+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2021, 18:45

Премияға кемдәр дәғүә итә?

Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында 1989 йылдың 8 апрелендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия булдырыла. Быйыл уға 16 автор һәм ике ижади коллектив дәғүә итә. Бына уларҙың исемлеге:

Премияға кемдәр дәғүә итә?
Премияға кемдәр дәғүә итә?
  1. Ринат Кәрим улы Әлимғужин, «Күгәрсен – ТВ» телестудияһының баш мөхәррире. Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған телеочерктар, телетапшырыуҙар циклы өсөн.
  2. Василий Иванович Иванов, юстицияның өлкән кәңәшсеһе. «Краснодарское, Сочинское, Рыбное, Хлопковое уголовные дела в эпоху ХХ века» китабы өсөн.
  3. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Иҙелбаева (Гөлфиә Юнысова), журналистика ветераны. «Илһамлы яҙмыштар» китабы өсөн.
  4. Рәмилә Шаһыбал ҡыҙы Истанбаева, Әбйәлил районының «Осҡон» гәзите хәбәрсеһе. Әбйәлил районының «Осҡон» гәзитендә баҫылған социаль-иҡтисади темаға мәҡәләләр циклы өсөн.
  5. Дарья Евгеньевна Касьянова, Gorobzor.ru мәғлүмәт-яңылыҡ баҫмаһы хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһының мәҙәни тормошона арналған мәҡәләләр циклы өсөн.
  6. Азат Уран улы Кинйәбулатов, «Исторический вестник БГМУ» гәзитенең баш мөхәррире. «Исторические очерки о лечении туберкулёза в Республике Башкортостан» китабы өсөн.
  7. Снежана Тимерхан ҡыҙы Латипова, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары. Социаль темаға мәҡәләләре һәм видеоматериалдары өсөн.
  8. Даян Тәлғәт улы Мәжитов, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе. Әхлаҡи тәрбиә, ғаиләне нығытыу, телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау, хәйриәлек эшмәкәрлеген үҫтереү темаһына мәҡәләләре өсөн.
  9. Гүзәл Исхаҡ ҡыҙы Ниғәмәтова, журналистика ветераны. Баймаҡ районының тарихы һәм бөгөнгөһө, күренекле яҡташтары тураһында мәҡәләләре өсөн.
  10. Татьяна Анатольевна Никитина, «Тамыр» телеканалы мөхәррире. «Преград.net» мөмкинлектәре сикләнгән балалар тураһында тапшырыуҙар циклы, «ЭТНОкраса», «Гора Новостей» телевизион проекттары тапшырыуҙары өсөн.
  11. Азамат Салауат улы Рәхимҡолов, БДМУ-ның «Медик» гәзите шеф-мөхәррире, «Бессмертный медсанбат», «Женщины-министры здравоохранения», «Всероссийская перепись населения – 2021» рубрикаларындағы мәҡәләләре өсөн.
  12. Айгөл Бәһимән ҡыҙы Усманова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы интерактив тапшырыуҙар редакцияһының баш белгесе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелгән мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫтереүҙең төрлө йүнәлештәре буйынса программалар циклы өсөн.
  13. Кәримә Ишбулды ҡыҙы Усманова, «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Урал аръяғының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни тормошона арналған репортаждар, аналитик материалдар циклы өсөн.
  14. Оксана Данил ҡыҙы Хәйҙәрова, Бөрө районының «Победа» гәзите хәбәрсеһе. Социаль әһәмиәтле темаға мәҡәләләре өсөн.
  15. Рәүеф Вәли улы Шаһиев, тыуған яҡты өйрәнеүсе, китаптың авторы һәм төҙөүсеһе. «Халыҡ улы Муса Мортазин» китабы өсөн.
  16. Фаяз Фуат улы Йомағужин, «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе. Тарихи, хәрби-патриотик, мәҙәни темаға мәҡәләләре өсөн.
  17. «Ейәнсура таңдары» гәзите редакцияһының ижади коллективы – Виктория Евгеньевна Куянова, Гөлназ Ғабдулхай ҡыҙы Ғәҙелшина, Светлана Ғилметдин ҡыҙы Мырҙаҡаева. Социаль һәм иҡтисади темаға мәҡәләләре өсөн.
  18. «Туймазинский вестник» гәзите редакцияһының ижади коллективы – Анфиса Вәғиз ҡыҙы Айытова, Диана Мөсәүир ҡыҙы Нәсибуллина, Регина Ринат ҡыҙы Миһранова, Гүзәл Рузил ҡыҙы Хәмиҙуллина, Лилиә Ромэновна Калантарян.

 

Конкурсҡа үткән эштәр буйынса фекер алышыу 22 сентябргә тиклем бара. Шуға күрә фекерҙәрегеҙҙе, тәҡдимдәрегеҙҙе һәм иҫкәртеүҙәрегеҙҙе матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында белдерергә йә [email protected] электрон адресына ебәрергә мөмкин. Шулай уҡ баһалама-отзывтарҙы  450076,  Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 817-се офис адресы буйынса Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзына ебәрергә була, телефон-факсы: 8(347)-276-42-66.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: