+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2022, 16:55

Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация

Рәсәйҙең Оборона министры Сергей Шойгу һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡандар, хәрби-иҫәп белгеслегенә һәм һуғыш тәжрибәһенә эйә булғандар мобилизацияланырға тейеш. Хәрби хеҙмәттәге һалдаттар мобилизацияланмай, улар махсус хәрби операция зонаһына ебәрелмәй.

Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация
Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация

Рәсәйҙең мобилизация ресурсы 25 миллионға яҡын кеше тәшкил итә, уларҙың 1 проценттан ашыуырағы (300 мең самаһы) өлөшләтә мобилизацияланырға тейеш. Һаулығы торошо буйынса әрмелә хеҙмәт итә алмағандар саҡырылмай.

"Тәү сиратта 35 йәшкә тиклемге һалдаттар, старшиналар һәм прапорщиктар, 45 йәшкә тиклемге кесе офицерҙар мобилизацияланырға мөмкин",  – тип белдерҙе Дәүләт Думаһының Оборона буйынса комитеты башлығы Андрей Картаполов.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: