+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2022, 19:00

Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады

Яңы йыл - ул мөғжизәләр, бүләктәр мәле. Тап ошо ваҡытта республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрендә төрлө мауыҡтырғыс байрам саралары үтә. Өфөлә, TERRA ZIMA фестиваленә ярашлы, бөгөн Ҡарһылыуҙарҙың Бөтә Рәсәй һәм Ҡыш бабайҙарҙың республика парады ойошторолдо.

Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады
Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады

Ҡыш бабайҙарҙы Рәсәй актеры Никита Джигурда етәкләһә, Ҡарһылыуҙы телетапшырыуҙар алып барыусыһы Евгения Машко үтәне. Сарала республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән меңгә яҡын Ҡыш бабай ҡатнашты. Парад Профсоюздар йорто янынан башланып, Чернышевский, Ленин, Коммунистик урамдары буйлап дауам итте. Ҡунаҡһарай янындағы майҙанда Ҡарһылыуҙар өсөн конкурстар ойошторолдо, иң-иңдәргә бүләктәр тапшырылды. Ҡунаҡтар өсөн әҙерләнгән концерт программаһы байрам кәйефе өҫтәне.

Фото: https://yandex.ru/images/search?from

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: