+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ангелина менән Азамат — еңеүселәр!

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең июнь айы еңеүселәре лә билдәле булды.

Был юлы бәйгеселәребеҙ Етегән йондоҙолай етәү генә ине. Ауырғазы, Мәсетле, Ҡыйғы, Бөрйән, Салауат райондарынан һәм Өфөнән дүрт ҡыҙ, өс егет һынау тотто.

Урал батырҙай шәп егет менән Һомайҙай һылыу ҡыҙҙы билдәләүе дуҫтарыбыҙға, моғайын, еңел булмағандыр. Сөнки был конкурста иң уңғандар, иң һәләтлеләр генә ҡатнаша бит.

Каникул булыуға ҡарамаҫтан, бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Егеттәр араһында иң күп тауыш йыйып, Бөрйән районы Байназар ауылы егете Азамат Ҡарағолов ( VIII синыф), ә ҡыҙҙарҙан  Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылынан Ангелина Ибраҡова (VIII синыф) еңеп сыҡты! Улар бәйгенең икенсе этабында ҡатнашыу хоҡуғы ала.

Ә Өфө ҡыҙы Алһыу Шәймәрҙәнова (108-се мәктәптең  VIII синыф уҡыусыһы) II урын яуланы. Алһыуҙан бер тауышҡа ғына ҡалышып, Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы лицейының VI синыф уҡыусыһы Эльвина Иштуғанова III урынға лайыҡ булды.

Егеттәр араһында II урынға Салауат районы Әлкә мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы Камил Камалов сыҡһа, III урынды Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы лицейының II синыф уҡыусыһы Айҙар Хизбуллин эләктерҙе! Ҡотлайбыҙ!

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла «Йәншишмә» гәзитенең Почёт грамотаһы ебәреләсәк.

Ангелина менән Азамат —  еңеүселәр!
Ангелина менән Азамат —  еңеүселәр!
Ангелина менән Азамат — еңеүселәр!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: