+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
7 Июнь 2023, 19:52

Ауылымдың аҡ өйҙәре

Пристангә килеп төшкәндә ваҡыт иртә ине әле. Күк йөҙө яңы аҡһыллана башлағайны.

Ауылымдың аҡ өйҙәре
Ауылымдың аҡ өйҙәре

Динис БҮЛӘКОВ

 

АУЫЛЫМДЫҢ АҠ ӨЙҘӘРЕ

 

Хикәйә

 

Пристангә килеп төшкәндә ваҡыт иртә ине әле. Күк йөҙө яңы аҡһыллана башлағайны.

– Ошондай матур йәй уртаһында ялға сыҡҡан кешеләр өсөн юл йөрөгәндә пароходтан да ҡулай нәмә юҡ инде, – тине таксист, багажниктан сумаҙанымды алып биреп. – Һеҙҙең яҡҡа пароход теүәл бер сәғәттән ҡуҙғала, шикелле. Касса ана тегендә...

Шофер ҡулы менән бер ишеккә төртөп күрһәтте, йоҡо баҫҡан күҙҙәренә күн фуражкаһын баҫыбыраҡ кейҙе лә ашығып ҡуҙғалып китте.

«Ысынлап та, ниңә өтөлөп-ҡырылып автобуста ҡайтырға? Йылына бер бирелгән хаҡлы ялыңды ла күп ваҡыт ҡала тротуарҙарын тапай-тапай үткәреп ебәрәһең, – тип уйлап алдым эстән. – Исмаһам, иркенләп, Ағиҙел буйҙарын күрә-күрә барырмын...»

Пассажирҙар залында йоҡомһорап ултырыусылар байтаҡ ине: Кассаға килдем. Баҡһаң, билеттар күптән һатылып бөткән икән. Хатта касса тәҙрәһенә ҡорма тартып уҡ ҡуйғандар.

Төшөнкөлөккә бирелеп шунда бер аҙ тапанып торғас, үҙем дә һиҙмәҫтән йылмайып: «Бына бит, халыҡ белә йәй көнө нимәгә ултырып йөрөргә, ә һин, иҫке ғәҙәт буйынса, автобусҡа ашыҡҡан булғайның», – тип күңелемде йыуаттым.

Шулай ҙа, ятып ҡалғансы атып ҡал, тигән мәҡәлде иҫтә тотоп, «бәхет»те һынап ҡарарға булдым: касса тәҙрәһен шаҡыным. Күп тә үтмәне, ҡорма асылды. Йәш кенә бер ҡыҙҙың башын күрҙем. Уның күҙҙәренән «әйттем бит инде, ниңә ҡат-ҡат борсойһоғоҙ» тигән һүҙҙәрҙе уҡып була ине.

– Һеңлекәш, бер генә билет, Ташморонға тиклем...

– Бөттө шул, – тине ҡыҙ, ҡулдарын йәйеп. – Саҡ ҡына иртәрәк килһәгеҙ... – Ул, хәлемде уртаҡлашырға теләгән кеше һымаҡ, ҡыҙғанып миңә ҡарап ҡуйҙы.

– Ғүмеремдә бер пароходҡа ултырып ҡайтырға булғайным, унда ла барып сыҡманы...

Касса янынан ситкәрәк китергә өлгөрмәнем, ҡыҙ мине кире саҡыртып алды.

– Ағай, һеҙ ҡайҙа ҡайтам тинегеҙ әле?

– Ташморонға. Тыуған ауылым Ташморонға ялға ҡайтып барам.

– Ташморон, Таш-морон... Һм... Ни, ағай, әҙ генә көтөп тороғоҙ әле, мин хәҙер! – Ул, яурынына шәлен бөркәнә һалып, йәһәтләп сығып китте.

Апаруҡ юғалып торғандан һуң ғына ҡыҙыҡай бүлмәлә яңынан күренде. Был юлы миңә яҡын уҡ килеп:

– Дежурныйға инегеҙ әле, ул һеҙҙе көтә, – тип өндәште лә серле генә йылмайҙы. Йөҙөндә ҙур яҡшылыҡ эшләгән кешенекеләй ҡәнәғәтлек билдәһе сағыла ине.

Мин үҙем дә һиҙмәҫтән яурынбаштарымды һелкеттем, «белмәйем, эш сығармы икән» тигән ҡиәфәт менән ишеккә йүнәлдем.

Дежурный тигәндәре оло ғына бер ир кеше икән. Миңә иғтибар итмәй, телефондан әллә кемгә өгөт-нәсихәт уҡыуын дауам итте. Һөйләшеп, бөтөп трубканы һалғас та әле ҡымшанмайынса урынында ҡалды. Ашыҡмай ғына кеҫәһенән ҡулъяулығын алып маңлайындағы тирҙе һөрттө, иҙеүен ысҡындырҙы. Шунда ғына өҫтәл янына уҙҙы. Үҙе шаҡтай ныҡ аҡһай, уң аяғына баҫҡан һайын протезы шығырҙап ҡала.

Мин уның йөҙөнә иғтибар итер булдым. Сәстәре ап-аҡ ине уның, яҫы маңлайына буй-буй һырҙар ятҡан, танауы көмөрәйеберәк тора. Биттәрен ҡара тут баҫҡан. Уйсан, бер үк ваҡытта ҡырыҫ та булған күҙҙәре – бөтә нәмәгә һынаулы ҡарай. Күрәһең, тормош елдәренең барыһын да үҙ йөрәге аша үткәргәндер инде был кеше. Бына ул миңә ҡырын күҙ менән генә ҡарап алды ла:

– Ташморонға барыусы һеҙ булаһығыҙмы? – тип һораны, ҡоро ғына.

– Шулай ине лә, билетҡа өлгөрмәй ҡалдым бит әле. Тыуған яҡтарға күптән, бик күптән ҡайтҡан юҡ. – Мин ишек төбөнән ары үтмәнем. Аптырау ҡатыш, әлеге кешегә ҡараным.

– Ташморонға, тыуған яҡтарға тиһең инде...

Сеү!.. Ҡайҙа һөйләшкәнем бар был кеше менән? Йөҙөндәге ҡайһы бер һыҙаттар ҙа таныш түгелме?

Бына дежурный түш кеҫәһенән күҙлеген алып кейҙе, ул да миңә текләгән килеш, әллә күпме баҫып торҙо.

– Бәй, туҡта-туҡта... – тауышы ҡалтыранып сыҡты, ул бөтөнләй ныҡ аҡһап, ҡулдарымдан килеп тотто... – Һин... һин теге... Фәрит түгелме һуң?

– Эйе, мин шул... ни... Ғәйзулла ағай! – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә-ҡалдым.

– Бына һиңә кәрәк булһа! Осраштыҡ бит, ауылдаш...

– Осраштыҡ...

Икебеҙ ҙә ҡыуанысыбыҙҙан, бер-беребеҙҙең ҡулдарыбыҙҙы ҡыҫҡан килеш, диванға барып ултырҙыҡ. Кассир ҡыҙ ҙа, был тамашаға аптырап, иҙән уртаһында тора. Гүйә, ул беҙҙе юрый ошонда килтереп осраштырған инде – бәхетле йылмая ине.

– Ҡарасы-ҡара... Вәт, мөғжизә... Шулай ҙа мин һине тәүҙәрәк таныным бит әле! – тип Ғәйзулла ағайҙың йөҙө асылды. Ҡарашында уңайһыҙланыу, ғәйеплелек сатҡылары ла сағылып ҡалғандай булды. Быларҙың сәбәптәрен мин, әлбиттә, яҡшы аңлай инем.

– Күрешмәгәнгә хәҙер нисә йыл була инде?

– Ун-ун биш тирәһе...

– Барҙыр Шул... Бына ғүмер! – Ауылдашым ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Йөҙөндәге ҡара туттар ҙа асығыраҡ булып күренә башланы.

– Ғүмер – аҡҡан һыу кеүек, үтә... Ҡасан ғына һин дә тал сыбығын ат итеп атланып йөрөгән малай инең. Хәҙер, ана, ҡалай ир еткәнһең, Фәрит.

Ғәйзулла ағай урынынан торҙо. Аҡһай-аҡһай ишекле-түрле йөрөнө, тамаҡ ҡырҙы. Күҙҙәре ҡапыл осҡонланып китте. Күрәһең, үткәндең күңел өсөн иң-иң яҡын булған берәй хәтирәһе иҫенә төшкәндер. Ләкин ул күҙҙәр... Осҡонланып ҡына китте шул ул күҙҙәр. Күктә атылған йондоҙ кеүек әҙгә генә балҡынылар ҙа ҡабат һүнделәр...

Мин, яйын килтереп, күңелемде осрашҡандан бирле өйкәп торған һорауҙы бирҙем.

– Мәхмүзә еңгәм хәҙер ҡайҙа икән?

Ғәйзулла ағай был исемде ишетеү менән тертләп китте. Миңә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты.

Белмәйем, беҙҙең янға бер ят кеше килеп инмәһә, күпме дауам итер ине икән был көсөргәнешле тынлыҡ. Икебеҙгә лә ҡыйын булып китте. Хәйер, ни хаҡым бар әле бындай һорау бирергә? Мин уға кем, бәлки, иң ауыртҡан яраһына тоҙ һипкәнмендер. Бәлки, ул бөгөнгөһө менән генә йәшәйҙер. Бөгөнгөһө менән генә...

– Ғәйзулла ағай, баржа килде, йөктө ҡайҙа бушатырға? – тине ят кеше. – Беҙҙә урын юҡ, тип әйтеп торҙом, тәки тыңламанылар.

Ошо ваҡыт ауылдашым ҡапыл үҙгәреп китте, йөҙөнә ҡатылыҡ билдәһе сыҡты, хәрәкәттәренә, атлауҙарына элекке ышаныс көсө ҡайтты.

– Их, Фәрит ҡустым, бына шулай инде... Иркенләп ултырып һөйләшергә лә форсат бирмәнеләр, – тине ул. – Аҙыраҡ көтөп ултырып тор, үҙем оҙатырмын. Ә билет яғына ҡайғырма, хәстәрләрбеҙ...

Ғәйзулла ағай шулай тине лә ашығып сығып китте. Мин дә, ваҡыт барлыҡтан файҙаланып, йөрөп килергә була яҡындағы баҡсаға ыңғайланым. Иртәнге һауа һулап туймаҫлыҡ саф ине. Ялбыр тирәктәрҙә ҡоштар сырҡылдашты, ара-тирә улар пырхылдап осоп киткәндә япраҡтарҙағы ысыҡ тамсылары өҫтөмә тыптырлап ҡойолдо. Ә мин, әлеге осрашыу тәьҫиренән һаман айный алмайынса, атланым да атланым. Бая Ғәйзулла ағайға биргән һорауым башымдан сыҡманы. Ысынлап та, ҡайҙа икән хәҙер Мәхмүзә еңгәм? Ниңә һуң әле Ғәйзулла ағай ошо исемде ишетеү менән тотлоғоп ҡалды?

Ғүмер... Ҡыҫҡа булһа ла, иҫтәлектәргә бай ул кеше ғүмере. Берәүҙәргә тормоштоң тигеҙ, иркен юлдары эләгә, ә икенселәр тау-таштарҙы, юлына арҡыры төшкән шырлыҡтарҙы йырып атлай. Шунан тормоштоң йәмен таба улар. Әммә бына шул һуҡмаҡтарҙа аҙашып китеүселәр ҙә осрап ҡуя. Ундайҙар, аҙаҡ дөрөҫ юлға сыҡһалар ҙа, үткәндәре менән генә йәшәйҙәр. Хәтирәләрҙә йыуаныс, кинәнес табалар...

Ғәйзулла ағай тураһында уйланғас, ирекһеҙҙән Мәхмүзә еңгәмде күҙ алдыма баҫтырырға тырыштым. Бөгөнгөләй бына хәтеремдә: бер аҙ сирыша төшкән йөҙ, эсендә ут янһа ла ялҡынын тышҡа сығармаҫ күҙҙәре, һәр саҡ ҡымтылған ирендәр һәм күп эш эшләүҙән бүртеп тороусы ҡатҡыл беләктәре... Былар барыһы ла һуғыш ғәләмәттәре. Ул да үҙ иңендә ҡайғының ҙурын йөкмәп алып сыҡҡан. Тик буй-һынында ғына еңгәмдең ҡатын-ҡыҙҙарға хас һомғоллоғо, һөйкөмлөлөгө һаҡланып ҡалғайны, Хәйер, еңгәмдең йөҙө лә тәү ҡарауҙа ғына бер аҙ йонсоу күренгәндер, яҡынданыраҡ танышһаң, үҙе менән һөйләшһәң, утыҙ йәшлек был ҡатын бөтөнләй икенсе кеше булып күҙ алдына баҫа торғайны.

Малай саҡта күңелгә һеңеп ҡалған бер ваҡиға хәтергә төштө...

Беҙҙең яҡта шулай ул: яҙ-йәй еттеме, бөтә өйҙәрҙе лә тыш яҡтан ағартып ебәрәләр. Муйылдар ап-аҡ сәскә атҡан кеүек, беҙҙең ауылдың өйҙәре лә ялтлап китә.

Йыл һайын күмәк өй бер булып һөйләшәләр ҙә, йәшникле арба егеп, ауылыбыҙҙан утыҙ саҡрым ятҡан Алатауға аҡбалсыҡҡа китәләр. Был инде ауыл халҡы өсөн һабан туйы еткәнсе була торған күңел асыу ғәҙәте ине. Балсыҡты ҡаҙып сығарыу, уны тейәп алып ҡайтыу һәм өйҙәрҙе ағартыу һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа мәжлес, ҡунаҡҡа саҡырышыу менән тамамлана ине.

Был юлы сират Мәхмүзә еңгәмә етте. Ҡатын кешенең яңғыҙына ауыр булыр, тип бер нисә өй аша ғына тороусы Ғәйзулла ағай барырға ниәтләне.

– Ғәрип тиһәң дә, ир кешенең ярҙамы тейер әле, – тине күршеләр.

Ғәйзулла ағай фронттан аяғын өҙҙөрөп ҡайтҡан кеше. Һуғышҡа тиклем медицина институтында уҡыған, тип һөйләйҙәр, һуңынан, 1941 йылдың көҙөнән башлап, фронтта санитар булып йөрөгән. Аяҡһыҙ ҡалғас, өҫтәүенә ауыр контузия ла алғас, төшөнкөлөккә бирелә. Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡандан һуң да күңеле күтәрелмәй, киреһенсә, башын эскегә һала. Уны берҙән-бер көндө ишек алдарында үҫкән ҡайынға аҫылынған еренән саҡ һалдырып ҡалғандар. Шул көндән башлап кешеләр менән аралашмаҫ була башлаған ул, һөйләшмәүсән булып киткән.

– Бөгөн иртән Ғәйзулла йылмайҙы, көн ҡояшлы килер әле, – тип шаяртыусылар ҙа табылған, әлбиттә. Әммә күпселек халыҡ уның күңел ғазаптарын күреп йәлләгән. Ғәйзулла ағай кешеләрҙән бөтөнләй ситләшкән. Ҡанаты киҫелгән бөркөт кеүек йөрөй биргән...

Аҡбалсыҡҡа еңгәм мине лә үҙе менән алды. Бер юлы күберәк тә тейәп ҡайтырбыҙ, тип ике ылау барырға булдыҡ.

– Әйҙә, күреп ҡайт, ҡәйнеш, егет ҡорона тулғас, үҙеңде генә йөрөтөрбөҙ, – тине ул, арҡамдан һөйөп. Еңгәм һәр ваҡыт мине шулай ярата торғайны. Бының серен дә аңлай инем. Мин яу ҡырында ятып ҡалған ағайыма бик ныҡ оҡшағанмын. Әсәйем әйтмешләй, хас Кәрәмәт ағайым, һуйған да ҡаплаған.

Эйе, Кәрәмәт ағайым бик үкенесле һәләк булды.. Дүрт йыл буйы һуғышып йөрөп, дошманды өңөндә туҡмағанда, инде Еңеү көнөн байрам итәбеҙ, тип йөрөгәндә генә үлем ҡағыҙы килеп төштө унан. Еңгәм ана шулай тол ҡалды. Ҡабатлап тормошҡа ла сыҡманы, был турала һүҙ ҙә ҡуҙғалманы. Тик мине генә яйы тура килгәндә яратыр булып китте. Ана шул саҡтарҙа уның күҙҙәренә йәш эркелә, әкрен генә өйгә инә лә, ҙур һандыҡты асып, һарғайып бөткән ҡағыҙҙарҙы ҡутарырға керешә торғайны. Ағайымдан килгән өскөл хаттар ине улар...

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ни, атын тапһаң, ҡамыты юҡ, ҡамыты булһа, арбаһы ватыҡ. Шуларҙы өйберенсә йөрөп йыйыштыра торғас, төш еткерҙек, Алатауға кисләтеп кенә килеп еттек. Аҡбалсыҡты өсәүләп ҡаҙып сығарғансы ҡараңғы ла төштө. Бөгөнгә ҡайтмаҫҡа, ошонда ҡунырға булдыҡ. Ғәйзулла ағай усаҡ яғып ебәрҙе, еңгәм биҙрәләрҙең береһен йыуып, сәй ҡайнатырға элде. Мин тирә-йүндән сыбыҡ-сабыҡ йыйып ташый торҙом, улар мөңгөрҙәшеп нимә тураһындалыр һөйләштеләр. Ара-тирә еңгәм башын сайҡап көлөп ебәрһә, үҙен Ғәйзулланан көнләшеп тә ҡуйҙым.

Йәйге төн. Күктә бәзерәйешеп йондоҙҙар емелдәшә, сауҡалыҡта ҡоштар сырҡылдашты. Ҡайҙалыр яҡында ғына өкө уһылдай ине.

...Еңгәм йәшникле арбаға менеп йоҡларға ятты. Әлеге өкө уһылдауын тыңлай торғас, йоҡоға сумғанмын. Бер ваҡыт ниндәйҙер ят тауышҡа һиҫкәнеп уянып киттем. Ҡараһам, эргәмдәге урын буш... Һыу шикелле ай яҡтыһында бар тирә-яҡ күренеп тора. Арба яғына күҙ төшөрҙөм. Еңгәмдең ярһыған тауышы йәнә ишетелде, күп тә үтмәне, ниндәй ниәт менәндер инде унда барған Ғәйзулла ағай арба өҫтөнән ергә лапылдап барып төштө.

– Һөмһөҙ, ер бит!.. – тип һуҡранды Мәхмүзә еңгәм, бөтә кәүҙәһенә ҡалҡынып. Үҙенең тулҡындай бәүелеп тороусы ҡара толомдары тағатылып иңенә һирпелгәйне.

– Мин кем? Беләһеңме! – тип һыҙланыу ҡатыш айбарланды Ғәйзулла ағай. – Мин... мин утты-һыуҙы кискән кеше.

– Кәрәмәттең хаҡын уйлар инең, битһеҙ...

– Мин... мин фронтта аяғымды ҡалдырып ҡайттым... Һеҙҙең бәхет өсөн... – тип ыңғырашты Ғәйзулла ағай, күрәһең, ергә ҡаты барып төшкәйне, тауышында әрнеү, кәмһенеү, ғәрләнеү яңғыраны.

Еңгәм арбанан төштө лә Ғәйзулла ағайға яҡынлашты. Уның яурынына ҡулын һалды.

– Исмаһам, эсеүеңде ташлар инең, йүнһеҙ! Эш тә табылыр ине үҙеңә, былай эшлектән дә сыҡмаҫ инең.

Тегеһе ниңәлер көсһөҙләнеп, бөршәйеп ҡалғандай булды.

– Мин бит ҡайғымдан эсәм... Мәхмүзә... ҡайғымдан! – тип ҡулын бутап ҡысҡырҙы ул. – Һиңә нәмә?.. Һинең ике аяғың да бар, ә минеке... ҡулдарыма эш бармай!.. Бармай!.. Хәйер, бисәләр ҡайғының ни икәнен аңлай тиһеңме ни ул!

Мәхмүзә еңгәм әкрен генә минең яныма килде. Уяу икәнлегемде күреп, муйынымдан ҡосаҡлап алды ла илап ебәрҙе.

– Уның аяғы юҡ, имеш, шуға ҡайғыра... Шуға эсә... Ә минең Кәрәмәтем... уның кеүектәр бөтөнләй юҡ шул, шуға ҡайғырмайҙар... Быларына бит ошо тормошҡа ҡыуанып, кешеләрсә йәшәргә лә йәшәргә генә кәрәк.

Мәхмүзә еңгәмдең ҡайнар йәштәре беләгемде бешерҙе. Ул бөтә тәне менән ҡалтырана ине.

– Алмалай бешкән сағыңда тол ҡалып ултырыу еңел түгел ул, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәйһе урынға... Күр инде... Ҡайғыны аңламайһың, имеш...

– Эйе, аңламайһың! – тип үҙен-үҙе онотоп ҡысҡырҙы Ғәйзулла ағай. Ул хәҙер ер аҡтарып үкереүсе ярһыу арыҫланды хәтерләтә ине, улай ғына ла түгел, бөтә ғазаптары, ҡан йотторған кисерештәре, хәсрәттәре һәм йөрәктәрҙе телгеләрлек әрнеүҙәре өсөн үс алыусыға нығыраҡ оҡшай ине был минутта. Бөтә асыуын Мәхмүзә еңгәмә төшөрҙө.

– Ыласындың төйәгенә һайыҫҡан менә алғанды кем күргәне бар!.. Әкиәт был... Ҡайғы ана тегендә, – Ғәйзулла ағай ҡултыҡ таяғын төн ҡараңғылығына төртөп күрһәтте. – Ыласындар төйәгендә – фронтта!..

Шул ваҡыт еңгәм йөҙөн ҡаплап урынынан торҙо. Күкрәгенә тағатылып төшкән сәс толомон ҡулы менән артҡа һирпеп ебәрҙе лә бөгөлә-һығыла аттар торған кәбән яғына йүгерҙе. Мин дә, Ғәйзулла ағай ҙа урыныбыҙҙан ҡуҙғалманыҡ. Бер аҙҙан йәшникле арба доңғорҙап эргәбеҙҙән үтеп китте. Уның өҫтөндә аяғүрә тороп алған еңгәм дилбегәһе менән өҙлөкһөҙ һелтәнә-һелтәнә атын ҡыуаланы.

Шул ваҡыт Ғәйзулла ағайҙың:

– Мәхмүзә!.. Мәхмүзә-ә! – тигән ялбарыулы тауышы төнгө һауаны телде. Ул ҡулын һоноп ерҙән күтәрелергә итте, тик булдыра алманы, һыҙланып ҡабат ергә сүгергә мәжбүр булды. Буш арба ҡараңғылыҡ эсенә инеп юғалғайны инде. Уның тауышы дала төпкөлөнән әллә күпме ишетелеп торҙо ла бөтөнләйгә тынды.

Ошо ваҡыт йөрәгемде һағыш тәү тапҡыр һыҙлатты. Тамағыма төйөр ултырҙы, еңгәмде йәберһеткән кешегә булған нәфрәтемдең иге-сиге юҡ ине.

Урынымдан тороп, тирә-яҡҡа ҡараным. Яңғыҙ ҡалған ат ерҙе сапсый, мин генә түгел, ишһеҙ ҡалғас, ул да бошона, күрәһең. Быға тиклем утта ҡыҙған майлы табалай ялтлап торған тулы ай ҙа болоттар артына йәшеренгәйне. Баш осондағы ана шул ҡара болоттар, гүйә:

– Күр инде, еңгәңә ҡалай ҡыҙыҡ яһаныҡ! – тип ялпылдашалар ине.

Түҙмәнем, ат янына ашыҡтым. Башыма сая уй төштө: еңгәмде ҡыуып етергә. Етергә лә, уны ҡыйырһытҡан Ғәйзулланы ҡалдырып, бергәләп ҡайтып китергә...

Ҡыҙыулыҡ менән мин дә атҡа атланып еңгәм артынса ауыл яғына елдерҙем. Тик, бер аҙ барғас, атымды туҡтатырға мәжбүр булдым: Ғәйзулла ағай аяҡһыҙ кеше бит, нисек ҡайтыр һуң? Еңгәм үтә ғорур, ул ҡабат боролоп килмәйәсәк.

Ошо көсһөҙлөгөмдән ғәрләнеп, күҙҙәремә йәш тығылды. Кире боролдом. Мин килгәндә Ғәйзулла ағай ҡултыҡ таяғына таянып баҫып тора ине.

– Ҡыуып етә алманыңмы?

– Юҡ...

Беҙ бер-беребеҙгә һыйынып күбә төбөнә яңынан йоҡларға яттыҡ. Ғәйзулла ағай әкрен генә башымдан һыйпаны. Күрәһең, еңгәм өсөн минән ғәфү үтенеүе булғандыр инде.

Икенсе көндө икәүләп ҡаҙып арбаға аҡбалсыҡ тейәнек тә, ярышлап ултырып, ҡайтырға сыҡтыҡ.

Ғәйзулла ағай әллә күпме һыҙланып килде. Аяғының бөтәшкән яраһы асылғайны, тубыҡтан юғары шуны һыйпаны. Бына ул бөтә кәүҙәһе менән миңә боролоп ултырып аяғын аҡбалсыҡ өҫтөнә һуҙып һалды ла тәмәке төрөп ебәрҙе. Ҡомһоҙланып һурып килә торғас, ҡапылдан ғына:

– Яратам мин уны, – ти ҡуйҙы. Был һүҙҙәрҙең кем тураһында әйтелгәнлеген яҡшы аңлай инем, шунлыҡтан өндәшмәнем. Күҙҙәренә ҡараным һәм ҡурҡып киттем: улар бөтөнләй төҫһөҙләнеп ҡалғайны.

– Йәшәү кешегә бер генә бирелә, ҡустым. Шуны ла кешесә йәшәп ҡалырға яҙмағандыр инде...

Ғәйзулла ағай өмөтһөҙ ҡараштарын миңә төшөрҙө. Һин мине аңлайһыңмы һуң, тигән кеүек ҡарап торҙо ла, оло кешегә кәңәш иткәндәй, ары дауам итте:

– Бына һин, ҡустым, уйлап ҡара. Анауы осоп барған ҡошто ерҙәге сысҡан ҡыуып етә аламы? – Шунан Ғәйзулла ағай үҙенә үҙе үк яуап бирҙе. – Юҡ, мин ана шул сысҡан хәленә ҡалғанмын хәҙер. Ә Мәхмүзә еңгәң...

Ул әллә күпме өндәшмәй барҙы. Шунан ҡапыл ғына телгә килде лә:

– Еңгәң һинең тере ҡуҙ ул! Уны ҡабыҙғандар инде, йөрәгендә ул Кәрәмәт ағайыңдың наҙын һаҡлай. Ә мин? Мин – ғәрип. Минең үҙем ҡорған оям да юҡ. Иҫәр мин, шул тере ҡуҙҙы ауыҙым менән ҡабырға иткәнмен...

Ғәйзулла ағай һөйләгәндәрҙең береһенең дә айышына төшөнә алманым. Әммә эргәмдә ултырып килеүсенең бөтә кәмселектәре, аяныстары һәм фажиғәһе күңелемә яҡын ине.

Беҙ алып ҡайтҡан аҡбалсыҡты халыҡ бер нисә көндә үк таратып алып бөттө. Яңы аҡбалсыҡ менән ағартып ебәргәс, ауыл урамдары бөтөнләй яҡтырып киткәндәй булды. Уларҙың һәр береһенән шатлыҡ нуры эркелде. Тик бер генә йорт етемһерәп, һыланмай-ағартылмай ҡалды. Был йорттоң хужаһы Ғәйзулла ағай бөтөнләй эскегә һабышты. Ул магазин янында ла, урам саттарында ла, өйөндә лә иҫереп аунап ята башланы. Күргән кешеләр күп ваҡыт уны ҡыҙғанып һөйләй торғайнылар. Тәүҙәрәк, йәлләп, өйөнә илтеп ташлар булдылар. Ләкин һуңыраҡ, был хәл үтә йышайғас, ул урамдарҙа ла ятып ҡалғыланы.

Бер көндө беҙгә күрше апай инеп:

– Эй, бисара, Ғәйзулланы тағы күрҙем әле, өйҙәре янында аунап ята, күҙҙәре ҡып-ҡыҙыл, шешенгән, йөҙөндә тере төҫө юҡ, күпкә бармаҫ инде, – тигән хәбәр һалды. Еңгәм уны тыныс ҡына тыңлап ултырҙы ла кейенеп сығып китте.

Тора-бара еңгәм Ғәйзулла ағайҙың етемһерәп ултырған йортона йышыраҡ йөрөнө. Бик һуңлап ҡайтҡылаған саҡтары ла булғыланы. Ғәжәп, шул көндән башлап ауыл халҡы Ғәйзулланың урамда иҫереп ятҡанын күрмәне. Ә бер көндө Мәхмүзә еңгәм беҙ алып ҡайтҡан аҡбалсыҡ менән Ғәйзулла ағайҙың өйөн ағартып ебәргәс, бөтә кеше шаҡ ҡатты.

Ауыл буйлап төрлө хәбәр йөрөнө. Имеш, еңгәм ауырға ҡалған икән дә, хәҙер, ваҡыты килеп етә башлағас, Ғәйзуллаға үҙе барған. Йәнәһе, Мәхмүзәне ен алыштырған, Кәрәмәтен көтә-көтә ҡайғыһынан аҡылға бер төрлөрәк була башлаған икән, тигәндәрен дә ишетергә була ине.

Оҙаҡламай Ғәйзулла ағай ауылдан бөтөнләйгә китте. «Ҡайҙа барыр тиһең, – тине кешеләр, артыҡ иҫтәре китмәй. – Йөрөр ҙә кире ҡайтыр... Бөткән кеше инде ул...» Бер нисә ай үткәс, беҙгә әйтеп тә тормаҫтан, еңгәм дә ситкә сығып китте. Ана шул көндән бирле уларҙың ҡайҙа китеүҙәрен, нисек йәшәүҙәрен асыҡ ҡына белеүсе-күреүсе булманы.

Мин еңгәмде бик тә ярата инем. Ағайыма оҡшатып арҡамдан тупылдатып һөйөүе әле булһа хәтеремдә. Тик ул, күпме көтһәк тә, шул китеүенән һуң кире әйләнеп ҡайтманы. Һуңыраҡ район үҙәгенән ҡайтҡан берәү:

– Мәхмүзә Ташкент яғына сығып киткән икән, Ғәйзуллаһы үлгән, – тигән хәбәр таратҡайны. Әле килеп көтмәгәндә осрашыу...

Үткәндәрҙе уйлап оҙаҡ йөрөнөм мин баҡсала. Уйҙарымдың осона ла, ҡырына ла сығырлыҡ түгел һымаҡ ине. Йылдар үтеү менән онотола барған әлеге ваҡиға ҡайтҡанан яңырып, йөрәгемде һыҡратты. Дөрөҫөрәге, ул минең өсөн әле һаман йомаҡ, шуғамы ирекһеҙҙән тертләтеп ҡуя ине.

Пароход килер ваҡыт етә башлағас, пристангә төштөм. Ғәйзулла ағай һаман юҡ та юҡ.

Ағиҙел өҫтө ҡуйы аҡ томанға төрөнгәйне. Ниңәлер ауылымдың ап-аҡ булып ҡояшта ялтлап ултырған өйҙәре күҙ алдыма килеп баҫты. Әйтерһең, йылға өҫтө беҙҙең Алатауҙан алып килгән аҡбалсыҡ менән ағартылғайны.

Бына Ғәйзулла ағай ҙа аҡһай-аҡһай килеп етте. Йөҙө моңһоу ине. Әллә күпмегә ҡартайып киткәндәй тойҙом мин уны.

– Пароход һуңлай, яр буйлап йөрөп киләйек, – тине ул.

– Ғәйзулла ағай, тыуған яҡтарға ҡайтып килһәгеҙсе! – тинем мин, тынлыҡты боҙоп. Ул күңелһеҙ генә итеп йылмайып ҡуйҙы.

– Эй, Фәрит ҡустым, үҙемдең дә Ташморондо ҡайтып бер күрәһем килә, тик минең юлдарым бикле шул. Ҡайта алмайым...

Ошо ваҡыт ул ҡапыл йәнләнеп китте.

– Әйҙә, әҙерәк ултырып торайыҡ әле.

Беҙ зәңгәрһыу тулҡындарын ярға ҡағыусы Ағиҙел буйындағы таштарға сүгәләнек. Йылға беҙгә шул тиклем яҡын ине, тулҡындарҙың таштарға бәрелеп сайпылып китеүенән барлыҡҡа килгән тамсылар биттәребеҙгә ләйсән ямғырылай булып сәсрәй. Шунан ғына ла күңелгә рәхәтлек тойғоһо тарала.

– Тыуған ауылдың аҡ өйҙәренә минән дә сәләм әйт, – тине Ғәйзулла ағай. – Ғүмеремдән дә артығыраҡ күрәм мин уны, ләкин ҡайта алмайым... Мәхмүзәһеҙ...

Мин ҡапыл:

– Еңгәм... енгәм ҡайҙа? – тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

– Беҙ ошо ҡалала йәшәй башланыҡ... – тип дауам итте Ғәйзулла ағай. – Бик һәйбәт ғүмер иттек. Мин ошо эштә эшләнем. Ике ул үҫтерҙек. Тик... Үткән йыл... мине ысын тормошҡа ҡайтарыусы, күҙҙәремде асыусы Мәхмүзәм...

Ул һөйләй алмай туҡтап ҡалды.

– Эйе, мин яңғыҙ, ләкин йөрәгем уның өсөн, Мәхмүзә өсөн дә тибә, ҡустым, һин... ауылымдың аҡ өйҙәренә... берүк сәләмемде тапшыр инде...

Оҙаҡламай пароход килде. Беҙ хушлаштыҡ. Яңғыҙы баҫып ҡалған Ғәйзулла ағай, беҙ боролошҡа инеп юғалғансы, эшләпәһен болғаны. Тиҙҙән ул да күренмәҫ булды, йылға өҫтөндә тик шыҡыйып осоусы аҡсарлаҡтар ғына өҙлөкһөҙ саңҡылдаша ине...

 

Фото: artageless.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: