-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын

Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһының VI «А» һәм IV «Б» синыфы уҡыу­сылары (тәрбиәселәре – Гөлнара Нуретдин ҡыҙы Талипова һәм Гүзәл Фәнил ҡыҙы Исхаҡова) һәм VII «В» синыфы уҡыусылары (тәрбиәселәре – Айгөл Әмир ҡыҙы Гәрәева) гәзиткә дәррәү яҙылған.

Йөҙ һум аҡсаң булғансы. йөҙ дуҫың булһын
Йөҙ һум аҡсаң булғансы. йөҙ дуҫың булһын

Миәкә районы Илсеғол башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусылары ла маҡтауға лайыҡ. Барыһы ла «Йәншишмә»ле бул­ған.
– Синыфыбыҙҙа 7 генә уҡыусы булһаҡ та, гимназия, район кү­ләмендә үткән бер саранан да ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнашып ба­рабыҙ. Призлы урындар яулайбыҙ. Спорт буйынса ла, уҡыуҙа ла һынатмайбыҙ. Дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ. Бейергә, йырларға яратабыҙ.
Атай-әсәйҙәребеҙ ҙә бик әүҙем. Улар гимназия тормошонда ҡайнап йәшәй, синыфыбыҙ үткәргән сараларҙа ихлас ҡатнаша.
Уңыштарыбыҙҙың барыһында ла синыф етәксебеҙ Нәсимә Риф ҡыҙы Шәйәхмәтованың өлөшө бик ҙур. Уға һәм атай-әсәй­ҙәребеҙгә рәхмәтлебеҙ, – ти дүртенселәр.


Зөһрә ХӘКИМОВА.

Йөҙ һум аҡсаң булғансы. йөҙ дуҫың булһын
Йөҙ һум аҡсаң булғансы. йөҙ дуҫың булһын
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: