+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һиңә тиң түгел, тигәндәр...

Тәүге мөхәббәтем хаҡында һөйләгем килә. Ысынлап та, онотолмай икән ул. Миңә 15 йәш ине. Йәй һайын өләсәйемдең күршеһендәге инәйгә ейәне ҡайта торғайны. Һуңғы бер нисә йыл күренмәне. Ә ул йәйҙә йәнә Себер тарафтарынан килеп төштө. Дөрөҫөрәге, ата-әсәһе ҡалдырып китте.

Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...

Камил – минең йәштәш, үҫмерлек осорона етеү бигерәк килешкәйне үҙенә: тартылып, һөйкөмлөләнеп киткән. Урамда күрҙем дә ҡаттым да ҡалдым. Арабыҙҙан осҡон үтте тигәне шулай була икән! Уның да битараф ҡалмауын һиҙҙем. Әммә ҡай­ҙа ул бер-беребеҙгә һүҙ ҡатыу! Икебеҙ ҙә шулай ҡыйыуһыҙ булғанбыҙ инде.
Ауыл осонда күл бар. Ике туған апайым менән кис һайын шунда барабыҙ. Камил да өләсәһенән сыға ла арттан эйәрә. Үҙе яҡын да килмәй, һөйләшмәй ҙә, беҙҙе күҙәтеп тик йөрөй. Шулай ике аҙна үтеп китте. Бер көндө апайым түҙмәне, тегене көтөп алды ла тураһын ярып һалды. Әйҙә танышайыҡ, тигәнерәк һымаҡ инде. Егет ҡыҙарҙы, шулай ҙа һөйләшеп киттек. Ошо көндән аралаша башланыҡ. Хәҙер инде күл буйына икәүләп түгел, өсәүләп йөрөйбөҙ.
Йәй ҙә аҙағына яҡынлашты. Ояла-ояла булһа ла аралашыу, киске уйындан бергә ҡайтыу артта ҡалды. Камил Себеренә юлланды. Иң ҡыуаныслы­һы – артабан да бергә булайыҡ, юғары белем алайыҡ та туй үткәрәйек, тине! Мин дә бының шулай килеп сығырына ышана инем.
Тәүҙә телефон аша һөйләшеүҙәр йыш булды. Тик улар һирәгәйгән­дән-һирәгәйҙе. Мин, үҫмер ҡыҙ, имтихандарға, сығарылыш кисәһе мәшәҡәттәренә сумдым. Бәйләнеш өҙөлдө.
Һуңынан ғына апайым, Камил менән ата-әсәһе араһында етди һөйләшеү булған, тип еткерҙе. Ҡайҙан ишеткәндер инде, ҡыҙыҡһынып торманым. Улар, ауыл ҡыҙы һиңә тиң түгел, тигән икән.
Тәүге мөхәббәте менән күптәр бергә була алмайҙыр ул. Тормош юлында әллә күпме кешеләр осрай, үҙең дә йәшәү урыныңды алмаштырыуың бар... Миңә яҙғаны ла осрар, эйе бит?

МИЛӘҮШӘ.
Өфө ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: