+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2022, 10:10

Балалар өсөн уйын майҙансығы

Ҡыйғы районында йәшәүсе Вилдан Ҡадиров "Атайсал" проектына ихлас ҡушылған. 

Балалар өсөн уйын майҙансығы
Балалар өсөн уйын майҙансығы

 Үрге Ҡыйғы ауылы егете үҙ аҡсаһына төҙөлөш материалдары һатып алып, балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөгән.

-Яңы биҫтәлә йәшәйбеҙ. Әлегә бында балалар майҙансыҡтары юҡ ине. Шуға ла был эште үҙем башҡарырға ҡарар иттем. Төҙөлөш материалдарының хаҡы 120 меңгә барып баҫты, - ти булдыҡлы эшҡыуар.

Уның был изге башланғысына күршеләре лә ҡушылған. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, бергәләп тырышҡас, ике ай тирәһе ваҡыт үтеү менән биҫтәлә яңы балалар ҡаласығы үҫеп сыҡҡан. Хәҙер унда яҡтылыҡ үткәрәсәктәр, ағастан полиция машинаһы ла эшләп ҡуйырға уйлайҙар.

Изгелекле эштәр ҡылып, балаларға ҡыуаныс бүләк итеүсе ҡыйғыларға: "Афарин!"- тиергә генә ҡала. 

Фото:  vk.com/newsbash

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: