0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бергә була алманыҡ...

«Иләҫ-миләҫ»тә баҫылған мөхәббәт тарихтарын ихлас уҡыйым. Йәрҙәр бергә ҡалһа, улар өсөн ҡыуанам. Минең әллә ни күңелле тамамланмаған һөйөү тарихым бар. Уны һеҙгә лә бәйән иткем килә.

Бергә була алманыҡ...
Бергә була алманыҡ...

Атай-әсәйем эштәре буйынса икенсе ҡалаға күскәс, мин өләсәйем ҡарамағында ҡалдым. Үҙҙәре урынлашҡас ҡына килеп алырға вәғәҙә бирҙеләр. Ни хәл итәһең, биләгән вазифалары шулай: бөгөн – бында, иртәгә – тегендә. Бишенсе синыфты ғына тамамлаһам да, быға күнеп бөткәйнем. Шуға ҡә­ҙерлеләремдән айырылыу әллә ни ауыр булманы.
Алтынсыға, шулай итеп, өләсәйем ғүмер буйы донъя көткән ҡасабалағы мәктәпкә барҙым. Мине Алһыу исемле отличница ҡыҙыҡай менән ултырттылар. Шунда уҡ дуҫлашып киттек. Баҡһаң, беҙ бер урамда йәшәйбеҙ икән – уныһы шәп булды. Бергә ҡайтабыҙ, портфелен тотҡан булам. Шул ярты саҡрым араны әллә 40 минуттай тәпәйләйбеҙ. Беҙгә күңелле! Беҙгә бергә рәхәт! Кисен иһә йәнә урам ҡыҙырабыҙ.
Минең – өләсәйем, ә Алһыуҙың ата-әсәһе өйҙә булмаған саҡта бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ. Өҫтәл уйындары уйнайбыҙ, сәй эсәбеҙ... Синыфташым әсәһе бешергән ашты икегә бү­лә. Ә бер көндө ул: «Яратам», – тине. Минең дә күңелемдә аңлайышһыҙ хистәр күптән бөрөләнгәйне инде. Бер-беребеҙгә ҡарашып күпме ултырғанбыҙҙыр. Ата­һы эштән ҡайтып ингәс, өйҙән сы­ғып тайҙым.
Әммә был дуҫлыҡ беҙҙең ҡәр­ҙәштәргә оҡшап етмәй булып сыҡты. Сәбәбе – уҡыуыбыҙ насарайы­уы. Эйе, Алһыу алдынғылар рәтенән төшөп ҡалғайны инде. Ә минең, баштан уҡ белем тауы тип иҫе китмәгән уҡыусының, көндәлеген күберәк «өслө»ләр биҙәй башланы. Шуға ла ике яҡтың «ғаилә советы»нда аралашыуыбыҙҙы тыйып торорға, тигән ҡарар ҡабул ителде.
Икебеҙ өсөн дә «ҡара көндәр» башланды. Мәктәптә, әлбиттә, күрешәбеҙ ҙә ул, бына тышҡа сығып булмай. Бер-икене өйҙән ҡасып күрешкәйнек, өләсәйҙән эләкте. Ул бит һәр саҡ өйҙә! Алһыу үҙе мин ихатала йөрөгәндә килә, ҡап­ҡа ярығынан ғына һөйләшәбеҙ. Быны белеп ҡалған өләсәй уны ҡыуып ебәрә.
Иң ҡурҡынысы – уҡыу йылы аҙағына яҡынлашты. Атай-әсәйем тиҙҙән мине килеп аласаҡтарын хәбәр итте. Алһыуға әйткәс, синыф бүлмәһенән йүгереп сығып китте. Миңә лә бик ҡыйын ине.
Ошолай өҙөлдө аралар. Әлбиттә, өләсәйемә каникулға ҡайттым мин, бары ике йылдан ғына. Тәүге мөхәббәтемде лә күрҙем. Тик мөнәсәбәттәр генә үҙгәргәйне – һөйөүебеҙ үткән, күрәһең. Дуҫтарса ғына аралаштыҡ, булған хәлдәрҙе иҫләп алдыҡ. Ниңә быны һөйләйем һуң? Беренсе мөхәббәт онотолмай, тиҙәр. Йылы тойғоларҙы мин дә һаман һаҡлайым.


Батыр, 17 йәш.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: