+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Повестар
2 Декабрь 2021, 15:12

Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...

Мөнир ҠУНАФИН

Повесть

Бөйөк Ватан һуғышы ауырлығын үҙ йөрәге аша үткәргән үҫмерҙәргә арнайым.

1.

Шыҡһыҙ көҙ, дөрөҫөрәге, 1952 йылдың сыуаҡ, ләкин көй­һөҙ һәм моңһоу авгусы аҙаҡтары ине. Һуғыш тамамланып, ил яйлап аяҡҡа баҫа башлаған көндәр. Сынтимер ағайым, һу­ғыштың бар ауырлығын үҙ елкәһендә татыған күршебеҙ, сараһыҙлыҡтан беҙҙе ошо ҡала ситендәге ике ҡатлы иҫке бинала урынлашҡан интернатҡа килтереп ҡалдырҙы. Беҙҙе, тигәнем – дөм һуҡыр ун дүрт йәшлек Асет апайым менән ун ике йәшлек мин. Үҙем дә һуҡыр, күрмәйем, кәрәкмәгәнде бөтөнләй иғтибар­ға алмайым.

Карауаттар теҙелеп киткән һәм бер нисә ултырғыс, уртала бер өҫтәл булған казарма ише ҙур бүлмәлә беҙ ун һигеҙ малай-шалай йәшәйәсәкбеҙ. Ингән ерҙә оло мейес маһайып ултыра. Әлегә уны яҡмайҙар. Көндәр һыуытҡас, таң менән ҡарауылсы ҡарт килеп ут тоҡандырһа, шуның ялтыр-йолтор килгән яҡтылығында үҙеңде өйҙәге кеүек хис итеп ойоп ятыуҙары бер кинәнес тә, ләкин әлегә...

Апайым – ҡыҙҙар бүлмәһендә. Уның менән ашханаға барғанда ғына күрешәбеҙ. Мин уны еҫенән үк һиҙәм, унан һөт, бына яңы ғына һауылған һөт һәм дә тағы ла, нисек аңлатайым, шулай әйтергә яраһа, бойоҡ һәм күңелһеҙ еҫ килә, саңланып, оҙаҡ ятҡан ҡағыҙҙар, китаптар еҫе килә, мин шуға үҙен тиҙ үк таныйым да ҡулынан тоторға тырышам. Бында мине тәүҙә үк «туҡ-туҡ» килгән тауыш бик шомландырҙы. Һәр кем таяғы менән ҡаҡ иҙәнгә йә штукатуркаһы ҡойолорға торған стенаға туҡ-туҡ тейгән һайын мейемә тондорған кеүек тәьҫир итә. Йоҡлап китһәм дә, һаман шул тауыш башымды туҡылдата, йөрәгемде дөпөлтәтә кеүек ине. Ә инде таныш түгел кешеләрҙең бармаҡ остары менән битте, ҡолаҡты, хатта күҙҙәрҙе, шунан ҡулдарҙы тотоп ҡарауы бигерәк һиҫкәндерә. Унан бигерәк минең яратҡан Асет апайымды шулай тотоп тикшерә башлаһалар, йәнем көйә торғайны. Ул – минең апайым, теймәгеҙ, уны борсомағыҙ әле, тип ҡысҡырғым килә. Тик түҙәм, тыныс ҡына торам. Башҡалар, баҡһаң, беҙҙең менән шулай таныша, шулай тотҡолап, һәрмәп иҫтәрендә ҡалдыралар икән. Ул саҡта быны белмәнем.

Ә бөтөнләй тыумыштан күрмәгән һәм ишетмәгәндәрҙең хәле тағы ла аяныслыраҡ. Улар хатта көн менән төндө бутай, дөрөҫөрәге, улар өсөн яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ төшөнсәһе бөтөнләй юҡ тиерлек. Эргәмдә ятҡан Пашка шундай ине. Миңә ул әҙерәк ишеткән кеүек тә тойола торғайны. Ҡай саҡ шундай хәбәр һалып ҡуя, мин тертләп китәм. Мәҫәлән, килеп бер нисә көн үткәс, ул, ағас үлә, тине. Тышта, беҙҙең йорт янындағы тирәк япраҡ ҡойғанын ишеткәнме, тойғанмы – хайран ҡалырлыҡ. Әйберҙәрҙе аңлаһын өсөн уға тәрбиәселәр ҡулға тотоп аңларлыҡ итеп эшләп, әүәләп тә күрһәтә. Йә балсыҡтан, йә ҡағыҙ-сепрәктән. Шуларҙы һәрмәп, ул аңлай, ипле генә йылмайып та ҡуя. Уның йылмайыуында оло бер сафлыҡ тоям мин. Тышҡа һауа һуларға сығырға булһаҡ, ағас ботағын тотторалар, һәм ул аңлай ҙа кейенергә тотона. Ҡалаҡ һуҙһаҡ – ашарға, мендәренә ҡағылдырһаҡ, йоҡларға икәнен аңлай. Ул нисектер үҙ тормошонан ҡәнәғәт, һис тә һыҙланмай, тыныс ҡына көнөн, төнөн үткәрә. Һуҡырҙар бүлмә, интернат, йәғни бушлыҡ эсендә генә түгел, ваҡыт хакимлығында ла йәшәй, аңлай алһын өсөн бүлмә башындағы тумбочкалағы йәшниккә иғтибар бирергә кәрәк. Әйтәйек, унда тимер шар йә торба ятһа, тимәк, дүшәмбе, аҙна башы. Ағастан берәй шаҡмаҡ һалынһа, шаршамбы тирәһе. Иң рәхәте, иң наҙлыһы мамыҡтан бәйләнгән бейәләй, ул ял йә байрам көндәрен белдерә.

Тәртип бик ҡаты ҡуйылған бында. Тәрбиәселәрҙең рөхсәтенән тыш бүлмәнән сығыу түгел, форточка ла асырға ярамай. Коридор осондағы ашханаға барғанда бер-беребеҙгә тотоношоп ҡына йөрөргә тейешбеҙ. Йәғни бер бүлмәнән гел шулай сығабыҙ, беҙгә икенселәр тағыла, шулай утыҙҙан ашыу һуҡырҙарҙан тор­ған тере сылбыр барлыҡҡа килә. Мин шул саҡта Асеттың ҡулын эҙләйем, нисек тә уның янында булырға тырышам. Бер шулай малайҙар сылбырынан ысҡынып, апайымдың ҡулын эҙләргә тотонғайным, өлкән тәрбиәсе Хәмиҙә Малик ҡыҙы, һарыҡ, ҡайҙа арҡыры китеп бараһың, тип әсе итеп ҡысҡырҙы ла башыма таяҡ менән килтереп һуҡты. Ауыртыуҙан хатта сүкәйә төштөм. Минең ыңғырашыуымды аңғарып, яныма Асет апайым эйелгәйне, уға таяҡ менән һуҡмаһа ла, ҡулынан ҡапыл тартып, башҡалар янына алып барып ҡуйғас, ул ныҡ ҡурҡ­ты. Мин быны тын алышынан той­ҙом. Ул хатта тын ала алмай ҙа торҙо шикелле. Һуңынан тын алышында әсе һыҙғырыу ишетелде. Әсәйем туҡмағанда ла ул шулай ҡурҡа ине. Шул сағында апайымдың тыны ҡыҫыла торғайны.

Һуҡырҙар донъяһы булһынмы, иҫәрҙәр йортомо йә аҡыллылар илеме, ҡайҙа ла өйөр менән көслөләр идара итә. Бында килеп урынлашыуҙың икенсе аҙнаһында үк мин быға төшөндөм.Карауатымда тыныс ҡына интернат тормошон тыңлап, аңдып ултырғанымда кемдер яныма килеп баҫҡанын тойҙом.

– Тор, минең арттан атла, Атаман саҡыра, – тигән тауышынан Сулаҡ Ғимайҙы таныным. Ул – осло танаулы, бер күҙен ҡара сепрәк менән ҡаплап йөрөгән, ысынлап та, сулаҡ, әрпеш бер малай. Үҙе һонтор, минән ике башҡа оҙон. Атамандың ялсыһы. Ул ҡулдан тотманы, ә таяғы осона тотондорҙо. «Аяҡ аҫтыңды ҡарап атла», – тип иҫкәртергә лә онотманы. Коридорға сыҡҡас, Асет апайымдың беҙҙе көтөп торғанын уның тын алышынан тойҙом. Күрәһең, уны ла саҡырған Сулаҡ.

– Тотон малайға, – тине лә Ғимай беҙҙе подвалға алып төшөп китте.

Бында еүеш һауа танауға килеп бәрелде. Йыһаз юҡ тиерлек. Шулай ҙа өҫтәл янына алып килде теге әрпеш. Моронло сәйнүк булды, шикелле, шуны күтәреп ғолт-ғолт килеп һыу эсте лә, алып төштөм, Атаман, тип хәбәр һалды. Пружиналы иҫке тимер карауат шығырлап маташты (тимәк, уға таҡта һалынған, тип уйлап алам), кемдер торҙомо әллә, киреһенсә, яттымы – асыҡ аңлашылып етмәне. Баҙлауыҡлы ғына яҡтылыҡ бар ине, тимәк, шәм янған, эйе, кәрәсин еҫе лә һиҙелгәндәй ине шул.

– Аяҡ тауыштары хәбәр итте. Аңланым. Сулаҡ, һин нимә күрәһең – төшөндөр, – тине ҡарлыҡҡан тауыш. Уның сепрәк ҡап­ламаған һул яҡ күҙе әҙерәк күрә ине. Ә уң яҡтағыһы төптән үк юҡ, хәҙер уныһын тире үреп ҡаплаған да һымаҡ. Әйтеүҙәренсә, ағаһы, хәҙер мәрхүмме икән, баҙарҙа ҡустыһының уң күҙен кәрттә отторған. Бысаҡ менән соҡоп алғанда һулаҡайы ла зыян күргән, шуға насар күрә, тиҙәр. Бәлки, дөрөҫ тә хәбәр түгелдер. Сулаҡ үҙе бик алдаҡсы заттан, юҡ, алдаҡсы түгел, ә хыялға байҙар сафынан, шуға шыттырып та ебәрәлер. Ағаһынан һораған инем, штрафбатта маңлайына пуля сәпәгәндәр, ти. Мин былар тура­һында һуңынан ғына беләсәкмен. Ошо подвалда Атамандың йәшерен апартаменты булыуы ла әле миңә яңылыҡ. Отбойҙан һуң йә буш ваҡыт булыу менән уның һәм Сулаҡтың ҡапыл ғына юҡҡа сығыу ғәҙәте бар ине шул. Ә беҙ, тыңлаусан халыҡ, тәрбиәселәр рөхсәтенән тыш бер аҙым ситкә сыҡмайбыҙ. Тимәк, теге икәү бында аулаҡ оя тапҡан. Һуғыш осоронда был ҡыҫыҡ бүлмәлә йәшелсә-емеш һаҡланғанмы, тоҙло балыҡмы – «татлы» еҫ бар стена-иҙәндәргә һеңгәндер. Килеп ингәс тә уҡшытырлыҡ тәмдән баш әйләнеп китә.

– Бер помидор ҙа бер ҡыяр алып килдем, – тине Сулаҡ, өҫтәлгә таянып.

Атаман яуаптан ҡәнәғәт булманы, әллә беҙҙе өркөтөргә булдымы, ҡапыл әсе итеп ҡысҡырып ебәрҙе: «Уныһын мин үҙем дә беләм! – Шунан тынысланып. – Помидорын тотҡолап ҡара, серек түгелме?»

– Серек булырға, өлгөрмәгән дә әле, – Сулаҡ йәмһеҙ итеп хихылдаған булды.

– Ә ҡыяры?

– Бармаҡ ҡалынлыҡ.Атаман өҫтәл янына яҡынлашты, икебеҙҙең дә битте, ҡулды тотоп ҡараны. Асеттең тын алышы йышайҙы, шулай ҙа ул ҡаршылашмай ғына торҙо. Күрәһең, Атаман ҡулын улай уҡ йүгәнһеҙ тотмағандыр. Минең битте һыйпап, күҙгә бармаҡтарын батыра башлағас, түҙмәй тегенең ҡулдарын алып ташланым. Был оҙаҡ минең алда баҫып торҙо, күрәһең, үҙенең һуҡыр ҡарашы менән минең күҙгә ҡарап нимәлер табырға тырышты. Минең күҙҙәремә ауыр булып китте, хатта улар һыҙларға тотондо. Һытылып китәме күҙ шарҙарым, тип башымды һелкеп алдым хатта. Атаман телгә килде:

– Ҡыяр тигәнең боросҡа оҡшаған түгелме?– Юҡ, тоҙо ла, әсеһе лә юҡ. Бар икән, иләктән һарҡытырбыҙ, – Сулаҡ, һәр ваҡыттағыса, ярам­һаҡланды. Атаман тағы апайым эргәһенә килде.– Исемең нисек?

– Асет, – апайым нисектер үҙен тыныс тотто, яуабы ла шуға асыҡ ишетелде. Мин хатта аптырап киттем. Ғәҙәттә, бындай хәлдәр­ҙә тыны ҡыҫылып, ул телһеҙ ҡала торғайны. Атаман көлөмһөрәне:

– Нисе-ек? Ас эт. Нимә, һөйәк ырғытмайҙармы ни? – Сулаҡ аҡырып көлөп ебәрҙе. Мин түҙмәнем:

– Унда һинең ни эшең бар? – тинем ыҫылдап. Ә апайым тыныс ҡына

:– Эйе. Ырғытмайҙар. Бында һәйбәт ашаталар, тигәйнеләр... – тип ҡуйҙы. Ә ысынында апайым минең бик сибәр. Тулҡынланып киткән ҡара сәстәре ап-аҡ йөҙөнә килешле генә. Йәтеш танауы йылмайырға әҙер генә торған ирененә бер биҙәк. Тик ул ябыҡ һәм күҙҙәре йәмһеҙ, икеһе ике яҡҡа ҡарап торған төҫлө, һәм береһендә йәш бөртөгөндәй йәшел бер тап бар.

– Сулаҡ, тот әле. – Ҡапыл Сулаҡ ҡулдарымды шаҡарып арттан тотоп алды ла алға эйҙерә биреп, Атаман алдына килтерҙе. – Был ҡотороҡто нисек атарға? Исемең нисек?

Сулаҡтан ысҡынырға маташтым, тик уның оҙон нәҙек бармаҡтары ҡулдарыма ныҡ «ҡаҙал­ғайны». Шулай ҙа:

– Ә һин кем әле, минән һорау алырға? – тип аҡырҙым. Йәнем ныҡ көйә башлағайны. Бер аҙ тынлыҡ урынлашты. Атаман яңынан карауатҡа барып ултырҙымы, таҡталарҙың шығырлаған тауышы ишетелде.

– Танышты-ыҡ, – тип һуҙҙы үҙе. – Сулаҡ, помидорҙы илтеп ҡуй, ә ҡыяр ҡалһын, танытайым кем икәнде.

Сулаҡ мине ебәрҙе лә тағы өҫтәлгә таянып:

– Ҡалһын бында. Уға барыбер, күрмәй бит, – тине.

– Сығар, тиҙәр. Һыҙланыу күҙҙәр аша ғына килмәй... Йөрәк, күңел, мейе аша ла килә. Күпме тылҡырға була, ә?

Сулаҡ апайымды етәкләп сығара башланы. Асет бер аҙ ҡарышып маташты. Мин дә уның ҡулына барып йәбештем. Сулаҡ мине тартып алды ла өҫтәл яғына табан ныҡ итеп этеп ебәрҙе. Уның янында ауыр ағас ултырғыс торған икән, мин уға атланып, тәкмәсләп барып төштөм. Сулаҡ апайымды һөйрәп тигәндәй алып сыҡты ла бер нисә минуттан яңынан килде.

– Бар, хәҙер һинең кәрәгең юҡ. Сыҡ, – тине уға Атаман.

– Нисек, Атаман?

– Кәрәгең бөттө, и всё.

– Мин әҙерәк булһа ла күрәм бит әле. Кәрәгем тейәсәк... тик аҙаҡ үкенмә.

– Һин ҡурҡаҡ. Күҙле ҡурҡаҡтар кәрәкмәй миңә. Улар икеләтә ҡурҡыныс. Мин бына алмашты үҙемә серек ҡыярҙан әҙерләргә булдым. – Атамандың яғамдан ялмап тотоп алғанын һиҙмәй ҙә ҡалдым. Уң ҡулы менән яңағыма тондорғайны, башым әйләнеп, быуынһыҙ ҡалдым. Битте ҡаплап сүкәйә төштөм, тик Атамандың ҡулы ҡаты ине, ул яңынан аяҡҡа баҫтырҙы ла эсемә һуҡты. Бөтөнләй ҡаушап төштөм. Үҙе мине ҡулынан ебәрмәй һөйләнеүен белде. – Тик әле ул минең кем икәнде белмәй. Белмә-әй. – Шунан Сулаҡҡа ҡысҡырып ебәрҙе.

– Сыҡ, тиҙәр. Хәҙер һиңә лә тамыҙам.

Ишек асып ябылған тауыш ишетелде. Сулаҡ та китте. Хәҙер яңғыҙымды үлтерәсәк бит был, тип дер ҡалтырап торам. Шул ваҡыт мин Атамандың һиҙгерлегенә аптыраным. Ул мине ысҡындырҙы ла бөтөнләй сәйер тауыш менән һүҙ башланы.

– Һин әле мине белмәйһең. Мин – һинең Аллаң, белдеңме? – Уның яйлап ҡына ситкә, ишек яғына табан атлағанын шәйләгәндәй булдым. Яғаларымды рәтләп, бер аҙ тын алдым, ә ул шомло тауышы менән һөйләнеүен белде. – Мин донъяла нимә барғанын, нисек барғанын, ҡайҙа барғанын белеп, тойоп торам. Мине алдап булмай. Мин – Алла.

– Һин Алла менән бик шаярма әле, – тигән булдым, танауымды тартып.

Ул мине ишетмәне лә, әллә ишетмәмешкә һалышты.

– Мин ете ҡат ер аҫтындағы йылан көйшәгәнен дә ишетәм. Ана, күрәһеңме, ана, тояһыңмы, ишек ярығынан бер тараҡан сығып килә. Ышаныслы баҫып килә, хатта маһая биреп килә. Ишетәһеңме, ул нимә ти. «Ой, мин яратҡан хәшәрәттәр, ой, мин үҙ иткән бысраҡтар бар был бүлмәлә», – ти. Ана, ана мыйығын уйната, – ул ишеккә яҡыныраҡ килде, буғай, тартып ҡараны. Шунан инде минең яҡҡа боролоп:

– Һинең исемең нисек әле, ҡыяр? – тине.

– Мин ҡыяр түгел.– Һин – ҡыяр. Тик һин хәшәрәт түгел. Мин – Алла. Кем бында сволочь? – ҡапыл кемгәлер ныҡ итеп типкән тауыш ишетелде. Уңарса булмай, Сулаҡтың: «За что?» – тип ыңғырашҡаны ишетелде.

– Мине алдап булмай, Сулаҡ, сыҡ, тинем түгелме ни?

Ҡара, ысынлап та, яуыз, бая сыҡҡан булып яңынан ингән Ғимай. Ҡалай ышанысһыҙ икән.

Ғимайҙың бында икәнен нисек шәйләгән Атаман? Хатта күҙһеҙ килеш ҡайҙа сүкәйеп ултырыуына тиклем тойған бит әле.

– Ни өсөн, Атаман? – Сулаҡ иламһыраны.

– Тоғро хеҙмәт өсөн. Сыҡ, тигәс, сыҡ. – Сулаҡ сығып китте. Хатта ишектең теге яғында әсе итеп һүгенгәне ишетелде.

Атаман карауатҡа барып ултырҙы.

– Ултыр янға, Ҡыяр.

– Һуңғы тапҡыр ҡабатлайым, мин Ҡыяр түгел.

– Ә кем?

– Аҡмал.

– Шәп исем. – Тамаҡ ҡырып алды Атаман. – Һин минән ҡурҡма, мин Аллаһ түгел.

Сталин да түгел.

– Мин ҡурҡмайым.

– Кемдән?

– Нисек кемдән, һинән.

– Ә Алланан? Ә Сталин бабай­ҙан. Ҡурҡаһыңмы?

– Белмәйем, – тинем. Ысынлап та, белмәй инем. Беҙҙең өйҙә Алла тураһында һөйләгәндәре лә булманы, ә Сталинды, киреһенсә, бөтәһе лә маҡтай, атай урынына күрә. Шуға унан нимә тип ҡурҡырға. Ә Атамандың үҙенән әҙерәк шөрләй инем, шикелле.

– Ҡурҡырға кәрәк. Ҡурҡаһың икән, тимәк, һанлайһың, уважаешь. Аллаһ уға лайыҡ. Сталин да. Ул – беҙҙең атабыҙ.

Атамандың һүҙ бутҡаһы мине ялҡытып та китте, унан бигерәк уның һөйләү стиле, нисектер баҫым яһап, төрттөрөп һөйләүе теңкәмә тейә башлағайны. «Мин киттем», – тип ҡуҙғала башланым.

Атаман тағы ла ярһып китте.

– Тороп тор. Һин нишләп донъя­ны алдап йөрөйһөң? Бар донъяны. – Мин терт итеп ҡалдым. Уның ҡулына нимәлер алып, сырт иттергән тауышын ишеттем.– Минең ҡулда нимә, әйт әле?

– Белмәйем. Мин күрмәйем. – Ҡапыл тауышымдың үҙгәреп киткәнен үҙем дә тойҙом. Шулай ҙа тиҙ үк ҡаршы әйтергә көс таптым. – Нимә башымды ҡатыраһың, мин барыбер һинән ҡурҡ­майым.

– Минең ҡулда нимә, әйт, тим. Һуңғы тапҡыр ҡабатлайым, ни­мә? – Атаман ныҡышты, миңә табан килә башланы.

– Белмәйем, тим!

– Ә ишетәһеңме, сырт иткәнен ишетәһеңме?

– Ишеттем. Зажигалка инде, утҡабыҙғыс, шунан? – аптырап шулай тип яуаплайым.

– Трофей ул. Һуғыштан ҡайтҡан байлыҡ. Ә мин уның янғанын ишетәм. Ялҡындың һөйләшкә­нен ишетәм. Ул ут нимә тип яна, беләһеңме? Ошо бүлмәләге алдаҡ һауаны ашап бөтәм хәҙер, тей. Һин дә тыңла әле. Уның да теле, күҙе бар. Тыңлайһыңмы? Ут тик хаҡлыҡты һөйләй, ниңә бар донъя­ны алдайһың һин, Аҡма-ал, ти ут.ң

– Улай тимәне ул.

– Ә нимә тей?

– Минең ҡояш булғым килә, тей. – Был яуабымды көтмәне шикелле ул. Бер ни әйтә алмай туҡтап ҡалды. Аптырағас: «Ҡо­яш? Ҡыҙыҡ», – тигән булды. Бүлмәне тағы тынлыҡ баҫты. Шунан Аҡмал тағы карауаты эргәһенә барҙы ла таяғын тотоп алды. Туҡ-туҡ килеп өҫтәлгә яҡынлашты.

– Аҡмал, нимә тип килдең был интернатҡа? Һинең урының баш­ҡа ерҙә, – тип тә әйтте. Мин нимә тип яуап бирергә лә белмәй тора бирҙем. Шулай ҙа:

– Һуҡыр булғанға, – тигән булдым.

– Алдама. Һуҡырҙар икмәге эсеңә теймәҫме икән? – тигәс, мин, ысынлап та, унан ҡурҡа башланым. Ул мин һәм Асет апайым ғына белгән серҙе хәҙер асыр ҙа бөтөнләй мине ыштан­һыҙ ҡалдырасаҡ, тип уйланым һәм тағы ла, был юлы ҡәтғи рәүеш:

– Мин киттем, – тинем.

Атаман көлөмһөрәгән булды.

– Бәҙрәфкәме ни? Туҡта. Нишләп минең исемде һорамайһың.

– Нимәгә кәрәк ул. Тарзан йә Мауглиҙыр.

– Дөрөҫ уйлайһың, молодчина. Фред мин. Эт исеме ул. Атайым шулай ҡушҡан. Һуғыштан бер мәрйәне алып ҡайтты ла мин артыҡ булып киттем. Ҡайһы берҙә хатта, Фриц, тип ебәрә ине әле. – Хәбәренә ышанмаһам да, шулай ҙа уны бер аҙ йәлләп ҡуйҙым. Унан бигерәк, был хайуандың да атаһы булған, шәхси тормош менән йәшәгән дә икән, тип аптырандым.

– Нишләп Фриц?

– Насарлыҡтар ҡылһам. Эт урынына күргәнгә. Ә мулла ҡуш­ҡан исемем – Кәрим. Һуҡырлыҡ тыумыштан уҡ килмәй. Яҡты донъяны мин дә күрҙем. Һинең һымаҡ. – Тағы һағайҙым. Мин үҙем тураһында бер ни ҙә әйтмәнем дә. Бәлки, мин тыумыштан һуҡырҙыр. – Яҙын ағыулы башаҡ ашап ҡына шулай булдым. Дөрөҫөрәге, үлемдән ҡалғанмын. Шул йылды әсәй ҙә үлде… Миндәй йөк атайға кәрәкмәй ине, бында алып килеп ташланы.

Йәнә бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Минең дә яҙмыш шул сама ла бит. Тик ул турала был яуыз әҙәм менән бөтөнләй һөйләшкем килмәй. Улай ғына түгел, уның менән бер бүлмәлә тороу минең өсөн оло яза.

– Ә мин ысынлап Маугли бит ул. Бүреләр араһында йәшәйем. Һин дә күрерһең. Тормошта, был донъяла беҙҙе бүреләр уратып алған. Уны күрер өсөн маңлай күҙе кәрәкмәй. Тәрбиәсе Хәмиҙә Маликовна көн һайын беҙгә ти­гән майҙы, икмәкте урлай. Бахырҡай­ҙарым, тип баштан һыйпаған була. Үҙе – комсомолка. Булған.

– Әйттең хәбәр, беҙҙә ярты ауыл – комсомол, – тинем. Уға ҡаршы һүҙ әйтеп, нисек тә туҡтатҡым килә.

– Ул – утыҙ һигеҙҙә атаһынан баш тартҡан комсомолка. Халыҡ дошманы, тип. Ундайҙар бармы?

– Белмәйем.

– Ә директор бөтөнләй хәшәрәт. Эшкә беҙҙе кәмһетер өсөн генә килә. Һылыу Гәүһәрҙе бөтөнләй мәсхәрәләй. Күрерһең. Бөтәһе лә быны белә, тик бер кем дә өндәшмәй. Атайың һу­ғышта булғанмы?

– Хәбәрһеҙ юғалған. Әсәй шул ҡайғынан эсеп киткән..– Быныһы, бәлки, бәхетеңдер. Директор һуғышта батырҙарса һуғышҡан яугирҙарҙың балаларын яратмай, нишләптер. Аңлауымса, үҙе һуғышта булған да шикелле. Иң ҡурҡынысы – Сулаҡ.

– Сулаҡ? Тоғро яраның?– Атамандың һөйләгәндәре мине аптырауға ғына түгел, хафаға һала. Ярай, уның һөйләгәндәре дөрөҫ тә булһын, ти, мин уныһына бик ғәжәпләнмәйем дә хатта. Шул хәлдәрҙе уның ауыҙынан ишетеүемә көйәм. Атаман мине тикшерәме, әллә үҙенә яҡынайтып, «шестёрка» эшләп алмаҡсымы – ана шул аңлайышһыҙ һорау мине тағы ла нығыраҡ ҡурҡыта. Ә ул тыныс ҡына һөйләүен дауам итә, суҡынғыр.

– Эйе. Һин уның арҡаңа ҡасан бысаҡ килтереп ҡаҙарын бел­мәйһең. Алла үҙен башҡалар ғибрәт алһын өсөн тыуҙырған, ул һатлыҡ йән дә була ала, тоғро дуҫ та, кәкре ҡайын да, ҡортло алма ла, һин дә, мин дә була ала. Хатта һуҡыр ҙа, күҙле лә.

Мин түҙмәнем:

– Ә быларҙың барыһын да ниңә миңә һөйләйһең әле? – тип аҡырып ебәрҙем. Фред-Кәрим тауыш күтәреүгә аптыраманы, тыныс ҡына:

– Асетты һаҡла. Директор уға ла йәбешә башлаясаҡ бына, – тине.

– Пошёл! – мин нишләптер ярһыным. – Ә бына мин һинең әйткәндәргә ышанмайым. Һин үҙең көсһөҙ, шуға алдашаһың. Маугли түгел һин, уның бүреләре лә кеше кеүек, ә һинеке…

– Ҡыҙыҡ, шундай ҡот осҡос хәбәрҙәр менән нисек алдаш­маҡ кәрәк? Бел! Бел, мин һәр кемдең тын алышын, ни уйлағанын беләм, башҡалар белмәгәнде лә.

– Ну, шыттыраһың, әй! – мин көлөмһөрәгән булдым. Ә үҙемдең йөрәк дөп-дөп тибә башланы.

– Аҡмал, миңә ҡара әле. Ҡара, йөҙөмә ҡара. – Мин уның яғына нисек тә ҡарамаҫҡа тырышам. Тик нишләптер килеп сыҡмай. Шунан аптырап һаҡ ҡына уға бағам. – Мин һинең ҡарашыңды тоям. Тоям! Ниңә йәшерәһең ҡарашыңды? Бына бит... мин бөтәһен дә беләм. Һинең күҙҙәрең, һинең күҙҙәрең... күрә. Күрә! Шулай бит!

Ярһыуым тышҡа бәреп сыҡты, йүгереп килеп, Атаманды этеп ебәрҙем.

– Күрмәй. Һинеке лә күрмәй! Минеке лә күрмәй! Беҙ барыбыҙ ҙа һуҡыр. – Һәм ҡапыл үҙем дә һиҙмәҫтән аҡырып илап ебәр­ҙем. Атаман туҡылдап килеп ми­не тапты ла яныма ултырҙы. Шунан уң ҡулын елкәмә һалды. Мин унан ҡурҡманым да.

– Ҡорос ҡаҙаҡты әрәм итеп серек таҡтаға ҡаҡма, Аҡмал, ҡап­ҡаларың емерек. Илама ла. Беҙҙең күҙҙән барыбер йәш сыҡмай. Һуҡыр булып ҡыланма ла.

– Һыҡһаң, сыға ул, – тип илам­һыраным.

– Әйттең һүҙ, һыҡһаң, ҡан да сыға ул. Тик ағыр йәштәр ағып бөткән инде. Йә, Аҡмал, өндәш, ниндәй елдәр ташланы бында? Апайымдан ҡалмайым, тип итәгенә йәбешеп килдеңме, маңҡа? – Минең күҙ шар булды. Нисек ул барыһын да белә һуң? – Нимә, тамаҡ һыйы өсөн, йылы бутҡа ашайым, тип ҡояшлы донъяңды ҡараңғылыҡҡа алмаштырырға булдыңмы?

Минең бында һис кенә лә килгем килмәне. Ысынлап. Һуҡыр­ҙар араһына бигерәк тә. Донъя былай ҙа ҡараңғы. Әсәйем һуғыш бөткәс, бөтөнләй аҡылдан шашты. Атайымды үлеп яратҡан. Ә ул хәбәрһеҙ юғалды. Хәҙер ҡайтыр, тип көттө. Төн уртаһында беҙҙе сығарып, ҡапҡа астыра торғайны. Атайың ҡайтыр ҙа инә алмай торор, тип. Баҙға бикләп, аҙналар буйы ҡайтмай торғайны. Сынтимер ағай нишләргә белмәй ошо интернатты белешеп ҡайтты. Мине бер ай һуҡыр кеше булып атларға, тоторға өйрәтте. Асет апайыма ҡарайым да күҙемде йомоп атлайым. Аҙаҡ үҙем дә ышана башланым. Хатта күпселек ваҡыт күҙемде йомоп йөрөр инем. Был подвалға төшкәс, мин бер тапҡыр ҙа күҙемде асып ҡараманым. Яңаҡҡа тондорғанда ғына сараһыҙлыҡтан асылғайны, тиҙ генә йома һалдым. Мин хатта Сулаҡтың яңынан инеп ултырғанын да белмәнем дә, күрмәнем дә. Күҙле килеш үҙ теләгең менән һуҡыр булып йөрөүе икеләтә ҡыйын икәнен улар белмәйҙер әле. Сынтимер ағайҙың ай ярым бу­йы, һин – һуҡыр, һин – һуҡыр, тип тылҡыуы, бына мейемдә һаман сыңлап тора. Һин ҡасабала ҡал­һаң, астан үләһең. Ә интернатта Асет апайыңды кем ҡарай, ул унда һине һағынып үләсәк, тине.

– Атай һуғышта ятып ҡалды, әсәй үлде. Шуға бында килдек, – тинем.Үткәндәремде кисереп алдым да. – Һин, Атаман, бел: күҙленең дә, һуҡырҙың да бутҡа ашағыһы килгән саҡтары була, – тип өҫтәнем. Атаман ҡыҙарып, бүртеп, баяғынан да яманыраҡ ҡыҙып китте.

– Етәр! Белгәнеңде беләгемә элдем, ергә күмдем. Үҙеңә етмәгән аҡылды кешегә өйрәтмә. Тамаҡ хаҡы өсөн һуҡыр булып йөрөсө әле. Белгең килһә, һин беҙҙе, һуҡырҙарҙы, түбәнһетә­һең. Беҙҙең дә ғорурлыҡ бар. Ниндәйҙер еңел тормош эҙләп, һуҡырҙар араһына килеп инсе әле. Маңҡа! Һин уйлағандан беҙ күпкә юғары. Юғал күҙемдән!

Мин ҡуҙғалманым. Баҫҡан урынымда ҡатып ҡалдым. Хәҙер нишләргә? Башҡалар белһә, ҡыуасаҡтар бит. Маңҡа, тигәне оҡшамаһа ла, һалмаҡ ҡына һөйләп киттем. Уның мине һатмаҫын шул саҡта уҡ тойомланым, шулай ҙа һүҙ ҡатыуым, асыҡлыҡ индере­үем урынлылыр, тип уйланым.

– Ҡыҙма, Атаман. Ҡыума, Фред. Юғалмайым да. Һинең тормошоңа ҡыҫылмайым, бут­ҡаңа ла үрелмәйем. Миңә апайым кәрәк. Ул минһеҙ нишләр? Эскән әсәй әҙ ҡаҡманы беҙҙе. Хәйләләшергә тормош өйрәтте.

– Етәр! Аҡланма!

– Һуҡыр сысҡандарым минең, урынығыҙ бында, тип үҙ әсәйең баҙға бикләп китеп, аҙналар бу­йы ҡайтмай эсеп йөрөһә, нисек һайрар инең икән, Фред? Аҙналар буйы ҡараңғы баҙҙа сей бәрәңге кимереп ултырып ҡара. Уныһы булһа әле тағы. Ул ваҡытта белерһең, ой, майлы бутҡаның нисек тәмле булғанын.

– Етәр, тип әйттем түгелме! Етә-ә-әр!

– Ярай ҙа күрше Сынтимер ағай булды. Ул бында алып килеп урынлаштырҙы. Белгең килһә, ул һуғыштан герой булып ҡайт­ҡан.

– Етә-әр! Герой һиңә, һуҡыр булып килештер, тип әйтмәгәндер ҙә, маңҡа! – Атамандың ошо һүҙҙәре айнытып ебәрҙе. Уның ысын егет икәненә ышандым. Хатта үҙенә оҡшағым килде. Һуҡыр булһа ла, ниндәй ауырлыҡтар күрһә лә, Фред ысын ир ине, ун өс йәшлек ысын ир ине.

– Герой әйтмәне, яйлашырға, майлашырға тормош өйрәтте. Һин мине, маңҡа, тип төкөрмәй тор әле, мин Сулаҡ түгел. Һин донъяны тойһаң, мин елдең ҡай­ҙан иҫкәнен күрәм. Тәмле бутҡа ғына ашап донъяның тын алышын белеп булмай ул. Күрәм, һиңә лә әрем һурпаһы тәме ят түгел. Ят тү-үгел, – тип Атамандың яурынына ҡулымды һалып ултырҙым. Ул ҡулымды алып ташламаны. Кәүҙәһе суйын кеүек ҡаты ине. Ысынлап та, көслө, күрәһең. Уң яҡ ҡолағы төбөнән ирен осона тиклем «с» хәрефенә оҡшап һуҙылған яраһы уға нисектер ирҙәр төҫөн бирә. Һуңынан ул миңә был яра тарихын да һөйләйәсәк.

Атаман менән танышыу бына шулайыраҡ булды. Ике яралы күңел бер-береһен тиҙ тапты. Ысынлап та, ул ваҡытта минең күҙҙәр күрә ине әле. Тик мин шартына килтереп йөрөй ҙә белгәнмендер. Фред, Асеттан башҡа берәү ҙә белмәне.

2.

Һуғыштан һуңғы аслыҡ йылдары бит. Бутҡа, тигән булабыҙ ҙа ул, һәр һыныҡ икмәк ҡәҙерле. Тик ул беҙгә ниндәй юлдар менән ризыҡ булып ауыҙға килеп инә ине! Күңелде, тойғоно һатып... Ул саҡта, ҡасан да булһа бер саҡ туйғансы икмәк ашап булырмы икән, тип уйлай торғайным. Хә­ҙер өҫтәл тулы һый, буханка-буханка икмәк. Тик мин һаман да туйғансы әпәкәй ашағаным юҡ. Юҡ, ысынлап. Туйғансы ашаһам, уның ҡәҙере китер төҫлө. Һәм бала саҡтағылай башҡаса уға табынмам кеүек. Ә минең уға бөгөн дә табынғым, бөгөн дә уға мохтаж булғым килә. Икмәккә һәм күңел йылыһына…

Көндәр артынан көндәр үтте. Ашау яғы бик наҡыҫ булһа ла, беҙ шул тормошобоҙға яйлап өйрәнә килдек. Ни генә тимә, үҙ мөйөшөң, ятам тиһәң, урының бар. Асет апайым һәйбәт итеп уҡып китте. Мин ул Брайль сис­темаһын да өйрәнә алманым. Уҡыуым насар барҙы, һуңғараҡ уҡытыусылар ҙа ҡул һелтәне. Күпселек күҙемә ҡара сепрәк ҡап­ларға тырышам, бер туҡтау­һыҙ йомоп йөрөп, башым әйләнә. Окулистар килһә, күҙемде аҡайтам да ятам. Теймәгеҙ, һыҙлай, хәҙер һытыла, тип аҡырам. Тегеләр, бигерәк тә Алевтина Макаровна, минән ҡурҡа ине. Уның күҙе генә түгел, мейеһе лә һуҡырая бара һымаҡ, тип хәбәр тарала. Ә миңә шул кәрәк тә. Иң мөһиме – бында ҡалайым. Һуңғараҡ күҙ күрер.

Атамандың интернат тураһында ҡурҡыныс һүҙҙәрендә, эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫлөк тә бар ине. Шуға мин Асет апайымдың яҙмышына һәр саҡ хәүеф менән ҡараным. Уны берәйһе рәнйетеп ҡуймаһын, ауыр һүҙ әйтмәһен, тип кенә торҙом. Директор менән яҡынданыраҡ танышҡас, был хәүеф тағы арта төштө. Уның уйнап торған күҙҙәре (бер-ике тапҡыр башымды ҡалҡытып, күҙемде асып ҡарап алған сағым булды), һөмһөҙ ҡарашы әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора ине.

Уның аҙнаһына бер тапҡыр ҡот осҡос имтихан уйыны, үҙе әйтмешләй, тәрбиәнең яңы ысулы-тәжрибәһе үткәрелә торғайны.

Һәр шаршамбы төштән һуң уның бүлмәһенә йыйылабыҙ. Ашхана янындағы иркен кабинетына шулай тере сылбыр булып тотоношоп барабыҙ.

Директор йылмайып ҡаршы ала. Йомро күҙлек кейә торғайны. Һуйып ҡаплаған Берия. Мавзолей трибунаһында Сталин янында тора гел, гәзиттән күр­ҙем, тип баяғы әрһеҙ Ғимай әйтте. Шунан ҡушамат тағылды ла китте. Беҙ уны Берия тип йөрөттөк үҙ-ара. Ул үҙ ҡушаматын белә лә һымаҡ. Фред уға ҡайсаҡ, Берия, тип өндәшкеләп ҡуя ине. Ниндәй Берия булайым, тип ҡаршы әйткәнен иҫләмәйем. Мин дә уға бер мәл, һин – Берия, һин – палач, тип ҡысҡырҙым. Шул саҡ бик тертләгәйне. Ул турала һуңғараҡ һөйләрмен. Һәм шуныһы ныҡ иҫемдә: ҡулында бысаҡ уйнатҡылап, өҫтәл артында ултыра торғайны. Ялтырап тор­ған был хәнйәрҙе башҡалар күрмәһә лә, бысаҡтың йөҙө ялтырап киткәндә күҙем уйнап китә лә, минең күҙле икәнемде белеп ҡалмаһалар ярар ине, тигән борсолоу баҫа күңелемде.

Ә өҫтәлдә һүнгән бер нисә шәм тора ине. Мин уларҙың янған сағын тик бер тапҡыр ғына күр­ҙем. Ике өҫтәл «Т» хәрефен хәтерләтеп ҡуйылған. Артта ике шкаф. Был яҡ стенала Сталиндың портреты эленгән. Ул мыйыҡ аҫтынан йылмайып баҡҡан. Хәстәрлекле атабыҙ беҙҙең.

Беҙ, балалар, ингәс тә түңәрәк яһап, иҙәнгә теҙләнешеп ултырабыҙ. Дөрөҫөрәге, ултыртып сығалар. Устарыбыҙҙы бот араһына ҡыҫтырып, тын ғына ултыра бирәбеҙ. Бер ни күрмәйбеҙ, тик иҫ киткес тәмле еҫ һиҙәбеҙ. Иҫерткес еҫ! Яңы бешкән икмәк еҫе. Ауыҙыбыҙҙан шайыҡтар аға. Тик беҙ ҡуҙғалмай ғына ултыра бирәбеҙ. Баяғы тәжрибә башланыр алдынан һушты алырҙай еҫ аңҡытып тәрбиәсе тәрилкәлә телем-телем икмәк алып инә лә беҙҙең түңәрәк уртаһына ҡуя. Атаман-Фред һәр саҡ ситтәрәк урын һайлай. Мин уның тирәһенә һыйынам. Сулаҡ, киреһенсә, директор эргәһендә урала.

Директор һүҙ башлар алдынан тамаҡ ҡыра, шунан бысаҡ һабы менән өҫтәлгә бер нисә тапҡыр туҡылдатып ала. Ә тауышы былай бик яғымлы, хәстәрлекле ул. Бөтөнләй уны күрмәгән кеше, тауышынан ғына фекерләһә, үҙен фәрештә ише күрергә мөмкин.

– Яңы көн тыуҙы. Тағы ҡояш сыҡты. Һеҙ уны күрәһегеҙме, балалар? – тип яғымлы итеп өндәшә, шунан үҙ алдына: – Хөкүмәт елкәһен кимереүсе йолҡоштар, – тип өҫтәп ҡуя. Был һүҙҙәрен ул нисек кенә шым әйтһә лә, беҙ барыбер ишетәбеҙ. Мин тәүге мәл аңламайыраҡ ҡалғайным да, һуңынан Сулаҡ шулай тип беҙгә өндәшкәс, ана кемдән отҡан был әшәке һүҙҙе, тип уйлап алғайным.

Бер нисә бала яуап биреүҙе урынлы тапты:

– Күрәбеҙ.

– Күрмәйбеҙ.

– Ҡояш сыҡты ламы ни? – быныһы Пашканың тауышы. Ул ҡояш­ты белә хәҙер.

Тыумыштан һуҡыр ул. Шуныһы ҡыҙыҡ – уға шыбырлап өндәш­һәң, һәйбәтерәк ишетә, шуға ла бер аҙ һөйләшә. Үҙ торошон аңлата алған әлеге койкалаш күршем Павелға мин ҡояштың нисек булғанын аңлаттым. Тышҡа һауа һуларға сыҡҡас, уның усын оҙаҡ ҡояшҡа ҡаратып ҡуйҙым. Шунан, нимә тояһың, тинем. Ул, йылы, тине. Мин һөйөндөм. Шунан туп­раҡты еүешләп тәүҙә йомро икмәк эшләнем дә ағас сыбыҡтары тығып сыҡтым. Пашкаға тоттор­ғайным, ул йомро буламы, тип һораны. Эйе, йомро, тип һөйөндөм. Ә бына был сыбыҡтары – нурҙар, улар ергә йылы һәм яҡтылыҡ килтерә, тинем. Ул аңланы ҡояшты, белде, тойҙо ҡояшты. Ә яҡтылыҡ нисек була, тип һорағайны, ҡалайтып яуап бирергә белмәнем.

Ә кисә ул бөтөнләй аптыратт:

– Мин ҡояштың тауышын ишетәм. Эйе, ишетәм. Бик серле тауышы.

– Нимә тауышына оҡшаған? – тип төпсөнәм.

– Бер нимәнекенә лә оҡшамаған, – тине лә ҡуйҙы.

Шуларҙы иҫләп ултырһам, Атамандың ҡалын тауышы яңғыраны.

– Беҙҙең ҡояш күптән һүнгән инде. Уға сығып, беҙҙең күңелде әүрәтәһе түгел.

– Ҡояш сыҡмай, ҡояш ҡалҡа. Сыҡты, тиһәң, күҙеңде сығарам, тей ул, – тип мин дә ҡасандыр әсәйемдән ишеткән һүҙҙе ҡыҫтырған булам. Унан бигерәк Фредтың директор менән бәхәскә инеп китеүенән ҡурҡып, шулай һөйләшеүгә һыу өҫтәйем. Сулаҡ, һәр ваҡыттағыса, үҙ репертуарында, берәй әшәке һүҙ әйтмәһә...

– Сығарырлыҡ күҙе булһа икән дә…

Директор Хәмиҙә Маликовнаға ҡарап эйәген ҡалҡыта. Башлайыҡ, йәнәһе. Йыуан Хәмиҙә, беҙ уны Уинстон Черчилль тип йөрөтәбеҙ. Уның йөҙө, ысынлап та, Англияның Премьер-министрына оҡшаған, эйәк аҫтында – тағы бер эйәк. Черчилдең, Сталиндың, Рузвельттың фотоһын Сулаҡ күргән, был ҡушамат та – уның этлеге. Беҙ ул Уинстондың, дөрөҫөрәге, кем икәнен дә белмәйбеҙ, аулаҡ­та, Черчилль, Черчилль, тип тәрбиәсенән көләбеҙ, шунан кинәнес табабыҙ.

– Эйе, һеҙ, балалар, яҡты донъя­ны күреүҙән мәхрүм. Ләкин белегеҙ, бөйөк Ленин, бөйөк Сталин бабабыҙ төҙөгән бәхетле илдә йәшәйһегеҙ. Һуҡыр бул­һағыҙ ҙа, һеҙ барыбер бәхетле, – һәр йыйылышты ошо һүҙҙәре менән аса беҙҙең Уинстон. Һәм, әлбиттә, ошо урында директорыбыҙ Ғәфүр Ҡәйүмович уны бүлдерә лә барыбыҙ ҙа ятлап алған фразаны яңғырата:

– Улай тимәйек әле, Хәмиҙә. Аҡмал, Асет һәм башҡалар, белеп ҡуйығыҙ, беҙҙә һәр кем донъяны үҙенсә күрә. Тик үҙенсә! – ошо урында ул, һәр ваҡыттағыса, бысаҡ тотмаған һулаҡай ҡулының күрһәтеүсе бармағын мотлаҡ өҫкә күтәрә. – Шуға айына ике-өс тапҡыр бында йыйылабыҙ ҙа күҙебеҙ нимә күрә, шул турала һөйләйбеҙ. Әйтәйек, Ғимай бына нимә күрә икән?

Сулаҡ-Ғимай һикереп тора. Ауыҙынан шайыҡтарын ҡоя-ҡоя бер үк күренеште һөйләй башлай:

– Мин, минме? О-о! Перәниктәр, билле перәниктәр! Шунан һуң, иптәш директор, һеҙҙең менән... ну бер ат арбаһы перәниктәр инде.

Директор ихлас йылмайған була.

– Аңлашылды. Ғимай инде ул беҙҙең көн дә перәниктәр күрә... Донъяла күҙҙең яуын алыр башҡа тәмлекәстәр ҙә бар ҙа бит. – Директор урынан тороп, Сулаҡҡа һыныҡ икмәк һона. Тегеһе ҡәнәғәт килеш, ҡомһоҙланып ашай башлай. Барыбыҙ ҙа белеп бөткән, яҡшы, матур уйлылар ғына икмәккә лайыҡлы. Яман уйҙар, насар ниәтлеләргә интернатта урын юҡ. Шуға директорға бер кем дә ҡаршы бара алмай. – Мәҫәлән... әйҙә, Фред, һин әйт әле. Ниндәй уйҙар һиндә? Ниндәй тәмлекәстәр?

Атамандың ҡарашын тойғас та, яйлап ҡына ҡуҙғала биреп ҡуй­ғанынан уҡ, хәҙер баш етмәҫлек һүҙ әйтерен шәйләп алам.

Атаман: «Мин ни бер үк нәмә күрәм», – тине лә туҡтап ҡалды.

Директор түҙемһеҙләнде. Был һөйләшеүҙең тик уныңса ғына килеп сыҡмаясағын тойҙо һымаҡ:

– Нимә күрәһең? Тағы ла ҡоҙғонмо? – тип һорай һалды.

– Эйе. Тағы ла ҡоҙғон. Юҡ, юҡ, уларҙың үҙен түгел, ә күҙҙәре булып күрәм. Бейектә осоп барам, ә аҫта, аҫта... – шул ваҡыт директор тәрилкәнән һыныҡ икмәкте алды ла, Атаманға һөйләргә ирек бирмәй, уның танауы тапҡырына килтерҙе. Тик Фред иғтибар ҙа итмәне. Директор уға һаман әйтергә ирек бирмәне, һүҙен бүлдереп, үҙенекен тыл­ҡыны:

– Ә аҫта – гүзәл донъя. Сәскәләр, шишмә-күлдәр, кешеләр, иген баҫыуҙары...

Атаман уға төбәлеп торғандай булды, шунан һүҙен дауам итте:

– Юҡ шул, ә аҫта емтектәр ята. Һарыҡ та емтек, кешеләр ҙә емтек. Эй, миңә – ҡоҙғонға ашарға күп.

Берия икмәкте кеҫәһенә һалды ла, кукиш күрһәтеп, уны Фредтың танауына терәне:

– Һиңә икмәк юҡ бөгөн. Күңеле бысраҡтарға икмәк бирелмәй. Ә күҙ беҙҙең... Әйтеп бөт әле, Ғимай.

Сулаҡ-Ғимай тағы һикереп тор­ҙо ла, ятлаған шиғырын һөйләгән кеүек, шартлатып яуап бир­ҙе:

– Ә күҙ – беҙҙең күңел торошо ул. Яҡты уйҙар булһа, һәйбәт нәмәләрҙе, ну, әйтәйек, перәниктәрҙе күрәбеҙ, күңелебеҙ насар булһа, емтектәрҙе шәйләйбеҙ.

Директор: «Дөрөҫ, минең школа», – тип ҡуйған булды.

Тынлыҡты боҙа һалып, Черчилль телгә килде:

– Ғәфүр Ҡәйүмович, ә башҡа һуҡыр... эйе, башҡа бынау гүзәл балалар нимә күрә икән? Улар­ҙан һорайыҡ әле.

– Эйе шул. Йә, Аҡмал, һөйлә.Мин ҡапыл ҡаушап ҡалдым. Фредтан һуң алдашып торғом да килмәй. Икмәк еҫе, ауыҙҙа шайыҡтар бүлеп сығарып, мейегә барып етә. Иҫ киткес тәмле ошонда, директор бүлмәһендә, икмәк. Ошо осрашыу өсөн айырым бешерәләрме икән әллә? Әллә үҙ-үҙлегеңде юғалтып, алдап, күрмәгәнеңде һөйләп аша­ғанға тәмлеме? Юҡ, киреһенсә, тоҙло булырға тейеш тә.

– Дөрөҫөн әйтергәме? – тигән булдым.

Директор, тәрбиәсе икеһе һиҙмәҫтән бер юлы:

– Әлбиттә, дөрөҫөн, – тине.

– Беҙҙә ялғанға урын юҡ, – тип өҫтәне директор.

– Миңә бында бутҡа тәмле, урыным йылы. Ҡыҙҙар-малайҙар һәйбәт. Миңә, Ҡыяр, тигән Ғимай ҙа, ҡоҙғондар күргән Фред та – шәп малайҙар, – башымды эйгәндән эйә барам үҙем

.Директорҙың йөҙө яҡтырып китте.

– Һиңә бында оҡшай инде? Рәхәтме?

– Эйе.

– Аҡмалға ике һыныҡ икмәк бирәбеҙ бөгөн.

Шунда ауыҙыма әсе тәм килде. Ҡапыл:

– Тик мин күҙҙе йомһам...Тәрбиәсе төҙәтә һалды:

– Асһам, тиң.

– Юҡ, мин йомһам, һәйбәтерәк күрәм. Мин күҙҙе йомһам, – артабан дауам иттем, – үҙебеҙҙең ала һыйырҙы, ул уртлаған йәшел үләнде, йылға буйҙарын, беҙҙе һағынып илаған әсәйемде күрәм.

Атаман-Фредтың ҡалын тауышы яңғыраны, теге елкәмә ауыр беләге менән тондорҙо.

– Бында үткәндәр менән йәшәмәйҙәр. Әйткәнде аңламай­һыңмы ни һин, ә, аңра? – Тәрбиәсе араға килеп инмәһә, мин дә уға ташлана инем. Торорға иткәйнем, Черчилль ауыр ҡулы менән башыма баҫты.

Һәр ваҡыттағыса, Сулаҡ-Ғимай, дә-ә, икеһе лә ас ҡалды былай булғас, тип һығымта яһап та өлгөрә. Һуғышҡандарға, урлаш­ҡандарға, ҡәғиҙә боҙғандарға тәртип ҡаты, ике-өс көн бөтөнләй ас тоторға мөмкиндәр шул. Ас ҡалыуҙан ҡурҡыпмы:

– Нишләп ул тота ла миңә тондора һуң ул? – тип үпкәләгән булдым.

– Дөрөҫ әйтә Фред, бында үткәндәргә урын юҡ. Ала һыйыр, йәшел үлән – былар барыһы ла һәйбәт, тик илаған әсәңде, һа­ғышлы тыуған яҡтарыңды онот хәҙер, Аҡмал. Бөгөнгө менән йәшәйҙәр бында. Әсе үткәндәр менән йәшәһәң, икмәкһеҙ ҡалаһың. Аңлашылдымы? – тине директор.

– Аңлашылды, – тинем танауымды мышҡылдатып. – Башҡаса тондормаһын, әйтегеҙ, улай­һа, мин дә ҡоҙғон күрәсәкмен., аңлашылһа, бер һыныҡ бирһәк бирәйекме Аҡмалға, тип икмәкте минең танауға терәне, үрел дә ҡап бына. Их, еҫе, хатта теҙ быуындарым ҡалтыранып киткәндәй булды. Башымды ситкә борҙом.

– Матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа күҙе асылып етмәгән әле был малайҙың, – хуш еҫле икмәк тағы ла баяғы таныш кеҫәгә инеп ятты. Береһе лә күрмәй, тип уйлайҙыр, йүнһеҙ. Саҡ түҙеп ултырам, ул икмәкте үҙ кеҫәһенә һалды, тип ҡысҡырғым килә. Тик... ауыҙға йыйылған шайыҡты, төйөрҙө көскә йотоп ебәрәм дә тынып ҡалам.

– Асет, ә һин нимә күрәһең? – тәрбиәсе яғымлы итеп өндәште.

– Мин әйтергә ҡурҡам.– Ҡурҡма.– Дөрөҫөн әйткәндә, Сынтимер ағайҙың беҙгә моңһоу ғына ҡул болғағаны күҙ алдыма баҫа. Ул беҙҙе йәлләп, шулай күҙле йәшен йәшереп кенә ҡул болғағандыр, тип уйлайым. Ҡарашында һыҙланыу ҙа, беҙҙең өсөн борсолоу ҙа тоям.

Минең дә был күренеш күҙ алдымда. Юлда ат арбаһында бәүелеп килгәндә лә, поезда елгәндә лә беҙгә бер һүҙ ҙә өндәшмәне тиерлек. Тик: «Бер-берегеҙҙе юғалтмағыҙ, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!» – тип ҡабатланы ла ҡабатланы. Интернат ҡапҡаһы төбөндә хушлашҡанда икебеҙҙе лә ныҡ итеп ҡосаҡланы. Күҙендә йәштәр ине. «Һуғышта күпме ауырлыҡтар, язалар күрҙем, тик һеҙҙең, тере әсәгеҙ була тороп, ауыр ғазабығыҙҙы кисерә алмайым», – тип шыбырҙаны. Беҙ уның иҫке шинеленә битебеҙҙе терәп тора бирҙек, Сынтимер ағай башыбыҙҙан һыйпаны. «Мин тағы килермен әле, бер-берегеҙҙе юғалтмағыҙ», – тип тағы ла ҡабатланы. Шинеленән көн, ҡояш еҫе килә ине, көн йөҙөндә ул йылынғайнымы, терәгән битте, танауҙы унан тартып алғы ла килмәй тора бирҙек.

Ә әсәйем минең тере, Фред-Кәримгә, үлгән, тип алданым. Ул атайҙы көтөп, ахмаҡланды. Тәүҙә төндәр буйы бик ҡаты иланы. Беҙҙе ҡосаҡлап ултырыр ине. Нимә тип йәшәргә, ул үлде, атайығыҙ үлде, тип йән илатҡыс итеп сеңләй. Шунан самауырға ҡарап атай менән һөйләшә башланы. «Ҡайттыңмы, йәнем. Һин һис тә үҙгәрмәгәнһең», – тип һөйләнә үҙе. Эҫе самауырҙы ҡосаҡлай, ҡулы, бите көйөп киткәнен дә тоймай ҡай саҡ. Апайым менән уны эҫе самауырҙан айырыр­ға маташабыҙ, ҡайнар һыуы түгелеп китеүҙән ҡурҡабыҙ. Бер -ике тапҡыр дауаханала ятып сыҡҡас, һәйбәтләнгәндәй ҙә бул­ғайны, унан эсергә тотондо, сит ирҙәр менән өйгә ҡайта башланы. Бер көн: «Һуҡыр сысҡандарым минең, урынығыҙ бында», –  тип баҙға бикләп китте лә биш көн буйы ҡайтманы. Шунда беҙҙең юҡлыҡты һиҙеп, күршеләр өйгә инеп тапмаһа... Дүрт бөртөк сей бәрәңге кимерҙек. Сынтимер ағай күтәреп сығар­ғанда мин аңымды юймағайным әле. Шунан ошо интернатҡа юллау хәстәрен күрә башланылар ҙа инде.

– Кем әле ул Сынтимер? – Берия нисектер һағайып, тирә-яҡҡа ҡаранып алды. Миңә лә, апайыма ла текәлеп ҡарап торҙо ла урынына барып ултырҙы. Әллә минең күргәнде был шәйләп ҡалдымы, тип Атамандың артына йәшеренеберәк ултырҙым.

– Беҙҙең күршебеҙ. Ул – үҙе герой, һуғыш батыры. Беҙгә бында, әлбиттә, рәхәт, тамаҡ туҡ, донъя яҡты... Шул бына, – апайым ышаныслы яуап бирергә тырышты.

Директор бер аҙ тын торғас:–

- Бер һыныҡ икмәк бирәйек ҡыҙға ла. Геройҙы күргәс. Тик ҡул болғаусы үткәндәр кәрәкмәй. Сынтиме-ер, тиһеңме-е?.. Герой булһа ла. Ишеттеңме, ҡыҙыҡай? Икенсе тапҡыр икмәк эләкмәйәсәк, – тип иҫкәртергә онотманы.

– Нисек, геройҙы ла күрергә ярамаймы ни? – Атамандың ҡалын тауышы яңғырап китте. – Мин, мәҫәлән, амбразураға ташланған Матросов була алам.

– Һуғышта ҡатнашыусы һәр кем герой булмаҫҡа ла мөмкин. Арабыҙҙа халыҡ дошмандары ла бар. Һаҡ булайыҡ. Минең үҙ атайым ҡоротҡослоҡ менән шөғөлләнде, миңә лә ул герой һымаҡ ине. Баш тартырға тура килде, – Черчилль дә тәрбиә мәсьәләһендә үҙенең тос фекерен белдерергә кәрәк тип тапты.

– Мин нимә әйтәм – шул ярай, аңлашылдымы? Ҡалай берәү Матросов, – директор ҡәтғи һәм ҡаты итеп әйтте.

Күптәр, эйе, иптәш директор, тип ҡабатланы.

– Башҡалар ҡояш, сәскә күрәме? – тип һораны директор ҡәнәғәт төҫ менән.

Барыһы ла хор менән, эйе, тине.

– Фредтан башҡа барыһына ла икмәк бирегеҙ.

– Аҡмалға ламы? – тип һораны тәрбиәсе.Директор минең яҡҡа ҡарашын ташланы. Мин Фредтың артынан сыҡмай, башымды эйеп ултырыуымды белдем.

– Үҙе ни уйлай һуң, Аҡмал? – Яҡыныраҡ килеп, һыныҡ икмәкте кеҫәһенән алып тағы танауға төрттө. – Икмәк ашағың киләме? Һин дә ҡояш, сәскәләр күрәһеңме?

Мин ни әйтергә белмәй, оҙаҡ тынып торҙом да:

– Мин дә... ҡояш, сәскәләр күрәм... тик үҙебеҙҙең ауылдағы сәскәләрҙе, ала һыйырҙы, әсәйемде... – тинем. Үҙемдең илағым килде.

– Бирмәҫкә! Аҡмалға икмәк бирмәҫкә!

Минең йәнем көйөп китте. Баяғы төйөр тамаҡ төбөнә нығыраҡ килеп ҡыҫылды. Күҙҙән йәш килеп сыҡты.

– Йәнекәй тауы башынан ҡал­ҡып килгән ҡояшты, үҙебеҙҙең ҡояшты күрәм, бында ҡояш һал­ҡын, шәм кеүек кенә яна... Беҙҙең ауыл ҡояшы йылыраҡ, – тип йәшелле-зәңгәрле тауыш менән аҡырҙым. Директор миңә текәлеп ҡарап торҙо. Ҡурҡып киттем, битемде усым менән ҡап­ланым. Черчилль тантана итте.

– Аңлашыла, һуҡыр, ну, зәғиф кешегә ҡояш та шәм кеүек күренә инде ул. Аптырайһы түгел. Директор урынына барып ултырҙы ла бысағын ҡулына алды, уның һабы менән өҫтәлгә туҡылдатып:

– Барығыҙ, эшбулығыҙ. Бөгөнгә һөйләшеү тамам. Бер үтенес. Зинһар, һорауһыҙ-ниһеҙ шәм яндырмағыҙ, янғын сығарыуығыҙ ихтимал. Ғөмүмән, һеҙгә шәм кәрәкме ул?

– Ҡайсаҡ кәрәк. Яҡтылыҡ – ул маяҡ бит, – яһалма Сулаҡтан да көн эсендә аҡыллы, ысын һүҙ ишеттек.

– Ярай, шәм яндырмағыҙ, ут менән булмағыҙ, зинһар, балалар. Ут, яҡтылыҡ кәрәк икән, тәрбиәсегеҙҙән һорағыҙ. Зинһар. Эшкә! Хәмиҙә Маликовна, һеҙ ҡалығыҙ әле.

Ысынлап та, рөхсәтһеҙ-ниһеҙ шәм яндырыу ҡағиҙә буйынса иң ҡаты талап ине. Электр уты килеп еткән дә, тик ул йыш ҡына эшләмәй. Шуға элекке ғәҙәт буйынса күпселектә шәм ҡулланылды. Бер нисә урында торған шәм беҙгә түгел, тәрбиәсе, баш­ҡа күҙле хеҙмәткәрҙәргә генә кәрәк ине. Ҡояш уты һүрелһә, ҡайһы бер эштәр шәм яҡтыһында эшләнә. Көндәр ҡыҫҡара барған һайын беҙҙе йоҡларға иртәрәк һалалар, киске аш та шулай бирелә. Ләкин арабыҙҙа отбойҙан һуң шәм менән шаярыусылар ҙа табыла торғайны. Күп түгел улар, ни бары Сулаҡ та тағы бер-ике малай. Шуға, шәм яндырмағыҙ, тип иҫкәртеүҙәре хатта ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә. Фред ундай эш менән шөғөлләнмәне, уға кәрәк тә түгел ине, унан бигерәк ут менән шаярыуҙың хәтәр икәнен ул былай ҙа аңлай. Тик Атамандың кеҫәһендә һәр саҡ шырпы булды. Ул шаптырлап тауыш сығармаһын өсөн ҡап эсенә мендәр мамығы тығып йөрөй ине. Миңә ут кәрәк ине, әлбиттә, тик мин дә ундай тәртипһеҙлеккә тартылманым. Мейес яғыусыларҙың йәшергән урынынан шырпы сәлдереүсе бер малайҙы табып, ҡайтарып та ебәрҙеләр. Ҡайһы бер егеттәр тәмәке менән шаяралар, буғай.

Беҙ сыҡҡас, директор тәрбиәсегә:

– Фредтың тәртибе бик тә оҡшамай миңә. Берәй сараһын күрергә кәрәк. Уның ҡаршылашыуы, тырманы арҡыры һөйрәүе башҡаларға ла күсеүе бар. Ныҡ ҡына итеп аҡылға ултыртырға кәрәк. Аҡмал да уның арбаһына ултырмаҡсы. Берәй язаһын уйлағыҙ. Икеһенә лә ныҡ ҡына эләгерҙәй булһын! – тип әйтәсәк. Хатта бойорасаҡ. Барыһын да аҡылға ултырыртыр өсөн ҡорбандар кәрәк икәнен Уинстон һәйбәт белә инде ул. Сығыр саҡта етәксеһенә юхаланып:

– Аңлашылды, иптәш директор. Ҡалған өс буханка икмәкте, элеккесә, өйөгөҙгә алып барайыҡмы, Ғәфүр Ҡәйүмович? – тигән буласаҡ. Тегенеһе:

– Беләһегеҙ бит, нимәһен һорап торорға! – тип һүгенәсәк. Ошо зәғиф, бар йәһәттән дә ҡыйырһытылған балаларҙың өлөшөнә инеп, уларҙың икмәген ашап йөрөй. Бер ҙә эсе лә китмәй, намыҫына ла көс төшмәй. Әлеге тәрбиә менән улар беҙҙе икмәкһеҙ ҡалдырып ҡына ҡалмай, ә беҙҙең уйҙар, хистәр һәм аҡыл менән идара ла итәләр ине. Һәм, ысынлап та, Берия менән Черчилдең «гипноз»ына барыбыҙ ҙа тиерлек эйәрә инек. Шулай дөрөҫ тә, уйлаһаҡ, тик сәскәләр һәм перәниктар тураһында хыялланһаҡ, ҡурҡыныс көтмәй, тигән фекер беҙҙә нығына барҙы. Беҙ күҙ менән генә түгел, күңел-зиһен менән дә һуҡырая бара инек.

3.

Мин директор бүлмәһенән икмәк урларға, дөрөҫөрәге, беҙгә тигән ризыҡты алырға булдым. Юҡ, улай уҡ асыҡҡандан да түгел. Берҙән, Фредҡа ярағым килде, уның менән бүлешәсәкмен, икенсенән, Черчилгә һәм Сулаҡҡа үс итеп эшләргә кәрәк. Берия иң тәүҙә уларҙан шикләнәсәк.

Отбой алдынан бер ун-ун биш минут тирәһе сыуалыш булып ала, кемдер йыуына, кемдер урынын әҙерләй, тәрбиәселәр ярҙам итешә. Еңелсә хаос барлыҡҡа килә, ҡыҫҡаһы, кемдең ҡайҙа йөрөгәне, ни ҡылғаны аныҡ ҡына аңлашылмай. Шул мәлде файҙаланырға булдым.

Коридорҙа бер кемдең дә юҡлығын ныҡлап аңлағас, директор бүлмәһенә йүгереп барҙым. Ишеген ипләп кенә этеп ҡараным. Үҙем йөрәгемдең дөп-дөп типкәнен тоям, ҡулым менән этмәйенсә лә ишек асылып китер төҫлө. Һәм унан асыулы һәм шул уҡ ваҡытта яғымлы тауышлы директор килеп сығыр кеүек. Ишекте әҙ генә асып, эскә баҡтым, ҡараңғы. Тимәк, буш. Бында артыҡ йыһаз да юҡ. Өҫтәле, ултыр­ғысы. Артында затлы ике шкаф тора. (Улар, ысынлап та, затлы икәнен үҫкәс кенә белдем, Аксаковтар имениеһынан ҡалған ҡомартҡы булып сыҡтылар). Мин тәүҙә өҫтәл тирәһен ҡараным. Бында икмәк юҡ ине. Беренсе шкафты асып күҙ һалдым. Унда директорҙың хәрби кейеме, кос­тюмы эленеп тора ине, өҫтә китаптар бар. Икенсе шкафты асҡайным, ул буш булып сыҡты. Тик артҡы стенаһы нисектер ишекте хәтерләткәндәй тойолдо. Мин тағы өҫтәлгә килдем. Тегенең тартмаларын тартҡылай башланым. Беренсеһендә теге таныш бысаҡ ята. Затлы, ҡәһәрең, үҙе ауыр, үҙе үткер. Тотоп ҡарап торҙом да яңынан урынына һалдым. Аҫҡы тартмала ҡатып бөткән өс һыныҡ икмәк килеп сыҡты. Ҡап­ҡайным, ҡатылығынан тештәр сыңлап китте. Ҡамасауламаҫ был сохари. Кеҫәгә тыға һалдым.

Коридор буш ине. Юл ыңғай туалетҡа индем. Ҡайҙа ҡуйырға был байлыҡты? Алдан уныһын уйламағанмын, шайтан алғыры. Йәнәһе, алып ҡайтам да йәшерәм. Һантый. Уның еҫе һуң. Йөрәк һаман ярһып тибә. Бар донъя­ны икмәк еҫе алған кеүек. Хәҙер барыһы ла белер ише. Тынымды тигеҙләп алдым, бик теләк булмаһа ла, бәләкәй йомошомдо бушатып алдым. Шул саҡ күҙемә ишек башындағы арҡыры торған ике таҡтала ширлек ишараты салынды. Ул инде, ғәҙәттә, буш тора, ҡайсаҡ хлорлы һыулы банка йә кәрәкмәгән сепрәк-фәләнде шунда ҡуялар. Ишеккә йәбешеп, етеҙ генә өҫкә үрмәләнем дә теге өс һыныҡты төпкә генә теҙеп ҡуйҙым. Күренерлек түгел. Еҫе генә һатмаһа, был һуҡырҙар ишетеүгә, еҫкә шәптәр әтеү.

Бер ни булмағандай башымды эйеп, ҡара сепрәгемде рәтләп ҡуйып, бүлмәгә ҡайтып, мөйөшөмә һыйыныуым булды, хатта ике минут та үтмәгәндер, Ғимай менән Черчилль килеп инде. Әлдә өлгөргәнмен дә. Ярһып, шаулап йөрөгәндәренә ҡарап, әллә былар арттан мине күҙәтеп, енәйәтемде белеп килделәрме, тип ҡурҡып киттем.

– Асет апайың ҡайҙа? Йоҡларға ваҡыт еткән, ә ул юҡ, – тине Хәмиҙә Маликовна.

– Белмәйем, – тим. Тауышым ҡалтыранып сыҡҡанын үҙем той­ҙом, тик тегеләр иғтибар бирмәне.

– Фред та бында түгел! – Тәрбиәсе бүлмәгә күҙ һалып алды. Күңелгә шом төштө. Сулаҡ тартып тигәндәй торғоҙҙо ла, арттан эйәр, тип бойорҙо. Бер ни аңламаһам да, Ғимайға йәбешеп арттан һөйрәлдем. Алдан тәрбиәсе атлай, ипләп кенә, һаҡ ҡына баҫа. Разведкаға барамы ни. Апайым менән бер-бер хәл булдымы икән – борсолам. Юл подвалға ыңғайлағас: «Ҡайҙа барабыҙ?» – тинем.

– Атаман апайыңды урлаған, шым ғына бар, т-сс, – тине алдан барыусы.

Алға китеп, шуны әйтәйем, директорҙың Фредты «аҡылға ултыртыу» эшен Сулаҡ аша башҡарырға булғандар. Бик ябай ғына ине уларҙың әшәке уйы. Подвалда Атаман бүлмәһендә шәм яҡтыртып, Фред менән Асетты осраштырыу. Шул ғына. Нишләп Асетты? Моғайын, бер юлы мине лә, апайымды ла дөйөм тәртипкә буйһондорорға, тик «сәскәләр араһында йөрөтөү» уйы булғандыр.

Әле мин тегеләрҙең мәкерле уйҙарын белмәйем. Бар нәфрәтем Фредҡа. Оло серҙе һатмаҫмын, тип мине тотҡонға алып, апайымды әүрәтмәксе. Күрһәтәсәкмен үҙенә. Ул минең күргәнде белә – шул ғына әҙерәк ярһыуымды баҫа, дөрөҫөрәге, шул ҡурҡыта. Үҙемде тынысыраҡ тоторға тырышып, Сулаҡ артынан шым ғына һөйрәләм әлегә.

* * *

Мин ҡайһы бер хәлдәрҙе геройҙарым күҙлегенән дә, улар­ҙың һүҙҙәренән дә сығып та һөйләрмен. Тимәк, баяғы подвал. Шул дөм ҡараңғы һәм һаҫыҡ урында Фред бар донъя шауынан ҡасып ни эшләне икән? Ғәҙәт буйынса, таяғын туҡылдатмай, тауыш-тынһыҙ ғына, һунарға бар­ған бесәй ише, төшә лә, һәрмәнеп тә тормай ишекте аса һәм алты аҙым үтеп, яңылышмай ғы­на карауатына килеп ултыра. Уны­һының пружинаһы юҡ, буйға өс таҡта һалынған, шул ҡатыға аяғын сәнсеп ултыра йә һуҙылып ята ла дөм ҡараңғылыҡҡа төбәлеп тынып ҡала. Үҙе әйтмешләй, тараҡан балаһының сығыр-сыҡмаҫ мыйығын һелкетеүенә тиклем ишетеп, оло Ер шарының майлы һәм утлы күсәрендә шәп тиҙлек менән әйләнеүенә тиклем һиҙеп-тойоп ултыра ул. Мин бөтәһен дә беләм, ни булырын да һиҙәм, тигәненә ышанып та ҡуяһың ҡай саҡ.

Әле өҫтә Асет апайым шәм тотоп подвалға табан бер аҙым да атламаған, ә Фред урынынан һикереп торҙо ла уға табан бара башланы. Ишеккә етеп туҡтаны ла бер аҙ торғас, кире урынына килеп ултырҙы. Ул шул саҡта Асетты кире лә бороп ебәрә ала ине, тик... Уның үҙ сәбәбе булған икән, мин быны һуңынан ғына аңлаясаҡмын. 

Дөм ҡараңғы бүлмәгә янған шәм тотоп Асет апайым килеп инә. Уның килгәнен дә, шәм тот­ҡанын да белеп-аңлап ятҡан Атаман һикереп тороп баҫҡан була һәм:

– Кем унда? – тип ҡалын тауыш менән етди итеп һорап ҡуя.

Апайым ҡурҡып ҡына :

– Мин. Асет, – тип яуаплаясаҡ.

– Ҡулыңда нимә?

– Фредтың тауышы йомшара төшә.

– Шәм иреп яна.

– Шә-әм? Янып торған? Нимәгә ул?

– Белмәйем, Сулаҡ тоттороп ебәрҙе. Һин саҡырҙы, тигәйне.

– Шәм, тиһең... Мин бысаҡ, тип торам әтеү. Нимәлер ялтыраған кеүек тойолдо, – Атамандың быныһы – былай ғына һөйләнеүе. «Ҡалай тауышы яғымлы, әсәйем бишек йыры һуҙамы ни! Юҡ, гонаһһыҙ сабый тауышы был. Күңелгә дауа», – шулай тип уйлаясаҡ Фред һәм ипле генә йылмаясаҡ.

– Шәмеңде өҫтәлгә ҡуяйыҡ, һин ҡайһы тирәлә, ҡыҙыҡай?

Асет ҡулын алға һуҙып:– Мин бында. Бына өҫтәлгә еттем. Эйе, өҫтәл, буғай, – тип ышаныслы өндәшә.

Атаман алға атлап, аңғармаҫтан әллә, киреһенсә, белә-тора уның ҡулдарын тотоп ала.

– Бир шәмеңде.

Быны көтмәгән Асет тертләп китә. «Ой, миңә теймә, мин һинән ҡурҡам», – тип ситкә тайпылыу менән шәмде төшөрөп ебәрә. Тегенеһе сатыр-сотор барып төшә лә ятҡан килеш яныуын дауам итә.

– Ой, шәм төшөп китте, – Асет тағы ла ҡурҡынысыраҡ тауыш менән иҙәнгә эйелә, шунан ҡал­ҡынып, өҫтәлгә яңынан килә лә унан нимәлер эҙләй. Ҡулы сәйнүккә тейә. Фред ҡаушап ҡалмай, ул һәрмәнеп иҙәндән шәмде эҙләй башлай. Бер заман өҫтөнә, арҡаһына һыу һибелгәнен тойоп, аптырап китә. Күҙе күреп, өҫкә ҡараһа, әлбиттә, Асеттың сәйнүк тотоп тирә-яҡҡа һыу һипкәнен күрер ине. Ул аңланы, шәмде тапты ла тотоп тынып ҡалды. Уға ҡыҙыҡ ине. Бер аҙҙан үҙе лә ҡал­ҡынды.

– Янған шәм ҡурҡыныс бит ул, ҡыҙыҡай. Ярай ҙа иҙән таш, итәгеңә йәбешһә йә башҡаға... Ғөмүмән, нимәгә кәрәк булды әле был шәм? – Шәмде ипләп кенә өҫтәлгә ҡуйҙы.

– Нимәгә тип ней... Яҡтыһы булмаһа ла, йылыһы бар ҙаһа. Өҫтәлдәме? – ипләп кенә устарын утҡа яҡынайтты Асет. – Йылы.

– Уныһы шулай. Ә бында нишләйһе

– Ғимай ебәрҙе, тим дә һуң.

– Нимә ти Сулаҡ?

– Фред шәм һораны, ҡулына тотторорһоң, ти.

– Шым. – Фред ҡапыл Асеттың ҡулынан тартты

– Ә мин һинән ҡурҡам... шикелле.

– Шым, туҡта, тим, аяҡ тауыштары...

– Фред һағайып ҡалды. Шунан ҡулына шәмде алды, ныҡ итеп өрөп һүндерә һалды. Асет ҡапыл һалҡынлыҡ тойҙо.

– Нишләп шәмде һүндерҙең? Ҡараңғы бит. Ҡурҡам.

– Нимәгә кәрәк ул шәм. Уны Сулаҡ берәй хәйлә уйлап ебәргән. Шым, тим.

Асет ҡараңғылыҡты Атаман үҙенсә файҙаланыр, тип уйланымы, һаман сәбәләнде.

– Миңә яҡын килмә! Зинһар!

– Яҡын килмәйем. Зинһар, тауышланма. – Шыбырлап ҡына өндәште. – Мин һине бында саҡырманым, был подвох. Тын да алма, шым тор.

Фред ипләп кенә ишеккә табан атланы. Асет хәҙер башҡаса сәбәләнә башланы.

– Һин ҡайҙа киттең? Мин ҡур­ҡам, һин китһәң дә, тейһәң дә ҡурҡам. Китмә!

Атаман тағы ла шыбырлап:

– Һин шым ғына тора алаһыңмы, юҡмы? Һин – емлек, мин – балыҡ, аңлайһыңмы шуны? Ҡармаҡ улар ҡулында, мине эләктермәкселәр

.Асет та шулай уҡ шыбырлауға күсеп

:– Нимәгә? Матросов булғанғамы ни?

– Ҡоҙғон күҙе менән күргәнгә! Директор аҡылға ултыртмаҡсы хәҙер.

– Нисек итеп?

– Һорауһыҙ шәм яндырған өсөн.

– Беҙ яндырманыҡ таһа.

– Кәрәсин еҫе бында алып киләсәк.

– Килһә һуң? Ул һүнгән, беҙ яндырманыҡ.

Атаман йылмайҙы. «Тауышы сихырлай бит, ауыҙынан, юҡ бар булмышынан иҫ киткес моң ағыла, шишмә кеүек сылтырап көй ағыла. Их, төндәр буйы һөйләшеп ултырһаң икән». Шом-хәүеф менән бергә унда кинәнес бер тойғо ла тантана итә ине.

– Ул дошмандар сәбәп табасаҡ. Нишләп подвалда, ҡараңғыла икәүегеҙ генә ултыраһығыҙ, тип ғәйепләйәсәктәр. – Асет был юлы үҙе табып, Фредтың ҡулына йәбеште.

– Әйҙә, китәйек бынан. – Атаман тынып ҡалды. Ул бында төшөп килгән өс пар аяҡ тауышын асыҡ ишетә ине инде. Тик ҡыҙҙың, вайымһыҙ һәм керһеҙ ҡыҙҙың, ҡулы йылыһы уның устарын ғына түгел, йөрәген дә йылыта, шуға айырылғыһы ла килмәй.

– Һаҡ ҡына баҫып килә ята улар. Ишетәһеңме? Береһе – Хәмиҙә Маликовнаның баҫыуы, Ғимайҙың йылан кеүек уға эйәреүе. Уларға Аҡмал да ҡушылған. – Ул Асеттың ҡулын нығыраҡ ҡыҫты.

Асет: «Тотма мине, ҡурҡам мин һинән, – тип шыбырланы, тик үҙе уға нығыраҡ йәбеште. – Ебәрмә лә. Хәҙер нишләйбеҙ?»

– Аңламаҫһың, берсә «ебәр», берсә «тотма мине». Әйҙә, ишек артына йәшен. – Фред уны тарт­ҡылап асыласаҡ ишек артына алып барып ҡуйҙы ла үҙе өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа барып ултырҙы. – Башҡа ҡасыр урын да юҡ бында. Тын да алма, шым ғына тор.

«Һин бында саҡта минең күңел тыныс. Ана, подвал ҡалай яҡтырып китте», – тип уйланы Фред. Һәрмәнеп шәмде тапты, һаҡ ҡына кеҫәһенән шырпыһын сы­ғар­ҙы ла филтәгә ялҡынды терәне. Шәм бар донъяны яҡтыртып янып китте. Тик подвалдағы был икәү яҡтылыҡты күрмәй ине. Шул саҡ Черчилль, Сулаҡ, Аҡмал ишекте шар асып килеп инде. Асылған ишек Асетты ҡапланы.

– Ниндәй тауыш бында? Балаҡайҙар, һеҙ ҡайҙа? Ох, һорау­һыҙ кем шәм яндырған? – Уф, инде, Хәмиҙә Маликовнаның яһалма борсолоуына хатта өҫтәлдәге шәмдең ялҡындары ситкә тайпылып ҡуйҙы. Атаман, ғәҙәттәгесә, ғорур ҡалды:

– Кем булһын? Пушкин инде.

– Асет апайым ҡайҙа? – Фред­ҡа асыуым килде. Мин үҙен шәп егет тип, икмәк менән һыйларға йөрөйөм, ә ул бында апайымды алып төшөп... Уға ташланырҙай булып торам. «Фик һиңә икмәк, эләкмәйәсәк. Ас йөрө шулай. Һиңә шул кәрәк!»

– Ҡайҙа булһын, бешмәгән помидорҙар баҡсала йәшелләнә, бешкәндәре подвалда һаҡлана.

– Ҡайҙа Асет? – Тәрбиәсе ҡапыл ныҡ хәүефләнеп китте. – Ҡай­ҙа тим?

Атаман һүҙендә ныҡ торҙо:– Бешеп еткәйнеме ни помидорығыҙ, ниңәлер уны подвалдан эҙләйһегеҙ?

Черчилль ни эшләргә белмәне, уйлаған ҡырын эшенең килеп сыҡмаҫын аңланымы, әллә унан бигерәк Асеттың бында төшкәнен үҙ күҙҙәре менән күрҙе бит инде, хәҙер килеп уныһының мөғжизә менән юҡҡа сығыуы аптыратты. Иҙәнгә сүкәйеп карауат аҫтын да ҡарап алды. Ни эшләргә белмәй:

– Шәм яндырғандар. Ужа-ас! – тип сәрелдәне.Арҡыры Ғимай шәмде ҡулына алды ла ныҡ итеп өрөп һүндереп ҡуйҙы.

- Кем утты һүндерҙе? – Атамандың тауышы тағы ла ҡалыныраҡ яңғыраны.

– Һиңә барыбер түгелме ни? Һуҡырҙарға яҡтылыҡ кәрәкмәй, шикелле, – тип һөйләнә-һөйләнә Сулаҡ өҫтәлдән ситкә тайпылды.

– Яҡтылыҡ күҙҙе ауырттыра, тиҙәр. Киреһенсә, күргәндәргә кәрәкмәйҙер, – подвал хужаһының тауышы һаман ҡәтғи ине.

Черчилде ҡурҡыу баҫты, сәрелдәй башланы:

– Шәмде яндырығыҙ, бер ни күренмәй. Ҡалай ҡараңғы. Ғимай, тим.

Сулаҡ яңынан яндырып маташ­ҡанда мин Фредҡа яҡыныраҡ килдем. Тондороп ебәреүҙән саҡ үҙемде тыйып торам. Уның һәр һөйләгән һүҙе йәнемә тейә. Тешемде ҡыҫып:

– Фред, Асет ҡайҙа? Яҡшылап һорайым, әйт, – тип ыҫылданым

.– Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, шәм тотоп бында төшөп бара ине Асет, – Сулаҡ тоҡандырылған шәмде өҫтәлгә ҡуйҙы.

Атаман ултырғысҡа ултырҙы ла аяғын өҫтәлгә күтәреп һалды. Шулай итеп кемдең бында хужа икәнен аңлатырға теләне, буғай.

– Күңелең генә түгел, күҙҙәрең дә зәғиф бит һинең, Сулаҡ. Яңылыш күргәнһеңдер. Асет кеүек бешкән ҡыҙҙар шәм тотоп йөрөмәҫ, улар ҡояш балҡытып йөрөр йөрөһә.

Шул саҡ ҡапыл апайымдың тауышы ишетелде

:– Үҙең төшөрҙөң бит, Ғимай. Ҡалай алдашаһың.Ҡапыл тәүҙә тауыштың ҡайҙан килгәне аңлашылмай торҙо. Тәрбиәсе йүгереп барып ишекте япты ла Асет апайымды ҡулынан тотоп яҡтылыҡҡа яҡыныраҡ килтерҙе. Алдын, артын ҡарап алды, иҫәнме, бер ни булмағанмы, йәнәһе.

– Атаман ҡушты бит, – Сулаҡ күҙ ҙә йоммай алдашты. Ә ул көлөмһөрәп:

– Нимә тип ҡуштым әле мин? – Ҡулын бөкләп үҙе «хужа» булып ултырыуында булды

– Асетты һаҡларға кәрәк, бешеп килә, тинең.

– Шәм тоттороп миңә төшөрөрһөң, тинемме мин һиңә, ә?

– Юҡ та, ну шулай ҙа... уйланыҡ та... ну, уйланым да, һеҙ яҡшылап таныша торорһоғоҙ, тинем.

Атаман урынынан торҙо.

– Алдаша белмәй алдашаһың, Ғимай. Ҡуштылар, тиң дә ҡуй. Мин бит һине барыбер ғәфү итәм. Зәғиф һәм подхалим булып тыуғанһың икән, уға һин ғәйепле түгел бит. Ярай, мин ултырмаған изолятормы, тик Асетты һаҡларға кәрәк, тигәнде ныҡлап аңлап ҡуй. Мороноңдо ҡанатып ҡына ҡалмаясаҡмын, муйыныңды һындырасаҡмын.

Тынып ҡалған, йөҙөнә йылмайыу хасил булған Черчилль телгә килде:

–Ҡалай шашып киттең әле, Фред. Директорға әйтмәй булмаҫ ни ҡылғаныңды!

– Ни ҡылдым әле мин?– Асетты үҙеңә саҡырғанһың, шәм яндырғанһың, үбергә лә маташҡанһыңдыр әле, ҡыҙ баланы ҡурҡытып, – тәрбиәсе тантана итте. Һуҙып-һуҙып һөйләне. Ғәҙәттә, кинәнес кисерһә, ул шулай йырлап һөйләй.

– Ул теләмәй ине, мин уны көсләп үптем. Ирендәре бөтөнләй тәмле түгел. Бешмәгән йәшел помидор тәме килә. – Атаман йәмһеҙ итеп көлгән булды. Уның янына яҡыныраҡ килдем, ярһыным.

– Алдайһың һин, алдайһың. Үпмәнең һин.

– Алдаша ул, – Асет апайым ҡәтғи әйтте. – Үпмәне.

– Нисек алдаша? Ысынлап йәшел помидор тәме киләме ни? Үпкән, тимәк. – Сулаҡ урынында һикерәнләп алды.

– Ул миңә бөтөнләй теймәне.

– Ә тейһә? Нимә тип төшөп йөрөйһ

өң бында? – Тәрбиәсенең тауышында баяғы моң юҡҡа сыҡты.

– Ул теймәҫ ине. Мин беләм, ул теймәҫ ине. Тәү ҡарашҡа ғына яуыз ул, ә былай... – Асет апайым ни әйтергә белмәне. – Ә бына Ғимай яуыз.

Черчилль төпсөнөргә теләне:

– Нимә былай?.. Тотоп көсләһә, белерһең. Яуыз түгел, имеш. Нишләнегеҙ бында? Дөрөҫөн әйт, үбештегеҙме?

– Ул үбешмәне, мин генә үбештем, – Атаман тағы ла ултырғысына йәйелеп ултырҙы ла аяғын күтәреп өҫтәлгә һалды.

– Нисек, кем менән? – тәрбиәсе аңламаны.

– Ялҡын менән. Бына ауыҙым беште. Ялҡын менән үбешкән өсөн ишеү директор бешерәсәк әле.

Мине аптыратып, Асет апайым Фредты яҡлашырға тотондо.

– Юҡ, Фред бер кем менән дә үбешмәне. Уның ғәйебе юҡ, Хәмиҙә Маликовна.

Атаман сырт итеп төкөрөп ебәр­ҙе:

– Кәрәкмәй, Асет. Юғарыраҡ булайыҡ, ваҡлама тойғоларҙы.

Тәрбиәсе ярһып китте, үҙе мут ҡына йылмайҙы:

– Кит, мәғәнәһеҙ. Күрһәтермен «юғарыраҡ булайыҡ»ты. Ҡыҙ кешене рәнйетеп. Киттек, Асет. – Тәрбиәсе апайымды етәкләп алды ла ишеккә табан әйҙәне. Асет бер нисә аҙым атланы ла туҡтаны, шунан артына боролоп, Фред яғына «ҡарап» тора бирҙе.

– Шәп егет һин, Фред. Һинең менән разведкаға барып була. Үҙеңдән Матросов сығыр ине, – тине. Мин аптырап ҡалдым. Шул саҡ Атаманға күҙ һирпеп алдым. Ул ҡапыл аяғын өҫтәлдән алды ла ҡалҡына биреп ҡуйҙы.

«Күрһәтермен разведканы, атла, әйҙә», – тип тәрбиәсе Асетты тартҡылап тигәндәй алып сығып китте. Арттарынан, ҡаймаҡ урлап ашаған бесәй кеүек, Сулаҡ йүрмәләне. Бер аҙҙан мин дә уларға эйәрҙем. Шәм янып тор­ған өҫтәл янында Фред баҫып тороп ҡалды. Сулаҡ менән бер ике баҫҡыс та атлап өлгәрмәнек, Атамандың ҡалын тауыш менән:

– Мин күрәм! – тигән ауазын ишетеп туҡтап ҡалдыҡ. Черчилль иғтибар итмәне, апайымды һөйрәкләүендә булды.

– Мин күрәм!Ғимай менән яңынан бүлмәгә индек. Төрлө төҫкә, сүрәткә инә белгән Ғимай, унан алда бер ни булмағандай:

– Ни фига себе. Һин күрәһеңме, һөйөклө Атаман? Бынау һоро стенаны күрәһеңме?

Атаман үҙен-үҙе ҡыҫып ҡосаҡланы ла

:– Мин күрәм. Мин ҡояшты, мин йондоҙҙарҙы, мин, мин... – ни тип әйтергә белмәнеме, – мин яландағы сәскәләрҙе лә күрәм. Ана...

– Нимә «ана»? – Сулаҡ стенаны ентекләп, һәрмәп ҡарарға тотондо. – Бында бер үрмәксе китеп бара. Шул. Ниндәй йондоҙ­ҙар, ти. Фу, үрмәксе, тиһәм, ҡа­ҙаҡ, ҡаҙаҡ башы икән.

– Ана, иңдәренә силәк һалып, кемдер күктә йондоҙ сүпләй. Эргәһендә күркә...

– Ниндәй күркә?

– Эйе, күркәгә оҡшаған ниндәйҙер батша ҡошо бара, – Атаман ҡосағын йәйҙе. Ә Ғимай түҙемһеҙләнде, ни эшләргә белмәне.

– Ҡайҙа ул?

– Яҡын килмә, суҡып алыр.

– Һинең күҙеңә күренәме әллә?

– Яҡын килмә, силәктәрҙе сайпылдыраһың. Китер йондоҙҙар түгелеп. Килеп төшөр башыңа, әйләнерһең тирмән ташына.

– Кит әле юҡты, ниндәй күркә тей.

– Күккә ҡара! Тауистың үҙе. –Фред илаһи итеп күккә баҡты. Мин быны күрҙем дә, тойҙом да. Юҡ, ул Сулаҡты хыялландырыр өсөн шулай һөйләнмәй ине, уның һәр хәрәкәтендә ниндәйҙер еңеллек, сафлыҡ бар ине. Әле лә ул күккә, дөрөҫөрәге, өҫкә бағып ҡына ҡалманы, нисектер талпынып китте.

– Ниндәй күк, түбә бит бында. Алйот, – Сулаҡ үҙенең йырын һуҙҙы. Ә Атаман ихлас йылмай­ҙы.

– Юҡ, мин алйот түгел, мин тиле бөгөн.

Сулаҡ ҡаҡ ҡарауатҡа барып ултырҙы:

– Тауис, имеш. Үҙен түгел, китаптан һүрәтен күргәне юҡ бит инде бахыр­ҙың.

– Нисек күргән юҡ, хатта тауышын ишетәм мин уның. – Ҡыҙыҡ итеп ниндәйҙер ҡош тауышын сығарып маташты. – Ҡоғ-ҡоғғ, тей. Моңо самалы, әлбиттә, тик үҙенеке, ә бына һыны, ҡойроғо күркәм, бик күркәм. Ә атлап йөрөүҙәре!.. Ғорур ғына икән әле ул... Самаһын белеп, үҙенең гүзәллеген танытып ҡына баҫа. Ә ҡанат ҡағыштары! Донъя нурға сума! Был донъяны йәйғор төҫөндә күрһәң, ҡалай шәп!? – Шунан ул ҡапыл тын ҡалды. Ултырғысына ултырҙы. Әһәмиәт бирмәгән мәғәнәһеҙ тауыш менән:

– Ә мин бөгөн төш күрҙем, – тип ҡуйҙы.

Сулаҡ йәмһеҙ итеп көлдө.

– Ну, шыттыраһың да үҙең. Һуҡыр­ҙар төш күрәме һуң, һантый?

Ә мин һуҡыр түгел, тик ни бары күҙем генә күрмәй, – был һүҙҙәрҙе лә бик тыныс ҡына әйтте Атаман.

– Шулай булғас, ниндәй төш һуң? Күҙ күрмәгәс, тей, һуҡыр.

– Ә мин төш күрҙем. Күптән күргәнем юҡ ине. Күрһәм дә, шәүләләр, аҡлы-ҡаралы шарҙар, йондоҙсоҡтар ғына килеп инә ине йоҡо ҡасырып. Ә бөгөн… ҡояшҡа табан осоп барыу­сы ҡоштарҙы күрҙем. Ана, шул тауис­тар ине бит улар...

Атамандың ни һөйләгәнен аңламаһам да, нишләптер мин уға тағы ла һоҡланып ҡуйҙым. Теге ҡатҡан өс һыныҡ икмәктең береһен уға бирермен, ахыры.

4.

Иртәгеһенә үк йыйманылар беҙҙе. Фред менән Асет апайыма ҡаты яза буласағын барыһы ла тиерлек аңлай ине инде. Шул турала шыбыр-шыбыр килеүселәр һүҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡуйыртты. Подвалда улар шәм яндырып ҡына ҡалмағандар, карауатта ла аунағандар. Минең уларға, улай булмаған, тип ҡысҡырғым килә, тик шауларға ҡурҡам. Ә теге өс һыныҡ икмәк хаҡында ауыҙ асып һүҙ әйткән кеше юҡ әлегә.

Икенсе көнөнә Павел бәҙрәфтән килеп сыҡҡас, бүлмәләгеләргә:

– Һиҙҙегеҙме, унда икмәк еҫе бар, – тип өндәште.

Сулаҡ эләктерә һалып алды.

– Ҡайҙа тегендә?

– Туалетта, эйе.

Күптәр көлөп ебәрҙе.

– Кит әле, туалеттамы? Һаташаһыңдыр. – Шулай ҙа Сулаҡ шул яҡҡа ыңғайланы. Үҙе менән Пашканы етәкләне. Мин, тағы бер нисә малай арттарынан эйәр­ҙек. Йөрәк – табанда. Хәҙер икмәкте тапһалар, барыһын да аяҡҡа баҫтырасаҡтар. Фредты ғына ғәйепләмәһәләр ярар ине. Сулаҡҡа эләгергә мөмкин, уның күҙе күрә бит.

– Йә, әйт, ҡайҙа еҫе килә? – Сулаҡ Пашкаға ҡарай.

Дөм һуҡыр өҫтәге ширлеккә күрһәтте.

«Тәк-тәк», – тип Сулаҡ ишеккә атланып еңел генә өҫкә үрелде лә шап итеп таҡтаға һуғып ебәр­ҙе. Беҙ тертләп киттек. Бәләкәй генә икмәк киҫәген бармаҡтары менән семтеп алып төштө.– - Сысҡандар кимергән, кемдер йәшергән дә... Пашка, маладис, нюх собачий, – тип тегенең арҡаһынан ҡаҡҡылап алды. Шау-шыу шуның менән бөттө. Мин сысҡандарға рәхмәтле инем. Был миңә оло һабаҡ булды. Икенсе тапҡыр һағыраҡ булырға кәрәк.

Аҙна аҙағында элеккесә теҙелешеп, тубыҡланып ярымтүңәрәк яһап, директор бүлмәһендә ултырабыҙ. Ғәҙәттәгесә, Берия ҡулында бысаҡ уйнатҡылап, өҫтәл артында шымып ҡалған. Өҫтәлдә һүнгән бер нисә шәм һаман шул килеш, тоҡанғандары ла юҡ, ахыры. Бүлмәлә башты әйләндерерлек хуш икмәк еҫе таралған. Тәрбиәсе уларҙы тотоп торҙо ла беҙҙең алға ҡуйҙы. Ауыҙҙан шайыҡ ҡойола. Былар мин сәлдергән ҡатҡан икмәктәргә ҡарағанда күпкә тәмлерәк күренә.

Ғәфүр Ҡәйүм улы бысаҡ һабы менән өҫтәлгә туҡылдап алды:

– Яңы көн тыуҙы. Тағы ҡояш сыҡты. Һеҙ уны күрәһегеҙме, балалар? – эстән мығырҙарға ла онотманы. – Хөкүмәт елкәһен кимереүсе йолҡоштар.

Һәр ваҡыттағыса, бер нисә бала:

– Күрәбеҙ.

– Күрмәйбеҙ.

– Ҡояш сыҡты ламы ни? – тип яуапланы.

– Фред, ҡоҙғондарың иҫәнме әле? – директор ҡаты өндәште. Хатта тәҙрәләр сыңлап киткәндәй булды. Тауышына ҡарағанда бөгөн ул сыбыртҡыны ныҡ шартлатмаҡсы. Ә Фред-Атаман, киреһенсә, бик тыныс ине.

– Ҡоҙғондар үлде, – тине ул. – Мин бөгөн тауис күрәм. Ана, ул нисек ҡысҡыра. Бар донъяны йәмгә күмеп, ҡойроҡтарын да, ҡанаттарын да йәйеп, йәйғор төҫтәре менән донъяны балҡыта. Хайран ҡалырлыҡ бит! Кеше шундай матурлыҡты нисек күрмәй икән ул?! Йырлағы килә хатта.

– Иҫәрләнгән был. Кисәнән бирле бер үк ҡош. «Ҡоғ-ҡоғ», тип ҡысҡырып та күрһәт. – Ғимай-Сулаҡ йәмһеҙ итеп көлөп маташты. – Ә мин перәниктәр...

Фред тегене бүлдерҙе:

– Иҫәрләнгән тей, тилерҙем мин. Бындай матурлыҡты күргәндәр барыһы ла тилеләр, – ул урынынан ҡалҡынды ла ҡош булып талпынырға, бейергә тотондо. – Ҡоғ-ҡоғ... ҡоғ-ҡоғ...

Черчилль иҫ киткес матур итеп йылмайҙы ла директорға баҡты:

– Табип саҡыртмайыҡмы?

Директор уның һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәне:

– Фредҡа ике, юҡ, биш һыныҡ икмәк бирергә! – тип һөрән һалды. Тауышы көр яңғыраһа ла, был юлы тәҙрә сыңлағандай булманы.

Фред ҡапыл айнып киткәндәй, бейеүенән туҡтап ҡалды

– Биш һыныҡ икмәк?.. Юҡ, бындай тойғоларҙы ваҡламағыҙ әле, директор иптәш, биш һыныҡ нимә ул, буханкаға, бер машина икмәккә торошло ул. Ғөмүмән, һатылмай был тойғо, был тауис ҡош та. Ул минеке, мин уны бер ниндәй байлыҡҡа ла һатмайым. Кәрәкмәй биш һыныҡ икмәгегеҙ.

Ғимай Атамандың ҡулын тотто:

– Ал, миңә бирерһең.

– Һыныҡ икмәк менән беҙҙең тойғоларҙы һатып алып бөттөгөҙ былай ҙа. Ҡайҙа ысын тойғо, ҡай­ҙа ялған, – Фред Сулаҡтан ҡулын тартып алды ла уға бармағы менән төртөп күрһәтте. –Аңламай бит хәҙер был әҙәмдәр. Һуҡырҙың да үҙенең күргән яҡтылығы, үҙ офоғо, зәғифтең дә үҙ ҡара-аҡлығы, үҙ тойғоһо була.

Барыһы ла тынып ҡалды. Директорҙың йөҙө ҡараға әйләнә барғанын мин әллә күҙем менән күрҙем, әллә күңелем менән той­ҙом.

Блондинка Гәүһәр, интернаттағы иң һылыу, иң һомғол ҡыҙ:

– Тамаҡ һыйына, тамаҡ хаҡына күп нәмә һатыла, Фред, – тип өндәште. Ул беҙҙең барыбыҙҙан да өлкән. Директорҙың һөйәркәһе, тиҙәр, дөрөҫөрәге, тәүге танышҡанда Фред әйткәйне. Ҡолаҡты ярыр тынлыҡты баяғы аңһыҙ Ғимай боҙҙо:

– Биш һыныҡ икмәк бирһәләр, мин дә ул ҡошто, ниндәй ҡош әле, эйе, тауыҡты ла күрә алам. Бирһендәр генә... – мәғәнәһеҙ һүҙҙәре өсөн Сулаҡҡа эстән рәхмәт уҡып ултырам, көсөргәнешлекте кәметергә әлдә уның кеүек иҫәрҙәр бар әле. Мин уны күтәремләргә булып:

– Ҡыт-ҡыт-ҡыт... – тигән булдым. Бындағы ауыр һауа тәрбиәсегә лә күтәргеһеҙ тойолғандыр:

– Аҡмал, ә һин нимә күрәһең? – ул миңә төбәлде.

– Дөрөҫөн әйтергәме? – тип башымды эйҙем.

– Әлбиттә, дөрөҫөн. Фред кеүек тамаҡ хаҡына алдашырға ярамай, – директорҙың тауышы тағы ла тәҙрәләрҙе сыңлатты.

– Мин? Һеҙ нимә? – Атаман бирешергә теләмәне.Мин ҡапыл башымды күтәрҙем дә нишләп улай әйтергә булғанмындыр, белмәйем, тотлоға-тотлоға һөйләргә тотондом:

– Ә мин... ә мин ана шул Фредтың бар донъяға йәм, нур биргән тауис ҡошона ... ташланған этте күрәм. Ул уның өҫтөнә һикерҙе лә ҡоштоң муйынын, боғаҙын быуа башланы. Тирә-яҡҡа ҡан сәсрәне, төрлө төҫтәге шул тиклем матур ҡаурыйҙар һибелде. Ә эттең яуыз күҙҙәре яна, уға матурлыҡ түгел, уға ҡорбан, уға ит кәрәк. – Янымда ултырған Фред яғамдан мыҡтып тотто ла башыма ҡундырҙы. Миңә ауыртманы ла, ҡаршылашманым да, бары аҡырҙым ғына. – Эт ырылдап-ырылдап ашай, бар тирә-яҡ ҡан менән тулды-ы...

Директор Фредтың ҡулын тотто.

– Етәр!Бәрәкәтле Ғимай тағы телгә килде

– Икеһе лә ас ҡалды бөгөн. Ә мин перәниктәр күрәм.Директор һалмаҡ ҡына тауыш менән:

– Тә-әк. Был миңә оҡшаны. Аҡмалға – биш һыныҡ икмәк.

Барыһы ла аптырап ҡалды. Мин дә. Хәйер, миңә барыбер ине. Ярһығайным.

– Нисек инде? Ул бит перәниктәр тураһында, тәмлекәстәр, матурлыҡ, тауыҡ тураһында һөйләмәне лә инде, – эйе, барыһынан бигерәк Ғимай аптыраны.

– Ваҡытында атҡан пуля кәрәкле сәпкә тейгәндә бер буханка икмәк тә йәл түгел! – директор тағы тәҙрәләрҙе сыңлатты. – Беҙҙең ихатаны, беҙҙең күкте йәмләгән ҡоштоң, ҡайҙалыр йылы яҡтың ҡояшында йылынған тауисмы, тауыҡмы шунда, шул ҡоштоң эттән таланғаны яҡшы. Беҙгә үҙебеҙҙең турғай, һайыҫҡандар, күгәрсендәр ҡәҙерле.

– Хыял ҡанаттарын ҡайырмағыҙ, зинһар. Ул тауис тигән ҡошто минең ишеткәнем дә, күргәнем дә, күҙ алдына килтерә алғаным да юҡ. Тик Фред тәь­ҫирләнеп һөйләгәндә мин дә уны күргәндәй булдым. Ә, Аҡмал, һин уға эт һөсләтәһең, – Асет апайымдың тауышы мине тертләтеп ебәрҙе.

– Ул ҡош бында барыбер йәшәй алмай бит, Асет апайым, мин шуға уны ҡыуайым тигәйнем дә... эт ашаны. Ундай тойғолар беҙҙе һәләкәткә генә илтәсәк. Фред кеүек дыуамалдарҙы бигерәк тә.

Директор усы менән өҫтәлгә шап итеп һуҡты. Барыһы ла тиерлек урынынан һикереп китте:

- Тыңлап торам да... Нимә, һеҙ беҙгә театр ҡуйырға булып киттегеҙме ул?

– Юҡсы, – тинем.

– Ә улайһа?

– Мин нимә күрҙем – шуны һөйләнем.

– Шулай тип уйлайым шул, – Берия ҡәнәғәт йылмайып, күҙлеген рәтләп ҡуйҙы. – Эт өсөн биш һыныҡ икмәккә лайыҡ һин, Аҡмал. – Усымды астырып, ҡулыма биш һыныҡ икмәк һалды. Сулаҡ ҡына һаман бында ни бар­ғанын аңлай алманы:

– Шулай ҙа була икән. Иртәгә мин бесәйҙе күрәм улайһа. Тауыҡтың күкәйен һытып эскән бесәйҙе.

Фред минән ситкәрәк шылып ултырҙы ла:

– Аҡмал, икмәгең тамағыңа килеп тығылмаһын тағы. Күҙеңде һуҡырайтҡансы… Һағыраҡ бул.

Һыр бирмәнем. «Күҙеңде һуҡырайтҡансы», тигәненә лә иғтибар бирмәҫкә тырыштым, сөнки Атаман – ысын ир, ниндәй генә хәлдә булһа ла, минең «күҙле» икәнде бер кемгә лә һатмаясаҡ. Мин дә. Тик уның Асет апайыма бармаҡ осондай ҙа берәй төрлө ҡағылышлы булыуын теләмәйем шикелле, дуҫ булыуын да. Шуға эт «һөсләттем» уға. Бар до

нъяға асыуым килде, ни артҡа ла юл юҡ, әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Бер кемгә лә ярағым килмәне:– Тығылмаҫ. Ас тамаҡҡа изге икмәк бер ҡасан да арҡыры һөйәк булмаҫ.

Директор мине күтәремләгән булды.

– Дөрөҫ, тығылмаҫ. Бөгөн һөйләшеү тамам. Тик китмәй торабыҙ әле. Фред менән Асет, һеҙҙең икегеҙгә бөгөн төшкө аш бирмәнеләр. Шулаймы?

– Эйе, – Асет яуап бирҙе, Атаман өндәшмәне.– Нишләп, тип уйлайһығыҙ?– Белмәйем.– Ә һин, Фред?– Һимерә башлағанбыҙҙыр.– Шулай, ахыры. Һеҙҙе кисә подвалда застукали, егет. Шәм яҡтыртып, үбешеп ултыра ине, тинеләр. Баяғы ҡоштоң подвалдан осоп менгәнен шунда уҡ төшөндөм мин. Хәмиҙә Маликовна, икеһен дә өс көнгә изоляторға, һыуҙан башҡа бер ни бирмәҫкә!

Атаман урынынан ҡалҡынды:

– Бер үҙем алты көн ултырам, тик Асетҡа теймәгеҙ, уның ғәйебе юҡ, Ғәфүр Ҡәйүмович. – тине. Ғүмерҙә директорға исем-заты менән өндәшмәгән Фред миңә ҡапыл йәл булып китте. Директор урынына барҙы ла бысағын уйнатҡылап, бер аҙ өндәшмәй балаларға ҡарап ултыр­ҙы.

– Юҡ, икеһен дә – алты көнгә! Һыуҙан башҡа бер ни бирмәҫкә! Кем интернат ҡағиҙәләрен боҙа, барыһына ла шундай яза! – тине. Тәҙрәләр тағы сыңлап киткәндәй булды. Мин Атаманды ла, Асет апайымды ла йәлләмәнем, нисектер барыһы ла барыбер кеүек ине. Торҙом, баяғы биш һыныҡ икмәктең дүртеһен кеҫәләремә тултырҙым да берәүһен ауыҙыма ҡаптым. Тәмле ине, тик әсе лә тойолдо. Көткән ләззәт, шайыҡтарҙы ағыҙып килгән кинәнес килмәне, киреһенсә, күңелемде бер бушлыҡ биләп алды ла миңә йәлләргә, хатта уйланырға ҡамасауларға тотондо. Тик шулай ҙа баш­ҡа бер уй килде: шул бысағын барыбер урлайым һәм... сүплеккә ырғытам. Ултырмаһын бында балалар ҡаршыһында уны уйнатып.

5.

Асет апайым менән Фредты айырым-айырым изоляторға япҡас, үҙемә урын тапмай башланым. Улар алдында үҙемде бер хыянатсы кеүек күрҙем. Дөрөҫөн әйткәндә, Фредтың апайыма ғашиҡ булыуын белмәнем, уны көсләргә йыйына, тип уйланым. Атамандың, бер үҙем алты көн ултырам, тип әйткәнен ишеткәс кенә уның тойғоһон, унда мөхәббәте хаҡына үҙен ҡорбан итерҙәй көс булыуын, үҙемдең ниндәй аңра, көсһөҙ икәнемде аңланым. Нисек тә уларҙы ҡот­ҡарғым килде.

Дүрт һыныҡ икмәгемде кейемдәр араһына йәшереп ҡуйҙым. Ашағым килмәне. Уйым – бысаҡта, уны ҡулға төшөрөргә кәрәк.

Теге ваҡыттағы кеүек отбой ығы-зығыһын файҙаланып, киттем директор бүлмәһенә. Унда инеүем булды, коридорҙа Черчилдең: «Отбой, отбой!» – тип ҡыс­ҡыр­ғаны ишетелде. Ни эшләргә белмәй, тиҙ генә өҫтәл аҫтына инеп ултырҙым. Хәмиҙә Маликовна ишекте асып башын ғына тыҡты ла, бер кем дә юҡ икән, тип кире япты. Йөрәк «жыу» итеп китте. «Отбой», «отбой» тигән тауышы һаман коридорҙы яңғыратты. Бөттөм, хана. Нисек сы­ғырмын бынан? Ҡуҙғалырға ҡур­ҡып ултырам. 

Шул саҡ шкаф эсенән тауыш килгәндәй булды. «Икмәк тағы ла бирермен, йәме». Директор тауышы. Мин аптырап киттем. Бүлмәлә бер кем юҡ та инде, әллә ҡурҡҡандан ҡолағыма директор тауышы ишетеләме, тим. Карауат шығырҙаған да ке­үек. Торҙом. Шкафтар янына килдем. Һаҡ ҡына шкаф ишеген астым. Һәм... артта тағы бер бүлмә хасил булды. Ә унда карауатта шыр яланғас Берия менән кемдер ята ине. Ай яҡтыһында икеһе лә ап-асыҡ күренә.

«Миңә икмәк кәрәкмәй, кәрәкмәй, кәрәкмәй», – тип ҡабатланы икенсе тауыш. Мин уны таныным. Ҡыҙҙар араһында иң сибәр, теге блондинка Гәүһәр ине. Ҡапыл ҡалтыранырға тотондом. Теҙ быуындарым бушаны, ҡолап китермен кеүек. Уға ла, директорға ла ныҡ асыуым килде. Хәшәрәттәр. Ипләп кенә шкафты яптым да артҡа сигендем. Аяҡ, ҡулдарым һаман ҡалтырай. Ҡурҡтыммы шулай, эсемдә нимәлер өҙөлдө. Стенаға һөйәлеп тора бирҙем. Шул саҡ танауға иҫ киткес тәмле еҫ бәрелде. Ингәндә өҫтәл өҫтөнә ҡарамағанмын да икән. Унда хуш еҫле икмәк менән бергә ике алма ла ята ине. Бер алманы кеҫәгә һалдым да ай яҡтыһында ялтырап ятҡан бысаҡты ҡарап та тормай, ең эсенә тыҡтым. Башымды тығып, коридорға күҙ һалдым. Бер кем дә юҡ. Ҡара сепрәкте күҙгә төшөрҙөм дә бүлмә яғына ыңғайланым. Үҙ урыныма стеналағы буй епкә тотона-тотона килдем. Туҡтатыусы булманы. Тағы ла кейемдәрем араһына алмамды йәшерҙем. Уның еҫе ҡот осҡос икән ул, бар донъяны алғандай булды. Күрше карауатта ятҡан Павел:

 – Ҡояштың еҫе алманыҡына оҡшаған, – тип ҡуйҙы. – Мин бына әле шуны тоям.

– Ҡояш күптән байыны бит инде, – тинем шыбырҙап.

– Байыһа ла, еҫе ҡала бит.

– Эйе шул, ҡала. Яҡтыһы Айға ҡала. Йоҡлайыҡ. Хәҙер ергә Ай хужа, – тип ятыу яғын ҡараным.

Ятҡас, күргәндәремде иҫкә төшөрөп, ни эшләргә белмәнем. Директорҙы үлтерергә кәрәк, ул бит хәшәрәт, тип уйланым. Шундай баш етмәҫ уй нисек килеп инде был башҡа? Нәфрәтем этәрә. Тик уны нисек үлтерәһең? Их, Сынтимер ағай булһа, ул уға күрһәтер ине. Бәлки, үҙенә хат яҙып һалырғалыр. Уф, һантый, һин бит һуҡыр, нисек яҙырһың, белһәләр, хана бит. Юҡ, бәлки, Сталиндың үҙенә яҙырға кәрәктер. Ул бит беҙҙең атабыҙ, Хәмиҙә Маликовна һәр ваҡыт шулай тип ҡабатлай ҙаһа. Атай кеше генә өйҙә барыһын тәртипкә һалырға мөмкин. Ул бындағы тәртипһеҙлекте белергә тейеш тә. 

Пашканың аҡ ҡағыҙын алып, ҡара ҡәләмде төкөрөкләй-төкөрөкләй, Сталин бабайҙың үҙенә ай яҡтыһында хат яҙырға тотондом. «Хөрмәтле юлбашсыбыҙ Сталин бабай. Һинең мәрхәмәтле юлбашсыбыҙ икәнеңде белеп, был хатты һуҡырҙар интернат-мәктәбенән яҙабыҙ». Маңлайҙан тир бәреп сыҡты. Үҙ исемемде яҙырға уйланым да, туҡтаным. Кәрәкмәйҙер, әтеү һуңынан күҙле икәнде белеп, язаға тарттырырҙар. «Беҙҙең Совет иле иң шәп, иң бай ил булһа ла, беҙгә бында икмәк етмәй әле ул, Сталин бабай. Директорыбыҙ Ғәфүр ағай беҙгә үлсәп, бик әҙ бирә. Күберәк үҙ кеҫәһенә һала. Беҙгә килеп китегеҙ йә икмәк бирегеҙ». Бында дүрт һыныҡ, йомро бөтөн бер алмам бар, уйлаһаң, минән дә бай кеше юҡ, ә мин, иҫәр, батшанан икмәк һорап ятам. Ну, бында директорҙың балаларҙы көсләгәнен, йәберләгәнен нисек яҙмаҡ кәрәк һуң? «Беҙҙең дә бәхетле булғы килә», тип өҫтәгән булдым. Аптырап. Хатты тамамлағас, ҡағыҙҙы өсмөйөш итеп бөкләнем дә «Москва, Сталину. Отцу народов» тип теркәнем. Усымда ятҡан хат ҡыҙған таба кеүек ҡулымды, бар тәнемде бешерә башланы. Нишләргә? Хат яҙылды. Уны ҡайҙа йәшереп торорға була? Шунан мендәрҙең эсенә тыҡтым.

Таң менән тороп, барыһы ла йоҡлағанда, ҡарауылсы ҡарт та килеп етмәгән ине әле, мейес аҫтында ике аҡтарылған ҡыҫҡа таҡта янына баяғы бысаҡты күренмәҫлек итеп ҡыҫтырып ҡуй­ҙым. Әлегә шунда ятҡаны хәйерле.

Изолятор беҙҙең бүлмәләр­ҙең тап кире яғында, бинаның теге осонда ине. Унда барып хәлдәрен белеп булмаясаҡ. Өс көн, өс төн нишләргә белмәй баш ваттым. Саф һауаға сыҡҡанда Павел менән йөрөгән булып, ипләп кенә тәҙрәләренә күҙ һалам. Бер көн Фред күренеп ҡалғандай булды. Әллә күҙемә салынды, рәшәткәле тәҙрәлә кемдер ҡарап тор­ған төҫлө тойолдо. Ҡояш йорт өҫтөнән ҡарағас, ул тәҙрә ҡап-ҡараңғы ине, шәйләүе ауырыраҡ. Етмәһә, күҙемде ныҡ итеп асып ҡарай ҙа алмайым. Ҡара сепрәк аша бөтөнләй күренмәй тиерлек, унан шәүләләрҙе шәйләргә генә була. Күҙемде күп ҡыҫып йөрөү үҙенекен итәме, алыҫтан үҙем дә насар күрә башланым.

Апайым ике көндән аңын юғалтып йығылған. Беҙҙең интернат­ҡа күрше генә район-ара дауахана урынлашҡайны, шунда алып барып һалғандар. Был турала миңә Сулаҡ ҡолаҡҡа сиртте: «Апайың һинең үләсәк, ул балниста ята», – тине. Таш күңел. Йөрәгем «жыу» итеп китте. Стенаға бәйләнгән бауға тейер-теймәҫ йүгереп тәрбиәселәр бүлмәһенә барып индем. Хәмиҙә Маликовнанан һорашһам, ул, борсолма, уның ангина, тамағы шешкән, берәй аҙнанан сығыр, тип тынысландырҙы. Апайым үлһә, мин дә үләм, тинем. Черчилль килде лә башымды ҡосаҡлап алды, йомшаҡ ҡына итеп һыйпаны: «Улай тип һөйләнмә, аслан. Бөгөн апайыңдың хәлен барып белербеҙ, тыныслан, йәме». Рәхәт ине. Ныҡ итеп илағым килде. Түҙҙем, күҙемде һығып йомдом да шым ғына тәрбиәсемә һыйынып торҙом. Ниндәй яуыз булһа ла, ни тиклем йылылыҡ, наҙ бар икән үҙендә. Әлеге мәлдә унан яҡын, унан да ҡәҙерле кеше юҡ һымаҡ ине. Бер аҙ тынысланып сығып киттем. Апайым үлмәйәсәк, ул йәшәйәсәк – шул миңә көс бирҙе. Баш­ҡаһы мөһим дә түгел кеүек булһа ла, ирекһеҙҙән уйым төндә яҙған хатҡа килә лә төшә. Яҙҙым да хәҙер, ебәрергәме, юҡмы, тип борсолоуҙан ярылам. Күңелемә бер ҡорт инеп ояланы ла тынғылыҡ бирмәй. Блондинка Гәүһәр­ҙең, кәрәкмәй, икмәк тә кәрәкмәй, алма ла кәрәкмәй, тигән һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә яңғырап тор­ған кеүек. Ней, апайым, ниңә уға, ҡошҡа, этте һөсләтәһең, тип үпкәләп ҡарағандай. Ә Фред бөтөнләй йоҙроҡ төйнәй. Хатта Паш­ка ла йүнләп һөйләшмәгәндәй. Былар өсөн үҙемде эстән ашайым. Тик мин бит ғәйепле түгел. Быларҙың барыһын да яуыз директор ҡорҙо. Беҙ барыбыҙ ҙа шул хәшәрәт тоҙағында, дөрөҫөрәге, ҡоллоғонда. Быны бит Сталин атабыҙ белмәй. Минеңсә, ул белергә тейеш. Үҫмер аҡылым кемгәлер таянырға, кемгәлер һыйынырға, кемгәлер ыша­нырға теләй, нығынып та етмәгән тәнем, йәнем был осо-ҡырыйы күренмәгән ҡоршауҙан ҡотолғоһо килә. Нисек тә Фредты күрергә кәрәк. Унда ашауҙан ғына түгел, бар яңылыҡтарҙан мәхрүм булып ята. Атаман даһа, бәлки, берәй юлын әйтер, сыуалған уйҙарымды тағатып ебәрер.

Эңерҙә Черчилль мине етәкләп дауаханаға алып килде. Бишмәт кеҫәмә «эт һөсләтеп» алған дүрт һыныҡ икмәгемде һалып алдым. Ярты алманы ҡағыҙға төрөп быймам ҡунысына тыҡтым. Бүлтәйеп күренеп торған кеүек ине, салбар балағын тышҡа сығарғас, ҡап­ланды. Күстәнәс булыр. Ярты ғына, сөнки теге көн иртән уны бәҙрәфтә түҙмәй тешләп ҡарағайным. Китте еҫе аңҡып. Баяғы Берия бысағы менән уртаға киҫтем дә яртыһын ашаным да ҡуйҙым.Тешләнмәгән икенсе яртыһын күлдәккә урап, иҫке быйма эсенә тығып торҙом әле был өс көн. Еҫе хәтәр сыға, шуға һарыҡ йөнө еҫе әҙерәк кенә бул­һа ла ҡапламаҫмы, тип уйлағайным.

Бүлмә эсе яҡты ине. Асет төпкө койкала ята. Тәрбиәсе уның янына алып килде лә үҙе башҡа йомош менән сығып китте. Апайымдың ҡулын тотоп алғас та эҫелеге бар тәнемде бешереп алғандай булды. Ул йылмайҙы ла, Аҡмал туғаным килгән, ҡалай ҡулың һыуыҡ, тигән булды. Оҙаҡ ҡына усты усҡа һалып шулай, Ер шарында бер-беребеҙгә бер-беребеҙҙән дә ҡәҙерлерәк кеше юҡ икәнен аңларға, аңлатырға тырыштыҡ. Ул шым ғына ятты, мин дә өндәшмәй генә ултыр­ҙым. Уға ғына хас тәмле һөт еҫе дарыуҙар еҫе менән буталғайны. 

– Мин һиңә икмәк алып килдем, апайым, – тинем. Ысынлап та, тамағы ныҡ шешкәйне, ул тамағын ҡыра-ҡыра, ҡарлыҡҡан тауыш менән:

– Үҙең аша. Бында ашаталар. Фредҡа бир, ул астыр, – тине. Башҡа һүҙ өндәшмәнем, борсоғом килмәне. Алма тураһында өндәшеп өлгөрмәнем дә, уңарса Черчилль дә килде.

Интернатҡа ҡайтып еткәс, Хәмиҙә Маликовнанан һорап тышта ҡалдым, әҙерәк һауа еҫкәп тор­ғом килә, тинем. Ул, оҙаҡлама, тип инеп китте.

Оҙаҡ уйлап торманым, тәүәккәлләнем. Бинаның икенсе яғына сыҡтым да ҡар йырып барып еттем теге көндөҙ Фредҡа оҡшаған шәүлә торған тәҙрә янына. Тәүҙә тирә-яҡҡа күҙ һалып алдым, былай бер кем дә күренмәй. Стена эргәһендә ҡар ирей төшкән, шунда окоп кеүек бер буй эшләп алдым. Йәшеренергә кәрәк булһа, ҡамасауламаҫ. Үрелеп тәҙрәгә сирттем. Яуап биреүсе булманы.

«Фред, һин бындамы?» – тәҙрә аша бүлмә эсенә баҡтым. Эңер төшөп килә, ҡараңғы. Күҙ өйрәнгәс, өс койка, бер ситтә өҫтәл дә ултырғыс торғанын шәйләнем. Төпкө карауатта бөгәрләнеп кемдер ята. Нишләптер тәүҙә сит кеше һымаҡ күренде. Ҡал­ҡынып, ҡолағын тәҙрә яғына ҡарпытҡас, таныным – Атаман. Ябыҡҡан, нисектер һурылып киткән. Биш көн һыу менән генә яттымы икән? Йәлләп киттем үҙен. Әллә миңә шулай ғына тойолдомо. Тағы тәҙрә сирттем, был мин, Аҡмал, тигән булдым. Тәҙрә ярыҡтарынан тауышты ишетте, тик бер ни өндәшмәй ятыуында булды. Йән көйөп китте. Мин үҙ ғүмеремде, күҙемде үлемгә тип әйтерлек дусар итеп, уның янына килдем, ә ул... ятҡан була. Аптырағандан:

– Һиңә Асет сәләм әйтте, – тинем.

– Әйтһә ни. Шунан?

– Мә, һиңә икмәк, – дүрт телем­дең берәүһен кеҫәмдән алып тәҙрә аша күрһәттем. Әйтерһең, ул күрә.

– Кәрәкмәй. Үҙеңә булһын! Йә апайыңа бир. Уның хәлдәре нисек?

– Уға икмәк кәрәкмәй хәҙер.Фред хәүефләнеп китте. Яйлап ҡына тәҙрә янына килде, өҫтәге ике йоҙроҡ һыймалы форточка ишаратын асырға маташты. Уныһы туңғайны, шулай ҙа тарт­ҡылай торғас, яртылаш асылды.

– Нисек кәрәкмәй? Үлдеме әллә?

– Юҡ, үлмәне, ну, хәлдәре шәп түгел... ине. Апайым дауаханала. Тамағы шешкән, һыуыҡтан. Бөгөн барҙым. Ашаталар. Хатта ҡыҙыл ғына алма биргәндәр. Һин икмәкте ал. Теге биш һыныҡ икмәктең берәүһен генә ашаным. Ҡалғанын һеҙгә тип киптерҙем. Ал инде, Атаман.

Фред тәҙрә тупһаһына таянып тышҡа «ҡарап» тороуын дауам итте. Мин уның йомоҡ күҙҙәрендә бер мәғәнә эҙләнем, ул бик бойоҡ ине.

– Эт еҫе килә икмәгеңдән. Үҙең аша... Иртәгә сығам, намыҫлы икмәкте ҡабырға күп ҡалманы. 

Ниндәй әҙәмдер был? Мин ҡар кисеп, бар ҡурҡыуымды еңеп, уның янына киләм, ә ул? Өс хәрефкә оҙатһаң инде үҙен. Шулай ҙа:

– Тоғро эттең еҫе бит ул. Апайыма алып барғайным, ул, Фред­ҡа бир, тине, – тинем мөлдөрәп ҡарап.

Фред ирония менән:

– Тағы нимә тине? – тип мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы. Мин фантазиямды эшкә ектем. Үҙем тиҙ генә тирә-яғыма күҙ һалып алырға ла онотмайым.

– Ул асыҡҡандыр, тине. Нишләптер ул һине ныҡ йәлләй.

– Йәллә-әй?.. Һин нимә, мине сүп тип беләһеңме? – ул шап итеп форточкаға һуҡты. Туң тәҙрә барыбер ябылманы, һуғылып яңынан асылды. – Йәлләтергә мин баҡа түгел. 

Хәле бөтөп киттеме, ултыра төштө.

– Юҡҡа хәлеңде бөтөрмә, Атаман. Аша, мин ысын күңелдән... Асет һиңә ярты алмаһын ебәрҙе.

– Быйма ҡунысынан ярты алманы сығарҙым. Атамандың танауы электән еҫте һәйбәт тойҙо. Аслыҡтан был һәләте таралып төшмәгән, ахыры, еҫкә ҡалҡына бирҙе.

– Алма?.. Миңә?..– Эйе, ҡып-ҡыҙыл ғына. Мин бындайҙы күргәнем дә юҡ. Ҡыш уртаһында ишеү. Ҡапманым, еҫкәп кенә ҡараным.

Фред тәҙрә аша ҡулын сығар­ҙы.

– Ысынлапмы? – Ҡарәсәле, Атаман да иреп китергә мөмкин икән дә. Аслыҡ – яман нәмә шул.

– Тик мин уны һиңә бирмәйем, – тауышым ҡоро сыҡты. Үҙем тиҙ генә тирә-яғыма ҡарана һалып алдым, йорттоң теге яғында минең исемде әйтеп һөрәнләгәндәр кеүек тойолдо.

Фред ҡапыл юғалып ҡалды.

– Ни-ишлә-әп? Уны Асет миңә бирҙе, тиң түгелме?

– Һиңә бирҙе, тик... һин тәүҙә икмәк аша, шунан бирәм.

– Нимә-ә, һатып алмаҡсыһыңмы? Иди... Һүгенәм хәҙер! Ос бынан! – Фред-Атаман койкаһына барып ятты. Мин нишләргә белмәнем.

– Шаярттым бит, шаярттым, – тигән булдым. Фред ҡымшанманы ла, нисек барып ауҙы, шулай ятыуын белде. Мин сүкәйеп ултырҙым. Китергәме, ҡалырғамы – нишләргә лә белмәйем. Илағым килеп китте.

Шул саҡ Атамандың хәлһеҙ ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде:

– Мин бала саҡта яман яуыз инем.

«Хәҙер улай түгелһеңме?» – тип уйлап ҡуйҙым, тик бер ни өндәшмәй ҡалҡынып эскә баҡтым. Атаман ҡарашын стенаға төбәгән дә һөйләүен белә. Уны тыңлаусы бармы, юҡмы – иғтибар ҙа бирмәй, буғай.

– Баҡаның ауыҙын астырам да һауа тултырам. Ул шар кеүек йомрайып, ҙурайып китә. Хатта аҫтағы аҡ урындарынан тамыр­ҙары бүлтәйеп килеп сыға. Шар кеүек тулы баҡа ҡуҙғала алмай ята, сөнки аяҡтары ергә теймәй.

– Был тиклем яуызлыҡ беҙҙә лә бар ул. – Мин уның хәбәрен күтәреп алдым. Унан бигерәк, ул хәбәрҙе миңә һөйләй бит. Бар кит, тип ҡыуманы ла инде. – Беҙ уға тәмәке тарттыра торғайныҡ. Баҡа ауыҙынан тәмәкене төшөрә алмай, һура ла ҙурая, һура ла ҙурая, – яһалма көлгән булдым, үҙем тирә-яҡҡа ҡарана һалып алам.

Атаман талғын ғына һөйләүен дауам итә:

Улай ҡыҙыҡ булмағас, туп урынына тибеп ебәрәһең тегене һәм... бомба кеүек шартлай ҙа эсендәге эсәк-бауырҙары, ҡандары уҡмашып битеңә сәсрәй. Имәнес булып китә.

Донъяны тынлыҡ баҫты. Мин ни тип әйтергә белмәй торам. Фред та тынып ҡалды. Шунан ул минең яҡҡа башын борҙо ла:

– Бутҡаны, икмәкте күп ашап сәсрәп китмә, Аҡмал, – тине.

Яуыз һин, Фред. Асыуым килде. Нимә тип бында килеп йөрөйөм. Өшөп, туңып. Икмәк үҙемдән дә артып бармай, улайға кит­һә. Былай ҙа ҡолағыма: «Аҡмал, һин ҡайҙа?» – тип ишетелгәндәй.

– Элек, ысынлап та, күҙең күргән икән, улайһа, Атаман, – тинем. Шулай ҙа тегенең йәненә тейгем килеп китте. – Ә беҙ атҡа ҡунған ҙур күгәүенде тотоп алабыҙ ҙа уның арт һанына әрем һабағы тығабыҙ. Һәм тегене осорабыҙ. Теге ныҡ-ныҡ безелдәй ҙә осоп китә һәм «шап» – әйләнеп килеп төшә, осоп китә лә әй­ләнеп килеп төшә. Һәм бер за­ман хәле бөтөп, безелдәүҙән дә туҡтай. Тик дерелдәп кенә ята. Шунан был этләнмәһен әле тип, ҡатҡан табандар менән иҙеп ҡуябыҙ.

– Нимә һин, бейектә осҡандар­ҙы ергә төшөрә беләбеҙ, тип әйтмәксеһеңме? – Фред тағы тәҙрә янына килде.

– Юҡ, мин икенсе нәмә уйланым.

– Уйлай алғас, һин баҡа тү­ге-ел.

– Беҙ бер бөжәк кенә был интернатта, – был һүҙҙәрҙе мин нишләптер шыбырлап ҡына әйттем.

– Нимә тиһең, бөжәк? Һин ул баҡа, мин түгел. – Фред тағы ла сүкәйеп ултыра төштө. Минең йәнем көйөп китте.

Ә мин Сталинға хат яҙҙым.

– Ни фига себе... Кемгә? Сталинға? Ысынлапмы? Нимә тип яҙҙың?

– Эйе, Сталиндың үҙенә. Икмәкте ашаһаң, әйтәм.

Фред яңынан ҡалҡынды.

– Бер тапҡыр әйттем бит, эт еҫе килә икмәгеңдән.

Ишек яғынан: «Аҡмал! Аҡмал, һин ҡайҙа?» – тигән тауыш ишетелгәндәй булды. Сүкәйә һалдым. Күҙ бәйләнә башланы, шуға тирә-йүн йүнләп күренмәй ҙә. Асыуымды тыя алмай:

– Улайһа, уҡымайым да, алманы ла, икмәкте лә бирмәйем. Ғимай сулаҡҡа бирәм, әйҙә тығын­һын, – тинем.

– Ҡалай яуызһың. Бир! – шул саҡ ул ҡулын тышҡа һуҙҙы. Үрелеп икмәк менән алманы уның усына һалдым, кире окобыма сумдым. Атаман алманы оҙаҡ ҡына еҫкәп торҙо ла кире һуҙҙы.

– Мә, алманы кире ал, Асетҡа бирерһең. Миңә эт еҫе килгән ҡатҡан икмәк тә яраған. – Фредты ҡосаҡлап алғым килеп китте.

– Юҡ, ысынлап та, ул һиңә бир­ҙе, икмәк өҫтө.

– Икмәк өҫтө, имеш. Изолятор­ҙа Фредҡа ла алма биргәндәр икән, ул да яртыһын һиңә күстәнәс итеп ебәрҙе, тиерһең. Шулай итмәһәң, икмәгеңде ашамаясаҡмын.

– Ярай. Шулай ҙа һин дә яуыз… – яратып әйттем был юлы был һүҙҙе. – Әйҙә, берҙе ҡап та мин һиңә хатты һөйләйем.

Фред ипле генә итеп ултырып, валсығын да ҡоймай, һаҡсыл ғына икмәкте ҡапты. Мин нимә яҙғанымды һөйләнем. Фред икмәк ашай-ашай тыңланы. Шунан ҡалҡынды ла:

– Слабак һин, ат күгәүененә ҡойроҡ таҡҡан егет. Сталин бабайҙы иҫәүән тиһеңме әллә? Һинең уйыңда нишләп тик ашау ғына һуң, Аҡмал? Был балалар ил яҙмышы тураһында әҙерәк кенә булһа ла уйланмаймы икән ни, тип хәүефкә ҡаласаҡ юлбашсы.

Мин ни әйтергә белмәнем. Блондинка Гәүһәр хаҡында өндәшергә уйланым да, туҡтап ҡалдым. Барыбер «слабак» тип әйтәсәк. Дөрөҫ эшләмәгәнмендер, күрәһең.

– Был хатты белһәләр, һине аҫасаҡтар. Яндыр ул малявкаңды. Директор бысаҡ менән эсеңде ярасаҡ.

– Ярмаясаҡ. Бысаҡ миндә, урланым мин уны. Хәҙер ни эшләргә миңә?

– Яндыр хатыңды. Бысағыңды тапһа, ярасаҡ. Босяк.

– Мейес аҫтында ул, тапмаясаҡ.Шул саҡ артымда ғына:

– Кем бар бында? – тигән тауыш яңғыраны. Һылашып окобыма яттым. Бөттөм. Миңә хана!

– Кем бар, тим. Аҡмал, һин түгелме?

Таныш тауыш кеүек. Кем һуң әле? Ипләп кенә ҡалҡынып күҙ һалам. Хәрби кейемдә кемдер. Ҡапыл аңыма барып етте – Сынтимер ағай ҙа һуң!

Мин урынымдан һикереп тор­ҙом да, көрттө йыра-йыра, йүгереп барып ағайҙы ҡосаҡлап алдым. Уның иҫке шинеленә һыйынып иланым да ебәрҙем. Көнө буйы тамаҡ төбөндә йөрөгән төйөр шулай ирене лә мине быуынһыҙ итте лә ҡуйҙы.

– Аҡмал, һин бында икән, эҙләп бер булдым даһа. Асетҡа ла барып килдем, интернатты мәж килтерҙем... Нисек хәлдәрең? – тигән булды Сынтимер ағай.

Мин уны муйынынан ҡосаҡлап алдым. Тыныслана биргәс, ҡара сепрәкте күтәреп, күҙҙәренә тултырып ҡараным да:

– Мин һуҡыр түгел. Мин һуҡыр түгел! Мин ҡайтам, әсәйемә ҡайтам, мине алып ҡайт, ҡалдырма бында, – тип ялбарҙым. Сынтимер ағай ҙа миңә тултырып ҡараны.

Мин ул саҡта бер ай элек әсәйемдең туңып үлгәнен белмәйем әле. Тағы ла аҡылы яңылышып, балаларымды алып ҡайтам, тип сығып китеп, февраль буранына мәңгелеккә инеп аҙаша ул. «Барыбер балаларымды алып ҡайтам, алып ҡайтам», – тип бер нисә тапҡыр ҡабатлай. Күрә-белә буран араһына индереп ебәреүҙәрен әйт ауылдаштарҙың...

Ә әлегә Сынтимер ағай ситкә ҡараны ла:

– Әсәйең үҙе килеп алыр. Бына һеҙгә ул йылы ойоҡбаштар ебәр­ҙе, ике баш ҡорот һалды, – тине.

Ысынлап та, сабый ғына балаға әсәһенең мәңге килмәйәсәген нисек әйтә алһын инде?! Ике аҙна эҙләгәндән һуң туң ер ҡуйынына һалғандарын нисек аңлатһын. Һуңғы көндәрҙә үҙ быймаһын сабый итеп төрөп, ҡосағында бәүелтеп, бишек йыры йырлап йыуаныуын нисек һөйләйһең былай ҙа тормоштоң әсе һурпаһын һемергән үҫмергә. Үҫкәс, әйтер, әлбиттә.

– Мин дә, Асет та әсәйҙе, һине, ауылды ныҡ һағындыҡ. Бында ҡыйын. Күҙлеләргә тағы ла ҡыйыныраҡ. Тик бында һағынырға ярамай. Һағынһаң, икмәк бирмәйҙәр.

– Нисек инде? Улай ҙа буламы ни? Бик һағынһаң, йәйен алып та ҡайтырмын үҙегеҙҙе. Тик бына әсәйең…

– Нимә әсәйем?

– Тик бына әсәйең… бәлки, үҙе лә килеп алыр. Тик әле түгел.

Тәҙрә аша Фредтың: «Слабак!» – тигән тауышы ишетелде. Икебеҙ ҙә шул яҡҡа боролдоҡ. Сынтимер ағай:

– Һин бында нишләйһең? Нимә кәрәк? – тип һораны.

– Нишләйһең, тип ней… эт еҫе килгән икмәк ашайым.

– Төрмәлә ул. Изоляторҙа. Был – беҙҙең атаман Фред. Апайымды ла, уны ла төшөндә ниндәй­ҙер, попугай кеүек ҡош күргәне, шунан һорауһыҙ шәм яндырғаны өсөн шулай яптылар.

- Үҙең попугай һин. Ой, күп һөйләйһең, Аҡмал. Слабак.

– Төрмәгә? – Сынтимер ағай аптырап китте.– Тәртип ҡаты икән.

– Ҡаты, ныҡ ҡаты. Алты көн һыу менән генә тора. Икмәк бирмәйҙәр.

– Икмәк ашайым, ти түгелме һуң?

– Мин алып килдем, асыҡҡан ул. Үҙен ҡотҡарырға кәрәк.

– Слабак, – Фред шап итеп форточканы ябып ҡуйҙы.

«Әйҙә әле, директорҙы күрәйек», – тип Сынтимер ағай мине етәкләне лә, туҡылдатып-нитеп тә тормай, туп-тура директор бүлмәһенә килеп индек. Ярһы­ғайны, бүреген ҡулына тотоп алды, ипле генә һыпырып ҡуйған сәсе алға килеп төштө, был уны тағы ла аяуһыҙ һәм ғәйрәтле итеп күрһәтте. Күҙҙәре янып тора.

Директор өҫтәл артында күҙлеген һалып тороп, киске аш ашап ултыра ине. Алдындағы өс шәм яныулы. Бәхетенәнме әллә бәхетһеҙлектәнме, алдында икмәк һәм бер тәрилкә тары бут­ҡаһынан башҡа бер ни ҙә юҡ. Теге ваҡыттағы алмалар булһа, аслыҡтан интеккән Фредты күргән Сынтимер ағай уны нишләтергә белер ине. Әле лә ул килеп тә инде, өҫтәлгә шап итеп бүреген һалды ла:

– Шапылдатып бутҡа ашайһың инде?

– Что вы себе позволяете? – тип һикереп торҙо Ҡәйүмович. Ирене ситендә бутҡа бөртөгө йәбешеп тороп ҡалды. Ипләп кенә күҙлеген кейеп алды.

– Киреһенсә, һеҙ үҙегеҙ нимә «позволяете»? – тип өҫтәлгә тағы ла, был юлы яҫы усы менән шап итеп һуғып алды Сынтимер ағай. – Үҙең бутҡа менән һыйланаһың, ә тегендә бала аслыҡтан интегәме?

Директор ҡапыл нимә тураһында һүҙ барғанын аңламаны, буғай. Әллә шулайға һалыштымы. Ирен ситтәрен еңе осо менән һөртөп алды ла яңынан урынына йәйелде.

– Кем асыға?

Сынтимер Фред-Кәримдең исемен белмәй ине әле. Шуға бер миңә, бер директорға ҡарап:

– Кем тип, Атаман нишләгән унда? Рәшәткә артында талсы­ғыр­ға... Кем уны төрмәгә ултырт­ҡан?

Директор аңланы, еңелсә яһал­ма көлөмһөрәп ҡуйҙы.

– Ултырығыҙ, кем тип өндәшәйем һеҙгә?

– Сынтимер Байғотлин булам. Үткән көҙ Асет менән Аҡмалды мин алып килгәйнем. Һеҙҙе тап итмәнем ул саҡта.

Ағай ултырҙы. Мин уға йәбешеп тигәндәй, башымды эйеп янында баҫып ҡалдым. Ҡара сепрәк аша ҡаршы ултырған әҙәмгә күҙ һалам, ул миңә шул тиклем имәнес. Теге «блондинка Гәүһәрле» кистән һуң үҙен шул тиклем күрә алмайым. Ул әле ниңәлер берсә ағарҙы, берсә ҡыҙар­ҙы. Ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәне, алдындағы яртылаш ашал­ған бут­ҡалы тәрилкәһен берсә алға эткеләне, берсә үҙенә тарт­ҡыланы. Бар тынлыҡты боҙоп, иҙәнгә ҡалағы төшөп китте. «Зың-зың» килгән тауыш бар донъяны яңғыратҡандай тойолдо миңә. Уны үрелеп алыусы булманы.

– Сынтимер, тиһеңме... – Берияның тауышы нәҙегәйеп китте. Шунан бер аҙ кәүҙәһен турайтып. – Кәрим Искәндәровты әйтәһегеҙме ни? Ул бик ҡаты тәртип боҙҙо.

– Нисә көн ултыра?

– Нисә көн, тип, күпме булды икән. Хәҙер Хәмиҙә Маликовнанан...

Сынтимер ағай өҫтәлгә тағы ла усы менән һуғып алды.

– Хәҙер үк сығарығыҙ Искәндәровты.

– Һеҙ кем әле ул тиклем бойорорға? – нәҙек тауышы менән сыйылданы директор.

– Мин – ирекле Совет гражданы. Һуғыш яугиры. Мин балалар­ҙы иркенән мәхрүм итеүҙәренә ҡырҡа ҡаршымын. Бөйөк Сталин атабыҙ ҙа быға юл ҡуймаҫ ине. – Шинелле ағай юлбашсының портретына төртөп күрһәтте.

Директор урынынан ҡалҡынды һәм мыйыҡ аҫтынан серле йылмайған юлбашсыға бағып алды ла ишеккә табан килде. Яңынан урынына барып ултырҙы. Тағы ла тороп ишеккә килде. Уның былай ҡаушап төшкәнен һис тә күргәнем булмағас, ауыҙымды асып ҡарап ҡаттым. Ишекте асты ла: «Хәмиҙә Маликовна!» – тип һөрәнләне. Коридорҙан йыуан Черчилдең алпан-толпан ашы­ғып килеүе ишетелде. Ул ингәс тә директор:

– Искәндәровты бында алып килегеҙ. Кем уны изоляторға япҡан? Сәй менән бутҡа алып инһендәр, өс порция, – тип бойорҙо. Тәрбиәсе: «Хәҙер, хә­ҙер», – тип шаптыр-шоптор сы­ғып йүгерҙе. Директор урынына ултырғас, сәйен уртлап алды. Мин уның ҡулы ҡалтырағанын тойҙом. Әшәке әҙәм. Кем уны изоляторға япҡан, имеш. Һеҙ үҙегеҙ, алты көнгә ябырға, һыу ғына бирергә, тинегеҙ ҙәһә, тип ҡыс­ҡырғым килде. 

Фредты алып инде Черчилль. Ысынлап та, бик ябыҡҡайны Атаман. Хәле юҡ икәне аңлашылып тора, алға табан эйелеберәк атлай, үҙе һөрлөгөп китер төҫлө. Шулай ҙа башын

юғары сөйөргә тырыша.

– Бына Искәндәров, директор иптәш, – тине Хәмиҙә Маликовна.– Күрәм. Кем уны, ниңә изоляторға япҡан? – тип һораны директор, үҙе бармаҡ осо менән төртөп күҙлеген рәтләп ҡуйҙы. Тегеһе бутала-абына яуап бирепматашты.

– Кем, тип... Һорауһыҙ шәм яҡтыртып, подвалда Асет менән, ну-у, үбешкән өсөн, тип әйтәйемме, эйе, тәртип боҙған өсөн, ҡыҫҡаһы, шундай яза бирҙек. Һеҙ беләһегеҙ, тип уйлағайным, Ғәфүр Ҡәйүмович.

– Алай икән, – тигән булды Берия. – Бөтәһен дә нисек күрәһең, беләһең инде. Ярай. – Уңарса ашар­ға алып инделәр. Директор йылмайған булды. – Балалар бында ултырып ашаһын, ҡунаҡ та.

Күҙгә ҡарап алдаша, юха йылан. Түҙмәнем.

– Улай түгел. Улар үбешмәне. Апайым менән Атаманды һеҙ алты тәүлеккә ултырттығыҙ, һыу ғына би­рергә, тинегеҙ, – тип белдерҙем.

Шул саҡ Фредтың ҡарлыҡҡан тауышы сыҡты:

– Тик тор, слабак!

Хәмиҙә Маликовнаның был һүҙ­ҙәргә иғтибар биргеһе килмәне, Фредты, мине, ултырғыс­тар ҡуйып, директорҙың төп өҫтәлендәге «Т» хәрефенең таяҡсаһы булған яр­ҙамсыл өҫтәлсек артына ултыртты

– Һыуынмаҫ борон ашағыҙ, әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, – тип әйҙүкләгән булды үҙе.Сынтимер ағай урынынан ҡал­ҡынды ла:– Ашағыҙ, балалар, мин туҡмын, һеҙҙең өлөшкә ингем дә килмәй, – тип ултырғысын алып ситкәрәк барып . Директорҙың уңай­һыҙланыуы йөҙөнә сыҡты, ирене һәлберәп төштө.– Аштан оло булып ни. Беҙ ҙә эшкә бирелеп, ашауҙы онотоп китәбеҙ, – тигән булды. Хәстәрлек күрһәткән булып, урынынан тормай ғына үрелеп Фредтың башын һыйпаны. – Фредҡа әҙерәк бирегеҙ, ҡапыл ашҡаҙанына көс төшөр. Асыҡтыңмы, Искәндәров?– Һыуһатты ғына, – тигән булды Атаман. Ҡарһаланып ҡалаҡҡа ташланманы, тәүҙә сәйен уртлап алды, шунан ғына бутҡаға үрелде. Уның да яртыһын ғына ҡап­ҡыланы ла ситкә ҡуйҙы. Асыҡҡан бит инде, беләм. Артыҡ тотанаҡлы булып ҡылана. Мин ныҡлап ашарға тотондом.Тынлыҡ урынлашты. Хәмиҙә Маликовна, юҡ йомош табып, сығып китеү яғын ҡараны. Директор эш ҡағыҙҙарына тотоноп киткән булды. Тынлыҡты Сынтимер ағайҙың тауышы бүлде.– Һыуһатты, тигәндән... Кем әле, директор иптәш, исем-шәрифегеҙ иҫтән сыҡҡан. Һеҙҙең Ман­сур исемле туғанығыҙ юҡтыр?Директор, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ҡабаланып яуап бирҙе.– Юҡ! Юҡ, юҡ. Бер ҙә генә иҫләмәйем. Ғәфүр Ҡәйүмович мин. Ниңә һорайһығыҙ?– Бер әҙәмгә оҡшаған­һығыҙ, шуға. Мансур Әлимовҡа. Ундай сволочь бәндәнең туғанын балалар йортона етәксе итеп ҡуялармы ни һуң, тип шикләнәм дә шул.– Ниндәй бәндә?– Оҡшаш кешеләр була икән дә... Ә ул бәндә – дошман, немецтарға хеҙмәт итте, лагерҙа охранник булды, үҙе теләп әсирлеккә төштө. Ундай туғаның булмағаны яҡшы, немецтар үҙҙәре лә яратманы уны, атҡандарҙыр.– Мин үҙем Сталинград һуғышында булдым. Уттың уртаһында. Шуға ла әсирҙәрҙе яратмайым мин. – Директор галстугын йомшартты. Ҡапыл Атаман өҫтәл аҫтынан минең беләгемде тотоп алды ла бармаҡтарын батырҙы. Шулай оҙаҡ ҡына ултырҙы. Ҡолаҡ­тарын тырпайтты. Ауыртһа ла, мин өн дә сығарманым. Ғәҙәттә, ул берәй таныш түгел өн ишетһә, шулай ҡатып ҡала. Тимәк, ҡайҙалыр тараҡан мыйығын таҙарта.– Яратмайһыңдыр ҙа... Миңә әсир булырға тура килде шул. Бөтәһе лә уларҙың һатлыҡ йән түгел бит әле. Һыуһатты, тигәндән... иҫкә төштө. Тыңлаһағыҙ, бер тарих һөйләйем.– Һөйләгеҙ, – тине ҡалын тауыш менән Фред.– Ваҡыт яғы самалы ла, шулай ҙа... – Берия эшем эйәһе булып мығырҙаны.– Малайҙарға бер ғибрәт булыр, һөйләйем әле. – Сынтимер ағай үрелеп кенә стакандағы сәй­ҙе уртлап алды. – Һыуһатты, тигәндән. Ҡамауға эләгеп, әсирлеккә төштөк. Лагерға килтереп яптылар. Немецтар көн һайын кискеһен ауыр эштән һуң йыя ла илде, үҙ илеңде, Совет илен мәсхәрәләргә ҡуша. Сталинды ҡәһәрлә, Гитлерҙы маҡта, тип маңлайға пушка терәйҙәр. Илде һатмайым, тип ғүмерҙәре менән хушлашыусылар ҙа булды. Унан бигерәк, һыу бирмәй йонсота торғайнылар. «Советтар иле – ҡолдар иле, йәшәһен бөйөк Германия!» – тигәндәргә генә бер көрөш­кә һыу бирергә вәғәҙәләнеләр. Бер шулай алты көн язаланылар. Камералағы утыҙҙан ашыу кешенең тиҫтәләгәне йән бирҙе йә атылды. Күҙгә мираж булып диңгеҙҙәр күренә, тыуған яҡтың шишмә-күлдәре төшкә инеп ыҙалата. Тирләгән стенаны ялайбыҙ. Нисек тә түҙәбеҙ, илебеҙгә булған һөйөүебеҙ шулай көслөлөр инде, аяҡтан йығылһаҡ та, йәнебеҙ сыҡ­һа ла, илебеҙгә ҡарата бысраҡ һү­ҙебеҙ булманы. Алтынсы көн берәүебеҙ түҙмәне: «Йәшәһен Германия, йәшәһен Гитлер!» – тип һөрән һалып ебәрҙе. Тиҙ генә ҡулына көрөшкә менән һыу килтер­ҙеләр, ҡалтырана-ҡалтырана, сәсәй-сәсәй һыуҙы эсеп тә ебәрҙе, иҫен юғалтып ҡоланы ла бахыр…– Бахыр һиңә, һатлыҡ йән. Вә-әт, сволочь, үҙем булһам, быуып үлтергән булыр инем, – Фред урынынан ҡалҡынып ҡуйҙы.– Эйе, һатлыҡ йән. Һуңынан үҙен ҡарауылсы иттеләр. Баяғы Әлимов Мансур ине ул. Рухың булмаһа, шулай дошманға хеҙмәт итергә ҡала. Немецтар үҙҙәре лә һатлыҡ йәндәрҙе яратманы, һуңынан быу­ғандарҙыр былай ҙа. Директор урынынан торҙо, йөрөп әйләнде лә:– Һеҙ шулай булмағыҙ, малай­ҙар. Үҙем хатта һыуһап киттем, – тип сәйен эсеп ебәрҙе.Фред шунда ҡолағын һаҡ тотоп ултырҙы, аңғармаҫтан минең аяҡҡа баҫҡылап-баҫҡылап алды. Ни әйтергә теләне – мин аңламаным да.Сынтимер ағай ҡалала йоҡлар­ға ҡалмай, ҡайтып китте. Килеү сәбәбен дә һуңынан ғына белдем, әсирлегенә шик белдереп, НКВД-ының сираттағы тикшереүе булған. Ҡалаға йыш саҡырып торҙолар уны. Аҙым һайын тикшерҙеләр. Әле, әсәй мәрхүмә булғас, беҙҙең хәлде лә белергә, тип инеп сыҡҡан.Отбой алдынан бәҙрәфтә Фред, рәхмәт әйтер урынға: «Юҡҡа һин мине яҡлаштың, күрһәтәсәктәр һиңә», – тине.– Ғимай элек мужик ине ул. Бер ҡатлы, намыҫлы малай ине. Икмәк урлағаны, директорға ҡаршы әйткәне өсөн изоляторға ла күп яптылар, туҡманы ла уны Берия. Шунан биреште, подхалимға әйләнде. Уны яҡлап директорға: һеҙ – СС, тип әйткәйнем, бысаҡ менән бына ошо шрамды һалды. «СС» тип ярып яҙғайны ла, тик нишләптер бер ге­нә «С» ҡалды. Мине һындыра алманы. Һине һындырасаҡ. Һаҡлан! – тип иҫкәртте.Уң яҡ ҡолағы төбөнән ирен осона тиклем «С» хәрефенә оҡшап һуҙыл­ған яраһы ана шунан икән. Шул хәшәрәткә һаман түҙәбеҙ.Бүлмәгә ҡайтып ятҡас, ҡараңғыла шым ғына инде быйма еҫе һе­ңеп бөткән ярым алманы Пашканың танауына терәнем. Аша, һиңә, дауахананан алып ҡайттым, тинем.Ул алманы тотто ла оҙаҡ ҡына еҫкәп ятты, буғай, шунан умырып тешләп алды.– Тәмле. Тик бер тәм бар. Ай тә­ме, ҡараңғылыҡ тәме. Ярты бул­ғанғалыр. Ә бөтөнөнән ҡояш еҫе килә. Рәхмәт һиңә, – тине.Нисектер йылмайып ҡуйҙым. Күңелемә рәхәт булып китте. Төшөмдә әсәйемде күрҙем. Матур яланда сәскәләр йыя, еләктәр ҙә өҙә ине, буғай. Тик бына һин, Аҡмал, был матурлыҡты күрмәй­һең инде, ти. Мин күрәм, күрәм, тип ҡысҡырам, ә ул осто ла китте...6.Ул ваҡытта минең күҙҙәр күрә ине әле. Кеше тормошта ла юғалт­ҡас ҡына булғандың ҡәҙерен белә. Иртәгеһенә ғүмергә күҙемде юғалт­тым. Тик бөгөн артыма боролоп ҡарайым да бала саҡта ҡалған зәңгәр күкте, аҡ ҡояшты, эйе, аҡ, һүрәт төшөргәндә балаларым уны йә һарыға, йә ҡыҙылға буяй, һәр кем үҙенсә күрә бит, ана шул аҡ ҡояшты, йәшел үләнде, әсәйемдең йөҙөн – барыһын да хәтеремә алып һағынған кеүекмен. Тик бына нишләптер үкенмәйем. Ул саҡта мин бысраҡты күберәк күрә инем барыбер ҙә. Юҡҡа ғына бөйөк Демокрит та үҙе теләп һуҡырға әйләнмәгәндер. Донъяны нығыраҡ аңлар өсөн үҙенең күҙҙәрен нурҙан мәхрүм итә. Баҡһаң, нур юғалмай ул. Күҙҙән бигерәк йөрәк, аң нығыраҡ күрә. Хатта бөйөк хаким Сөләймән дә һуҡырҙарҙы ябай кеше­ләрҙән зирәгерәк, тип билдәләй ҙә­һә. Ни өсөн шулай, ти, сөнки беҙ һәр һуҡмаҡты, һәр аҙымды са­малап, тикшереп, аңлап, хатта һанлап баҫабыҙ. Ә элек ҡайҙа ҡоларымды ла, ҡайҙа абынырымды ла белмәй шул тиклем ниңә йүгергәнмендер... Күҙҙәр күрә, тип ней.Иртәгеһенә таң менән тентеү башланды. Күрәһең, теге хәшәрәт бысағы юғалғанын шәйләп ҡалғандыр. Элегерәк тә еңелсәрәк тикше­реүҙәр, ятҡан әйбер­ҙәрҙе тәртипкә һалыу кеүек күренештәр булғыланы ул. Тик был юлы... Беҙҙең барыбыҙҙы ла коридорға сығарып теҙҙеләр тәүҙә. Тәрбиәселәр, хатта директор ҙа бүлмәгә инеп бар нәмәне аҡтарырға, туҙҙырырға тотондо. «Һәр бер мөйөштө, һәр бер ярыҡты ҡарағыҙ, тик табығыҙ!» – тип екер­ҙе Берия. Әммә бер кем дә, ҡайҙа бысаҡ, тип һораманы. Бур­ҙы ҡапыл ғына эләктерергә булдылар, шикелле. Оҙаҡ ҡына мәшәҡәтләнделәр. Бер мәл сыр-сыу килеп тә алдылар. Директор, шымығыҙ, үҙем, тине. Әллә тапты­лармы? Йөрәгем «жыу» итеп китте. Тапһалар ҙа, уны мейес аҫтына кем һалғанын кем белә, тип уйлайым. Кисә әлдә генә алманы Паш­каға ашатҡанмын да, тип тә һөйөнәм. Тапһалар, ҡайҙан алдың, тип башты ҡатырыр­ҙар ине. Дауаханала апайым бир­ҙе, тип алдашыр­ға булыр ине. Кәпис, ҡапыл башым ауыртып, йөрәк тапҡыры ныҡ итеп сәнсеп ҡуйҙы. Сталинға яҙған хат... Төрлө мәшәҡәттәр менән уныһы онотолоп киткән. Уф, уф, мендәр эсен генә ҡарамаһалар ярар ине. Тапһала-ар, быныһы бысаҡтан да үткерерәк, бысаҡтан да ослораҡ «малявка». Көскә түҙҙем.Яңынан бүлмәгә инеп урын­дар­ҙы һәрмәп йыйыштыра башлағас та тиҙ генә мендәремде тотҡоланым. Эйе, хат юҡ ине, Сталинға тип яҙған хатты тегеләр тапҡанда-ар. Мейес аҫтында ятҡан бысаҡ та улар ҡулындалыр. Миңә бына хәҙер хана. Һаҡланып өлгөрөп булманы. Ысынлап та, бөттөм. Минең мендәрҙән тапҡас, кем яҙғанын аңлағандар инде. Ой, иҫәүәнмен дә инде. Шуны бысаҡ менән бергә мейес аҫтына тығып була бит. Аңра. Тиҙерәк һыпыртырға кәрәк бынан.Хәмиҙә Маликовна килеп инде. Эйе, күҙаллауым дөрөҫкә сыҡты.– Тотон ҡулға, директор саҡырта, – тине.Директорға алып китмәне, подвалға йүнәлдек. Атаман өңөнә.– Беҙ ҡайҙа барабыҙ? – тинем.– Директорға, тинем бит, – Черчилль ныҡ асыулы ине. Бөттөм. Подвалда бер кем бер ни ишетмәй, бер ни күрмәй. Мин ҡаршылашыр­ға тотондом, төшмәйем, мин директорға үҙем барам, тим. Көслө, ҡәһәрең, тәрбиәсе елкәгә бармаҡтарын батырып, елтерәкләтеп алып төштө лә китте.Таныш подвал бүлмәһе, таныш һаҫыҡ еҫ. Иҫке тимер карауатта директор йәйелгән. Янында сумкаһы бар. Өҫтәл эргәһендә оҙон булып Ғимай баҫып тора. Хәмиҙә Маликовна мине елтерәтеп индер­ҙе лә ишекте ябып ҡуйҙы. – Бында кил! – кисәге бесәй ке­үек йөрөгән директор бөгөн ажар арыҫлан ҡиәфәтендә. Тауышында тимер сыңы бар.– Һеҙ ҡайҙа? – тигән булдым. Үҙем ипләп кенә яҡынлаштым.Һәм ҡапыл... күҙҙәремдән уттар сәсрәне, танауымдан ҡан бөркөп килеп сыҡты. Директор шул тиклем килтереп тондорҙо, йыраҡҡа осоп барып төштөм. Эскә килтереп типте. Бөтөнләй бөгәрләнеп яттым. Ҡулдарым менән башымды ҡап­ланым. Башыма, эсемә тағы, тағы типте. Бөтә тәнем ток һуҡҡан кеүек ауыртты, ҡалтыратты. Тын алырлыҡ түгел. Черчилдең «Ужас! Ужас!» тигән һүҙҙәре генә ҡолаҡҡа салын­ғандай. Оҙаҡ ҡына типкеләне директор. Бер кем бер ни әйтмәй, өн дә сығармай. Ҡурҡыныс тынлыҡ. Ҡара сепрәгемде битемдән йолҡоп тартып алды. Ни булһа ла булыр, тип ыңғырашып ятам. Күҙҙе асырлыҡ та көс юҡ. Ныҡ ҡурҡыуҙан дерелдәп ҡалтыранам.– Был кемдең хаты? – директор өҫтөмдә Сталинға яҙған хатты бол­ғаны.Ауыҙға уҡмашҡан ҡанды көскә йотоп:– Белмәйем, ниндәй хат? – тип әйтергә көс табам. Аңым эшләй икән, тип уйлайым.– Сталинғамы, тағы кемгә яҙҙың хаттар? Нимә тип яҙҙың?– Мин нисек яҙайым. Күрмәйем дәһә һуң.– Күрмәйһе-ең? Ҡыҙы-ыҡ!Директор ҡарап торҙо ла сығып китте. Артынан тәрбиәсе эйәрҙе лә, оҙаҡ та тормай, яңынан инде, тағы сыҡты. Ҡолаҡты ярырлыҡ тынлыҡ урынлашты. Башым геүләй, күҙ алдарым ҡараңғыланып китә. Тынлыҡтан ҡолағым тағы ла нығыраҡ ауырта. Бер кемдең дә юҡлығын файҙаланып, яныма Ғимай килде.– Хатты һин яҙҙыңмы? Кем менән яҙҙың? – яғымлы итеп һорашты. Мин яуап ҡайтарманым. – Яҙһаң да, яҙмаһаң да, танма, бирешмә. Ул һине барыбер үлтерәсәк. Ғорур бул! Мин егеттәргә, ул берегеҙҙе лә һатманы, тип әйтермен.– Минең үлгем килмәй, – тинем. Шул уҡ ваҡытта илағым да килмәне. Миңә барыбер ине. Бер генә үкенес, апайымды, әсәйемде баш­ҡаса күрмәйәсәкмен. Бигерәк тә Асетты, ул мине эҙләп, һағынып бер буласаҡ бит. Мин бында уны һаҡларға, тип килгәйнем дә, бына нисек килеп сыҡты.Берия үҙенең кабинетында тор­ған Сталиндың портретын тотоп килеп инде. Ғәҙәттәгесә, артынан Черчилль эйәргәйне.Портретты минең күҙгә килтереп терәне.– Күрмәйһеңме? Бында кем төшөрөлгән, әйт!Бер ни өндәшмәнем. Башымды эйеп тик торҙом. – Һеҙ нимә… нимә, кем менән шаяраһығыҙ, Ғәфүр Ҡәйүмович – Хәмиҙә Маликовна күҙен ҡаплап сүкәйеп ултырҙы. – Юлбашсы бит, атабыҙ. Мин күрмәнем, мин күрмәнем.– Кем төшөрөлгән, маңҡа малай, әйт, күрмәһәң, танымаһаң… Үлтерәм! – Директор иҫ киткес итеп аҡырҙы, хатта артҡа сигеп ҡуйҙым. Ул портретты яҡыныраҡ килтереп битемә терәне. Мин, әлбиттә, таныным. Был беҙҙең атабыҙ Сталин бабай ине. Уны күргәс, тағы ла нығыраҡ ҡалтыранырға тотондом. Мин кемдән нығыраҡ ҡурҡам: унанмы әллә директорҙанмы? Директорҙандыр, Бериянандыр. Ә атабыҙ мине шулай туҡмай алыр инеме ни? Юҡ, әлбиттә, киреһенсә, ул беҙҙе яҡлай бит.– Кем һуң был? Әйт, Аҡмал, – тигән булды Сулаҡ, йәлләп әйттеме әллә көсөргәнешлеккә түҙеме бөттөмө – аңлашылманы. Йәлләгәндер, тауышы тыныс ине.Мин ауыҙымдағы ҡанлы шайыҡты йотоп, ғәфү итегеҙ, күрмәгәс, танымайым шул, тинем. Үҙем саҡ баҫып торам. Йығылмаһам ярар ине. Директор портретты ике ҡулыма тотторҙо.– Үҙ атаңды танымағас… – тине лә карауатҡа барып ултырҙы. Бер аҙ тынлыҡтан. – Миңә үҙемә хат яҙырға тура килер. Сталиндың үҙенә, – тип өҫтәне. Һөйләнгән һайын ярһый-ярһый барҙы. – Һине таны­майҙар, күрмәйҙәр, һанламайҙар, тип. Совет ҡоролошонан көләләр, бушҡа икмәк ашап шашалар…– Шашмайбыҙ, көлмәйбеҙ. Беҙ Сталин бабайҙы яратабыҙ, – тинем башымды ҡалҡытып. Хәлһеҙлектәнме, ҡалтыраныуҙанмы ҡулымдағы портрет сайҡалып-сайҡалып китте. Тәрбиәсе шунда уҡ яныма килеп, уны яҡшылап тоттор­ҙо. – Ипләп тот, төшөрөп ебәрмә, харап булырбыҙ, тип һөйләнде.Директор уға иғтибар ҙа итмәне, ишетмәне лә, киреһенсә, яныма килеп, портретты битемә этте:– Яратҡас, мә, иҫбатла, ярат, һөй. Үп! Үп, тим.Ҡапыл арҡырылығым бәреп сыҡты. «Тауис ҡошҡа ырғыған эт» ҡаныма йүгерҙе.– Ә бында кем төшөрөлгән, мин бит күрмәйем. Бәлки, эт һүрәтелер, – портретты кире һуҙҙым.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: