-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2022, 10:10

Лауреаттар билдәләнде

2020 йылда шағирә Факиһа Туғыҙбаеваның тыуған районында махсус премияһы булдырылғайны. Ул башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүҙә, үҫтереүҙә һәм популярлаштырыуҙа ҙур уңыштарға ирешкән, үҫеп килеүсе йәш быуынға патриотик, рухи-әхлаҡи  тәрбиә биреүҙе үҙенең төп бурысы итеп һанаған, балаларҙың күңелендә телһөйәрлек, илһөйәрлек тойғоһон уята алған шәп уҡыусыларға һәм педагогтарға бирелеп килә. 

Лауреаттар билдәләнде
Лауреаттар билдәләнде

Үткән йылдың һөҙөмтәләре буйынса премияға Бүздәктәге 1-се мәктәп уҡыусыһы Ринат Ғәлиев һәм Ҡаңны-Төркәйҙәге "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһы ағзаһы булған Рәйсә Яҡупова лайыҡ булды. Лауреаттарға аҡсалата премия һәм дипломдар тапшырылды.

Фото:https://buzdyak.bashkortostan.ru/presscenter/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: