+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
30 Ғинуар 2023, 14:15

Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары

Заманса әкиәт

Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары

Борон-борон замандарҙа түгел, ә әлеге көндәрҙә йәшәгән, ти, Суҡлыҡай исемле ҡыҙ. Ул үтә лә үҙ һүҙле, еңмеш, уҫал булған. Кем ме­нән генә уйнамаһын, бөтә­һен дә рәнйетеп, үпкәләтеп ҡайтара икән. Бер саҡ дуҫтары ла ҡалмаған, бөтәһе лә уны күреү менән ҡасып бөткән, ти.
Аптырағандан әсәһе ҡыҙына туҡыманан төрлө-төрлө ҡурсаҡтар эшләп биргән. Ләкин уларҙы ла ипләп уйнатмаған Суҡлыҡай. Төрлөһөн төрлө ерҙә ташлап, илатып ҡалдырып йөрөгән. Кейемдәрен дә йыумаған. Ашатмаған да, кейендермәгән дә.
Шунан бер көндө ҡурсаҡтар үҙ-ара һөйләшкән дә был ҡыҙҙы аҡылға ултыртырға теләп, өйҙө ташлап сығып киткән, ти.
Суҡлыҡай бөтөнләй яңғыҙы тороп ҡалған. Уға бик күңел­һеҙ булған. Хатта һыу буйы­на төшөп, йылғалағы сағылышы менән һөйләшә тор­ған булып киткән. Көндәр буйына өйөнә ҡайтмай шунда йөрөгән, ти.
Шул саҡта ҡыҙ үҙенең хатаһын аңлап ҡалған.
– Мин башҡаса ундай булмам, ҡурсаҡтарымды ла ҡарап ҡына йөрөтөрмөн, дуҫтарыма ла яҡшы булырмын, уларҙы ҡыйырһытмам, – тип ҡыс­ҡырып илаған ул.
Суҡлыҡайҙың тауышын ишетеп, үҙен йәлләп, ҡурсаҡтары эргәһенә кире ҡайт­ҡан, ти. Дуҫтары ла уйнарға килгән. Улар татыу йәшәй башлаған, ти.

Алтынай ЛОҠМАНОВА.
Учалы районы, Мәҫкәү ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: