+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2022, 11:55

Башҡортостан - еңеүсе!

Бөтә Рәсәй экология диктанты 2019 йылдан алып уҙғарыла. Был сара йәш быуынды экологик яҡтан мәҙәниәтле итеп тәрбиәләү, экологик белем таратыу буйынса бик һәйбәт онлайн-проект булып тора.

Башҡортостан - еңеүсе!
Башҡортостан - еңеүсе!

Был сара йәш быуынды экологик яҡтан мәҙәниәтле итеп тәрбиәләү, экологик белем таратыу буйынса бик һәйбәт онлайн-проект булып тора.
2021 йылда диктант ресурстарҙы һаҡлау темаһына арналды һәм урыҫ, инглиз, испан телдәрендә яҙылды. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәре ҡушылды. Ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы I урын алды, диктантты беҙҙә 145 мең 813 кеше яҙҙы. Еңеүселәр һаны буйынса ла алдынғылар рәтендәбеҙ: II урын. 2 мең 680 яҡташыбыҙ I дәрәжә дипломға лайыҡ булған. 60 меңдән ашыу кеше призлы урындар алған.
Бөтә Рәсәй экология диктанты Федерация Советы, Дәүләт Думаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ярҙамында ойошторола.

Э. РӘШИТОВА.

Фото:https://yandex.ru/images/

 

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: