-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
30 Декабрь 2023, 22:00

Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!

Мөғжизә булыуына мин ныҡ ышанам. Ни өсөнмө?

Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!

Бер көндө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Фәйзрахман ҡыҙы дәрестә көтөлмәгән ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе. Ул: «Ильяс, һөйөнсө! Һиңә «Йәншишмә» гәзит-бүләк бар. Хәҙер йыл буйына рәхәтләнеп гәзит уҡыясаҡһың», – тип әйтмәһенме! Нисек шатланғанымды белһәгеҙ икән?! Вәт, шәп! Улай ғына түгел әле, һеңлеләремә лә уҡыясаҡмын бит! Шуға тиҙерәк Яңы йыл етеүен көтәм. Миңә гәзит-бүләк яҙҙыртыусы Өфөлә йәшәгән яҡташтарым, эшҡыуар Миң­һылыу апай менән Тәлғәт ағай Шакировтарға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Уларға ғаиләбеҙ исеменән һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Үҙемә килгәндә, тырышып тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡыйым. Төрлө район, республика ярыштарында ҡатнашып, көсөмдө һынап ҡарайым. Шунан еңеү ҙә оҙаҡ көттөрмәй. Дәрестән ҡайтҡас, атай-әсәйемә ярҙам итәм. Ғаиләлә – 6 бала. Үҙем иң өлкәне булғас, өйҙәге күп эш – минең яуаплылыҡта. Һеңлеләремде ҡарап ҡына торам. Бергәләп уйнайбыҙ, китаптар уҡыйбыҙ. Мал ҡарайым, уларға һыу эсерәм, кәртә таҙалайым. Яратҡан волейбол секцияһына ла барырға өлгөрәм.
Алла бирһә, «Йәншишмә» гәзите менән дуҫлыҡты нығытасаҡмын, тип уйлап ҡуйҙым әле.

Ильяс ЯНБАЕВ, VII cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.

Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: