+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
10 Ноябрь 2023, 12:00

Һунарсы терпе

Хикәйә

Йәй көнө ауылға ҡайтһаҡ, бер минут та өйҙә торғо килмәй, шәберәк урамға ашы­ғам. Унда бит баҫҡан һайын мөғжизә!

Бына бөгөн дә тиҙ генә ашап алғас, ишек алдына сыҡтым да тирә-яҡҡа ҡарап торам. Көн эҫе. Ишек алдын­дағы сәскәләрҙә иренеп кенә бал ҡорттары безләй. Унда-һанда ҡоштар сырҡылдаша. Тауыҡтар күңелле генә йырлай…
Көтмәгәндә туҡылдаған тауыш ишетеп, һағайып ҡалдым. Нимә булыр икән был? Олатайым берәй нәмә эшләй, тиер инем, ул өйҙә. Ҡалала ишек шаҡыйҙар, тип уйларға була, ә ауылда көндөҙ ишек-ҡапҡа бикләү юҡ бит инде ул.
Тауыш умарталар ултыр­ған баҡса яғынан килә. Алмағастарға ышыҡланып ҡы­на шул ергә яҡынлаштым. Ни күрәм: ҙур ғына терпе бер тәпәйе менән умартаның кейәһенә таянған, икенсеһе менән уны туҡылдата. «Кем бар икән?» типме, тауышҡа бер нисә ҡорт килеп сығыуы була, тегеләрҙе тәпәйе менән иҫәнгерәткәнсе һуға-һуға ла… тәмләп ҡаба ла ҡуя! Бәй, ҡорттар ауыҙын саҡмаймы икән ни?
Терпене ҡыуып ебәрә һалдым да, был хәлгә хайран ҡа­лып, өйгә йүгерҙем:
– Өләсәй, терпе килгән, күргәнегеҙ бармы ул? – тим.
– Булмайынса! Әллә танышырға ла өлгөрҙөңмө?
– Эйе, өләсәй, ҙууур терпе!
– Ҡайҙа йөрөй ул мөртәт, баҡсаламы?
– Эйе, шунда…
– Ҡара һин уны! Көпә-көндөҙ ҙә ҡурҡмай башлаған икән! Тамам йөҙәтте инде ул нәмә! Баҫып ултырған тауыҡ ояһынан сығыуы була, берәй йомортҡаны тәпәйҙәре менән эләктереп ала ла ҡаса. Тәпәйҙәре ҡул кеүек бит уның! Етмәһә, бешеп кенә еткән еләктәрҙе һаба­ғында килеш рәхәтләнеп тороп кимерә! Тағы ни эшләп йөрөй унда, еләк ашаймы?
Быға тиклем тик һәйбәт терпекәйҙәр тураһында йән­һүрәттәр ҡарағас, мин дә аптырап ҡалдым әле уларҙың ҡылығына:
– Юҡ…Бал ҡорттарын тотоп ашай ҙа баһа ул!
– Һай, ҡороғор! Ҡорттары ниңә унан тоттороп тора икән һуң?
– Ә ул тәпәйе менән кейәгә туҡылдата, ҡорттар шул тауышҡа сыға…
– Âәò, яуыз! Ҡайһылай хәйләкәр һунарсы икән!
– Ìèí òåðïåëәðҙå ãåë һәéáәò áóëà, òèï óéëàé èíåì áèò, өëәñәé!
– Ошо йәшемә етеп, минең дә бындай мөғжизәне күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ инесе.
– Ìèí äә áàë ҡîðòòàðûí íûҡ éәлләнем, шуға терпене ҡыуып ебәрҙем.
– Улайтып ҡына ҡотолоп булмай шул!
– Íè ýøëәòåðãә һуң, терпе лә йәл бит?
– Йәл шул. Улым, һин сос та инде, тотоп ал да ҡапсыҡ­ҡа һал. Олатайың менән урманға алып барып ебәрер­һегеҙ.
Ул көндө кискәсә терпе ҡарауыллап үткәрҙем. Серәкәйҙәр талай башлағас, башыма олатайҙың ҡорт ҡарай торған битлеген кейеп алдым. Шым ғына ултырам боҫоп. Ә терпе, ҡыуып ебәргәнгәме, килмәй ҙә ҡуя. Вәт, хәйләкәр!
Ҡараңғы төшә башлағас, еҫкәнә-еҫкәнә, саҡ килеп сыҡты теге. Мин уға йәһәт кенә тоҡ ҡапланым да:
– Олатай, тоттом, тоттом! – тип ҡысҡырып ебәрҙем.
Ул да көтәүелләп йөрөгән, буғай. Шунда уҡ килеп етте:
– Һай, афарин, улым! Шәп һунарсы икәнһең!
Инде һуң булыуға ҡарамай, машинаны ҡабыҙып, терпене урманға алып киттек.
– Олатай, бал ҡорттары терпенең шулай насар уй менән туҡылдатыуын белмәйме икән ни? – тип һорайым.
Олатайым, уйланыпмы, байтаҡ ҡына өндәшмәй бар­ҙы ла:
– Белмәй инде, улым. Юғиһә, сыҡмаҫтар ине. Йәнлектәрҙең дә, кешеләр кеүек үк, төрлөһө була икән шул…Шуға ла, улым, һиңә һәр ваҡыт әйтә киләбеҙ бит: һәр ишек туҡылдатыусы дуҫ түгел. Кем икәнен белмәйенсә, һорамайынса ишек асырға ярамай.

 

Рәмзәнә ӘБҮТАЛИПОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: