+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2022, 12:58

Милли йәштәр театры саҡыра

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры балаларҙы тамашаға саҡыра.

Милли йәштәр театры саҡыра
Милли йәштәр театры саҡыра

5 март «Я считаю до пяти» әкиәте була. Ҡурҡаҡ Ҡуян Тейен менән дуҫлашырға теләй. Бының өсөн нимә эшләргә? Бәлки, бишкә тиклем һанарға ғына кәрәктер?

6 март Шарль Перроның «Золушка» әкиәте тылсым һәм изгелек донъяһына алып инә.

7 март «Чипполино» әкиәтендә йәшелсә-емештәрҙең һөйләшкәнен, яуызлыҡ менән көрәшкәнен күрерһегеҙ.

8 март көнө Бағдад илендә йәшәүсе Аладдиндың һәм принцесса Будурҙың мажараларын ҡарарға килегеҙ.

Бөтә спектаклдәр ҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Өлкәндәрҙе лә был көндәрҙә күңелле комедиялар көтә. Билеттар театр кассаһында (тел.: +7 (347) 286-59-05) һатыла. Шулай уҡ ошо һылтанма https://teatrnmt.ru/afisha/ аша алып та була.

Фото https://teatrnmt.ru/ алынды.

Милли йәштәр театры саҡыра
Милли йәштәр театры саҡыра
Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: