+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2021, 15:06

МӨХӘББӘТ

Сәлимә йоҡоһонан тертләп уянып китте лә, йүгереп хәле бөткән кеше һымаҡ, аһылдап тороп ултырҙы. Өҫтөнә ябынған аҡ простыняһы карауаттан әкрен генә иҙәнгә шыуып төштө. Ә уны уятҡан тауыш ҡайҙалыр бик алыҫта тағы бер нисә тапҡыр тоноҡ ҡына ҡабатланды ла тынды. — Туҡ... Туҡ...ту-ҡ!.. «Әллә йөрәгем шулай тибәме минең?»

МӨХӘББӘТ
МӨХӘББӘТ

Ул ҡулын ашығып йөрәгенә баҫты. «Юҡ! Йөрәгем туҡылдамай. Борсоулы, ләкин хәлһеҙ генә тибә ул. Нимәнән риза түгел һин, минең моңһоу йөрәгем?..»

Тауыш ҡайҙалыр әкрен генә тағы ҡабатланды.

— Туҡ... Ту-ҡ!..

Сәлимә йүгереп барып тәҙрәне шар асып ебәрҙе. Түҙемһеҙләнеп, тирә-яғына ҡаранды. Тын да алмай бик оҙаҡ тыңлап торҙо. Ләкин бер ҡайҙа ла, бер кем дә юҡ ине. Тирә - яҡ тып-тын. Ҡала әле йоҡонан уянмаған. Офоҡта саҡ -саҡ ҡына ағарып йәйге таң һыҙылып килә. Таң нуры менән тоноҡлана төшкән ярты ай түбә өҫтөндә моңһоу ғына ҡырын баҫып тора. Тәҙрә янында үҫкән йәш сирень, муйыл ағастарынан, клумбалағы сәскәләрҙән таралған хуш еҫтәр, таң еленә ҡушылып, бүлмәгә инеп тула. Япраҡтар араһында, бер өҙлөкһөҙ сипылдашып, турғайҙар һикерешә.

«Ә унда, ул йөрөгән ерҙә, был ваҡытта һандуғастар һайрай...» тип уйлай Сәлимә, һәм уға тағы ла ауырыраҡ, күңелһеҙерәк булып китә. Йәйге таңдың бөтә был матурлығы буш, ҡырыҫ, һалҡын, мәғәнәһеҙ булып тойола башлай.

«...Эйе, был ул... ул ! Уның аяҡ тауышы!.. Ҡайҙа ғына бармайым, ни генә эшләмәйем, ул һаман минең ҡолағымда. Инде йоҡомда ла уны ишетеп уяна башланым. Ни хәл итергә һуң инде миңә?!»

Сәлимә тәҙрә төбөнә менеп ултырҙы. Ай нурҙары япраҡтар араһынан уның ҡаҡса, нәҙекәй һынына һыланып торған алһыу ебәк эске күлдәгенең итәктәренә, тәҙрә туп­һаһына һуҙып һалынған яланғас аяҡтарына төшөп, көмөш тәңкәләр булып, һибелеп яттылар. Таң елдәре уның аҡ ҡар тауы артынан ҡалҡып килгән ҡара болот шикелле булып яурындарын ҡаплап торған тулҡынлы ҡалын сәстәрен һыйпап уйнанылар. Ә ул быларҙың береһен дә тойманы. Уйҙары уны алыҫ үткәндәргә, бала саҡтарына алып инеп китте. Ул, бик күп йәшәгән кеше шикелле, моңайып, үткәндәрен һағынып уйланды. Эйе, уға егерме ете йәш ине шул инде. Уңышһыҙ мөхәббәт менән зарыгып үткән йәшлекте ҡыҙғанып иҫкә алмаҫлыҡ та түгел шул!..

...Бына ғәмһеҙ, шат, шаян бала саҡ, яҙғы ҡояшлы көн кеүек булып, йөрәк түрендә мәңге яҡтырып тора. Уны бер ҡасан да оноторға түгел. Шулай ҙа мәктәптең һуңғы кластарында уҡыған сағы Сәлимәнең хәтерендә айырата ныҡ һаҡланып ҡалғайны. Эйе, был ваҡытта ул шаян, көләс бер ҡыҙ ине. Ун биш йәштәр самаһы ине шикелле. Ә ул — Хәмит ун алтыларҙа булғандыр. Ул Сәлимәнән бер класс алда уҡый ине. Уларҙың араһындағы сәйер дуҫлыҡ ошо саҡтан уҡ башланды. Хәмитте шәп уҡыуы, пионер, комсомол эшендә актив эшләүе, мәктәптә йәш флотсылар түңәрәге ойоштороп, йәй көндәрендә шлюпкала Ағиҙелде, Ҡариҙелде айҡап сығыусы ҡыйыу егет булыуы әсән мәк­тәптә бөтәһе лә ярата ине. Ә Сәлимә уны айырата сәйер бер тойғо менән ярата: уға башҡаларҙан бер ни менән дә тип әйтерлек айырылмаған, йыуантығыраҡ урта буйлы, ҡалын ҡара ҡашлы, киң, текә маңлайлы, аҡыллы ҡараш­лы был ябай егет донъяла тиңе булмаған матур булып күренә. Ул уга һоҡланып бөтә алмай. Ни генә ҡыланһа ла, ни генә һөйләһә лә, Хәмит уға ғәжәп һөйкөмлө булып күренә. Уның һәр ваҡыт Хәмиткә ҡарап, уны күреп кенә торғоһо, ул булған урында булғыһы, ул һулаған һауаны һулағыһы килә. Ә инде әллә ниҙә бер уның менән бер-ике ауыҙ һүҙ һөйләшергә тура килһә лә, уның шатлығының иге- сиге булмай.

Тора-бара Сәлимә, үҙе лә һиҙмәҫтән, ниндәйҙер билдәһеҙ бер көс менән уның янына тартыла, нисек тә осрашырға, һөйләшергә тырышып ҡына тора башланы, һис юғында ҡәләменең осон партаға төртөп һындырып булһа ла, тәнәфес ваҡытында Хәмит янына барып инә ул.

— Хәмит, бәкең бармы? Ҡәләмемде генә ослап алайым әле. Хәҙер беҙҙә черчение,— ти.

Хәмит, ниҙер һиҙенгән кеүек, йомшаҡ ҡына йылмайып уға ҡарап ала ла кеҫәһенән кескәй генә бәке сығара.

— Ҡайҙа, үҙем ослап бирәйем.

Ашыҡмай ғына ҡәләмде ослай. Сәлимә, үҙенең ҡыйыулығынан, Хәмиттең ннмәлер аңлауынан оялып, уңайһыҙланып ҡына баҫып тора. Аҡылы менән бынан ары минут тормай йүгереп сығып китергә, ҡабат был класҡа бер ҡасан да инмәҫкә, осрашмаҫҡа уйлай, ләкин аяҡтары урынынан ҡуҙғалмай. Күҙҙәре Хәмиттең киң маңлайына төшөп ятҡан ҡара сәстәренә, ҡәләмгә текләп ҡуйы керпектәр менән ябылған аҡыллы күҙҙәренә, мускуллы, һылыу кәүҙәһенә килешеп торган шаҡмаҡлы күк күлдәгенә һоҡланып туймай. Ә йөрәге билдәһеҙ шатлыҡ менән осар ҡош кеүек ярһып, талпынып, ашҡынып тибә. Шулай тәнәфес үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Звонок була. Сәлимә, ҡәләмен алып, рәхмәт әйтергә лә онотоп, үҙ класына йүгерә, һәм аяҡтарының. ҡайҙа баҫҡанын тоймай, күҙ алдында кемдәр барын, кемдәр юғын да күрмәй, партаһына барып ултыра.

Тора-бара Сәлимә мәктәптән ҡайтҡан саҡта ла гел генә Хәмит менән бер ваҡытҡа тура килә башланы. Улар класс хәлдәрен һөйләшеп, йәки бөтөнләй бер һүҙ ҙә һөйләшмәй генә, һәр ҡайһыһы үҙ өйө ягына боролғансы, бер-ике кварталды бергә үтәләр.

Ошолай бер-ике йыл үтте. Улар тағы үҫә төштөләр. Был ваҡытта инде Сәлимәгә, Хәмитте күрер өсөн, ниндәйҙер һылтау табып уның класына инергә лә, оялышынан ҡыҙарынып-бүртенеп уның ҡайтырға сығыуын ҡайҙалыр көтөп торорға ла тура килмәй башланы. Хәҙер инде Хәмит үҙе мөмкин булған һәр урында уға осрап ҡына торҙо. Ҡәләмен дә, Сәлимәнең янына үҙе үк килеп, ослап китә. Дәрестән һуң ҡалып. Сәлимә өсөн ауырыраҡ булған алгебра, физика дәрестәрен дә әҙерләшеп бирә. Ҡайтҡанда, элекке кеүек, Сәлимәнән алда үҙ өйҙәре яғына боролоп китмәй, һәр ваҡыт Сәлимәләрҙән арыраҡ берәй кешелә йомошо булып сыға. Йәки бөгөн дәрестә башы ауыртыңҡыраған шуға һауала оҙағыраҡ булғыһы килә. Сәлимәне өйөнә, ҡапҡа төптәренә хәтле оҙатып ҡуя. Катокта ла, кинола ла улар һис тә уйламағанда осрашып ҡына торалар, һәм был балаларса ябай, эскерһеҙ, саф күңелле осрашыуҙар уларҙың йөрәктәрендә бөткөһөҙ шатлыҡ, көс, дәрт уята. Улар арыуҙы, талыуҙы, ялҡауланыуҙы, күңелһеҙлекте белмәйҙәр. Бығаса уртасараҡ уҡып килгән Сәлимә бишкә генә уҡыуға күсеп китә. Ул үҙендә иҫ киткес егәрлелек, көс, зирәклек артҡанын тоя. Был дуҫлыҡ уларға илдә барған ҡаты, көсөргәнешле һуғыш арҡаһында килеп тыуған бөтә ауыр­лыҡтарҙы, юҡлыҡтарҙы еңел кисерергә мөмкинлек бирә. Улар ҡышын тырышып уҡыйҙар, өйҙә, ғаиләлә бөтә эште йөкләп баралар, йәйен колхозға, совхозға барып иген эшләшәләр. Уларҙың көндәре эш, тырышлыҡ, киләсәккә ҙур ышаныс менән шаулап үтә.

Бына һуғыш менән уҙған өсөнсө яҙ килеп етте. Был йылды Хәмит ауыл хужалығы институтының беренсе курсын тамамланы. Ул хәҙер элеккенән дә киң яурынлы, мускулдары ишелеп торған мыҡты кәүҙәле, ҡушылып үҫкән ҡалын ҡара ҡашлы егет ине. Ун алты йәшенән үк ҡуйы булып үҫеп сыҡҡан һаҡал-мыйығы хәҙер бөтә битен тип әйтерлек ҡаплап алған. Был уға айырата күркәмлек, олпатлыҡ өҫтәй, һәр көн тип әйтерлек бик тырышып ҡырыныу ҙа уның артыҡ һаҡалтай икәнен йәшерә алмай.

Был йылды Сәлимә үҙе лә, унынсы класты отличноға тамамлап, институтҡа инергә дәртләнеп йөрөй ине инде. Ул үҙе лә нәҙек оҙон буйлы, уйсан гына ҡарашлы, баҫал­ҡы холоҡло, һөйкөмлө бер ҡыҙ булып үҫеп еткәйне.

Ошолай улар үҫеп етеп, бер-береһенә һоҡланып, ҡыуанып бөтә алмай торған бер саҡта, Хәмитте лә Ватан ил һаҡларға саҡырҙы. Тыуған ил, бөтә көстө йыйып, дошманға аҙаҡҡы ударҙы бирергә әҙерләнә ине был йылда.

Хәмит иртәгә военкоматҡа китер кисте улар таңға хәт­ле бергә булдылар. Башта паркта, парк ябылғас, үҙ урамдарында әкрен генә йөрөнөләр ҙә йөрөнөләр. Ошо кисте Хәмит уны беренсе тапҡыр ҡултыҡлап алды. Хәмиттең ҡулы тәүге тапҡыр үҙенең беләгенә тейгәс, Сәлимәнең бөтә тәненә ниндәйҙер көслө ялҡын таралды. Бығаса бер ҡасан да татылмаған иҫ киткес татлы бер хистән башы әйләнеп, сайҡалып китте. Хәмит тә, күрәһең, ошондай уҡ тойғоно кисергәндер. Улар бик оҙаҡ бер һүҙ ҙә һөйләшә алмай йөрөнөләр. Шулай ҙа тиҙҙән айырылышыу ҡурҡынысы уларҙың ҡыйыуһыҙлығын енде. Хәмит уға ошо кисте беренсе тапҡыр үҙенең һөйөүен әйтте. Сәлимәнең ҡыуанысының иге-сиге булманы. Был минутта донъяла унан да бәхетле кеше юҡ ине. Ә тән шундай ҡыҫҡа булды. Улар бер ни ҙә һөйләшергә өлгөрмәй ҡалдылар, һөйләшер һүҙ ҙә тапманылар. Хәйер, был минутта уларҙың йөрәгендә урғылған ҡайнар хистәргә торош итерлек һүҙҙәр бар инеме ни?!

Ул кистә лә тап бына ошондай, бөгөнгөләй таң һыҙылып килгән саҡ ине. Ошонда Хәмит уны тәүге һәм аҙаҡҡы тапҡыр үпте... Сәлимәнең йөрәге, юҡ, йөрәге генә түгел, бөтә тәне мөхәббәт утында янды. Ул бер минутҡа ғына иҫен юғалтҡандай булды, аяҡ быуындары хәлһеҙләнеп, йығылып китә яҙҙы. Хәмит уны бала кеүек итеп күтәреп алып өй тупһаларына илтеп баҫтырҙы ла:

 

— Йә, хуш. Көт, күбәләгем. Мин ҡайтырмын! — тип йүгереп ҡапҡанан сығып та китте.

Күҙ асып йомған арала ғына булып үткән был ҡабат­ланмаҫ бәхетле минуттар Сәлимәнең күңелендә болотло күктә балҡыған йәшен сатҡылары кеүек кенә яҡтырып ҡалдылар. Ә унан һуңғылары бөтәһе лә йән әсеткес күңелһеҙлектәр генә ине.

Сәлимә, ғәҙәтенсә, бынан һуңғы яғын уйламаҫҡа, иҫкә төшөрмәҫкә, урынына барып ятырға ла ҡаты итеп йоҡлап китергә теләне, ләкин ниндәйҙер көстәр уны ҡуҙғатманылар, уйҙар эсенә һаман тәрәнерәк тартып алып инә барҙылар. Ул уйсан күҙҙәрен әкренләп яҡтыра барған алһыу офоҡҡа текәп ултырҙы ла ултырҙы. Таң еленең дымлы, һалҡынса тулҡындары арҡа буйҙарын өшөтөп, сымырлатып үтеүен дә, кешеләрҙең, уянып, ара-тирә йөрөштөрә башлауын да тойманы ул.

...Хәмит шулай китте. Башта ул Свердловск ҡалаһында ниндәйҙер бер курс үтте. Лейтенант булып сыҡты. Унан һуғышҡа китте. Сәлимәгә ябай, ҡыҫҡа, ләкин һөйөү, һағыныу хистәре менән тулы хаттар килеп кенә торҙо. Сәлимә лә яҙҙы. Уның бер хатына ҡаршы икене, өстө яҙҙы. Хәмит уға һөйгән егете булған өсөн генә түгел, уның һөйөклө Тыуған илен, бәхетен, киләсәген яҡлаусы батыр боец булыуы менән дә яҡын ине хәҙер.

Ә еңеүле, дауыллы һуғыш дауам итте. Хәмиттәр дошманды Карпат тауҙарында туҡмайҙар ине инде. Радио һәр көн береһенән-береһе шатлыҡлыраҡ, данлыраҡ еңеүҙәр тураһында хәбәр итеп тора. Ер өҫтөндә шатлыҡ менән ҡайғы тойғолары бергә ҡушылып урғыла, ажғыра, ҡайнай, сөнки һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, һәр көн почта кемгә лә булһа яҡынының яраланыуы йәки һәләк булыуы тураһында хәбәр килтерә. Еңеү шатлығына ҡайғының ҡара таҫмаһын килтереп урай. Бына күрше Хәсән ағай һыңар аяғын бот төбөнән үк ҡалдырып ҡайтты. Шинель салғыйҙарын ялбырлатып, ҡултыҡ таяҡтарына таянып атлап килгән саҡта, был ҙур кәүҙәле, ерән мыйыҡлы, шаян һүҙле алсаҡ кеше Сәлимәгә бик ҡыҙғаныс тойола. Ул Хәсән ағайҙың һаман элеккесә шат, көләс булыуына, ҡайтыу менән үк тағы янып-көйөп, тырышып партия эшенә тотоноп китә алыуына һис тә төшөнә алмай.

«Юҡ, юҡ, Хәмит улай аяҡһыҙ ҡалмаһын...» — Үҙ уйынан үҙе ҡурҡып, тертләп китә:

«Нисек мин ошолай уйлай алам? Юҡ, юҡ! Хәмит һап- һау ҡайтыр... Бөтә кеше лә үлеп йәки яраланып бөтәме ни? Иҫән-һау йөрөгән кешеләр әҙме ни? Ана, әсәйемдең ҡустыһы, артиллерист Талип, һуғыштың башынан бирле фронтта, бер ҙә яраланғаны юҡ...» Хәмиттең һуңғы хаты Берлиндан килә.

«...Ике көн инде Берлин урамында һугышабыҙ. Еңеү, еңеү, еңеү көнө етте, күбәләгем!.. Шатлан! Тиҙҙән күрешербеҙ...»

Бына өс-дүрт йыл буйы миллион ҡорбандар хаҡына яулап алған бәхетле көн килеп етте. Тик Хәмит кенә ҡайтманы. һыуға батҡан кеүек өнһөҙ, эҙһеҙ юғалды ул. Их, ниндәй ауыр булды был ҡайғыны кисереүе! Кейәүгә сығырға ла өлгөрмәҫтән, «тол» ҡалыуҙан да ауыр ҡайғы бармы икән?! Ире үлгән ҡатын, исмаһам, ҡайғыһын башҡаларға һөйләп уртаҡлаша. Ә ул кемгә һөйләһен? Егете үлеүҙе ҙур ҡайғыға һанаусылар бармы ни? Уның һөйгән, һөйөлгән бәхетле минуттарын белгән кеше булмаған кеүек, көйгәнен дә аңлар кеше юҡ бит! Ә әсәһе һуңғы ваҡытта уға йыш ҡына асыулана, үпкәләй:

— һуғыш туҡтап, кешеләр ҡайта башлағас, ҡайғым яңырҙы. Атайың мәрхүмде һағынам... ныҡ иҫемә төшә, һин, исмаһам, ҡайғымды уртаҡлаша ла белмәйһең бит,— ти. Сәлимә ни әйтә алһын? Уның үҙенең йөрәгендә төҙәлмәҫ ике ҡайғы бит: атаһы өсөн дә, Хәмите өсөн дә һыҙлана бит уның йөрәге. Шуға күрә ул хәҙер күләгә кеүек тын булып ҡалды ла. Хатта уҡыуын да дауам итә алмаҫ кеүек тоя ул үҙен. Уҡыуҙы ташлап берәй эшкә китергә теләне. (Ул медицина институтында уҡый.) Ләкин әсәһе быға яҡын да килмәне.

— Уҡыуыңды тамамла. Унан теләгән ереңә китеп эшләрһең,— тине.

Шәмсиә апай үҙе тегеү фабрикаһының директоры булып эшләй. Ябай эшсенән етәксе эшкә үрләгән кеше.

Сәлимәгә уҡыуын дауам иттереүҙән башҡа сара ҡалманы. Ошо көҙҙө уның йөрәген дер һелкеткән бер ваҡиға булды: һул аяғын тубығынан юғалтып, Хәмит ҡайтып төштө. Ул һуғыш туҡтарҙан бер көн алда ғына яраланған. Башта, хәле ауыр булғанлыҡтан, хат яҙа алмаған. Ә аҙаҡтан үҙенең был хәле Сәлимәгә нисек тәьҫир итеүен, Сәлимәнең быга нисек ҡарауын үҙ күҙе менән күрергә теләп яҙмаған.

Хәмит менән был осрашыу ваҡиғаһын Сәлимә бер ҡасан да тыныс ҡына иҫкә ала алмай. Әллә ниндәй мәғәнәһеҙ, үкенесле осрашыу булды был. Хәҙер уны ғүмер буйы әсенеп иҫкә алырға ғына ҡалды.

...Бына, ҡултыҡ таяҡтарына таянып, Хәмит баҫып тора. Үҙе, ниңәлер, ғәйепле кеше шикелле, йомшаҡ ҡына йылмая. Ун йылдарға торош итерлек дауыллы бер йыл уны ла, Сәлимәне лә танымаҫлыҡ итеп үҙгәрткән, күрәһең. Улар хәҙер икеһе лә бынан йыл ярым элекке, Хәмитте оҙатҡан кистәге, балалар түгел. Улар хәҙер, ошондай ҡаты һуғыш мәленә генә хас рәүештә, әҙ ваҡыт эсендә күпте кисергән, бер йыл эсендә күп йылға олоғайған кешеләр ине. Бындай кешеләргә аңлашыу, һөйләшеү, йөрәктә ҡайнағанды асып һалыу еңел түгелдер, күрәһең... Шуға күрә лә был осрашыу шулай һис тә көтмәгәнсә, теләмәгәнсә килеп сыҡты ла инде. Әллә ни булды ул көндө Сәлимәгә: әллә ҡаты һағыныуҙанмы, әллә үлде тип ҡайғырыуҙан һуң ҡапыл ҡыуаныуҙанмы, әллә Хәмит ул теләмәгәнсә, ул көтмәгәнсә яраланғанғамы, әллә инде шундай мыҡты, һылыу кәүҙәле егетте зәғифләп ҡайтарған шәфҡәтһеҙ һуғышҡа ҡаты рәнйеүҙәнме, ул ни әйтергә, ни эшләргә лә белмәй ҡатты ла ҡалды. Хәмиткә бер генә йылы һүҙ ҙә әйтә, шатлығын да, ҡайғыһын да белдерә алманы. Йөрәгендә тулышҡан һөйөү, һағыныу, көйөнөү тойғоларын да һөйләмәне ул. Уның һүҙҙәре көтөлмәгәнсә ҡоро, һалҡын, мәгәнәһеҙ булып сыҡты.

«Күрәһең, был хәлемдә мин һиңә оҡшамайым...» тип уйланы Хәмит. Ул үҙе лә Сәлимәгә йөрәген асманы. Улар дөйөм хәлдәр тураһында ғына һөйләштеләр.

Бынан һуң улар һирәк осраштылар. Осрашҡанда ла һүҙҙәр бер ҙә йәбешмәне, һәр ҡайһыһы эсендә янғанды йәшерергә, тыныс, ябай булырға тырышыуҙан, ялған тышҡы һалҡын ҡабыҡтан ҡыҫылып йөҙәне. Ә үткәндәрҙе ҡуҙғатырға, йәшлек мөхәббәте хаҡында иҫкә алырға береһенең дә батырлығы етмәне, йәки ғорурлығы ирек бирмәне. Шулай көндәр, айҙар үттеләр ҙә үттеләр. Хәмит институтта уҡыуын дауам игте. Тағы өс-дүрт йыл үтеп китте. Сәлимә врач булып, Хәмит агроном булып сыҡты. Сәлимәне ҡалала, больницала, эшкә алып ҡалдылар. Хәмит аспирантураға инде.

«Башлы- күҙле булыр сағы етте бит инде. Ниңә һуң егеттәр менән бәйләнеп! тотҡаны һис тә күренмәй? Йәм­һеҙ ҙә, белемһеҙ ҙә ҡыҙ түгел дә баһа!» тип бошондо Шәмсиә апай ҙа. Институтта ла, эшкә тотонгас та уның артынан йөрөп ҡараусылар булды. Эшсән, тырыш, баҫалҡы холоҡло, тулҡынланып торған оҙон ҡара сәсле, бөтә йөҙөнә ниндәйҙер ғәжәп ҙур һөйкөмлөлөк, яҡтылыҡ биреп торған уйсан ҡара күҙле был ҡыҙҙы яратмаҫлыҡ түгел ине. Ләкин уны йөрәгендә Хәмиттән башҡа бер кемгә лә урын юҡ ине. Уны ярата, уның өсөн йән ата ине һаман. Тик был хисен белдерергә һаман уның ғорурлығы ирек бирмә­не. Әгәр Хәмит үҙе был турала һүҙ башламаһа, ул үҙенең һарғайып үлгәндә лә быны әйтмәйәсәгенә, белдермәйәсәгенә төшөнә ине. Сикһеҙ ауыр ҙа, ғазаплы ла ине уның был йәшерен мөхәббәте.

Шулай йылдар үтте. Хәмит аспирантураны бөтөрөп сығыуға, белгестәрҙе партия ауылға, ауыл хужалығын ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу өсөн көрәшкә саҡырҙы. Был саҡырыу буйынса үҙе теләп районға китеүселәрҙең береһе Хәмит булды.

Хәмит китер кисте улар, нисектер, аңғармаҫтан ғына урамда осраштылар. Хәмит уны ҡапҡа төптәренә хәтле оҙатып килде, һүҙҙәр, ғәҙәттәгесә, һис тә генә йәбешмә­неләр. Икеһенең дә йөрәктәрендә ҡайнаған мөхәббәт хистәрен, үпкәләү, һағыныу, зарығыу тойғоларын асып һалырға, аңлашырға көстәре етмәне. Ҡапҡа төбөнә килеп еткәс, Хәмит бер аҙ өндәшмәй торҙо ла, һүҙ ыңғайы сыҡҡан өсөн генә һымаҡ итеп:

— Мин ауылға китәм. МТС -ҡа. Сәлимә, һин партияның был саҡырыуына нисек ҡарайһың? — тип һораны.

Хәмиттең киң, текә маңлайына ятҡан тәрән ике һыҙатҡа ҡарап, йөрәге һыҙлап ките Сәлимәнең.

«Йәшлек үтә бит!.. Ни уйлай икән был? Теге ваҡытта, яратам тип, юрый ғына әйттеме икән ни? Йәшлек хатаһы ғына булдымы икән ни унда?..» — тигән уй гүйә тамағына килеп төйөлдө. Ул өндәшә алманы. Хәмиттең күрәһең хә­тере ҡалды:

— Йә, ярар. Хуш, Сәлимә! — тине лә китеп тә барҙы. Уның таяҡ тауышы бик оҙаҡҡа ишетелеп торҙо.

— Туҡ!.. Туҡ!.. Ту-ҡ!..

«Хәмит йәнем, китмә! Кире борол! Мин һине бик, бик яратам бит! Элеккенән дә нығыраҡ яратам!» -тип ҡысҡырғыһы, үкһеп-үкһеп илағыһы килде Сәлимәнең. Ләкин өнө быуылды, өндәшә алманы. Ҡаты ауырыуҙан торған кеше кеүек хәлһеҙләнеп, ҡойма таҡталарына тотона-тотона өйгә инеп китте...

Ул кискә лә бер йыл үтеп китте инде. Ләкин Хәмиттең был һуңғы ҡарашы, һуңғы аяҡ тауышы Сәлимәнең хәтеренән бер ҡасан да сыҡманы. Ул ятһа ла, торһа ла, уҡыһа ла, эшләһә лә, Хәмит уның күҙ алдында тирләп-бешеп баҫып тора. Тротуарға туҡылдап бәрелгән таяҡ тауышы ҡолағында яңғыраны. Бара-тора был тауыш уны йоҡоһонан да тертләтеп уята башланы.

 

«Инде ни эшләргә? Исмаһам, хат та яҙмайһың бит! Ҡайҙа һин, Хәмит?.. Мин һинһеҙ йәшәй алмайым, Хәмит!..»

Уйының ошо урынына еткәс, Сәлимә, йөрәгенә түҙмәй, тәҙрә төбөнән төшөп китте. Ашығып өҫтөнә кейенде.

«Етте, етте, китәм. Бында башҡаса ҡала алмайым. Сиҙәм ерҙәргә. Алтайға китәм. Бөтә көсөмдө, белемемде, кәрәк булһа, ғүмеремде халыҡ өсөн, ил өсөн иң кәрәк булған урынга бирәм. Бына шул саҡта, бәлки, мине аңларһың, яратырһың һин, Хәмит!..»

Ул, өҫтәлдән «Правда» газетаһын алып, сиҙәм ерҙәрҙә эшләп йөрөүсе алдынғы ҡатын-ҡыҙҙарҙың хатын тағы бер ҡат уҡып сыҡты, һәм, өтәләнеп, райкомға ғариза яҙырға ултырҙы.

«...Мине Алтайға ебәрегеҙ. Мин врачтарҙың нығыраҡ кәрәк булған урынында эшләргә теләйем...» — тип яҙҙы ул.

Сәлимә ғаризаһын яҙып бөтөрөүгә, бүлмәгә әсәһе килеп инде.

Шәмсиә апай, күптән йоҡоһонан тороп, иртәнге сәй әҙерләп йөрөй ине инде. Ул иртә үк ҡайҙалыр китергә йы­йынған ҡыҙына борсолоп ҡараны.

— Ҡыҙым, һиңә ни булды? Бөгөн төндө йоҡламаның да түгелме һун.?

Сәлимә, йоҡоһоҙлоҡтан талған күҙҙәрен әсәһенән йәшереү өсөн, көҙгөгә ҡараған булып, арты менән әйләнде һәм тәбиғи булмаған шат тауыш менән ҡысҡырып көлдө:

— Бына һиңә кәрәкһә! Ни эшләп йоҡламайым ти мин!.

Шәмсиә апай башын ғына сайҡап ҡуйҙы ла халаткеҫәһенән бер хат сығарып бирҙе.

-Мә, ҡыҙым. Кисә, һуңлап ҡайтҡас, бирергә онотҡанмын.

Сәлимә нисек әйләнгәнен, әсәһенең ҡулынан хатты нисек ҡапыл тартып алғанын белмәй ҡалды.

— Хат?! Кемдән, әсәй?

һуңғы ваҡыттарҙа ул һәр бер хатты шулай ашҡынып, йәшерен бер өмөт менән ҡаршы ала. Хәмиттән түгеллеген белгәс, уның секунд эсендә балҡып киткән бөтә был шатлығы юғала, ул тағы күңелһеҙ, һүҙһеҙ кешегә әйләнә. Әле лә уның күҙҙәрендә таң сулпанындай балҡып, яҡтырып киткән шатлыҡ осҡоно шунда уҡ һүрелде. Ләкин хаттың аҙағына етә килә уның йөҙө тағы яҡтыра, күҙҙәре өмөт осҡоно бөркөп балҡый башланы. Ахыр ул бөтөнләй йәйләнеп, бәләкәй сағындағы кеүек көлөп, һикереп, бейеп әйләнеп китте. Үҙе лә һиҙмәҫтән әсәһен ҡосаҡлап ҡат-ҡат үбеп алды.

— Әсәкәйем, мин ауылға китәм!.. МТС-ҡа! Эшкә!

— Бына алйот! Ҡартайған әсәйеңдең яңғыҙын ташлап китәһең генә ҡалғайны. Башҡаһы бөткәйне,— тип һуҡранды Шәмсиә апай. Күҙлеген кейеп, хатты алып карауатҡа барып ултырҙы. Сәлимә, шатлыҡтан атылып сығып барған йөрәген көскә тыйып, бәхетле ҡараштарын әсәһенә төбәп, уның ҡаршыһында баҫып торҙо.

Зәйнәб БИИШЕВА.

 

 

Читайте нас: