+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2021, 14:17

Мәктәптә туҡланыуға хаҡ арта

1 сентябрҙән республиканың белем усаҡтарында туҡланыуға хаҡ артасаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды. 

Мәктәптә туҡланыуға хаҡ арта
Мәктәптә туҡланыуға хаҡ арта

Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, мәктәптәр уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итергә әҙер. Быйыл ғына 280 ашхана яңыртылған һәм был йүнәлештә эш дауам итәсәк. "Беҙ ошоғаса туҡланыуға хаҡты үҙгәртмәй килдек. Әммә бөгөнгә бөтә күрше төбәктәр хаҡты арттырҙы, беҙгә лә уларға тиңләшеү талап ителә", - тип белдерҙе Андрей Назаров. 

Билдәле булыуынса, республикала күп балалы аҙ килемле ғаилә балаларына һәм һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға туҡланыу бушлай, был артабан да шулай буласаҡ. Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн дә 2020 йылдың 1 сентябренән мәктәп ашханаһында туҡланыу түләүһеҙ.

Фото: Башинформ.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: