+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Трамвайҙағы танышыу

Яңы йыл ваҡытында мөғжизәләр була, тиҙәр. Минең дә шулайыраҡ килеп сыҡты. Мөғжизәме, осраҡлыҡмы инде – уныһын үҙегеҙ уйлағыҙ. Һөйгәнем менән нисек танышыуым хаҡында һөйләйем әле.

Трамвайҙағы танышыу
Трамвайҙағы танышыу

Өлкәнерәк синыфтарға етә башлағас, Яңы йыл байрамын үҙеңдең теләгән дуҫтарың менән ҡаршылау яғын уйлай башлайһың бит. Атай-әсәй бәләкәйерәк туғандар менән ултыра, ә мин инде ҙур, туғыҙҙы бөткәнмен. Синыфташтарҙың яҡыныраҡ аралашҡандары менән йыйылышырға булдыҡ. Марселдең атаһы менән әсәһе ауылға ҡайта икән, өйҙәре аулаҡ. Ул йәшәгән йорт мәктәп эргәһендә генә түгел шул, автобус менән йөрөп уҡый. Ә ҡалғандарыбыҙ бер биҫтәлә йәшәйбеҙ. Тик алыҫ ара беҙгә нимә инде? 31 декабрь һәр кем күстәнәс тотоп килергә килештек.
Тик байрам алдынан ғына әхирәтем Алина менән үсегешеп ҡуй­ҙыҡ. Сәбәбе лә етди түгел ине. Шулай ҙа, үпкәләгән булып, Алина, Марсель һәм башҡа синыфташтар йыйыласаҡ фатирға бармаҫҡа уйлағайным.
Әхирәтем үҙен ғәйепле тойғандыр, иртәнән шылтыратып йонсотто. Бер-беребеҙҙән ғәфү үтендек тә үпкәләшмәй генә яңы йылды бергә ҡаршыларға булдыҡ. Минең кәйеф әллә ни юҡ ине, теләр-теләмәҫ кенә йыйындым шулай ҙа. Әсәй әҙерләгән бөйөрөктәрҙе һалып алдым. Тышта һалҡын бул­ғас, алмаш күлдәкте лә пакетҡа тығырға тура килде.
Трамвайға ултырғас, Алина Марселдең дуҫтары ла беҙҙең компанияға ҡушылыуын хәбәр итте. Мин танышырға әллә ни яратмайым ул. Ә был егеттәр өс туҡталыштан транспортыбыҙға килеп тә инде. Илдар тигәне бигерәк һөм­һөҙ инде, исемде, мәктәбемде һораған була. Әллә ниндәй килешмә­гән башлыҡ кейеп алған. Минең иһә күҙ-керпек буялмаған, ҡалын ҡышҡы курткаламын, шарфҡа уран­ғанмын. Танышыуҙы дауам итергә теләгем дә юҡ.
Марсель синыфташҡа барып еткәс, аҙыҡ-түлегебеҙҙе өҫтәлгә теҙ­ҙек. Беҙ, ҡыҙҙар, сыр-сыу килеп кейенешеп-буянышып алдыҡ. Егет­тәр ҙә күлдәк кейеп алды. Бәй, был теге Илдар түгелме? Ҡара, нисауа ғына икән! Зәңгәр күлдәге өҫтөнән пинжәк кейгән. Ул да миңә йотло­ғоп ҡарап: «Бигерәк матур ҡыҙһың, Зөлфиә», – тимәһенме! Оялып киттем.
Егет ҡыйыу ғына булып сыҡты. Табын артындағыларҙы уйнатты, көлдөрҙө, бейетте. Лидер икән үҙе. Йылы ғына аралаштыҡ был кистә. Сәғәт 12-не һуҡҡас, салют аттыр­ҙыҡ. Күптәребеҙгә ҡайтырға ваҡыт ине. Атайым, такси саҡырттым, тип шылтыратҡас, Алина менән йыйынып сыҡтыҡ.
Ошолай булды беҙҙең танышыу. Илдар менән инде ике йыл дуҫлашып йөрөйбөҙ. Яҡшы егет ул. Ә һеҙҙең, дуҫтар, ошондай тарихтарығыҙ бармы?

Зөлфиә.
Мәләүез ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: