+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
23 Ғинуар , 18:00

“Смотрильщик” (хикәйә)

Бөгөн балыҡ ашайбыҙ тип өйҙә ҡый-сый булып алдылар. Әлеге лә баяғы кескәй Зәйнәб арҡаһында инде.

“Смотрильщик” (хикәйә)
“Смотрильщик” (хикәйә)

Ял көнө атаһы балыҡ ҡармаҡлап алып ҡайтҡайны. Һигеҙ йәше менән барған Ҡасим уны күреү менән, тиҙерәк ашағыһы килеп, әсәһен: “Зәйнәбте ҡарап ҡына торормон һин таҙартҡансы”, – тип ҡабаландырырға тотондо. Барыһына ла билдәле: имгәкләп йөрөгән һеңлеһе лә эштән ситтә ҡалмаясаҡ. Буталырға эшкингән. “Их, тиҙерәк үҫһен ине, башты ҡатырмаҫ ине”, – тип уйлай Ҡасим. Сөнки, күпме аңлатып ҡараһа ла, Зәйнәбтең белмәгән нәмәһе табылып ҡына тора.

Бер килгәнемдә, ишектән инеүем менән, «ур-ра-а!» ҡысҡырып ҡаршы алды:

– Өләсәй, хәҙер һин “смотрильщик” булаһың инде! – тине сәпәкәй һуғып.

– Ниндәй “смотрильщик” булайым?

– Беҙҙең Зәйнәбкә кәрәк, шунһыҙ булмай! – тип бурыс йөкмәтеп ҡуйҙы ейәнем.

Әсәһе балыҡ таҙартырға тотонғас, Ҡасим Зәйнәбте алдына алып, уның янына барып ултырҙы. Бына әсәһе алыҡтың ҡанаттарын ҡырҡып сыҡты, эсен ярҙы. Эсе тулы эсәк икән дәһә.

– Әсәй, әсәй, балыҡ шар йотҡан, шар йотҡан! – тип яҡын уҡ шылып ултырҙы малай.

– Юҡ, улым. Балыҡтарҙа һыуҙа йөҙөр өсөн шундай шар була.

– Ә-ә-ә... Шуға ла тәрәндә-ә-ә лә батмай йөрөйҙәр икән. Шары ярылһа, бата ла ҡуямы?

– Ярылмаһын өсөн эсенә һалып ҡуйған шул.

– Улай икә-ән... Быныһы ҙур балыҡ булғас, шары ла ҙур. Ҡыҙыҡ икән балыҡтар... Ай-ай, әсә-әй, Зәйнәб шарҙы ҡапты ауыҙына! Ҡыхай бит ул, ҡыхай, төкө-өр!

– Аа-а-ай әттәгенәһе, ас әле ауыҙыңды, ҡыҙым!. Йә, бир әле! Ас, ас ауыҙыңды! – Зәйнәб ауыҙын асты.

– Ашаған да ҡуйған бит ...

Шау-шыуға атаһы килеп сыҡты.

– Ҡурҡмағыыҙ, бер ни булмай ул. Беҙ бала саҡта шәп йөҙөүсе булабыҙ тип, әллә күпме балыҡтың шарын йоттоҡ. Ҡыҙым да шә-әп йөҙөүсе була икән, – тип, ни булғанын аңламай, аптыранған күҙҙәрен ҙур асып, өнһөҙ ҡалған ҡыҙын ҡулына алды. – Үҫеп килә бит ҡыҙым, бер ваҡыт ул да балыҡ таҙартышыр әле, – тине һөйә-һөйә.

– Иң тәүҙә Зәйнәбте туйҙырғанса ашатып алмайынса булмай инде, – тине Ҡасим, әсәһе өҫтәлгә балыҡ ҡуйғас. Һеңлеһенең тамағын туйҙырмай тороп, иркенләп ашай алмайҙар шул. Йылға балығы тәмле, Зәйнәбкә лә оҡшаны:

– Мәмәм, мәмәм! – тип тамшанып-тамшанып һорай. Ҡасим тиктормаҫ һеңлеһенең ҡулы сос икәнлеген яҡшы белә. Әсәһе балыҡтың ҡылсығын таҙартып биргәнсе Зәйнәбте ҡарай-ҡарай ултыра. Ул ағай бит. Һеңлеһе бәләгә тарымаһын, йә берәй эште боҙоп ҡуймаһын өсөн уға “смотрильщик”.

Нәсимә Ғайсина.

АВТОР фотоһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: