+5 °С
Болотло
TelegramVKOK

Тарих биттәре

1925 – 1926 йылдарҙа республикабыҙ ауыл-ҡалаларындағы мәктәптәрҙә тәүге пионер отрядтары менән эшләүгә иғтибар көсәйә төшә. Ошо маҡсатта «Йәш юҡһыл» гәзитендә «Ҡыҙыл галстук» тигән ҡушымта сығарыла башлай. Икенсе төрлө әйткәндә, «Ҡыҙыл галстук» «Йәш төҙөүсе»нең оло туғаны булараҡ сығыш яһай.

1929 йылдың 12 декабрендә партияның Башҡортостан өлкә комитеты балалар өсөн туған телдә гәзит сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә.

1930 йылдың 12 февралендә «Йәш төҙөүсе»нең тәүге һаны сыға. Гәзиттең тәүге мөхәррире шағир Мөхәмәтйәров Хәй була. Гәзит эргәһендә оло һәм кесе йәштәге ижади көстәр туплана. Ғариф Ғүмәр, Мәлих Харис, Ғайнан Әмири, Рәшит Ниғмәти, Мәҡсүт Сөндөклө, Ҡадир Даян, Мостай Кәрим, Ғилемдар Рамазанов, Хәким Ғиләжев, Батыр Вәлид, Мөхөтдин Тажи, Сәғит Агиш, Әкрәм Вәли һәм башҡалар уның әүҙем авторҙары була. Шулай уҡ Муса Ғәли, Рәис Ғабдрахманов, Зәйнәб Биишева, Фәрит Иҫәнғолов, Шәриф Бикҡол, Әнүәр Бикчәнтаев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Фәүзиә Рәхимғолова, Кәтибә Кинйәбулатова һәм тағы бик күптәр барыһы ла «Йәш төҙөүсе»лә сынығыу алған әҙиптәр.

1931 йылда «Йәш төҙөүсе»нең тиражы 10 меңдән артып китә. Гәзит үҙенең йәшәү мәлендә күп файҙалы эштәр башҡара. Уҡыусыларҙың белем кимәлен күтәреүҙә, хеҙмәт күнекмәләрен үҙләштереүҙә мәғариф органдарына ҙур ярҙам күрһәтә. Идея-политик, әхлаҡ, хеҙмәт тәрбиәһе биреү менән бергә, эстетик тәрбиә сараларына ла ҙур иғтибар бүлә. Башҡортостандың күп мәктәптәрендә йәш әҙәбиәтселәр түңәрәктәре ойоштора. Күренекле яҙыусылар уларҙы шефҡа ала. Уҡыусыларҙы халыҡтар дуҫлығы рухында тәрбиәләү буйынса ла күп эштәр эшләнә. Даими рәүештә патриотик темаға арналған, сит илдәрҙәге тиҫтерҙәренең тормошон, көрәшен яҡтыртҡан хәбәрҙәр баҫылып сыға. «Йәш төҙөүсе» йәш ижади көстәргә киң юл асып, башҡорт балалар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыуға булыша.

1941 йыл. «Йәш төҙөүсе»нең тиражы 20 меңгә етә. Бөйөк Ватан һуғышы баш-ланғас, гәзит ҙур мәҡәлә менән сығыш яһай. Унда республика уҡыусыларын дошманды ҡыйратыуға үҙ өлөшөн индерергә саҡыра. Танк һәм самолет төҙөү өсөн тимер-томор йыйыуға Башҡортостан уҡыусылары әүҙем ҡушыла. 28 июн-дә «Йәш төҙөүсе»лә тимер-томор йыйыу барышы хаҡында отчет баҫыла. Был гәзиттең һуғышҡа ҡәҙәре сыҡҡан һуңғы һаны була.

1959 йыл. 1 ғинуарҙан гәзит «Башҡортостан пионеры» исеме менән яңынан сыға башлай. Уның мөхәррире итеп яугир шағир Шәриф Бикҡол билдәләнә. Мәргән, Ишғәле менән Ҡушғәле кеүек геройҙары барлыҡҡа килә. Ошо йылдың 31 майында гәзит «Башҡортостан пионеры» исемендәге поезд буласағын хәбәр итә, уның өсөн 600 тонна металл һынығы йыйырға саҡы-ра. Һөҙөмтәлә, уҡыусылар йыйған металл һыныҡтары иҫәбенә «Башҡортостан пионеры» исемендәге поезд төҙөлә.

Гәзит йәш быуында хеҙмәткә һөйөү ҙә тәрбиәләй. Уҡыусылар уның йорт ҡуяндары, ҡош-ҡорт үҫтереүгә, тәбиғәткә заманса ҡараш булдырыуға өндәгән һәр саҡырыуын күтәреп алалар. «Әлифба», «Ҡыҙыл ҡәнәфер», «Пионер рельстары» операциялары һөҙөмтәһендә 2000 тонналап иҫке ҡағыҙ йыйылып, 1 миллион 800 мең төп емеш-еләк һәм төрлө ағас ултыртыла. Ә Белорет – Шишмә тимер юлы өсөн 53 мең 155 тонна металл һынығы йыйыла.

1971 йылда «Башҡортостан пионеры» республиканың Яҙыусылар союзы менән берлектә йәш ижадсылар өсөн семинар ойоштора. Унда төрлө райондарҙан шиғыр, хикәйә, мәҡәлә яҙған утыҙға яҡын уҡыусы ҡатнаша. Гәзиттә яңы герой – Гөлниса барлыҡҡа килә.

1975 йылғы ҡоролоҡта гәзит «Сәтләүек» операцияһы үткәреп, мал аҙығы әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Сәтләүек йыйыуҙа айырыуса уңғанлыҡ күрһәткән уҡыусылар редакцияның Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

1977 йылда «Башҡортостан пионеры» гәзите призына республика уҡыусылары араһында саңғы ярыштары үткәрелә башлай.

1980 йылда гәзиттең сыға башлауына 50 йыл тулыу уңайы айҡанлы, йәш хәбәрселәрҙең III республика слеты үткәрелә. Ошо йылдың 6 мартында «Башҡортостан пионеры» РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Гәзит уҡыусыларҙы республика, ил, донъя күләмендәге иң мөһим ваҡиғалар менән таныштырып бара. «Киң минең тыуған илкәйем», «Глобус», «Сит илдәрҙәге тиҫтерҙәрең», «Йәш политинформаторға ярҙамға» рубрикалары шуға булыша.

1990 йылда йәш хәбәрселәрҙең IV республика слеты үткәрелә. Ул «Башҡортостан пионеры»ның 60 йыллығына арнала.

1991 йылдан гәзит «Йәншишмә» исеме менән сыға башлай. Ҡатмарлы осорҙа йәш быуынға рухи яҡтан матур, дөрөҫ тәрбиә биреүҙе үҙенең төп эш йүнәлеше итеп ала. Гәзиттә туған телде, үҙ халҡыңдың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә, әҙәп-әхлаҡҡа ҡағылышлы мәҡәләләр күберәк урын ала башлай.

1996 йылда «Йәншишмә» гәзите Башҡортостан Республикаһының Халыҡ мәғарифы министрлығы, Яҙыусылар союзы, «Аманат» журналы менән берлектә республика балаларының «Илһам» әҙәби-ижад семинарын уҙғара.

1999 йылда редакция компьютерлы булды.

2000 йыл. 27 – 28 мартта «Йәншишмә» гәзите йәш хәбәрселәр семинары ойоштора. Унда ҡатнашыусыларға «Йәш хәбәрсе» танытмаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла, тәжрибәле журналистар йәш ижадсыларға файҙалы кәңәштәрен бирә.

12 июлдә гәзиттең 5000-се һаны донъя күрә.

2002 йылда «Йәншишмә» гәзите үҙенең Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһын булдыра. 1000 һум күләмендәге тәүге премия йәш хәбәрсебеҙ, Әбйәлил районы Ишҡол мәктәбенән Айгиз Сафинға бирелә. Артабан да йыл һайын әүҙем яҙышыусы бер йәш хәбәрсегә ул даими тапшырыла килә.

2003 йылдан «Йәншишмә» күп төҫлө булып сыға башлай.