+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
3 Август 2023, 16:12

Тыңлауһыҙ төлкө балаһы

Әкиәт

Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы

Борон-борон заманда бик матур Урманиә тигән илдә йәшәгән, ти, Аҫылбикә исемле төлкө балаһы. Ул күп ваҡытын өйҙә бер үҙе үткәргән. Ата-әсәһе эштә булған, ә ағаһы йәнлектәр мәктәбенә йөрөгән. Аҫылбикәне ғаиләлә бөтәһе лә яратҡан, уның көйөнә генә бейеп торғандар. Шуғалыр ҙа ныҡ иркә булған, эш ярат­маған ул.
Төлкө балаһы ялҡаулығы арҡаһында уйынсыҡтарын да үпкәләткән. Нисекме? Уларҙы төрлө ергә ташлап, аяҡ аҫтында ҡалдырып, тапап йөрөгәнгә: «Беҙгә ба­ҫып, имгәтеп тә бөтөрҙөң», – тип уйынсыҡтары илап та алған, ти.
Сыҙар әмәл ҡалмағас, үҙ-ара һөйләшкәндәр ҙә Аҫылбикәне аҡылға ултыртырға булғандар. Уның йоҡларға ятҡанын көткәндәр ҙә карауаты эргәһенә барып ту­ҙышып ятҡандар .Төлкө балаһы иртән тороп, аяҡ аҫтындағы тубына яҙа баҫып, йығылып киткән. Үҙе аяҡтарының ауыртыуына түҙмәйенсә ҡысҡырып илай башлаған. Уның тауышына әсәһе йүгереп килеп еткән. Аҫылбикә тағы ла нығыраҡ ярһыған.
Әсәһе нимә булғанын күреп:
– Бына, ҡыҙым, уйынсыҡтарыңды йыйыштырып ҡуймағас, ошондай күңел­һеҙ хәлгә ҡалдың инде. Аяҡтарыңды ауырттырҙың. Тимәк, уйынсыҡтарың һиңә үпкәләгән, – тигән.
Төлкө балаһы көнө буйы өйҙә генә ултырған, уйнарға сыға алмаған. Уға ныҡ кү­ңелһеҙ булған. Ярай әле хатаһын аңлаған. Иҙәндә ту­ҙып ятҡан уйынсыҡтарынан ғәфү үтенеп, уларҙы йыйыштырып ҡуйған, ти. Шулай яңынан дуҫлашып киткәндәр.
Хәҙер инде Аҫылбикә уйынсыҡтарын ҡәҙерләй белә. Улар һәр ваҡыт йыйыштырылған була. Әсәһен дә гел тыңлап ҡына йөрөй икән.

Гүзәл НИҒӘМӘТЙӘНОВА, III cиныф уҡыусыһы.
Ҡыйғы районы, Иҫке Мөхәмәт мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: