+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2021, 15:08

Ғафурила «Бал байрамы» көтөлә

19 августа Ғафури районы Имәндәш ауылында республика «Бал байрамы» үтәсәк. Уны Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектә ойоштора.

Ғафурила «Бал байрамы» көтөлә
Ғафурила «Бал байрамы» көтөлә

Был байрамға ярашлы, бер нисә ҡыҙыҡлы сара ҡаралған. Шуларҙың береһе – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан туристар һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – тарихи-мәҙәни үҙәк белгестәре ҡатнашлығында этнографик тур. Был көндө уны ябыу тантанаһы уҙасаҡ, экскурсоводтар конкурсына ла йомғаҡ яһаласаҡ.

Республика байрамына тарихи-мәҙәни үҙәк белгестәре милли аш-һыу ризыҡтарынан күргәҙмәләр ҙә әҙерләй, туристар өсөн биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтеләсәк.

Әйтергә кәрәк, башҡорт балы республика байрамы Рәсәй Федерацияһы президенты грантын тормошҡа ашырыуға ярашлы ойошторола.

 

 

Фото: https://ufa.bezformata.com/listnews/bashkirskogo-myoda-bal-bayrami/96205140/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: