп уҡыусыһы уҡыу йылы нисек башланасағы, уҡытыу процессының нисек ойоштороласағы хаҡында һорау бирҙе.

Малайҙы ҡыҙыҡһындырған һорауға Башҡортостанда уҡыу процессы традицион форматта үткәрелеүе һәм ойоштороласағы тураһында белдек. Уҙған уҡыу йылында, пандемия мәлендә килеп тыуған барлыҡ ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, санитар-эпидимиологик нормалар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәп, уҡыу процессы һаҡлап ҡалынды. Балалар мәктәп парталары артына ултырыр, тип өмөтләнәбеҙ. Тағы ла шуны билдәләп үтәһе килә: йәйге мәлдә колледж, техникум, вуздарҙа ҡабул итеү итеү комиссиялары эшләй башланы. Улар йәштәр араһында ауырыу таралыу ҡурҡынысын кәметеү өсөн документтар ҡабул итеүҙе онлайн форматта ойошторған – барыһы ла электрон сервистар аша эшләнә.
Фото: ria.ru
Читайте нас: