+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
29 Июнь 2023, 17:09

Ҡуян менән Төлкө

Әкиәт

Урманда Ҡуян менән Төлкө йәшәгән, ти. Бик дуҫ булған улар. Һәр береһе үҙ ҡойроғон яратҡан. Төлкөнөкө ерән төҫтә, ти. Ул ем-ем итеп, ялтырап торған. Тик ҡыҫҡа булған икән. Ҡуяндың ҡойроғо мамыҡ кеүек йомшаҡ, һөт кеүек ап-аҡ һәм оҙон булған. Улар икеһе лә маҡтанырға яратҡан, ти.
Бер ваҡыт Төлкө Ҡуянға:
– Ҡуян, миңә «Һылыуҡай» бәйгеһенә ҡойроғоңдо биреп тор әле, – тигән.
– Ярар, – тип ризалашҡан Ҡуян.
Бер көн үткән, ике көн, өс көн... Төлкө ҡойроҡто кире ҡайтарырға уйламаған да.
– Биргән ҡойроғоңдо кире алмаҫһың инде. Мин уны ерән төҫкә матур итеп буяп та алдым. Үпкәләмә, малайҙар һаран булмай инде, – тигән Төлкө.
– Ярар, Төлкө, һинеңсә булһын, – тип яуап­лаған Ҡуян.
Бер ваҡыт Ҡуян урманда йөрөгәндә ап-аҡ, йомшаҡ мамыҡ табып алған. Һөт кеүек аҡ мамыҡтан үҙенә ҡыҫҡа ғына ҡойроҡ эшләп алған, ти.
Шул ваҡыттан бирле Ҡуяндың ҡойроғо – ҡыҫҡа, ә Төлкөнөкө оҙон икән. Вәт!

Самира ҠОТЛӘХМӘТОВА.
Ғафури районы, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: