-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре" бәйгеһенең май айы ҡатнашыусылары өсөн тауыш биреү тамамланды. Был юлы унда Мәсетле, Дыуан, Әбйәлил райондарынан, Өфөнән 4 ҡыҙ һәм 4 егет көс һынашты.

Конкурсанттарҙың һәр береһе еңеүсе булырлыҡ ине. Шул тиклем уңғандар, әүҙемдәр, һәләтлеләр! Әммә бәйге бәйге инде. Кем күберәк тауыш йыйған – шул еңеүсе.

Шулай итеп, ҡыҙҙар араһында 384 тауыш йыйып,  Әбйәлил районы Яңы Балапан мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы Гөлсибәр Бәйғәҙәмова еңеп сыҡты. Егеттәр араһынан Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы Әмир Ғилметдинов берәүгә лә ал бирмәне. Уға 280 кеше тауыш биргән!

II урынды Дыуан районы Арый мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Заррина Әхмәтғәлина менән Өфөләге 84-се татар гимназияһының V синыф уҡыусыһы Тимур Бикбулатов яуланы.

Ә III урынға Мәсетле районы Һөләймән башланғыс мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Әҙилә Ғарипова һәм Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының I синыф уҡыусыһы Артур Латипов лайыҡ булды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Уларға гәзитебеҙҙең Маҡтау ҡағыҙҙары ебәреләсәк.

 

 

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: