+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2021, 15:45

Беренсе ҡунаҡтар килә башланы

Баш ҡалабыҙ Өфөлә фольклориадала ҡатнашыусы ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала башланыҡ.

Бөгөн таңғы рейс менән Панаманан (“Хосе Корея" фольклор үҫтереү академияһы), Һиндостандан (cioff ® милли секцияһынының халыҡ бейеүе коллективы), АҠШ (“Ахуна о' Хан” фольклор коллективы), Перуҙан («Бисентенарио» фольклор коллективы) килеп төштө.
Тиҙҙән Боливия, Румыния, Палестина, Ҡырғыҙстан, Эстониянан килгәндәрҙе ҡаршы аласаҡтар. Ә 23.00. сәғәттә Коста-Рика, Бенин, Камерун, Австрия, Болгария, Индонезиянан ҡунаҡтарҙы ҡаршы аласаҡтар. Ошо уҡ рейста CIOFF® президенты Филип Боссан, CIOFF® рөйесе урынбаҫары Кристиан Идальго Мацеи, ЮНЕСКО вәкиле Артур Антип та киләсәк.
Фото: Башинформ
Читайте нас: