+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2021, 14:22

Медицина инспекторҙары кире ҡайтасаҡ

Яңы уҡыу йылы башынан медицина инспекторҙары ҡабат эшләй башлай. Улар учреждениеларҙа санитар-эпидемиологик шарттарҙың үтәлешен тикшерәсәк.

Медицина инспекторҙары кире ҡайтасаҡ
Медицина инспекторҙары кире ҡайтасаҡ

– Әлеге көндә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты менән килешелгән исемлек төҙөлә. Медицина инспекторҙары 1 сентябрҙән беҙҙең белем биреү учреждениеларына эшкә сығасаҡ. Тәртибе раҫланған, – тип белдерҙе республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, инспекторҙар булып БДМУ һәм медицина колледждарының юғары курс студенттары һәм ординаторҙары эшләй.

 

 

Фото: https://newsbash.ru/society/shool/

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: