Факил МЫРҘАҠАЕВ
I
Илгизәнең килгәнен көтөп Зөфәрҙең тәҡәте ҡороно. Һаман күренмәй. Килмәүе шулмы икән ни? «Ҡыҙҙар халҡы инәлтергә ярата. – Егет үҙен тынысландырырға тырышты. – Һүҙендә тора алмағас, вәғәҙә бирмәһен. Бармаған урманымы, үҙе лә йөрөп ҡайтыр ине әле. Ҡайын һутына йыйынғанын белеп ҡалғас, сат йәбеште. «Мине лә эйәрт әле, – тине, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп. – Алыҫ булһа ни... Арыһам да, мыжып теңкәңә теймәм», – тип көлдөрҙө, етмәһә». Кеҫә телефонынан да белешә алмай. Уныһы «ас». Ашатмағас, һөйләшкеһе килмәй. Иҫәбендә аҡса юҡ, һалыр ине лә, кеҫәһендә елдәр уйнай.
«Саҡ ҡына көтә бирәм дә, инде лә килмәһә, үҙенә үпкәләр. Көтмәнем түгел, көттөм». Зөфәр ҡоймаға эленгән пакетын алып ҡуҙғалырға торғанда йүгерә-атлай Илгизә килеп етте.
– Оҙаҡ көттөрҙөммө? – Ҡыҙҙың ашығыуҙан һулышы ҡапҡайны, йыш-йыш тын алды. – Шешә артынан йөрөп тотҡарландым. Һыуҙан бушағандары өйҙә бар һымаҡ ине. Эҙләйем-эҙләйем, таба алмайым. Аптырап, әсәйемә эшенә шылтыраттым. Ҡый булып ятмаһындар тип ташланым, ти. Шунан магазинға йүгерҙем. Ике шешә һыу алдым. Түгергә йәлләнем, өйгә ҡайтып, бушатып йөрөнөм.
– Ниңә әйтмәнең, үҙем алыр инем. Нисәү кәрәк, шул саҡлы.
– Һеҙ ҙә минераль һыу эсәһегеҙме ни? – Илгизә маңлайына төшкән сәстәрен рәтләштерҙе. – Әсәйем яҙ көнө крандан һыу эсеүҙе тыя. Бысраҡ, ти. Табип кеше белмәй әйтмәҫ.
Ауылдан сыҡҡас, баҫыу юлына төштөләр. Аяҡ аҫты бысраҡ. Күп тә барманылар, итектәренә бер иле батҡаҡ йәбеште. Былай булмай тип, Зөфәр юлдан ситкә тайпылды. Сиҙәмдән атлауы еңелерәк.
Илгизә лә йәнләнә төштө. Үҙенән бер синыф түбән уҡыған түңәрәк аҡ йөҙлө, һомғол буйлы был ҡыҙҙы күптән оҡшатып йөрөй Зөфәр. Тик үҙенә әйтергә ҡыймай әлегә. Хистәремде аңламаҫ, тип икеләнә. Шуныһын яҡшы белә: ҡыҙ ҙа битараф түгел, буғай. Икеһенең дә хис-тойғолары яҙғы ташҡында ярҙарынан ашҡан йылға кеүек бәреп сығыр көн алда, тимәк.
Урманға етәрәк исемһеҙ бер инеш аға. Йәйге селләлә бөтөнләй кибә ул. Яҙ көнө генә ҡотороп ала. Әле лә шашынған сағы. Былтырҙан ҡалған ҡыу үләндәр өҫтөнән гөрләп ағып ятыуы.
Аптырап туҡтап ҡалдылар. Нисек сығырға? Егет айбарланып аҡҡан һыуға баҡты. Әллә ни тәрән түгел, кисеп үтерлек. Илгизәнең генә итек ҡунысы ҡыҫҡараҡ.
– Елкәгә атландырайыммы, әллә күтәрәйемме? – тине Зөфәр, тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып.
Ҡыҙ яуап бирмәне, ниңәлер арҡаһы сымырлап ҡуйғанын ғына тойҙо. Оҙон ҡара керпектәр менән ҡаймаланған шоморт ҡара күҙҙәрен көс-ғәйрәте ташып торған егеткә төбәне. Уның күҙҙәрендә көтөлмәгән хәлдән баҙап ҡалыу сатҡылары түгел, ә йәшлек саялығы балҡый ине. Мыҡты кәүҙәле Зөфәр Илгизәне еңел генә күтәреп алды ла һыуға атланы.
– Муйындан ҡосаҡла, йә төшөрөп ебәрермен.
Яҙғы йылы ел уларҙың битен иркәләне, сәстәрен туҙғытты. Ҡышҡы йоҡонан уянған ер һулышы, урмандан килгән йәш бөрө еҫе, ҡыҙҙың тын алышы егеттең башын әйләндерҙе.
Инеш уртаһына еткәс, егеттең аяҡтары тыңлауһыҙға әйләнеп, ул туҡтап ҡалды. Үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙҙың ирендәренә үрелде. Тегеһе ҡаршы килмәне, күҙҙәрен йомдо. Һутлы ирен тәмен татыуҙан иҫергән егет ҡыҙ һүҙ ҡушҡас ҡына аңына килде.
– Сығар инде...
– Яратам, тип әйтһәң, сығарам, – тине Зөфәр, күҙҙәрен хәйләле ҡыҫып.
– Мин һине яратам! – тип Илгизә йөҙөн егеттең күкрәгенә йәшерҙе.
– Мин дә...
Урманға еткәнсе егет ҡыҙҙың ҡулдарын ысҡындырманы. Туҡтап, ҡосағына алды, ҡолағына нимәлер шыбырланы. Уларҙың йәштәргә хас вайымһыҙлыҡ менән көлөүе тирә-яҡты яңғыратты.
Эшкә керешергә ваҡыт ине. Зөфәр пакеттан пластик шешәләрҙе алды, бау әҙерләне.
– Ҡайындың олонон тишәһеңме ни? – тине Илгизә, Зөфәрҙең ҡулында бәке күргәс.
– Олонон тишкәс, ҡорой бит ул.
Ул ҡайындың бер ботағын аҫҡа эйҙе лә осон ҡырҡты. Ботаҡ осонан һут тамсыларға тотондо.
– Ботаҡты шешә ауыҙына тығабыҙ ҙа төшөп китмәҫлек итеп нығытып бәйләп ҡуябыҙ. Иртәгә беҙ урап килеүгә туп-тулы буласаҡтар.
Ҡайтыр юлда улар киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
– БДИ*-ға әҙерләнәһеңме? – тип һораны Илгизә.
– Уның нимәһенә әҙерләнәһең? Барыһы ла бирә бит, мин дә бирермен әле.
– Бигерәк ҡурҡыталар. Имтихандарға бер йыл бар, ә мин хәҙер үк дер ҡалтырап йөрөйөм. Һинең иҫең дә китмәй. Теге егет иҫемдән сыҡмай.
– Имтихан бирә алмаған өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалған егетте әйтәһеңме? Иҫәр ул! Йөҙ проценты менән иҫәр! Аҡылы теүәл булмағандыр. Яҡты донъяны үҙ теләгең менән ҡалдыр ҙа кит, имеш. Был минең башҡа һыймай. Кеше донъяға бер тапҡыр ғына килә. Һөйөр-һөйөлөр өсөн... Һәм башҡалар өсөн... Һәм башҡалар өсөн... – Зөфәр ҡапыл һөйләүҙән туҡтаны, Илгизәгә ҡарап алды. – Көлмә, йәме, ҡайһы бер саҡта мин шулай фәлсәфәгә бирелеп китәм.
– Уның ни көлкөһө бар? Киреһенсә, етди булыуың оҡшай миңә. Ә бына мин әллә ниндәй.
– Нисек инде әллә ниндәй? Аңламаным.
– Башым тулы хыял. Әле әсәйем кеүек табип булғым килә, әле уҡытыусы...
– Бер йыл ваҡытың бар. Хәл итерһең әле.
– Зөфәр, киләсәктә һин үҙеңде кем итеп күҙ алдына килтерәһең?
– Аграр университетҡа барырға иҫәп бар ҙа ул, нисек килеп сығыр. Имтихандар бирелмәгән бит әле.
– Мин һинең урында булһам, Өфөлә генә туҡталып ҡалмаҫ, Мәскәүҙең үҙенә үк китер инем. Һәйбәт уҡыйһың, инер инең теләгән вузыңа.
– Һмм... – Зөфәр ирендәрен ҡымтыны. – Берҙәм дәүләт имтихандарының ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бар, минеңсә. БДИ-ны уңышлы тапшырған осраҡта Өфөләге, Мәскәүҙәге, Питерҙағы күңелеңә оҡшаған уҡыу йортона инергә мөмкин, әлбиттә. Үҙең барып йөрөү ҙә кәрәкмәй. Документтарҙы почта аша ла ҡабул итәләр. Балың етһә, уҡырға ла алалар. Былары БДИ-ның ыңғай яҡтары булды, ти. Ә хәҙер кире яҡтарына киләйек. Мине, әйтәйек, Мәскәүҙә уҡырға алдылар, ти. Унда беҙҙең кеүек ситтән килеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ҡайҙа йәшәргә? Бөтә вуздар ҙа уҡырға килгән студенттарға ятаҡтан урын бирмәй. Буш урындар бар икән, алалар. Булмаһа, фатир эҙләйһең. Ә Мәскәү – бик ҡиммәт ҡала. Ашҡаҙаның көн дә ас бүре урынына олой, фатир хужаһы ай һайын аҡса таптыра. Фатирың алыҫ булһа, транспортына ла аҡса кәрәк. Бер стипендияны нисек еткерәһең? Уныһын бирһәләр әле. Атай-әсәйҙәрҙең эш хаҡы юҡ хөкөмөндә, уларҙан ярҙам көтөү урынһыҙ. Ауылға, туғандар янына ла ҡайтҡы килә. Бында яратҡан ҡыҙың да ҡалһа... Юлда ла бушҡа йөрөтмәйҙәр. Ҡыҫҡаһы, ситтән килгән студенттарҙың тормошо шул ҡыйынлыҡтарҙы еңеүгә ҡайтып ҡала.
– Мәскәүҙә уҡыған кеше кеүек һөйләп ҡуйҙың.
– Былтыр Мәскәүгә уҡырға барған Мостафаны беләһеңме?
– Эйе.
– Мәктәбебеҙҙең ғорурлығы тип йөрөттөләр. Олимпиадаларға йөрөүҙән бушаманы. Шул һөйләне. Егерме йәшем тулыр-тулмаҫтан гастрит эләктергем килмәй әле тип, уҡыуын ташлап ҡайтҡан.
– Ниңә шунда уҡ Өфөгә барманы икән?
– Уныһын әйтә алмайым. Үҙенән һорарға кәрәк.
Улар ауылға яҡынлашҡанда көноҙон салт аяҙ күкте айҡаған ҡояш байырға йыйына ине.
II
Исемлектә үҙенең фамилияһын күргәс, Зөфәр албырғап китте, танауын бөрсөк-бөрсөк тир ҡапланы. Ул – студент! Ниңә иҫәңгерәп тора һуң әле, ауылға хәбәр итә һалырға кәрәк. Өйҙәгеләр ҙә белһен. Теләктәре тормошҡа ашты: төпсөктәре юғары белемле һөнәр эйәһе буласаҡ.
Зөфәр документтарын аграр университетҡа тапшырғас, әсә кеше улы Өфөгә юлланғансы маҙаһына тейҙе.
– Әйтерһең, уҡырға инеп ҡайтҡан. Төнө менән урам ҡыҙырыуҙан бушамайһың, – тине ул, вуздарға БДИ һөҙөмтәләренә ҡарап алыуҙарын бик яҡшы белһә лә.
– Әсәй, дискотекаларға йөрөүҙән дә тыйыр инеңме әллә? Мин бит хәҙер үҙ аллы кеше, оло тормош юлына аяҡ баҫҡанмын, ҡулымда – өлгөргәнлек аттестаты. Үҙең шулай тиһең бит... Йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәнем юҡ, киләсәктә лә минең хаҡта насар һүҙ ишетмәҫһегеҙ.
– Аптырағандан әйтәм, – әсәһе йомшай төшә. – Заманында беҙ ҙә имтихан тоттоҡ. Ҡулыбыҙҙан китап төшмәне. Имтихан һайын үлеп терелә инек... Берҙәм дәүләт имтиханы... Уйлап сығарғандар бит, ә? Бала-сағаны аҙҙырып...
...Башынан мең төрлө уй үткән Зөфәр, инде тыныслана төшөп, исемлеккә йәнә бер күҙ һалаһы итте. Баштан төшөп, үҙ фамилияһына ҡабат туҡталды. Егеттең аяҡ аҫтында ер сайҡалғандай булды: фамилияһы тура килә, ә инициалдары юҡ. Ул – «Мостафин З. Ш.», ә исемлектәгеһе ниндәйҙер «Мостафин Г. Г.»?! Фамилияһын күрҙе лә аңы иләҫләнде, фамилиялашы булырын күҙ алдына ла килтермәне. Ярай әле, ата-әсәһенә шылтыратырға өлгөрмәне, оятҡа ҡала ине.
Уҡырға инә алмағанға артыҡ бошонманы Зөфәр, тик шуныһы эсен бошорҙо: өйгә нисек ҡайтып күренер? Эттән эткә һалып әрләмәҫтәрен белә, башынан да һыйпамаясаҡтар. Ярай, һөйләнер-һөйләнерҙәр ҙә туҡтарҙар әле. Йән биргәнгә йүн биргән, бер яйы сыҡмай ҡалмаҫ.
Ул күңелһеҙ хәбәрҙе әлегә ата-әсәһенә еткермәҫкә булды. Ә бына Илгизә менән һөйләшеп алыу ҡамасауламаҫ. «Исемлекте элеүҙәре менән шылтырат», – тип тороп ҡалғайны. Көтәлер.
– Алло, Илгизә!
– Алло, Зөфәр! Сәләм!
– Сәләмеңде алдыҡ һәм сәләм бирҙек!
– Ҡайҙан шылтыратаһың?
– Ҡайҙан тип уйлайһың? Үҙең Өфөгә оҙатып ҡалдың бит. Шулай булғас, һөйөклө баш ҡалабыҙҙан...
– Телеңә һалышма! – Илгизә Зөфәрҙе бүлдерҙе. – Ҡотларғамы?
– Ни менән?
– Тилебәрән орлоғо ашаныңмы әллә? Һөйләшеүеңдең рәте-сираты юҡ. – Ҡыҙ ҡылтайҙы. – Студент булыуың менән, тим.
– Исемлек әҙер түгел, тиҙәр. – Зөфәрҙең тауышы яһалма яңғыраны.
– Ҡасан әҙер була һуң?
– Әллә инде...
– Һорашманыңмы ни?
– Бер кем бер нәмә белмәй.
– Билдәле булғас та шылтырат. Көтәм.
– Ярай.
Илгизә менән һөйләшкәс, Зөфәргә ҡыйын булып китте. Өфөгә юлланған синыфташтарына шылтыратып, уларҙың хәлен белешмәксе булды – уҡырға алғандармы, әллә уның һымаҡ, конкурстан үтмәнең тип, кире борғандармы? Ул урам буйлап тегеләй ҙә, былай ҙа туҡтауһыҙ ағылыусы машиналарҙы күҙәтеп, ары тапанды, бире тапанды ла уйынан ҡайтты: «Һүҙ ҡуйыртыуҙан ни файҙа...»
Уның һымаҡ уҡырға инә алмағандар байтаҡ икән. Зөфәр быға документтарын алыу өсөн сиратҡа баҫҡас иғтибар итте. Барыһының да сырайы һытыҡ. Айырыуса ҡыҙҙарҙың күңеле төшөнкө. Ҡайһыларының күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарып бөткән. Баҡһаң, илаһалар, ҡыҙҙар йәмһеҙ күренә. Илгизә лә шулаймы икән?
Документтарын алыу менән автовокзалға йүнәлде. Билетты үҙҙәренең районына түгел, ә апаһы йәшәгән ҡалаға һораны. Кафела тамағын туйҙырып сығыуға, автобусҡа ултырырға саҡырҙылар.
III
Юл уға кәрәкле уҡыу йорто янынан үтеү сәбәпле, Зөфәр автовокзалға уҡ барып йөрөмәне. Автобустан төшөп ҡалғас, кеүәҫ эсеп һыуһынын ҡандырҙы ла, башҡа бер ергә һуғылмай, туп-тура колледжға китте. Эш көнө тамамланмаған, асыҡтыр, бәлки. Ябыҡ булһа ла зыян юҡ, комиссияның эш сәғәттәрен белер ҙә иртәгә килер.
Колледж асыҡ ине. Ишектән инеүгә үк уны туҡтаттылар.
– Егет кеше, һеҙ кемгә?
– Ҡабул итеү комиссияһына килгәйнем.
Вахтала ултырған ҡатын берсә – Зөфәргә, берсә стеналағы сәғәткә ҡараны.
– Иртәрәк килергә ине. Ҡайтырға йыйыналарҙыр. Йәһәт ҡылан.
Ҡабул итеү бүлмәһендәге ҡыҙҙар, ысынлап та, ашыға ине, буғай, эште тиҙ тоттолар. Арлы-бирле иткәнсе документтарын алыу тураһында ҡағыҙ тотторҙолар. «Һуңлама, ваҡытында кил. Һин ғариза биргән белгеслеккә уҡырға теләүселәр һуңынан күбәйә лә китә. Исемлектән төшөрөп ҡалдырыуҙары ихтимал», – тип иҫкәртергә лә онотманылар.
– Ятаҡтан урын бирерҙәрме икән?
Был һорауына ла ыңғай яуап алды.
– Бирерҙәр. Уныһын уҡый башлағас белешерһең.
Колледждан сыҡҡас, өҫтөнән оло йөк төшкән кешеләй хис итте үҙен. Уның урынында башҡа берәү булһа, университетҡа уҡырға алманылар тип, ата-әсәһен хафаға төшөрөр ине. Ә ул бер кем менән дә кәңәш-төңәш итмәй, үҙ аллы хәл итте лә ҡуйҙы. Был аҙымы дөрөҫмө, юҡмы – уныһын бер Хоҙай ғына белә.
«Ир-егеттең юлдашы – тәүәккәллек», – тип әйтәләр түгелме һуң әле?» Ҡала урамы буйлап атлағанда үҙен шулай дәртләндерҙе егет. Күп тә барманы, телефонына йән инде. Ул! Юрағаны юш килде, экранда Илгизәнең исеме балҡыны.
«Кеҫә телефоны тигән нәмәкәйҙе ҡайһы йомробаш уйлап тапты икән? Һәр аҙымыңа отчёт биреп йөрө инде, йә! Осрашҡас, күҙгә-күҙ ҡарашып серләшерҙәр ине әле. Тиле кешеләй урамда һөйләнеп бар, имеш».
Сквер эргәһенән үтеп бара икән, туҡтап, эскәмйәләрҙең береһенә ултырҙы.
– Тыңлайым, Илгизә.
– Ниңә һаман өндәшмәйһең? Әллә ниҙәр уйлап бөттөм. Әллә эштәрең хөртмө?
– Барыһы ла тәртиптә.
– Әллә уҡырға алдылармы? – Илгизә Зөфәрҙең яуабын да көтмәй тәтелдәргә кереште. – Студент булыуың менән ҡотлайым! Ысын күңелдән! Мин һинең өсөн бик шатмын.
– Илгизә...
Бүлдермә әле тигәндәй, ҡыҙ хәбәрен теҙҙе генә.
– Һин киткәс, уйланым-уйланым да медицинскийға ла түгел, филологическийға ла түгел, ә һин уҡыясаҡ университетҡа барырға булдым. Экономическийға. Бергә-бергә икебеҙгә лә күңелле булыр. Һинән башҡа донъяның бер йәмен тапмайым.
– Ул хаҡта һуңынан һөйләшербеҙ, Илгизә. Башта мине тыңла...
Һөйләшеп бөтә алманылар. Ҡамасауланылармы, әллә башҡа сәбәптәнме, ҡыҙ көтмәгәндә телефонды һүндерҙе.
– Мине саҡыралар... – Трубкала Илгизәнең һуңғы һүҙҙәре яңғыраны.
«Бигерәк ҡыҙыҡ һөйләштек. Туҡтауһыҙ ләпелдәп, һүҙ әйтергә лә ирек бирмәне. Ҡотлауы аграр университетҡа инеү менәндер инде... Колледж хаҡында әйтеп өлгөрмәнем бит...»
Бер аҙ уйланып ултырғас, егет юлын дауам итте.
Көтмәгәндә килеп төшкән Зөфәрҙе күргәс, апаһы менән еҙнәһе аптырашта ҡалды. Апаһының хатта йөҙө үҙгәреп китте.
– Өйҙә барыһы ла имендер бит? – тип һораны, хафаланып.
– Имен. Атай менән әсәй сәләм әйтеп ҡалды. – Зөфәр апаһын тынысландырыр өсөн шыттырҙы.
– Ниндәй елдәр ташланы? – тип ҡыҙыҡһындылар унан, ниһайәт, хәл-әхүәл һорашҡас.
– Колледжға уҡырға инергә килдем, – тине Зөфәр ғәйепле бер төҫ менән.
– Бәй, һин аграрныйға йыйына инең түгелме һуң? Һуңғы тапҡыр һөйләшкәндә әсәйем шулай тигәйне.
– Йыйынғайным да... Килеп сыҡманы. Унда конкурс ҙур, бер урынға биш-алты кеше.
– Ҡайһы колледжға күҙ төбәп килдең? – Һүҙгә еҙнәһе ҡушылды. – Яңылышмаһам, улар беҙҙә бер нисәү шикелле.
– Политехническийға. Документтар унда.
– Ҡалай өлгөрһөң. Уҡып бөткәс, кем булаһың инде?
Зөфәр колледждан алған ҡағыҙҙы еҙнәһенә тотторҙо.
– «Техническое обслуживание и ремонт автомобильного транспорта»... Тимәк, автомеханик. Университетта алырға теләгән һөнәреңә яҡын. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, инженер менән автомеханик араһында әллә ни айырма юҡ. Тегеһенең дә, быныһының да эше – техниканы хеҙмәтләндереү. Ир-егеттәр өсөн ҡулай һөнәр. Автомеханикҡа ауылда ла, ҡалала ла эш етерлек.
– Ятаҡ та вәғәҙәләнеләр. Ял көндәрендә килеп-китеп йөрөрмөн.
– Ятаҡ тип ауыҙыңды ла асма! – Апаһы, сәй яһауынан туҡтап, ҡустыһына төбәлде. – Беләм мин уның ниндәй урын икәнен. Ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөгән йәш-елкенсәкте юлдан яҙҙыра торған ер ул. Һыра... Тәмәке... Ҡыҙҙар... Наркотик... Бөтәһе лә шунан башлана. Беҙҙә торорһоң. Фатирыбыҙ иркен, Аллаға шөкөр. Һиңә генә урын етер. Уйылдан менән Ғилманға күҙ-ҡолаҡ булырһың. Дәрестәре бөттөмө, урамдан ҡайта белмәйҙәр.
Зөфәр шунда ғына ҡустыларының өйҙә юҡлығына иғтибар итте.
– Ҡайҙа һуң әле улар?
– Ауылда. Атай менән әсәй янында, – тине еҙнәһе. – Оҙаҡламай алып ҡайтырбыҙ инде. Мәктәпкә әҙерләйһе бар шилмаларҙы.
– Бушаған арала беҙгә лә ярҙамлашырһың, – тине апаһы. – Аҡса үҙенән-үҙе генә килмәй, телеңде арҡыры тешләп сапҡанды ярата.
Апаһы ла, еҙнәһе лә Зөфәр белә-белгәндән бирле сауҙа менән шөғөлләнә. Ике-өс магазин тоталар. Тауар артынан әле теге, әле был ҡалаға юлланалар. Улар өйҙә юҡ саҡта балаларына күршеләре Зөбәйлә әбей күҙ-ҡолаҡ булып тора.
– Минән ниндәй һатыусы сыҡһын! – Зөфәр көлөмһөрәне. – Бөлгөнлөккә төшкәнегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
– Ауыҙыңды йырма, һине берәү ҙә прилавка артына баҫтырырға йыйынмай, – тине апаһы, тауышын күтәреп. – Йөк бушатышһаң, магазиндарға әйбер илтешһәң, беҙгә артығы кәрәкмәй.
– Ә уҡыу?
– Ҡурҡма, уҡыуыңа зыян килтермәҫкә тырышырбыҙ.
Шарттарҙың, талаптарҙың асыҡ ҡуйылыуы һәйбәттер ҙә...
IV
«Апайым менән еҙнәм үҙҙәренең ни теләгәнен йәшермәй әйтте. Ҡалаға морон төртөр-төртмәҫтән аяҡ-ҡулды бәйләп ҡуйҙылар. Өйҙәгеләр ни әйтер? Апайым түҙгән тиһеңме ни, әллә ҡасан һөйөнсөләгәндер...» – тип уйланы Зөфәр ауылға ҡайтып етәрәк.
Һиҙенеүе өй ишеген асып ингәс тә раҫланды.
– Ун бер йыл буйы уҡып йөрөүеңде әйтер инем инде, әҙәм ышандырып, – тип асыуланды әсәһе. – Университетҡа инерлек тә белем ала алмағанһың.
– Конкурс ҙур ине бит, әсәй, – тип аҡланды Зөфәр. – Барыбыҙҙы ла бер юлы нисек алып бөтһөндәр. Киләһе йылға тағы барып ҡарармын.
– Быйыл уҡ уҡырға инһәң, кеше араһында йөҙөбөҙ яҡты булыр ине. Кемдең балаһы – шуныҡы. Бармаҡ төртөп күрһәтмәһәләр ҙә, уңайһыҙ, – тине атаһы, асыуын эскә йотоп. – Ишетеүемсә, синыфташтарыңдың күбеһе уҡырға ингән. Һин генә...
Атаһы менән әсәһе бер нисә көн шулай һөйләнде һөйләнде лә тымды. Илгизә иһә күҙен дә астырманы, дәрескә шиғыр ятлап килгән уҡыусы һымаҡ, бер үк һүҙҙәрҙе тәҡрарланы ла тәҡрарланы.
– Ҡыҙҙар алдында оятлы иттең. Өфөлә Зөфәр менән уҡыуы күңеллеме, тип көләләр. Әйтерһең, егеттәре теләгән ерҙәренә уҡырға бара. Тәнзиләнеке лә, Дамираныҡы ла, һинең кеүек, училищенан ары китә алмаған. Фәниәнеке лә...
– Ниңә ҡайтҡанымды көтмәнең һуң? Белер-белмәҫ көйө һөйләнеп йөрөмәҫкә ине.
– Үҙең бит! – Илгизә йөҙөн сытайтты.
– Нимә «үҙең»? – Зөфәр ҙә бирешмәне.
– Үҙең бит, ҡотлайыммы, тигәс...
– Ә һин минең ауыҙҙы ла астырманың, автомат урынына тытылданың. – Егет ҡулдарын автомат тотҡан рәүешкә килтерҙе. – Та-та-та... Та-та-та...
– Нимә тинем?
– Онотһаң, иҫеңә төшөрәм. Ҡыҙҙарҙың хәтере ҡыҫҡа, тигәндәрен ишеткән бар ине, дөрөҫ икән. – Зөфәр тауышын нәҙегәйтеп, Илгизә булып һөйләргә тотондо. – Уйланым-уйланым да, медицинскийға ла түгел, филологическийға ла түгел, һин уҡыған университетҡа барырға булдым. Экономическийға. Бергә-бергә икебеҙгә лә күңелле булыр. Һинән башҡа донъяның йәмен тапмайым.
– Шатлығымдан әйткәнмендер инде. – Ҡыҙ оялып керпектәрен түбән төшөрҙө.
– Ниндәй шатлыҡ?
– Ниндәй булһын, уҡырға инеүең шатлығы менән.
– Мин колледжға индем, тип әйтергә теләгәйнем, ә һин үҙеңдекен тылҡының. Етмәһә, ҡыҙҙарға әйткәнһең.
– Үҙең бит...
– Әпәт – мин!
– Үҙең бит һүҙҙе ситләтеп-уратып башланың, тәүҙә үк кәрәген әйтәләр уны, улай бик шәп булғас.
– Шаяртырға ла ярамаймы ни?
Зөфәр шуныһына шат: йөрәген әсир иткән ҡыҙ ваҡыт-ваҡыт үпкәһен белдерһә лә, өйөндә бикләнеп ятманы, һәр кисте уның менән үткәрҙе. Күңелдәренә оҡшаған фильм күрһәтһәләр – кино ҡаранылар, дискотекаларҙы ҡалдырманылар, аяҡтары талғансы төнгө урамды тапанылар.
Айырылышыу көндәре яҡынлашҡас, Илгизә илгәҙәкләнә төштө.
– Әллә ни төрлөмөн ул мин, – тине ҡапҡа төптәрендә серләшеп ултырғанда, Зөфәргә һыйына биреп.
– «Әллә ни төрлөмөн»... – Егет һағайҙы. – Ни әйтергә теләгәнеңде аңлап бөтмәнем.
– Уның нимәһен аңлатаһың. Еңел-елпемен. Уйлап бөтөр-бөтмәҫтән һөйләп, оятҡа ҡалыуым бер бөгөн түгел. Ҡыҫҡаһы, миңә етдилек етмәй.
Зөфәр ыҡ-мыҡ итте, ҡыҙҙы йыуатмаҡсы булды, тик теленә йүнле бер һүҙ ҙә килмәне. Илгизә, башлағас, әйтеп бөтәйем тигәндәй, туҡтаманы:
– Үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым – ниндәй генә хәбәр ишетһәм дә, төбөнә тоҙ ҡоймайынса, бер кемгә һөйләмәйәсәкмен. Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән.
Күптән шулай кәрәк ине! – Егет ҡыҙҙы ҡосағына алды.
V
Алсаҡлығы Зөфәргә колледжда ла ярап ҡалды, тиҙ арала курсташтары араһында үҙ кешегә әйләнде. Ләкин бер нәмәне һәр ваҡыт хәтерендә тотто: илгәҙәкмен, асыҡ күңеллемен тип, теләһә кем менән аралаша һалып барманы. Төркөмдәрендә үҙе һымаҡ ауылдыҡылар ҙа бар, ҡаланыҡылар ҙа етерлек. Һуңғылары тәүге көндәрҙән үк кәпрәйеп йөрөнө, мин – мин икән, мин кем икән тип, ауыл егеттәренә баш аша ҡараны. Юҡ-бар сәбәп табып, кәмһетеү яғын ҡайырҙылар. Уның ҡарауы, дәрестәрҙе иң күп ҡалдырыусылар улар ине. Баштары әрҙән сыҡманы.
Зөфәр ундайҙарҙан алыҫыраҡ булырға тырышты. Аралашып йөрөгән егеттәр араһында хуш күргәне Әкрәм ине. Ул уға беренсе көндә үк иғтибар итте. Итмәҫ тә ине, төркөмдә ул – иң оҙоно. Икеһе лә бер биҫтәнән, йорт аша ғына йәшәйҙәр. Тәүге көндө үк юлдары тап килде. Дәрестәрҙән һуң гәпләшә-гәпләшә ҡайттылар. Шунда ныҡлап таныштылар. Ул да колледжға урта мәктәпте тамамлағас ингән.
– Беҙҙә бит юғары уҡыу йорттары юҡ. Ситкә сығып китергә кеҫә яғы таҡыр. Әсәйем менән генә йәшәйбеҙ, – тине Әкрәм төшөнкөрәк тауыш менән.
– Атайың ҡайҙа? – Зөфәр телен тешләне: «Урынһыҙ һорау биреп, хәтерен ҡалдыра күрмәйем тағы».
– Кем белһен! Мин бәләкәй саҡта уҡ айырылышҡандар. Баш күтәрмәй эсте, ти әсәйем.
Үҙ нәүбәтендә Зөфәр ҙә үҙҙәренең ғаиләһе менән таныштырҙы.
– Еҙнәң менән апайыңды беләм бит мин, баҙарҙа осратҡаным бар. Малайҙарын да күргеләп торам, – тине Әкрәм, уны тыңлап бөткәс.
Көн дә шулай уртаҡ юлды тапай торғас, бер-береһенә эҫенеп, дуҫлашып киттеләр.
Икеһенең дә ваҡыт яғы тар. Әкрәм ҡаланың баскетбол командаһында уйнай икән.
– Даими шөғөлләнмәһәң, форманы һаҡлауы ҡыйын, – ти. – Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым менән осрашырға ла форсат таба алмайым. Үпкәсел түгел әлдә, хәлемә инә. Күберәк телефон аша аралашабыҙ.
Зөфәр ҡустыларынан бушаманы. Ярай әле, апаһының башы етеп, оҙайтылған көн төркөмөнә яҙҙырған тегеләрҙе. Кискә табан ғына барып ала. Үҙҙәре генә йөрөргә бәләкәйерәктәр: Ғилманы – III, Уйылданы IV синыфта уҡый. Юл аша сыҡҡанда машина аҫтында ҡалып ҡуйыуҙарынан, насар кешеләргә юлығыуҙарынан ҡурҡа апаһы.
Сауҙа менән шөғөлләнгән кешенең ял көнө юҡ. Апаларында йәшәй башлағас, шуға инанды Зөфәр. Шәмбе менән йәкшәмбе – иң төшөмлө көндәр, сөнки халыҡ ялда баҙарға күп йөрөүсән. Шулай ти апаһы менән еҙнәһе. Иртүк сығып китәләр ҙә һуң ғына ҡайталар. Ә Зөфәр көноҙон ҡустылары менән мәж килә. Әле тегеһен, әле быныһын таптыралар. Урамға уйнарға сыҡһалар, өйгә индереп булмай. Мәхшәр! Апаһы менән еҙнәһе ҡайтҡас ҡына күҙе асылып ҡала.
Ял көндәрендә һирәк-һаяҡ булһа ла ауылға ҡайтып йөрөргә иҫәбе бар ине. Ҡайҙа ул! Өс айҙа бер урап килделәр ауылды күмәкләшеп. Унда ла ике-өс сәғәткә генә. Илгизә менән танһығы ҡанғансы һөйләшә лә алманы хатта.
Әле бигерәк һағынды Зөфәр ҡыҙҙы. Ул дәрес ваҡытында Илгизә менән СМС алышҡан саҡтарын иҫенә төшөрҙө.
Һин тип тибә йөрәккәйем,
Ә үҙең һиҙәһеңме?
Мин бит һиңә хаттар яҙҙым,
Һин уҡый беләһеңме? –
тип яҙып ебәргәс, былай яуаплағайны:
Һине уйлап төндәр үтә,
Һине уйлап таң ата...
Ҡайҙа һуң ул, әйтегеҙсе,
Ҡайҙа «Мегафон» тота???
Атайсалын, йән һөйгәнен юҡһынған егеттең күңеле нескәрҙе, хис-тойғоларының тау шишмәһеләй урғылып сығыуына сыҙай алмағанғалырмы, башына дыуамал уй килде: «СМС ебәргәндә?.. Хәҙер үк... Яуап бирерме икән?..» Зөфәр, уҡытыусының иғтибарын йәлеп итмәҫкә тырышып, хәреф сүпләне:
Почему хат яҙмайһың?
Наверно, яратмайһың…
Яратмаһаң да пиши,
Күңелемде утеши.
Илгизә булһын да, яуап яҙмаһын, ти. Курсташтары тәнәфескә таралышҡанда, Зөфәр үҙ алдына йылмая-йылмая ҡыҙҙың яуабын уҡыны:
Сәләмдәреңде еткерә –
Телефон хәбәр һала.
Һинең урыныңа уны,
Түҙмәй, «әп» итеп алам!!!
Кискә табан тауышын ишетеү бәхетенә лә иреште.
– Уҡыуҙан ҡайттыңмы әле?
– Яңыраҡ ҡына. Күлдәкте үтекләп маташам.
– Ҡайҙа барырға яһанаһың? Свиданиеғамы? Әллә берәйһенә ғашиҡ булдыңмы?
– Ниндәй свидание?! – «Мине бында ҡыҙҙар артынан саба, тип уйлай әллә? Булыр унан!» – «Ассаи» төркөмө килгән.
– Классно! «Ассаи» – минең дә иң яратҡан төркөмөм. «Нежность» тигән йырҙарын көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡуям. Һүҙҙәрен дә ятлап алдым: «Твоя нежностъ меня пленила с первых минут, окутала навсегда...» Яныңда булһам, икәүләшеп барыр инек.
«Свидание» тигән һүҙ егеттең йәненә тейгәйне, тегене үртәргә сәбәп эҙләне.
– Экономическийҙа уҡый башлағас, барырһың әле. Улар Өфөгә йыл да килә, тиҙәр.
– Ҡайтып, күҙемә генә күрен, ҡолағыңдан тартасаҡмын, – тип янаны ҡыҙ.
– Ауырттырғансы тартмаҫһың, йәме, «яратам» тигән һүҙеңде ишетмәй ҡалырлыҡ булмаһын.
– Ул һүҙҙе минән бүтән ишетмәйәсәкһең. Ҡолағыңа киртеп ҡуй.
– Ишетәсәкмен. Көҙгөгә күҙ һал әле, ана бит ирендәрең әйтәм-әйтәм тип тора. Әйт инде, концертҡа һуңға ҡалам.
– Һинән бер ниҙе лә йәшерермен тимә. Ҡайҙан белеп тораһың ул?! – Ҡыҙ шаталаҡланды. – Мин һине яратам!
– Мин дә һине яратам! Пока!
– Пока!
Күтәренке күңел менән сыҡты урамға Зөфәр. Колледждан ҡайтҡанда ғына күк йөҙө салт аяҙ ине. Ни арала болотлап өлгөргәндер, ишеп-ишеп ҡар яуа. Ел ыуарама килә, урам һепереүселәргә эш арттырмаҡсы, тротуар-ҙарға ҡар түшәй. Мөхәббәтенән ҡанатланған егет буранға ла иғтибар итмәй атланы. Буранда бүре ҡоторор, урамда тиле ҡоторор тигәндәй, йөрәге шашынып типте, тиктомалдан көлгөһө килде. Үҙен тотҡан ерҙән һындырыр, баҫҡан ерендә осҡон сәсрәтер бәһлеүән итеп тойҙо. Мәҙәниәт һарайында Әкрәм һөйләгән мәҙәкте тыңлағас, күҙенән йәштәр атылып сыҡҡансы көлдө.
– Баҙарға барғанда үҙем өсөн өр-яңы донъя астым бит әле. – Әкрәм мут ҡына күҙ ҡыҫты.
– Нисек? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды Зөфәр.
– Автобуста пассажирҙарҙың нимә хаҡында һөйләшкәнен, кондукторҙың уларҙан секунд һайын юл хаҡын түләүҙе талап иткәнен, аҡса түләргә теләмәгәндәрен ниндәй һүҙҙәр менән әрләгәнен ишеттем – плейерымды яңылыш өйҙә онотоп ҡалдырғанмын…
Әкрәм яңғыҙы түгел, эргәһендә ике ҡыҙ бар ине. Үҙенә оҡшап, оҙонорағы – Регина. Уныһын таный, курсташының дуҫ ҡыҙы. Бер нисә тапҡыр өсәүләшеп киноға барғайнылар. Икенсеһен – уртаса буйлыһын тәүге тапҡыр күреүе. Үҙен Оксана тип таныштырҙы. Исемен әйткәс, ниңәлер тартынып, буялған керпектәрен күтәрә биреп күҙ һирпеп алды. «Бигерәк оялсан икән», – тип уйлап ҡуйҙы Зөфәр.
Кейемдәрен тапшырырға гардеробта сиратта торғанда яндарына бер егет килеп баҫты. Етен сәсле, ауыҙынан һыра, тәмәке еҫе борҡоған шөкәтһеҙ егет әҙәпһеҙ ҡыланды.
– Икегеҙҙе тағы ла бер күрһәмме?! – Егет Әкрәм менән Регинаға күҙенең ағын әйләндереп ҡараны ла, ҡырт боролоп, китеп барҙы. Регина йөҙөн ҡапланы:
– Шундай матур кистең йәмен ебәрҙе, йүнһеҙ!
Әкрәм һыҡтарға етешкән ҡыҙҙы иңбашынан ҡосаҡлап ситкә алып китте. Зөфәр Оксана менән тороп ҡалды.
– Кем ул?
– Эдгар. – Оксана күңелһеҙ хәлде оноторға теләп булһа кәрәк, ҡулын һелтәне. – Йөрөй шунда һәптәнләп. Ни аллаға, ни муллаға...
Концерт башланғанын көткән арала улар бер-береһе хаҡында байтаҡ нәмә белеп өлгөрҙө. Оксана – Регинаның синыфташы. Мәктәптә һуңғы йыл уҡыуҙары.
– Имтихандарға ла әҙерләнгәс, концерттарға бик йөрөп булмай.
– Иртә бит әле имтихандарға.
– Атай менән әсәй мине ҡаты тота, – тине Оксана. – Берҙән-бер ҡыҙҙары булғанға ҡурсалайҙар әллә. Бөгөн нисек ебәргәндәрҙер, үҙем дә аптырайым. Әкрәм менән Регина оҙатып ҡуябыҙ, тигәс кенә ризалаштылар. Көн-төн китап-дәфтәргә ҡапланып ултырып та булмай ҙабаһа, шуны аңлата алмайым үҙҙәренә.
– Мәктәптәге кисәләргә лә ебәрмәйҙәрме?
– Уларынан ҡалған юҡ. Дискотека, концерттарға бик иҫ китмәй. – Оксана ауыр көрһөндө. – Имтихандар ҡурҡыта.
– Үҙем әҙерләнәм, тиһең.
–Теүәл фәндәргә теш үтеп бөтмәй. Математика менән физика – минең өсөн йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урман. Атай менән әсәй репетитор ялламаҡсы.
– Мине репетитор итеп алаһыңмы?
Оксана ғәжәпләнеүҙән ҙур асылған күҙҙәрен егеткә төбәне: «Шаяртмайһыңмы?»
– Аттестатың гел «бишле»ләрҙән торамы әллә?
– Маҡтанып әйтмәйем, һине өйрәтерлек кенә белем бар.
Йәкшәмбе көн осрашырға һүҙ беркеттеләр.
Концерт ҡарағанда ла, тамашанан һуң ҡыҙҙарҙы оҙатып ҡуйғанда ла Зөфәрҙең күңелен бер уй өйкәне: «Ҡайҙа осратҡаны бар ине әле Эдгарҙы?.. Хәтере яңылышмаһа, баҙарҙа, буғай. Көнө буйы килгән-киткән машиналарҙан йөк бушатыусы, йөк тейәүсе, кискә табан ҡыҙмаса булып йөрөүсе егеттәрҙең береһе...»
Һүҙҙе Әкрәм ҡуҙғатты. Ул, йәне әсенеп, шуларҙы бәйән итте:
– Мине Регина менән күрһә, ене ҡотора ла китә. Бар уйы – беҙҙең араны бутау. Регинаға ҡайһыбыҙ тәүҙә иғтибар иткәндер, әйтә алмайым. Ул да, мин дә ҡыҙҙың дәрестәре бөткәнен көтөп, мәктәп ихатаһын аҙ тапаманыҡ. Регина беребеҙҙе лә яҡынлатманы. Тәнәфестәрҙә лә һөйләшергә теләмәне. Беҙҙе күргәс, тағы ла һағалайһығыҙмы, тигәндәй, күҙ һирпеп кенә ала ла, һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ та һалмай, синыфташ ҡыҙҙары менән ҡайта ла китә. Беҙ үҙ-ара әрләшәбеҙ: «Һиңә башҡа ҡыҙҙар бөткәндер шул!», «Йөрөмә аяҡ аҫтында буталып!», «Регина тип тағы ла ауыҙыңды асһаң, әпәй шүрлегеңә менеп төшөргә лә күп һорамам!» Эйе, Эдгар мине ҡурҡытып та ҡараны, туҡмарға ла яҫҡынды. Ошо кәүҙәм менән шуға бирешеп торорға. – Әкрәм, туҡтап, Зөфәргә йылмайҙы. – Бер һуғыуға ла етмәй бит ул. Һүҙен һүҙ итә алмағанға ғәрлегенән әтәсләнә генә. Былайтып күпме йөрөргә мөмкин? Етмәһә, синыфташтар күҙҙе лә астырмай. «Бешмәгәндәр, бер ҡыҙҙы ла ҡарата алмайһығыҙ», – тип көләләр. Эдгар менән уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та ҡыҙға шундай шарт ҡуйҙыҡ: «Интектермә беҙҙе, икебеҙҙең береһен һайла». Күреүеңсә, бәхет миңә йылмайҙы. Тик Эдгар кенәсел егет булып сыҡты, гел мыҫҡыл итә. Ҡайһы ҡыҙҙың нахаҡ һүҙҙәр ишеткеһе килһен! Регина ла шулай. Һөйгән ҡыҙың булғас, беләһеңдер, бер ни булһа, улар балауыҙ һығырға ғына тора. Бая ла көскә тынысландырҙым. Дөмбәҫләмәйенсә аңламаҫ, ахыры, Эдгар. Эштәр шуға табан бара.
– Тағы ла бер тапҡыр һөйләшеп ҡара, ыҡҡа килер, бәлки, – тип кәңәш бирҙе Әкрәмде йотлоғоп тыңлаған Зөфәр.
Тегеһе ҡырт киҫте:
Кемгә-кемгә, ләкин мин уға баш эйеп бармаясаҡмын! Эдгар беҙҙең тәнгә ҡаҙалған талпандан да яманыраҡ. Талпанды алып ташлайһың да ҡотолаһың, ә быны – юҡ, ҡаныбыҙҙы һура ла һура.
VI
Ишекте үҙ асҡысы менән асып ингән Эдгар шым ғына бүлмәһенә үтергә уйлағайны. Уныңса килеп сыҡманы. Тупһа аша атлар-атламаҫтан әсәһе тып итеп алдына килеп баҫты. «Лекция тыңламайынса йоҡлатмаясаҡ», – тип уйлап алды егет, әсәһенең ҡиәфәтен күҙҙән үткәргәс. Ятып торған, ахыры, сәсе туҙған, сырайы киткән, халатының төймәләрен дөрөҫ ҡаптырмағанлыҡтан, уң итәге һулынан бер ҡарыш самаһы оҙонораҡ.
– Ошо ваҡытҡа ҡәҙәр ҡайҙа йөрөнөң? Сәғәттең нисә икәнлеген беләһеңме? Иртән ни тип сығып киттең? – Әсә бер-бер артлы һорауҙарын теҙҙе.
Эдгар өндәшмәне, нисек етте шулай курткаһын һалып иҙәнгә ташлағас, итегенә эйелде. Улының битарафлығы әсәне ярһытты.
– Ниңә ҡустыңды бассейнға алып барманың? Һине көтә-көтә илап шешенеп бөткән. Алма алам тип нисә көн кәпәренәһең. Ҡайҙа? Ҡасандан бирле картуф таптырам. Ыжламайһың да... Барыһына ла бер үҙем нисек өлгөрәйем? Аяҡтан яҙғанды көтәһеңме әллә?
Мышнай-мышнай итеген сискәс, Эдгар башын күтәрҙе, тороп баҫам тигәнсе, кәүҙәһен тота алмай, сайҡалып китте. Стенаға һөйәлеп өлгөрмәһә, иҙәнгә ҡолай ине.
– Әллә эсеп ҡайтҡан инде?! – Әсә бот сапты. – Шул ғына етмәгәйне...
– Күңел асырға ла ярамаймы ни миңә? – тине Эдгар, теле көрмәлеп. – Хаҡым бар, эсһәм, үҙем эшләп тапҡан аҡсаға эсәм.
– Былай дауам итһәң, атайыңдан да уҙҙырасаҡһың.
– Ниңә, атайға ни булған?
– Ни булғанын үҙең беләһең.
– Ғәйеп үҙеңдә лә булғандыр әле. Тотаһың да уны яманлайһың...
Эдгарҙың әйткәндәре әсәне сығырынан сығарҙы, ул үҙ-үҙен онотоп, улын уңлы-һуллы сәпәкләргә тотондо:
– Атайың бик шәп булғас, уның менән йәшә!
Шунан тауышҡа уянып сыҡҡан кесе улын етәкләне лә бүлмәгә инеп китте. Әсәһенән быны көтмәгән егеттең иҫ-аҡылы китте, уттай янған яңаҡтарын һыйпаны.
Был уның әсәһе менән тәүге тапҡыр ғына ғауғалашыуы түгел. Барыһы ла атаһы ғаиләне ташлап сығып киткәс башланды...
...Мәктәптән асығып ҡайтҡан Эдгар туп-тура аш бүлмәһенә үтте. Инһә, аптырап китте, әсәһе өҫтәлгә ҡапланып илай.
– Ни булды, әсәй? Ниңә илайһың?
Тегеһе яуап бирәһе урынға һыҡтауын белде. Улы һорауын ҡабатлағас ҡына:
– Атайың китте, – тине, күҙ йәштәрен тыйырға тырышып.
– Китһә, ҡайтыр әле. Әйтерһең, бер бөгөн командировкаға йөрөй, – тине Эдгар, балалығына барып. – Әсәй, минең ашағым килә.
– Юҡ-юҡ, бөтөнләйгә китте. Ситтә кемелер барын һиҙенә инем һиҙенеүен, үҙ күҙҙәрем менән күрмәгәс, ышанмағайным. Имеш-мимештәргә лә ҡолаҡ һалманым. Беҙҙән көнләшәләр, тип әһәмиәт бирмәнем. Үҙе әйтте. Һөйәркәһе бәпес көтә икән. Бала өсөн бик борсола, яңғыҙын ҡалдыра алмайым, ти.
Асығыуын да онотҡан Эдгарҙың әле генә ишеткән һүҙҙәргә ышанғыһы килмәне.
– Бының булыуы мөмкин түгел! Түгел! Уның балалары бар бит инде! Ҡустым бар! Мин бар! Һин шаяртаһың ғына бит, әсәй... Шаяртаһың ғына... Шулай бит?
– Бындай хәбәр менән шаярмайҙар, улым...
Эдгарҙың һулышы ҡыҫылды, йөрәк тапҡырында нимәлер шартлап өҙөлгәндәй тойолдо. Ул күҙенә аҡ-ҡара күренмәй тышҡа атылды.
Хәҙер нисек йәшәрҙәр? I синыфта уҡыған, атаһына иркәләнеп туймаған ҡустыһы ни эшләр? Үҙе һуң, үҙе! Ир-егеттәр араһында ғына була торған серҙәрен кем менән уртаҡлашыр? Ә әсә-һе? Белә, әсәһе бит ошо көнгә ҡәҙәр уға таянып донъя көттө, атаһы һүҙенән сыҡманы. Берәй әйбер һатып алырға йәки эшкә тотонорға йыйынһалар, иң элек уның менән кәңәшләште, шунан һуң ғына ниәтен тормошҡа ашырҙы.
Тилмереп күпме генә көтһәләр ҙә, атай кеше ишекте ҡабат асып инмәне. Кесе улын алдына алып иркәләүсе, Эдгарҙың сәсенән һыйпаусы, әсәһен ҡосағына алыусы булманы. Ҡыңғырау зыңғырлау менән, атайым ҡайтты, тип ишеккә йүгереүсе ҡустыһы тора-бара был ғәҙәтен ташланы. Себергә йәшәргә күскән атаһы баштараҡ һирәк-һаяҡ шылтыратып хәл-әхүәл белеште, аҡса ла һалғыланы. Ике улын да телефон аша булһа ла тыуған көндәре менән ҡотланы. Аҡса ебәрәм, үҙегеҙгә оҡшаған әйберҙе алырһығыҙ, тине. Аҙаҡ килеп егерме йылға яҡын ғүмер иткән ғаиләһен онотто, һыуға батҡандай зымзыя юҡ булды.
Эдгар үҙ-үҙенә бикләнде, холҡо ҡырҡа үҙгәрҙе, юҡ-бар өсөн дә үсекте лә ҡуйҙы. Ғүмерҙә булмағанса, әсәһе менән телләште. Ҡушҡан йомоштарын «онотто». XI синыфта бөтөнләй тәртәнән сыҡты, өйҙән биҙҙе, ярҙамлашыуҙан баш тартты.
– Ашағас, ниңә һауыт-һабаны йыуып ҡуйманың? Сүп биҙрәһе лә түгелмәгән.
– Әллә... Онотҡанмын...
Һүҙ ҡуйыртҡыһы килмәне Эдгарҙың, яңғыҙы ҡалырға теләне. Әммә әсәһе бүлмәнән тиҙ генә сығып китергә оҡшамаған.
– Әгәр мин ашарға әҙерләргә онотһам? Күҙ алдыңа килтер әле, барыбыҙ ҙа ас ҡалабыҙ ҙабаһа. Һин дә ярҙам итмәгәс, миңә кем булышһын? Өлгөрә алмағанымды күреп тораһың, – тине әсә, сабырлығын юймаҫҡа тырышып.
– Әсәй, минең дәрестәрем әҙерләнмәгән, – тине Эдгар, асырғанып. – Ҡамасаулама!
«Телен ҡыҫҡартырға кәрәк был малай аҡтығының! – Әсәнең түҙемлеге шартлап һынды. – Тамам аҙҙы».
– Әсәй менән шулай һөйләшергә кем өйрәтте?
– Миңә дәрес әҙерләргә кәрәк! – тип ҡысҡырҙы егет. – Ә һин тәрилкә тип башымды ҡатыраһың.
Әсәне улының ярһыуы тетрәндерҙе. Ҡапыл ҡыҙып китеүенә үкенде. Үҙен уның алдында ғәйебе бар һымаҡ тойҙо. Күңеленә шик-шөбһә төштө: «Күңелһеҙ хәлгә тарығанмы әллә?»
– Бәхәсләшмәйек әле, – тине, улын тынысландырырға тырышып. – Ни булды һиңә, ә?
– Бер ни ҙә булманы.
– Улайһа, башҡа ваҡытта һөйләшербеҙ. Дәрестәрең менән бул. Ҡамасауламайым.
Бер аҙнанан һуң әсәне мәктәпкә саҡырҙылар. Ул синыф етәксеһен ҡыҙарына-бүртенә тыңланы.
– Дәрестәрен ҡалдыра. Әҙерләнеп килмәй. Уҡытыусыларҙы, синыфташтарын һанға һуҡмай. Улығыҙ менән һөйләшеп ҡарағыҙ әле. Бәлки, һеҙҙе тыңлар.
Эдгарҙың әсәһе менән һөйләшкеһе килмәне.
– Бәйләнмә әле, – тине. – Береһен дә күрә алмайым.
– Кемдәрҙе?
– Уҡытыусыларҙы ла, синыфташтарымды ла.
– Ниңә?
Һорау яуапһыҙ ҡалды. Күпме генә тырышмаһын, улының күңел түренә үтеп инә алманы әсә. Йөрәген мөхәббәт осҡоно ялмаған егет бар донъяға асыулы ине. Әсәһенә сиселергә теләмәне. Әгәр күңелен туҡтауһыҙ өйкәгән уй-кисерештәре менән уртаҡлашһа, әсә улын йыуатырҙай һүҙҙәр табыр ине. Кәңәштәрен дә бирер ине, моғайын. Ғәзизенең йөрәк кисерештәрен әсәнән дә нығыраҡ аңлаған кеше тыумаған әле Ер йөҙөнә! Шуны төшөнмәне тиҫкәре егет. Үҙе генә янды, үҙе генә көйҙө. Шағирҙар меңәр йылдар дан йырлаған мөхәббәт тигәндәре һөйөнөс урынына көйөнөс килтергәс, албырғап ҡалды. Ул мөхәббәттең сихри көскә эйә булыуын, утҡа ла, һыуға ла һалыуын ҡабул итә алманы. Теләһә ниндәй юлдар менән ғашиҡ булған ҡыҙының күңелен яуларға маташты, әҙәп тигән нәмәне онотто.
Шайтан ғына өмөтһөҙ. Регина мөхәббәтен кире ҡаҡты тип кенә, әрһеҙләшеүҙән туҡтаманы. Кино-концертҡа саҡырҙы – ҡыҙ әхирәттәре аша тапшырған билетты кире ҡайтырҙы; тамағынан өҙөп йыйған аҡсаға сәскәләр һатып алды – ҡыҙ бүләкте ҡабул итмәне; таң атыуға тротуарға ат башы ҙурлыҡ хәрефтәр менән «С днём рождения, любимая!» тип яҙҙы – ҡыҙ ыжламаны ла.
Әкрәмде йәне-тәне менән күрә алманы, «ҡолға» тип мыҫҡыл итте. Уйы менән күнекмә ваҡытында баскетболсы синыфташын яҙа баҫтырып «имгәтте» – егет иртәгеһен мәктәптә йәнен көйҙөрөп ирәүәнләнеп йөрөнө; ярышҡа китһәләр, автобусты юлда КамАЗ менән «төкөштөрҙө», самолётта осһалар, самолётты «шартлатты». Әммә «диверсия»лары бойомға ашманы. Әкрәм ҡайҙа ғына китһә лә, Регинаны ҡыуандырып, Эдгарҙың эсен бошороп, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтты.
VII
– Әйҙә, үт, тартынма. – Оксана Зөфәрҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршыланы. Һөйгән йәре менән осрашырға йыйынғандай, төҙәнгән-биҙәнгәйне: ҡаш-керпектәрен ҡарайтҡан, бит алмаларына беленер-беленмәҫлек итеп кенә иннек яҡҡан, ҡыҫҡа еңле ҡыҙылһыу күлдәге лә үҙенә килешеп тора. Зөфәр курткаһын, итеген һалыуға алдына йомшаҡ тапочка килтереп ҡуйҙы. – Ҡунаҡтар өсөн тотабыҙ.
Егет бер аяғындағы өләсәһе бәйләп биргән йөн башалтайға, бер ҡыҙға ҡараны.
– Кей, кей, иҙән һалҡынса.
Зөфәр аяғына тапочкалар эләктерҙе лә ҡыҙ артынан эйәрҙе. Залға үткәс, тирә-яғын һынсыл байҡаны.
– Үҙең генәме әллә өйҙә?
– Әсәйемдәр универмагҡа киткәйне. Ҡасан ҡайтырҙар, әйтмәнеләр.
– Өйгә сит кеше индергәнһең, тип орошмаҫтармы һуң?
– Әллә әсәйемдәрҙән ҡурҡаһыңмы? Уларҙың кешегә ҡаты бәрелгәнен күргәнем юҡ.
Оксана егеткә өҙҙөрөп ҡарап алды. Иғтибарлыраҡ баҡһа, Зөфәр ул ҡарашта ниндәйҙер хикмәт йәшеренгәнен шәйләр ине. Ләкин әле уның диҡҡәтен икенсе нәмә биләне: «Юҡ-бар һөйләп өркөтөп ҡуймайым. Фатирҙарына тәүләп аяҡ баҫам дабаһа!»
– Үҙең талапсандар тигәнгә генә әйтеүем. Үпкәләтмәгәнмендер бит?
– Шуның өсөн генә ҡылтайырға мине кем тип беләһең?
– Әлегә математика менән физиканан имтихандар биреүҙән ҡурҡҡан ун беренсе синыф уҡыусыһы Оксана тип беләм.
Көлөшөп алғас, икеһенә лә еңел булып китте, аралағы көсөргәнеш, ятһыныу кәмегәндәй тойолдо. Күп тә үтмәй улар, бер-береһен ғүмер баҡый белгән кешеләр кеүек, көлөшә-көлөшә дуҫтарса һөйләшә ине.
Оксананың бүлмәһе, бында ҡыҙҙар йәшәй, тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Бер яҡта стенка, ҡаршыла диван, быяла ишекле шкафтарға шыплап китаптар теҙелгән, йомшаҡ уйынсыҡтар, эреле-ваҡлы ҡурсаҡтар тултырылған. Уйынсыҡтар пианино өҫтөн дә баҫып алған. Ике шифоньер араһына ҡуйылған өҫтәлдә компьютер тора. Унан йыр яңғырай:
Һин ураған юлды мин урайым,*
Эҙҙәреңә түгәм күҙ нурым.
Һин һулаған яҙҙы
мин һулайым,
Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
– Земфираның башҡортса йырлағанын ишеткәнем юҡ ине әле.
– Интернеттан яҙҙырып алдым. – Оксана йырҙы туҡтатты. – Теләһәң, һуңынан тыңларбыҙ.
Егет ризалығын белдереп баш ҡаҡты.
Зөфәрҙең «репетитор» тигән һүҙҙе ишеткәне бар, ләкин ул эш менән нисек шөғөлләнгәндәрен күҙ алдына ла килтерә алмай. Тик Оксана алдында һынатҡыһы килмәне, йөҙөнә эшлекле ҡиәфәт сығарҙы.
– Ниндәй темаларға тешең үтмәй?
Оксана егет алдына дәфтәрҙәрен таратып һалды, ҡулына әле физика, әле математика дәреслеген алды.
– Әйҙә, бөгөнгә математика менән булайыҡ, физика көтөп торор. Ҡаршы түгелһеңдер бит?
– Мин риза.
Зөфәр дәреслекте асты ла бармағын күҙенә салынған беренсе мәсьәләгә төрттө:
– Йә әле, сисеп ҡара. Был теманы үткәнһегеҙҙер бит.
– Үтеүен үттек тә ул, тик килтереп сығара алырмынмы икән?
– Ә һин башта эшләп ҡара. Нимә аңлашылмай, тартынмай һора, – тине егет ҡыҙҙың күңелен күтәрергә теләп. – Шуның өсөн саҡырманыңмы ни?
Оксана биремде дәфтәргә күсереп яҙҙы ла, ручкаһын ауыҙына ҡабып, туҡтап ҡалды.
– Дәрестә үткәнһегеҙ ҙәбаһа, йә әле, иҫеңә төшөр, был мәсьәләгә ниндәй теорема тап килә?
– Белмәйем. – Ҡыҙ башын түбән эйҙе.
Егет кәрәкле теореманы тапты ла китапты Оксананың алдына һалды.
– Иҫеңә төштөмө?
– Төштө. – Ҡыҙ, ынйылай аҡ тештәрен күрһәтеп, йылмая-йылмая Зөфәрҙе ара-тирә маҡтап алырға ла онотманы. – Егеттәр теүәл фәндәргә башлы була шул.
Шәп булып ҡыланһа ла, уҡытыусылыҡ еңел һөнәр түгел икән. Теоремаларҙы аңлата-аңлата шыбыр тиргә төштө Зөфәр, тамағы кипте хатта.
– Эсергә берәй нәмә килтерәйемме? – Оксана йәһәт кенә урынынан ҡалҡынды. – Сәй, ҡәһүә...
– Сәй янына мәй ҙә ҡуйырһың, бәлки...
Ҡыҙ егеттең әйткәнен ысынға алды.
– Барҙа атайҙың шешәләре ултыра ла ул...
– Шаярттым ғына. Беҙгә сәй ҙә бата.
– Ә мин ысынлап һорайһың икән тип торам.
Оҙаҡ ултырманы Зөфәр, тиҙҙән яңынан килергә вәғәҙә биреп, Оксана менән йылы ғына хушлашты. Әкрәм уны баскетболсылар ярышына саҡырғайны.
VIII
Эдгар уҡыуға күңел һалманы, мәктәпкә әсәһенең әрен ишетмәҫ өсөн генә йөрөнө, шунлыҡтан Берҙәм дәүләт имтихандарын йүнләп тапшыра алманы. Өлгөргәнлек аттестаты урынына уға мәктәптә ун бер йыл уҡыуы тураһында белешмә тотторҙолар. Синыфташтары таңды теплоходта ҡаршы алды, ә ул үҙе кеүек мәктәпкә әллә ҡасан ҡул һелтәгән үҫмерҙәр менән подъезда һыра һемерҙе, төтөн йотто. Синыфташтары документтарын юғары уҡыу йорттарына тапшырғанда, эш эҙләргә мәжбүр булды. Аралашып йөрөгән әшнәләренең кәңәшен тотто: баҙарҙа эшҡыуарҙарға ялланды. Әжере булдыҡлылығыңа бәйле, күпме йөк бушатып-тейәүеңә ҡарап. Кәрт һуғып, һыра эсеп, тәмәке тартып көн үткәрһәң, кеҫәңә бер тин аҡса инмәүе лә ихтимал. Шуға күрә тәүге көндәрҙән үк егәрлелеген күрһәтергә тырышты, ҡайҙа ҡушһалар, шунда йүгерҙе. Еп өҙөрлөк хәле ҡалмағанда ла, ыңһарламаны. Шуның менән алдырҙы ла.
Эшләй башлағас та, әсә улын осондорманы. «Иш янына ҡуш булыр», – тине лә ҡуйҙы, аҡса ҡайтарып биргәс. «Осонғандың ҡулынан ҡуян ысҡынған», – тине күңеленән, улының элекке ҡыланыштарын күҙ уңында тотоп.
Башҡа синыфташтары кеүек, Әкрәмдең берәй яҡҡа уҡырға китеүенә бик өмөтләнгәйне Эдгар. Ә ул, уның уйҙарын һиҙенгәндәй, тотто ла ҡалала ҡалды. Шуға асыуы сыҡты. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Нисек тә юлынан Әкрәмде алып ташларға план ҡорҙо. Аңҡы-тиңке килеп йөрөй торғас, башында бер уй моронланы. Эдгар көндән-көн күңелендә ҡоторған ошо уй шайтан ҡотҡоһона бирелде.
Тормошҡа ашырыр ниәте аяуһыҙыраҡ кеүек, әлбиттә. «Булһын! Үҙ башына ҡарышты, үҙе ғәйепле. Башҡа юлын күрмәйем. Башын төрмәгә тығырға!» Шулай уйланы Эдгар.
Тик нисек итеп? Кешене тиктомалдан төрмәгә ултыртмайҙар. Әшнәләре менән дә кәңәшләшә алмай. Хәҙер бөтә ҡалаға таратасаҡтар. Әкрәмдән ниндәй «енәйәт» эшләтергә? Ғәжәп, быныһына яуапты тиҙ тапты.
Эштән бушағас, ваҡыт үткәреү өсөн кемдер ҡалдырып киткән гәзитте ҡараштырғайны. Шуны ташлар алдынан күҙе биш-алты юллыҡ ҡына хәбәргә төштө. Унда фатирында наркотик һаҡлаған өсөн бер кешене хөкөм итеүҙәре хаҡында яҙғайнылар. Эдгарҙың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. «Ниңә, Әкрәм өйөндә наркотик һаҡлай алмаймы ни? Ала! Нисегерәк әле!» Ул, ҡулдарын ыуалап, ҡыуанысынан саҡ һикерәңләмәне.
…Күҙ бәйләнеп, әрбәк-һәрбәк төшкәс, әшнәләре менән кафела осраштылар. Береһе лә һуңламаны. Йыйылыуҙарының сәбәбе әлегә билдәһеҙ, һәр ваҡыттағыса, тамаҡ сылатып кәйефләнеүгә, ҡала урамдарында көстәрен ҡай-ҙа ҡуйырға белмәй, тегендә-бында һуғылып йөрөүгә оҡшамаған. Эдгарҙың йөҙө уғата етди, донъяуи проблемалар өҫтөндә баш ватҡан президенттыҡынан һис тә ҡалышмай. Ваҡыт-ваҡыт әшнәләренә күҙ һалып ала ла ҡарашын өҫтәлгә төшөрөлгән шаҡмаҡлы биҙәктәргә төбәй, ара-тирә алдындағы тоҙ һауытын әйләндергеләп ҡуя.
Һыра шешәләре яртылаш бүҫкәрҙе, тоҙло сәтләүек тә кәмене.
– Бер эш сығып тора. – Ниһайәт, Эдгар башын күтәрҙе. Өҫтәл йәнләнә төштө. Бер-береһенә ҡарашып алдылар. – Бер егет ишаратының иманын уҡытып алырға кәрәк.
Кемде, тип һорарға телдәре ҡысытһа ла, береһе лә һорау бирергә ҡыйманы. Холҡон белеп бөткәндәр, бүлдергәнде ене һөймәй. Түҙемһеҙләнеп, үҙе әйткәнен көттөләр.
– Ҡасан, ҡайҙа, кемде икәнен ваҡыты еткәс белерһегеҙ. Иҫенән яҙғансы дөмбәҫләмәҫкә. Һеҙҙең бурыс – ҡурҡытыу. Әйтергә онотоп торам, бер әйберенә лә теймәҫкә. О’кей?
– Кеҫәһе тулы аҡса булһа ламы? – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе береһе.
– Йомошоң сәйер булып сыҡты бит әле был юлы, Эд, – тип өҫтәне икенсеһе.
– Бер нәмә лә аңламаным, – тине өсөнсөһө.
– Әйтмәм, тигәйнем, әйттерәһегеҙ инде. – Эдгар һынын турайтты, һыра уртланы. – Ул егет һуңынан миңә кәрәк буласаҡ. О’кей?
– Күптән шулай тиҙәр уны. Ҡыҙҙар әүрәткәндәге һымаҡ, һүҙ уйнатаһың әтеү.
Эдгар кемгә ниндәй бурыс төшкәнен ентекләп аңлатты.
– Мәгәрисе булырмы һуң? – тип һорарға батырсылыҡ иттеләр.
– Ниндәй тоҙһоҙ һорау был тағы, ә? – Эдгар әшнәләренә һөҙөп ҡараны. Тегеләре шөрләй төштө. Шешә менән башҡа тондормағайы, тип уйланылар булһа кәрәк.
Тағы берәр шешә һыра бушаттылар ҙа таралыштылар.
IX
Килешелгән көнгә килә алманы Зөфәр, бәләгә тарыны.
Апаһы менән еҙнәһе өндәшкәс, ярҙамлашырға тип баҙарға барғайны. Машинаны келәт алдына ҡуйғас, кемдер еҙнәһен телефон аша саҡыртып алды. Әйберҙәрен бушатып бөттөләр, еҙнәһе юҡ та юҡ, китте лә батты. Машинаны алыуҙы талап иттеләр, сөнки ул башҡаларға үтеп-һүтергә ҡамасаулай икән. Зөфәр ике уйлап торманы, тәүәккәлләп кабина ишеген асты.
– Руль тоторға кемдән өйрәндең, ҡәйнеш? – тип белеште фатирға ҡайтҡас еҙнәһе.
– Бер кем дә өйрәтмәне. Атайымдың машинаһында үҙем өйрәндем.
– Һиңә машина йөрөтөү хоҡуғы алаһы ғына ҡалған. Ниңә курстарға йөрөмәйһең?
– Бик йөрөр инем дә ул, үҙегеҙ беләһегеҙ, улар түләүле. Унан, колледжды ташлағым да килмәй.
– Кем һиңә уны ташларға ҡуша? Кискеһен уҡырһың. Аҡса өсөн борсолма, үҙебеҙ бирербеҙ.
– Рәхмәт.
Еҙнәһенең һүҙе бөтмәгән икән, ашыҡмаҫҡа ҡушты.
– Йәйгә автосервис асырға ниәтләйем. Минең янға эшкә килерһең, теләһәң.
– Эй ошоноң холҡо! Тотҡан ерҙән һындырырға яратаһың, – тине апаһы, көлөмһөрәп. – Алла бирһә, тиген.
– Һиңә шофёр булып йөрөү етер, – тине еҙнәһе, ҡырт киҫеп. – Үҙ аллы эшләйәсәкбеҙ.
Иртәгеһенә үк эҙләп тапты автомәктәпте Зөфәр. Шофёр танытмаһы алырға теләүселәр араһында төрлөһө бар: үҙе кеүек йәш-елкенсәк тә, урта йәштәгеләр ҙә, пенсияға сығырға йыйыныусылар ҙа, ҡыҙ-ҡырҡын да. Иң ғәжәпләндергәне шул булды: ҡатын-ҡыҙҙар ир-аттан да күберәк. Һуңға тиклем уҡыһалар ҙа, бер дәресте лә ҡалдырманы Зөфәр. Өйгә ҡайтыуы ғына яйһыҙыраҡ. Ара апаруҡ булһа ла, автобусты көтөп өшөп-туңып тормай туҡталышта, йәйәү атлай.
Ҡайтып етергә күп тә ҡалмағайны ул кистә. Уй даръяһына сумып атлай торғас, ҡаршыһына, күктән төшкән һымаҡ, өс егет килеп баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалған. Уратып алдылар ҙа сигарет таптырҙылар.
– Тартмайым, ауыҙға алған нәмәм түгел.
Яуапты оҡшатманылар.
– Тапһаҡ?! – Береһе, асыулы секерәйеп, күҙҙәрен таҫрайтты.
– Тартмайым, тинем дәбаһа! Аңлашылмаймы ни? – Зөфәр ҡурҡҡанын һиҙҙермәҫкә, үҙен ҡыйыу тоторға тырышты, кәүҙәһен турайтыбыраҡ баҫты. Быларҙан теләһә ниндәй насарлыҡ көтөргә мөмкин. Күҙҙәрендә иман юҡ. – Һеҙҙән йәлләгәнде эт ашаһын!
– Эт?! – Ҡаршыһында үҙ телен үҙе аңламаған маңҡорт әтәсләнә ине, буғай. – Ишеттегеҙме, малайҙар, мине эт тип мыҫҡыл итте. Эттең кем икәнен күрһәтәйек әле шул маңҡаға!
Кеше туҡмауҙары тәүге мәртәбә генә түгелдер, оҫта ҡыландылар. Аңғармаҫтан елкәһенә тондорҙолар. Төртөп йығып, бер-ике тибергә лә өлгөрмәнеләр, кемдер уҫал тауыш менән һөрәнләне:
– Нишләйһегеҙ, ҡәбәхәттәр! Үлтерәһегеҙ бит!
Зөфәргә ҡул күтәреүселәр өсөһө өс яҡҡа тороп сапты. Эргәһенә килеп баҫҡан ике егет торорға ярҙамлашты.
– Кемдәр? Таныныңмы? – тип һораштылар.
– Күргән-белгән кешеләрем түгел. – Зөфәр өҫ-башын ҡаҡҡыланы. Уның елкәһе үҙәгенә үтеп һыҙлай ине.
– Килеп өлгөрмәнек, береһен булһа ла эләктерә инек.
Егеттәр ах та вах килеште, әйтерһең, ғүмер баҡый бергә йөрөгән дуҫтарын рәнйеткәндәр. Алдында өлтөрәп торалар. – Әйберҙәреңә теймәгәндәрме?
Зөфәр кеҫәләрен ҡапшаны – аҡса янсығы юҡ.
– Капиталың күпмерәк ине?
– Биш йөҙ һумлап.
Зөфәрҙе бәләнән ҡотҡарған егеттәрҙең икеһе лә уртаса буйлы ине, ҡалын свитер кейгәнгәме икән, курткаларының иҙеүе асыҡ, сәстәре башлыҡтарынан сығып маңлайҙарына төшкән. Сандыр кәүҙәле, ас яңаҡлыһы ҡулын Зөфәрҙең иңбашына һалды.
– Беҙ таныштар, буғай. Ҡайҙа күргәйнем һуң әле? – Ул маңлайын тотто. – Әһә, иҫемә төштө. Мәҙәниәт һарайында тап иткәйнем. Әкрәмдәр менән, минең элекке синыфташ менән, концертҡа килгәйнегеҙ. Янығыҙҙа ҡыҙҙар ҙа бар ине. Баҙарҙа ла осратҡылайым үҙеңде.
«Йөҙө таныш һымаҡ...» Баянан бирле тынғы бирмәгән һорауына ла яуап табылды: «Был бит... Әкрәм менән Регинаны күрә алмаған Эдгар!» Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмағандай, егетте йәнә бер талай күҙҙән үткәрҙе: «Шул үҙе!»
Эдгар уның Әкрәм менән бергә уҡыуын белһә лә, нисек танышыуын һорашҡан кеше булды.
– Беҙ – курсташтар.
– Бына таныштыҡ та, – тине Эдгар, ҡулын биреп. Зөфәр уның ҡулын теләр-теләмәҫ кенә алды, бите тартышып ҡуйҙы.
«Ҡотҡарыусылар» Зөфәрҙе байтаҡ ҡына оҙата барҙы.
– Капиталың өсөн ҡайғырма, уларҙың кемдәр икәнлеген самаланым. Минең йоҙроҡто татығылары килмәһә, ҡайтарырҙар, – тине Эдгар, хушлашып.
Апаһы менән еҙнәһе, милицияға хәбәр итәйек, тип ныҡышһа ла, Зөфәр ризалашманы. Аңлатмалар яҙып булышҡыһы, суд юлын тапағыһы килмәне.
Һыҙланыуы баҫылғансы колледжда күренмәҫкә булды. Иртән Әкрәмгә, ауырыңҡырап тора тип әйтергә ҡушып, СМС ебәрҙе. Төштән һуң теге үҙе лә килеп етте. Дуҫы, Зөфәрҙе тыңлағас, һығымта яһаны:
– Эдгарҙың ҡылығы аптырата мине. Был кәмитте үҙе ойошторғанға оҡшаған. Һинән уға ни кәрәк – шуныһын аңлап етмәйем.
Әгәр Эдгар ошоға оҡшаш ҡыланыштарын тағы ла ҡабатлаһа, улар алды-артты ҡарап эш итергә килеште.
X
Зөфәр Оксаналарға икенсе юлы килгәндә ата-әсәһе лә өйҙә ине. Итәге иҙәнгә еткән затлы халат кейгән ҡатын теләр-теләмәҫ кенә иҫәнләште. Пеләш башлы, ҡап ҡорһаҡлы ир кеше лә яҡты сырай күрһәтергә ашыҡманы.
– Сәләм, Зөфәр! – тип атылып килеп сыҡҡан Оксананы егет янына ебәрмәнеләр, юлына арҡыры төштөләр.
– Ашыҡмай тор, ҡыҙым. Беҙҙең һөйләшәһе һүҙебеҙ бар.
Һорау алырға йыйынғандай, ҡаршыһына баҫҡан һытыҡ йөҙлө, йыйырылған ҡашлы был икәүҙең ҡылығын төшөнөп етмәне Зөфәр. Яҡындан танышайыҡ, тигән булып, ҡайҙан килеүен, ҡайҙа уҡыуын төпсөндөләр. Әсәһе менән атаһының белеме, кем булып эшләүҙәре уларҙы ниңә ҡыҙыҡһындыра икән?
– Сәғәтенә күпме алаһың?
Был һорау Зөфәрҙе бөтөнләй аптырашта ҡалдырҙы. Ниндәй «сәғәт» тә, нисек «күпме алаһың?» Берсә бурлаттай ҡыҙарып күҙәткән Оксанаға, берсә ир менән ҡатынға баҡты.
– Һорауығыҙҙы аңламаным.
– Репетиторҙар бушҡа эшләмәй. Күпме аҡса һорайһың?
Зөфәр «пырх» итеп көлөп ебәреүҙән саҡ тыйып ҡалды үҙен. Башҡа ерҙә булһа, бындай һорауҙан һыны ҡатып көлөр ине. Әле ни әйтергә белмәй аҙапланды.
– Мин ниндәй репетитор булайым? Оксана үтенгәнгә генә...
Һаман төпсөндөләр:
– Оксана менән ҡайҙа таныштығыҙ?
– Әсәй! – Ҡыҙҙың өҙгөләнеп әйткән һүҙен ҡолаҡтарына ла элмәнеләр.
– Тик кенә тор, үҙеңдән һорағас, яуап тоторһоң.
– Мәҙәниәт һарайында.
– Кем таныштырҙы? Әллә башлап үҙең һүҙ ҡуштыңмы?
– Регина таныштырҙы. Кемдең башлап һүҙ әйтеүенең ниндәй әһәмиәте бар һуң?
– Һинең өсөн юҡтыр, бәлки, ә беҙҙең өсөн был үтә лә мөһим. Оксана – «өф» итеп үҫтергән берҙән-бер балабыҙ. Уның теләһә кем менән буталыуына юл ҡуймаясаҡбыҙ.
Зөфәр үҙен террорсылар ҡулына эләккән аманат һымаҡ хис итте. Мәғәнәһеҙ һорауҙары менән йәнен ҡыялар. Мыҫҡыл итеүҙән ҡасан туҡтарҙар? Йәһәтерәк сығып киткеһе килде, Оксана хаҡына түҙҙе. Ул иһә баянан бирле егеттән күҙҙәрен алмай ҡарап тора, ваҡыт-ваҡыт ирендәре дерелдәп ҡуя. Юҡһа, ишектәрен шартлатып ябып сығып китеү уның өсөн ике тин – бер аҡса.
Оксананың бүлмәһендә лә тын-ғылыҡ бирмәнеләр. Әсәһе, бүлмә аша үтеп, лоджияла оҙаҡ ҡына мыштырланы. Бер аҙҙан атаһы ишектән башын тыҡты:
– Телевидение программаһын тапмайым, һин күрмәнеңме, ҡыҙым?
Бында артабан тотҡарланыуҙың фәтүәһен тапманы Зөфәр. Бер-ике мәсьәләне сисеү юлдарын төшөндөрҙө лә китергә йыйынды. Оҙата сыҡҡан ҡыҙ мөлдөрәп ҡарап тороп ҡалды. Уның күҙҙәре йәшләнгәйне. Ата-әсәһе һаубуллашып мәшәҡәтләнмәне. Егет юрый ҡысҡырып әйтте:
– Ауфидерзейн!
Өсөнсөгә килгәндә тупһанан уҡ кире борҙолар.
– Ҡабат килеп йөрөмә, – тине әсә кеше, бөйөрөнә таянып. – Беҙ икенсе репетитор таптыҡ. Һинән шәберәген. Фән кандидатын. Оксананы онот. Беҙ ауыл малайҙары өсөн ҡыҙ үҫтермәнек. Һиңә үҙ тиңең бөтмәҫ. – Халат кеҫәһенән конверт сығарҙы. – Быныһы хеҙмәтең өсөн. Тейешле аҡсаңды ал да кит.
Ҡатын шаҡ ҡатҡан егеттең ҡулына конверт тотторҙо. Зөфәр, иҫенә килгәс, асып ҡарап та тормай, конвертты урталай йыртты ла ишек төбөнә ташланы.
Иртәгеһен колледжда осрашҡас, Әкрәм хәлде нығыраҡ асыҡланы:
– Оксана Регинаға шылтыратып илаған: «Зөфәрҙе шул тиклем оҡшатҡайным, әсәйем бөрөләнеп кенә килгән тәүге һөйөү хистәремде аяҡ аҫтына һалып тапаны». Әллә башын әйләндерергә самалағайныңмы?
– Һөйләмәгеҙ юҡты! Мин Илгизәмде бер кемгә лә алмаштырмаясаҡмын!
Күңеленә шом ингәндәй, кеҫәһенән ҡабалана-ҡарһалана телефонын сығарҙы ла СМС ебәрҙе: «Яратаһыңмы?» Яуап урынына телефон таблоһында йөрәк һүрәте пәйҙә булды.
XI
Эдгар аҙна-ун көн самаһы күҙгә-башҡа салынманы. Егеттәр тыныслана төштө.
– Юҡҡа шикләнмәйбеҙме икән? – тине Зөфәр, аптырап.
– Һин уны белеп бөтмәйһең. Үҙенә тигәндә теләһә ниндәй этлеккә бара ул, бер нимәнән дә сирҡанып тормай, – тине Әкрәм.
Уның шиге раҫҡа сыҡты.
Баҙарҙа тап булдылар. Килгәнен аңдып йөрөгәнгә оҡшаған, иптәштәре өндәшкәнгә лә иғтибар итмәне, Зөфәр янында бөтөрөлдө.
– Тегеләрҙең ҡойроғона тәки баҫтым бит, – тине, ялағайланып.
– Кемдәрҙең? – Зөфәр аңламағанға һалышты.
– Һине туҡмап, аҡсаңды һалдырып алған шпаналарҙың. – Зөфәр эстән генә әсе көлөмһөрәне: «Харап, үҙең дә шуларҙың һыңары түгелме һуң?» – Йоҙроғомдо күрһәтеүем булды, кошелёгыңды йүгертеп килтереп бирҙеләр, – тип шапырынды. – Һинең дуҫ икәнде белмәнек, белһәк, теймәҫ инек, тиҙәр. Тәүбәләрен әйттерҙем, ҡабат бармаҡ менән дә сиртмәҫкә ант иттеләр.
– Юҡҡа мәшәҡәтләнгәнһең, – тигән булды Зөфәр. – Рәхмәт инде.
– Кошелёгыңды хәҙер үк ҡулыңа тотторор инем, үҙем менән алмағанмын. – Эдгар кеҫәләрен ҡапшаны. – Өйҙә онотоп ҡалдырғанмын, шайтан алғыры.
– Бирерһең әле, һуңғы тапҡыр осрашыуыбыҙ түгелдер бит.
Эдгар хушлашырға ашыҡманы, аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫты ла:
– Әйҙә, кис кафела ултырабыҙ, – тине. – Шунда кошелёгыңды ла бирермен.
XI
– Кошелёк өсөн генә кафеға йөрөгөм килмәй. Бирерһең әле, әйттем дәбаһа.
– Һөйләшеп ултырырбыҙ. – Эдгар һаман ныҡышты. – Һиңә әйтәһе хәбәрҙәрем дә йыйылып киткән. Ҡыҙҙар кеүек инәлтмә инде. Егет бул.
«Бынан нисек ҡотолорға? Өҙмәй ҙә ҡуймай. Ниндәй хәйлә табырға?»
– Бер бумала башты свиданиеға саҡырғайным. Икеле-микеле генә һөйләште. Баш тартһа, килермен. Телефоныңды бир, шылтыратышырбыҙ. Килә алмаһам, үпкәләмә, ҡыҙҙар менән үбешмәгәнгә биш былтыр.
Эдгарға телефон номерын биргәнгә Әкрәм пыр туҙҙырҙы.
– Ахмаҡ, хәҙер ул һинең өҫтөңдән төшмәйәсәк. Минут һайын шылтыратып, маҙаңды аласаҡ.
Шулай ҙа кафеға барыуҙы кәрәк тип таптылар. Аҡса янсығын бирер өсөн генә саҡырмағаны көн кеүек асыҡ. Тын алышын белгеләре килде.
Янынан үтеп-һүтеп йөрөһә лә, кафела булғаны юҡ ине Зөфәрҙең. Ярым ҡараңғы залдағы өҫтәлдәрҙең күбеһе буш. Ҡайҙандыр талғын ғына көй ағыла.
Күптән күрешмәгән ҡәҙерле ҡунағы килгәнме ни, Эдгар ярам-һаҡланыпмы ярамһаҡланды. Ултырышыу менән нимә эсергә теләүе менән ҡыҙыҡһынды. Зөфәр спиртлы эсемлектәрҙән баш тартты.
– Һин ҡыҙҙар кеүек, әй. – Эдгар битенә йылмайыу ишараты сығарҙы. Уға – туңдырма, үҙенә һыра алды.
Эдгар һыраны тәмләп ҡараны ла өҫтәлгә аҡса янсығын һалды. Зөфәр уны кеҫәһенә тыҡты.
– Ниңә асып ҡараманың, аҡсаһы теүәлме?
– Шпаналарҙан аҡсаның ҡасан теүәл ҡайтҡанын күргәнең бар?
Эдгар, һүҙ юҡта һүҙ булһын тигәндәй, уның уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды ла бында ни өсөн саҡырыуын асыҡтан-асыҡ әйтте.
– Көндөҙ һин дөрөҫ әйттең. Кошелёгыңды баҙарҙа ла бирә ала инем. Йомошом бар һиндә...
Зөфәр һағая төштө. Ләкин ауыҙ асып һүҙ ҡатманы. Туңдырма ашаған кешегә һалышты.
– Долг платежом красен, ти урыҫтар. Мин һине бәләнән ҡотҡарҙым. Бәлки, үлемдән дә алып ҡалғанмындыр. Ул шпаналар ҡулынан ҡотолоусылар һирәк. Ҡыҫҡаһы, миңә һинең ярҙамың кәрәк.
Ғәжәпләнеүен йөҙөнә сығарманы Зөфәр.
– Ниндәй ярҙам?
– Һатмаҫһыңмы? Әкрәмгә әйтмәҫһеңме?
Зөфәрҙең һарыуы ҡайнаны.
– Бесәй менән сысҡанлы уйнамайыҡ. Өҙөп әйт тә ҡуй.
– Миңә наркотик кәрәк, – тине Эдгар, ярым бышылдап. Алан-йолан ҡаранды, ишетеп ҡалмағайҙары тағы.
Эштең асылы яңы барып етте Зөфәргә. Ул ауыҙын асыуға, Эдгар бармаҡтарын ирендәренә терәне: тсс!
– Һин наркоманмы ни?! – Зөфәр уның һымаҡ ярым бышылданы. – Белмәгәйнем.
– Шундай кешегә оҡшағанмынмы ни? – Эдгар үпкәләп танауын сирҙы. – Ышанмаһаң, бына беләктәремде ҡара. – Еңдәрен һыҙғанды. – Энә эҙҙәрен күрәһеңме?..
Зөфәр яуап бирмәне. Алдында наркоман ултырамы, үҙе кеүек ҡәҙимге егетме – уның өсөн барыбер. Әкрәм белеп әйткән: ул – тәнгә ҡаҙалған талпан!
Эдгар үҙенекен туҡыны:
– Үҙемә түгел... Һорағайнылар...
– Ниңә үҙең алмайһың?
– Миңә ярамай. Аңлайһыңмы, ярамай! Наркотик һатыусыға бурысым бар. Бурысымды ҡайтармайынса, ул миңә бирмәйәсәк. Кемдән алырға икәнен әйтермен. Аҡсаһын да бирермен. Үҙеңде лә буш итмәм.
«Мине упҡынға этәргәнен саҡ ҡына аңлаймы икән был шпана? Байрам ашы – ҡара-ҡаршы, йәнәһе. Үлемдән ҡотҡарҙым тигән һылтау менән бысраҡ эштәренә ҡыҫылдырмаҡсы. Сәбәбен дә уйлап тапҡан бит, ә?»
– Хет ошонда бәреп үлтер, һинең ҡурайыңа бейемәйәсәкмен! – тине Зөфәр, икеләнергә урын ҡалдырмайынса. – Уның миңә бысағыма ла кәрәге юҡ! Кәрәк икән, үҙең ал.
– Яратам ҡыйыу егеттәрҙе! – Эдгар көс-хәл менән асыуын йүгәнләне. – Иң яҡын дуҫым булырһың. Һин – бында яңы кеше, сит ерҙә дуҫ-иштәрһеҙ ҡыйын. Үҙең шаһитһың, төрлө хәлдәр булып тора. Ауыр саҡта дуҫтарға таянаһың.
– Мин һиңә дуҫ булырға йыйынмайым!
Зөфәр урынынан торҙо. Өҫтәлгә аҡса ташланы. Эдгар беләгенән эләктереп алды.
– Ашыҡтырмайым. Уйларға ваҡыт бирәм. Шылтыратырһың.
– Мин һиңә ғүмерҙә лә шылтыратмаясаҡмын! – тине Зөфәр, уның күҙенә тура ҡарап.
Ул йылт боролоп ишеккә йүнәлде. Эдгар үрһәләнеп шешәне ҡулына алды. «Ауылда ата-әсәһенең ҡуйынында үҫкән бер мәмәй ауыҙҙыр, тигәйнем. Мин уйлағанса йыуаш холоҡло түгел, кешегә тиҙ ышанып бармай. Һөйләшеүе һуң, һөйләшеүе! Тетеп һала, үҙ тигәнен күҙгә бәреп әйтә. Тиҙ генә бөгөлөргә оҡшамаған. Нисауа, беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Алдымда өлтөрәп торор саҡтарың алда әле». Шундай уйҙар өйрөлдө Эдгарҙың башында.
Урамға сығып, ҡомһоҙланып саф һауа һулағас, күкрәге иркенәйеп китте Зөфәрҙең. Ул Әкрәм янына ашыҡты.
– Тыңламай дөрөҫ эшләгәнһең, – тине Әкрәм. – Уға кәрәк бит, үҙе алһын.
– Сат йәбеште, саҡ ҡотолдом.
– Уның йәтмәһенә бер эләкһәң, ысҡыныуҙары – ай-һай!
Эдгарҙың иһә йәтмәһенә килеп ингән «алтын балыҡ»тан ҡолаҡ ҡағыу уйында ла юҡ ине. Көнөнә әллә нисә мәртәбә шылтыратты. Зөфәр һөйләшергә теләмәһә, СМС ебәрҙе. Көнөн, сәғәтен билдәләп осрашыуға саҡырҙы.
Был юлы саманан тыш битһеҙләнде. Теҙгенде ҡыҫҡа тотмаҡсылыр, күрәһең.
– Әкрәмдәрҙең фатирында булғаның бармы?
– Бар, ти, йә, шунан?
– Әкрәм ҡайҙа йоҡлай?
– Ҡайҙа йоҡлаһа ла барыбер түгелме ни һиңә?
– Түгел! – тине Эдгар, теш араһынан төкөрөп. – Йә, яуабыңды көтәм.
– Фатирҙары ике бүлмәле. Әсәһе – йоҡо бүлмәһендә, Әкрәм – залда.
– Аңлашылды.
Эдгар һүҙен дауам итер алдынан башлығын һалып усына йомарланы, торған ерендә тапанып алды.
– Оҙаҡламай минән бер пакет алырһың. Күҙеңде таҫрайтма. Ана шул пакетты Әкрәмдең диван аҫтына һалырға кәрәк. Ҡайҙан, ҡасан алырға – быларын ваҡыты еткәс хәбәр итермен.
– Наркотикмы?
– Эйе. – Эдгар йәшермәне.
– Үҙең генә бир ҙә ҡуй. – Зөфәр башын тилегә һалды. – Йә юғалтып ҡуйырмын.
– Уныһын үҙем беләм!
Эдгар ҡысҡырынды-ҡысҡырынды ла үҙ юлы менән китеп барҙы. Зөфәр, бар эшен ташлап, туп-тура дуҫы янына йүгерҙе. Таң ҡалып тыңланы Әкрәм уны. Бер килке телгә килә алмай аҙапланды. Дуҫына иғтибар ҙа итмәй, бүлмә буйлап бер тегеләй, бер былай йөрөнө.
– Әлдә осрашҡанһың әле... Ниһайәт, ниңә эҙәрлекләүен белдек... Иҫәбе – мине төрмәгә ултыртыу... Нисә йылға? Әйҙә әле, дуҫҡайым, өйҙә наркотик һаҡлаған өсөн нисә йылға хөкөм иткәндәрен асыҡлайыҡ.
Интернетта соҡона торғас, уныһын да белделәр. 10 йылға тиклем!
Әкрәм диванға гөрҫ итеп ултырҙы ла башын тотто.
– Эдгар мине әсәйемдән, Регинамдан, тормоштан ун йылға айырмаҡсы! Быға юл ҡуйырға ярамай! Аңлайһыңмы, Зөфәр, ярамай!
– Әйҙә, тотайыҡ та менттарға хәбәр итәйек. Үҙен ултыртып ҡуйһындар, – тине Зөфәр, артыҡ күп уйлап тормайынса. – Иманын уҡытайыҡ.
– Туҡта әле, ашыҡмай тор, – тине тыныслана төшкән Әкрәм. – Уны үҙе менән наркотик алып йөрөргә иҫәр тип беләһеңме ни? Ни өсөн һине был эшкә йәлеп иткәнен һаман да төшөнмәнеңме ни? Эше барып сыҡмаһа, бар ғәйепте һиңә япһара ла ҡуя. Һин әйткәнсә, менттарға еткерҙек тә, ти. Уны ҡулға алып тентенеләр ҙә, ти. Наркотик табылмаһа? Нахаҡ бәлә яҡтылар тип, беҙгә ташланасаҡ. Ныҡлы уйлап эш итергә кәрәк.
– Нимәһен уйлап тораһың. Иң яҡшыһы, минеңсә, милицияны аяҡҡа баҫтырыу. Бөттө-китте!
– Ашыҡма. Ашыҡҡан – ашҡа бешкән. Хәҙер мине иғтибар менән тыңла. Иртәгә беҙ ярышҡа китәбеҙ. Бер аҙна самаһы йөрөрбөҙ әле. Ул арала башҡа берәй йәпле фекер ҙә килер, моғайын. Эдгар шылтыратһа, әйтерһең: өйҙә юҡ.
– Ышанмаһа?
– Ышанмаһа, уның эше.
Тыуған ҡалаһына яңынан аяҡ баҫҡанда Әкрәмдең йәпле фекере әҙер ине инде.
– Былай итәбеҙ. Һин наркотикты алырға ризалыҡ бирәһең. Шик тыуҙырырлыҡ булмаһын өсөн, ҡушылған ергә һаласаҡмын тип ант итәһең. Ул осрашыу көнөн, урынын әйткәс, мин тейешле кешеләргә барам. Әҙәм ҡылған ҡырын эше өсөн яуап тоторға тейеш! Мотлаҡ!
– Милицияғамы?
Шулайыраҡ, әммә таныш егеттәргә. Юғиһә, тегеләй белә-һең, эш ҙурға китә: 10 йыл төрмә! Тик һин уға нығытып әйтергә онотма: ҡатҡат шылтыратма, кире уйланым ҡуйҙым, тип ҡурҡыт. Күр ҙә тор, шылтыратмаясаҡ. Әйҙә, тилерһен.
XII
Эдгарҙың эштән һорап китеүенә иптәштәре ғәжәпләнде, сөнки Романдың тыуған көнөн дан итеп йыуаһылары бар. Быға тиклем әштер-өштөр ойошторолған табындарҙың береһенән дә ҡалмай йөрө лә, әле килеп йән дуҫыңдыҡынан баш тарт, имеш. Сәйер, бик тә сәйер. Ни булған быға? Көндәгесә емертеп тә эшләмәне, мәҙәктәр һөйләп тә көлдөрмәне, күберәк тәмәке быҫҡытты.
Эдгар өйҙәренә лә буш ҡул менән ҡайтманы. Әсәһе үтенмәһә лә, күтәрә алған ҡәҙәр картуф, кәбеҫтә, кишер алды. Емеш-еләген дә онотманы. Ҡустыһы алма, банан күрһә, үлә лә китә. Ашап рәхәтләнһен, әйҙә.
Ваҡыты етерлек ине, ашыҡмай ғына йыуынып алды. Ваннала ятҡанда хыялға бирелде.
Әкрәмде ултыртып ҡуйғас та Регина артынан йөрөүҙән тыйылып торор саҡ ҡына. Өркөтөп ҡуйһа? Яңғыҙлығына күнегә төшһөн. Осраҡлы ғына тап килгән булып, ҡайғыһын уртаҡлашыр. Бындай осраҡта шулай итәләр түгелме? Нисек йыуатыр икән? «Ҡайғыңды уртаҡлашам. Бирешмә». Сөсөләнеү булмаҫмы? Булһа була инде, ни эшләтәһең, ҡыҙҙың ышанысын яуларға кәрәк. Ара-тирә Әкрәмдең баҡсаһына ла таш ташлар. «Уның наркотик менән шаярғанын мәктәптә үк белә инем. Һиңә генә әйтмәнем. Әйтер инем дә ул, яныңа яҡын да килтермәнең. Әкрәм тип тешең төштө. Фәлән дә фәсмәтән...» Ниңә баш вата һуң әле? Әкрәмһеҙ бик танау сөйә алмаҫ. Егеттәр менән осрашыуҙың тәмен татыған ҡыҙҙың, төрмәләге кешегә тоғро булам тип, йәш ғүмерен заяға үткәргеһе килмәҫ. Эйе, уныһы ла бар. Тәүҙәрәк ҡырлы-мырлы һөйләшһә лә, ипкә килгәнен һиҙмәй ҙә ҡалыр. Йәшлек поезд да, йыһан карабы ла түгел. Поезд ҡасан да булһа ҡуҙғалып киткән станцияһына, карап ергә кире әйләнеп ҡайта, ә йәшлек – юҡ!
Үҙенә иғтибарҙы йәлеп иттермәҫ өсөн ваҡытынан алда барып инмәне Эдгар кафеға. Таныштары ла, таныш булмағандар ҙа ғәҙәтенсә күңел асырға килгән, тип уйларға тейеш уның хаҡында. Зөфәрҙе көтә бирҙе лә, күренмәгәс, залға үтте. Кеше һирәк. Бер өҫтәлдә генә өс ир-егет һөйләшеп ултыра. Иртәрәк шул әле. Оҙаҡламай кафе тулыр, гөж килеп торор. Зөфәргә был юлы ла туңдырма алырғамы? Теләһә, үҙе алып ашар. Әлегә ике шешә һыра таман булыр. Ошонда «тауар»ҙы бирергә килешкәйнеләр. Ниңәлер һуңлай. Кисә баҙарҙа күҙенә салынып ҡалғайны. Ҡулын болғағайны, әллә күрҙе, әллә юҡ – аңламаны, кешеләр араһына инеп юғалды. Бөгөн осратманы. Нисек осрашһындар, төштән һуң өйҙә булды лабаһа? Шылтыратҡанда? Ярамаҫ. Маҙаға теймә, тип үтенде. Сабыр ғына көт. Пакетты бөгөн үк тейешле урынға һалырға ҡушыр. Бәлки, ваҡланырға кәрәкмәйҙер ҙә. Аңраға оҡшамаған, һүҙендә торор. Шунан уның үҙенән кәрәк ергә ни бары бер шылтыратыу талап ителә һәм Әкрәм – юҡ!!!
Уйға батып оҙаҡ ултыра алманы. Өс ир-егеттең береһе сайҡала-сайҡала янына килеп, өҫтәлдәге шешәгә йәбеште.
– Ҡулыңды ал, урод!
Ҡара, шешәне ысҡындырырға уйламай ҙа. Былай ҙа йәнен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән Эдгар иргә ташланды. Ташланыуын ташланды ла ул, тегеһе сос ҡыланды, өҫтәлде этеп ебәрҙе. Эдгар өҫтәл аҫтында ҡалды. Тороп баҫыуына иптәштәре лә килеп еткәйне. Береһе танытмаһын күрһәтте:
– Наркополиция!
Ни үле, ни тере егеттең ҡулын күтәртеп ҡуйып тентенеләр. Өҫтәлгә кеҫәһендәге әйберҙәрҙе теҙҙеләр: телефон, сигарет, зажигалка, аҡса янсығы... Тегеләр тауыш-тынһыҙ ғына эҙләгән наркотик ҡулъяулыҡҡа төрөлгәйне.
Пүнәтәйҙәр ҡатнашлығында ашыҡмайынса еренә еткереп протокол төҙөнөләр ҙә, ҡулына бығау һалып, кәзә бәрәсе кеүек ҡарышҡан Эдгарҙы эткеләй-төрткөләй алып сығып киттеләр. Ул ғәйепте үҙенән эҙләмәне, эстән генә туҡтауһыҙ әле Әкрәм менән Регинаны, әле Зөфәрҙе һүкте.
XIII
Ҡыштың бер һыуытып, бер иретеп теләр-теләмәҫ кенә үҙ хоҡуҡтарын яҙға тапшырған сағы. Эреле-ваҡлы күлдәр боҙҙан асылған, йылғалар ярҙарына һыймай алҡынып аға. Һомғол олондарын күккә сөйгән ҡайындар һутҡа тулышҡан. Тиҙҙән, бик тиҙҙән был ерҙәр ҡоштар моңона тулыр. Әлегә йәшел шәлен ябынырға әҙерләнгән урмандың ҡолаҡтарын егет менән ҡыҙҙың шат тауыштары, эскерһеҙ көлөүҙәре наҙлай.
Зөфәр ҡайын ботаҡтарына эленгән шешәләрҙе ысҡындырҙы. Һут менән тулы һауыттарҙың береһен Илгизәгә тотторҙо.
– Тәмлеме? – тип һораны йотомлап ҡына һут уртлаған ҡыҙҙан.
– Тәмле! Телеңде йоторлоҡ!
– Һин һут ҡына эс, телеңде йотма. Тел-һеҙ ҡалғас, миңә кем «яратам» тип әйтер? – Зөфәр ҡыҙҙы үҙенә тартты. – Ҡайындар ҙа ишетһен, тағы ла бер генә әйт әле: я-ра-там!
– Әйтмәйем. – Илгизә әллә ысын, әллә юрый ирендәрен турһайтты. – Шаяртырға тиһәң, һине ҡуш.
– Ана, ирендәрең әйтәм, әйтәм, ти.
– Ҡайҙан беләһең? – Ҡыҙ ҙа уйынға әүрәне, наҙға һыуһаған йөрәккенәһе леп-леп типте.
– Беләм инде, кәрәк булғас. Ирендәрең, ана, тағы ла шул тиклем тәмлебеҙ, ҡайын һуты тәмәйтәбеҙ, ти.
Бындай һүҙҙәргә ҡайһы ҡыҙҙың күңеле иремәһен инде!
Шешәләрҙе йыйып, пакетҡа тултырғас, ҡайтырға сыҡтылар. Илгизәне ҡултыҡлаған Зөфәр, ҡапыл ниҙер иҫенә төшөп, туҡтап ҡалды һәм кеҫәһенә тығылды.
– Телефонды ҡабыҙырға онотҡанмын.
Телефонын кеҫәһенә тығырға өлгөрмәне, уныһы зың-зың килде.
– Һин ҡайҙа юғалдың ул? – тине Әкрәм, сәләм алышҡас. – Регина менән эҙләп аяҡ ҡалманы. Ни телефоның тоташмай.
– Һүндереп торорға һөйләшкәйнек бит, ҡабыҙырға онотҡанмын.
– Һуңғы яңылыҡтарҙы әйтәйемме?
– Йә.
– Барыһы ла уйлағанса килеп сыҡты. – Әкрәмдең тауышы көр ине. – Теге ваҡиғанан һуң Эдгарҙы махсус иҫәпкә алғандар, мәжбүри эшкә ҡушҡандар. Юғиһә, күрәләтә ҡурҡыныс енәйәтсегә әүерелеп бара ине бит! Тәүбәгә килгән булырға тейеш, ғәйебен танығанда үҙе әйткән. Әйткәндәй, беҙ һиңә бик рәхмәтлебеҙ. Һинең кеүек тоғро дуҫтар барҙа бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел.
Ҡапылғара ни тип яуапларға ла белмәне Зөфәр, кәрәкле һүҙҙәр теленә килмәй торҙо.
– Минең урында булһаң, һин дә шулайтыр инең. – Яуабы шул булды.
– Һис шикһеҙ. Әле ҡайҙаһың? Беҙҙең менән дискотекаға барғың килмәйме?
– Ауылда. Илгизә менән урманға ҡайын һутына барғайныҡ, шунан ҡайтып киләбеҙ.
– Регина Илгизәгә сәләм күндерә.
– Рәхмәт. Сәләмен ҡабул иттек. Һин дә беҙҙең исемдән сәләм тапшыр.
– Ҡасан киләһең?
– Илгизә ебәрһә, иртәгә. – Зөфәр ҡыҙға ҡарап шаян йылмайҙы.
Берләм юлдан егет менән ҡыҙ атлай. Иртәгә уларҙың юлы айырылыр. Бер-береһен уйлап моңайыр өсөн... Бергә булған саҡтарҙы юҡһыныр, ҡайын һуты тәмен танһыҡлар өсөн... Бер-береһе менән һағынышып күрешер өсөн...