Хыял ҡанаттарын ҡайырып.
Барам тинәненә ҡаршы төшә.
Алам тигәненән айырып.
Кем хатаһыҙ, кемдең йөгө еңел.
Ул бит бары һинең өлөшөң.
Баҡыр услаһаң да, төңөлмә һин,
Балҡыр әле бер саҡ көмөшөң
Ҡартаябыҙ, тип әйтке килмәй,
Ғүмер үрҙәренә менһәк тә.
Үкенмәйек тормош уңманы тип,
Тешләй алмағандай терһәкте.
Эй, ҡыҫҡа ла икән был ғүмеркәй,
Үткәнендә һиҙмәй ҡалабыҙ.
Донъя ҡайсаҡ беҙгә һыртын ҡуя.
Теймәһә лә артыҡ маҙабыҙ.
Күпме тейәһә лә, зарланмайса,
Үҙ йөгөм, тип тарта бирәбеҙ.
Көс-ҡеүәтең генә кәмегәнен,
Һарҡыуҙарға еткәс, һиҙәбеҙ.
Келтер-келтер ҡартлыҡ арба һөйрәй,
Тигеҙ ерендә лә абына.
Яңғыҙ ҡалмаммы, тип ҡартлығымда,
Күңелеңә уйҙар һарыла.
Һәр кем күңелендә йылы өмөт.
Яҡындарың янда булыуы.
Осор ҡанат ҡуйған балаларҙың,
Ҡанат аҫтарына алыуы.
Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.