Мин ҡунаҡҡа йөрөргә яратам. Йыш ҡына әсәйемә йә әңкәйемә тағылып алам. Ҙурмын инде хәҙер: ҡунаҡҡа барыуҙың, унда үҙемде нисек тотоуҙың рәтен-сиратын беләм. Иң мөһиме: мыжымаҫҡа, һөйрәлеп атламаҫҡа! Илама ҡунаҡта, кәнфит һорап та тамшанма, иркәләнеп, башыңды ян-яҡҡа һалма!
Ҡунаҡ – хужаның ишәге. Тәртипле, итәғәтле кеше. Әңкәйем менән Мәфүрҙә әбейҙәргә барһаң, һыйланып ҡайтаһың. Мөнирә әңкәйемдең Мәфүрҙә еңгәһе умарта тота. Күльяҡ урамда тора. Әсәйем менән магазин ҡырындағы Йыуан Маһинур әбейҙәргә тейһәк, кәнфит тә эләгә.
Ҡунаҡ һыйланыу ғына түгел, юҡ, малайҙар, ә донъя күреү ҙә... Сит ерҙә яңы кешеләрҙе осратаһың. Ҡунаҡтағы хәлдәр бала хәтерендә мәңгегә уйылып ҡала.
Ушалыға беренсе сәфәр
Минең бер ваҡытта ла улай алыҫҡа йөрөгәнем юҡ, ҡурҡам да. Рәшит ирекһеҙләй генә: киттек Ушалыға!
Ушалыға, ҡунаҡҡа! Зәңгәр тауҙар артылырға, зәңгәрһыу урмандар аша үтергә, офоҡтарҙы ашатларға!
Күрәм ал таҫма юлды, ҡаршымда ғына... Нисәмә ҡат хыялымда шунан үткәнмен, Ушалыға сәйәхәт ҡылғанмын. Унда әсәйемдең бер туғаны – Раушан апайҙар йәшәй. Ҡаштаҡ башына баҫам да йәйҙәрен Мәсәғүт юлын күҙәтәм. Ул юл зәңгәр хыялыма илтә... Ул ил зәңгәрһыу тауҙар артында, офоҡтар аръяғында – әкиәт иле...
Ушалы... Әй ҙә шул яҡтан ағып килә бит. Зәңгәрһыу урмандар, бейек сусаҡлы тауҙар. Шунда апайымдар йәшәй...
Асия апайым менән Әнүәр еҙнәм дә бара, Аҡбулат ҡустымды ла алалар...
Поездар, паровоздар... Тәүләп суйын юлын күрәм. Әкәмәт икән ул поезд тигәнең. Сүлейәлә вагон тигән тимер ҡумтаға кереп ултырҙыҡ. Ҡыҙыҡ. Йоҡлап та киткәнмен.
– Әнүәр!..
– Ә?!
– Нимә шартланы?
Ни ғәләмәт? Күҙемде асам. Ниндәй шартлау, Асия апайым ҡысҡыра:
– Әнүәр!.. – Асия апайым Аҡбулат бәпесенә ташлана.
Ни ғәләмәт, Аҡбулат иҫһеҙ йоҡлап ята ла!
Йүгерешеп килдек. Ике ҡат тәҙрәлә йоҙроҡ ҙурлығындай тишек өңрәйеп тора... Тыштан таш тәмегәндәр! Уныһын да таптыҡ: иҙәндә ят планетанан осҡан комета! Нисек Аҡбулатҡа теймәгән? Аҡбулатыбыҙ уянмаған да, шартлауға ла иҫе китмәй йоҡлай. Быяла вағы битенә һибелгән...
– Ҡайҙа үҙем! – Әнүәр еҙнәм, бәпесте һаҡ ҡына түшенә ҡыҫып, йөҙ түбән иңкәйтә. Шулай бала битендәге быяла ярсыҡтарын иҙәнгә ҡойҙо.
– Ҡайҙа! – Асия апайым ҡулъяулығы менән бәпестең битен һөрткөсләй.
Аҡбулат һаман йоҡлай, поезд да, бер ни булмағандай, алға елә. Ялдарын ялбырҙатып, ҡараңғылыҡ эсенә йомола аҫау толпар. Уға ни...
– Малайҙар таш бәрҙе, – тип аңлатты Әнүәр еҙнәм.
– Златоуст шпаналары! Шпана ояһы булды шул был ҡала!
Златоуст – шпана ояһы, жуликтар иле. Быларҙы ишетеүе бәпескә лә ауырҙыр. Ул – Златоуст балаһы бит, шунда тыуған. Әнүәр еҙнәм ошо ҡалала эшләгән, апайымды ошонда килен итеп төшөргән.
Бәпәйгә нишләп тыуған ҡалаһы үс итә? Әллә үҙен ташлап киткәнгә рәнйейме? Йоҙроҡ башындай ташты ла Златоуст уға төбәп атты бит! Хоҙай ғына ярлыҡаны был юлы Аҡбулатты!
Ушалы – хыял иле... Раушан апайымдар өйө. Ҙур, яҡты. Ҡунаҡта бөтә нәмә яңы, серле. Һәр тапҡырҙа тылсым йәшерелгән һымаҡ. Ҡунаҡ ят донъя аса, күҙҙәрен йылтырата.
Рәшиттең ике һеңлеһе бар. Төнгә балаларға бергә урын түшәнеләр. Хәс тә күрше апайҙарҙағы кеүек, бер һәндерәгә күмәгебеҙ теҙелешеп яттыҡ. Рәшит әкиәттеме, ысындымы һөйләй.
– Өргөн күлендә аждаһа һымаҡ йәйен балыҡ йәшәй. Ул тауыҡтарҙы ла йота. Мин дә һыртын күреп ҡалдым...
– Алдама! – Һеңлекәштәр ышанмай.
– Ысын! Иртәгә Инйәрҙе Өргөн күленә апарам.
– Беҙ ҙә барабыҙ! – Ҡыҙҙар һикереп төшә.
Малайҙар улар менән йөрөймө ни! Мин дә Рәшит яғында: ҡыҙҙарҙы алмайбыҙ!
Рәшит – Ушалыла үҙе баш, үҙе түш – ни теләй шуны ҡыла. Көн буйы урам ҡыҙырабыҙ, томра һауа, эш юҡ – эт һуғарабыҙ. Тағы Өргөн күленә барҙыҡ. Яр буйы малайҙар менән тулған. Марля киҫәгеме, күлдәкме эләктереп, балыҡ һөҙәләр.
Ушалы тоҙло күлдәргә бай. Өргөн күл, Ҡалҡан күл, Ҡырағайлы күле... Һанап бөтөрлөк түгел. Диңгеҙ һыуы һымаҡ тоҙло икән улар. Ярай, Өргөн күле һыуын эсергә ярай. Төбө үтәнән-үтә күренә, төбөндә ваҡ ҡына таш ҡояш нурында емелдәп ята...
– Аяҡ аҫты тулы – йәшмә таш, – тип маҡтана Рәшит.
Кисен киноға киттеләр. Инйәр – үҙенә, Рәшит үҙенә билет алды. Инйәр – алйот: билет ситтәрен кимереп бөтөргән, контролёр үткәрмәй. Рәшит кереп китте, Инйәр тороп ҡалды. Кино бөткәнсе илап ултырҙы. Асыҡ ауыҙ, шул төҫ һиңә!
– Билетыңды ниңә сәйнәнең? – тип әллә әрләне, әллә йәлләне Рәшит, кинонан сыҡҡас. Өйгә бергә ҡайттылар.
Ҡунаҡҡа барған һайын бер бәләгә тарый Инйәр. Туғыҙлыла Рузидәне туҡманы, Ушалыла билетын ашаны. Туғыҙлынан ҡайтҡанда шофёрҙан да әрләнде... Мөнирә әңкәһенән айырылып, икенсе машинаға ултырғайны. Теге кабинаға икәүһе һыйманы шул! Мәғҙәнгә килеп төшкәс, малай усындағы етмеш тинен шофёрға һона.
– Һин нимә, малай аҡтығы! Бер тәңкә бир!
– Юҡ, ағай!
Туғыҙлы – Сүлейәгә ярты юлда, ә Сүлейәгә автобусҡа мәғҙәндәр бер тәңкә түләй. Шулай булғас, малай был шофёрға илле тин тейеш.
– Бүтән юҡ, ағай!
– Бар, күҙемдән юғал!
Малай кабинанан һикереп төшә лә өйөнә саба. Аралыҡҡа еткәнсе артына ҡарамай йүгерә, артына ҡайырылмай.
Ушалыға икенсе сәфәр
Ушалыға икенсе сәфәремдә мин Мөнирә әңкәйемә тағыласаҡмын. Был юлы икебеҙ генә йөрөрбөҙ, ә Аҡбулат беҙгә эйәрмәҫ...
Бер һәм һуңғы тапҡыр Ушалыға ҡунаҡҡа барырға яҙыр Аҡбулат ҡустыма. Бер һәм һуңғы ҡабат Инйәр ағаһы менән ҡунаҡта йөрөйәсәк хыялый малай.
...Аҡбулатты оҙатырға бөтә туған-тыумаса ҡайтты Мәғҙәнгә. Ушалылар ҙа килде, әпшән-йосоптар, әптерәш-аҡҡындар, яуыш-үгеҙҙәр, туғыҙлылар, һатыйҙар йыйылды. Мәғҙән был көндө умарта күсен хәтерләтте. Юҡ, сәскәле болондо: бөтөн Мәғҙән мәктәбе балалары, Аҡбулаттың синыфташтары урамға эркелгән. Урамдарҙы аҡ сәскәләр баҫты. Халыҡ ташҡыны айҡала ла сайҡала, ашҡына ла ташҡына, әллә ниндәй нығытмаларҙы емерер, әллә ниндәй артылыштарҙы яулар ине ул, тик әжәл хәтәрерәк. Ташҡын да, ҡойон да әжәлде ауыҙлыҡлай алмай. Йыназаға йыйылыусылар ҡаланан Инйәр менән Рәшитте көтә. Ә улар – Аҡбулаттың иң яратҡан ағалары.
Йыназаға ҡайтыу ҡунаҡҡа барыу түгел шул... Хәсрәт даръяһы кисеү, әжәл менән күрешеү... Ҡустылары Аҡбулат... Йәне ашҡан күктәргә, тәне был боронғо, был гонаһлы ерҙе ташлап киткән... Бәлки, ул ерҙәге был хаяһыҙлыҡ, был ҡанһыҙлыҡ менән килешә алмағандыр? Ул хыялый бала ине, Инйәр ағаһы менән балыҡҡа йөрөргә яратты, уның кеүек пионер гәзитенә яҙышты. Шиғырҙар сығара ине малай. Гел уйсан, донъяһын онота. Үҙ алдына һөйләгән кеүек, тауҙарға сығып китә, сәскәле болондо ҡыҙыра. Япа-яңғыҙы тау битендә нимә эҙләй? Ҡыҙыл балсыҡ ярында сәғәттәр буйы өнһөҙ ултыра. Күлдәге балыҡтарҙы, һөлөктәрҙе күҙәтә, яр башында сиңерткәгә текәлеп ултыра торғас, ҡояшты байыта. Сиңерткәләр, күбәләктәр – уның дуҫтары, ҡошсоҡ-сәпсектәр – серҙәштәре... Һыу буйынан ҡайтмай, тамағын онота. Әсә уны шунда килеп таба, етәкләп алып ҡайта. Зәңгәр күҙле, ап-аҡ йөҙлө, әммә сылт оҙон керпекле малай. Ап-аҡ сәсле... Оҙон керпекле, ҡыҙҙар һымаҡ ҡыйғас ҡара ҡашлы...
Оҙон керпеклеләрҙе ниңәлер «ҡыҫҡа ғүмерле» тигән булалар. Аҡбулат һап-һау, сәп-сәләмәт бит. Шәп уҡыны, зирәк булды. Яҙған шиғырҙарын Инйәр ағаһына ла күрһәтә: сәғәттәр буйы бәхәсләшәләр. Йәндәре, ҡандары ла бер ине уларҙың... Яҙмыш айырҙы туғандарҙы. Йән дуҫ булған заттарҙы ике ярҙың ике башында ҡалдырҙы.
Ҡасан ғына Инйәр менән Аҡбулат ҡунаҡ малайҙары ине. Ушалынан бергә ҡайттылар. Анау Златоусты уҙғас, ике ҡат тәҙрәне тишкән таш... Шул тәҡдир, Златоустың үҙ улына үсе, ғәфү итмәүе... Шул тәҡдир – бала башы өҫтөндә өйрөлгән шул яҙмыш ҡылысы...
Ул Аҡбулатты әллә ҡунаҡтан ҡайтҡан көндән бирле эҙәрлекләнеме икән? Әллә хыялый малай ғүмере бары шул ҡәһәрле ҡылыстан янтайыу ғына булдымы? Шағир малай өсөн ғүмер хыялланыр өсөн генә бирелдеме? Шул бөртөк кенә йылдарында сәскәләр йыйҙы, күбәләктәр баҫтырҙы, быҙау ҡыуҙы. Шул дәүерҙә ул ҡырмыҫҡаларҙы күҙәтте, балыҡтарҙы күҙләне. Сая ҡарлуғастар, һомғол ҡайындар, зифа ҡамыштар, елбәҙәк елдәр, эйе, уның дуҫтары ине. Томандар, ямғырҙар, ҡарҙар уға сәскә гөлләмәһенә тиң. Аҡбулат хыялый зат ине. Биллаһи, ул ергә шағир булып тыуғайны. Бөгөн был донъянан илаһи йән, оло шағир китә. Үҙен кешеләр, аҡ ҡарҙар һағыныр, моғайын, ул алыҫ бер, яҡты бер йондоҙға әүерелер. Шағирҙар әхирәттә лә үлмәй, тиҙәр. Йыһанда иртәгә бихисап-биниһая йондоҙҙар араһында Аҡбулат йондоҙо ла ҡабыныр... Илаһи йән ине бит ул, күңелендә йондоҙ яна ине... Хәҙер яҡтыраҡ балҡыр, барса иңдәрҙе ҡойондорор нурына – минең быға иманым камил.
Моғайын, яңы көн менән күктә алыҫ бер, яҡты бер йондоҙ тоҡаныр... Кешеләр, ул – Аҡбулат йондоҙо... Күҙегеҙҙе йәшермәгеҙ – был йондоҙ һеҙҙең хаҡығыҙға, һеҙҙең хөрмәткә балҡый йыһанда. Ул – һеҙҙең хыялығыҙ. Уның тарихын һеҙгә лә еткерҙем, биғәйбә.
...Рәшит «Һәйтәк» тә «Һәйтәк» тип һөйләй, ике һүҙенең береһе – шул. Һәйтәк ауылында олатаһы – Хәйрулла ҡарт йәшәй. Ап-аҡ башлы бабай. Рәшит ололарҙан Һәйтәккә барырға рөхсәт алды.
Иртән тороп, һыйланып алғас, өсәү – Хәйрулла ҡарт, Рәшит, Инйәр – Айыуташ башына менде. Тау түбәһенә үрләүсе тау эйәһе рухы менән бәйләнешкә инә, имеш. Бәлки, дөрөҫтөр. Малайҙар етдиләнеп китте. Тау һауаһы ла башҡаса: ҡояш ҡыҙҙыра, ә һауа һалҡынса. Кеше йәне күк менән тоташа...
Тирә-йүн ус төбөндәгеләй генә. Алғы яҡта Өргөн күле йәйрәй, урман ышығында – Ушалы. Һул ҡулда, артта – тауҙар. Тауҙар диңгеҙе... Юғарынан, ысынлап та, диңгеҙ өҫтө һымаҡ. Тау сусаҡтары – ажар тулҡындар... Тау сусаҡтары бер күтәрелә, бер төшә – диңгеҙ тулҡындары бер аша, бер ҡайта.
Алыҫтан дәү януар – айыу ауыҙы һымаҡ өңрәйә мәмерйә... Һыуыҡ. Малайҙар ҡаҙ бәпкәләре ише күшегә.
Ҡарт менән малайҙар мәмерйәгә үрмәләй.
Алыҫтан дәү януар ауыҙы һымаҡ өңрәйә мәмерйә... Текә бит бында, малайҙар дүрт тағанлап бара.
Мәмерйә ауыҙына баҫҡыс төшөрөлгән. Йәй уртаһы булһа ла, ипкендә – ҡалын боҙ ҡатламы. Һыуыҡ.
– Был – Әкиәт залы, – тип аңлатты Хәйрулла ҡарт.
Мәмерйә эсе ҡараңғы, йыртҡыс ауыҙы кеүек, кешене үҙенә һура. Һалҡын тыны хатта биткә бәрелә.
– Был мәмерйәнең эйәһе лә бар, – тип дауам итте Хәйрулла ҡарт. – Әкиәт залы, Картиналар галереяһы, шунан Гәлсәр һарайы... Шунда кинәт ҡаршы стена битендә һүрәт пәйҙә була. Ап-аҡ ат өҫтөндә ап-аҡ һыбайлы! Һүрәт, оҙағыраҡ текләһәң, терелә. Эйе, ҙурайғандан-ҙурая... Ҡапыл алдағы бөтә стена йөҙөн ҡаплап ала, һөңгөһөн һона, һиңә ташлана. Тау-таш ишелә, һарай эсендә ығы-зығы ҡуба, ҡолаҡ тона. Шул – мәмерйә эйәһе! Ап-аҡ ат өҫтөндәге ап-аҡ һыбайлы һине баҫтырып алып китә. Ҡасаһың, һыбайлы – арттан! Ҡаялар емерелә, таштар ҡолай, ат тояғы, ташҡа йәнселеп, ут сәсрәтә – аҡ һыбайлы елә. Мәмерйә эсе геүләй: «Аҡ һыбайлы килә! Аҡ һыбай алтын һарайынан дошманды ҡыуа!
Мәмерйәнән сыҡҡас ҡына юғала һыбайлы.
Малайҙар ҡарт артынан баҫҡыс буйлап үрмәләй. Мәмерйә ҡайғыһы китте, тиҙерәк яҡтыға!
Ҡарт – көн башлаусы, ә малайҙар – ҡош бәпкәләре – артынан теҙелешкән. Ҡарт – алдан, малайҙар – арттан... Моғайын, ул оҙаҡҡа ла сыҙамаҫ, урынын малайҙарға бирер. Әлегә ата ҡош ҡошсоҡтарын осорға өйрәтә.
Малайҙар абына-һөрлөгә, ҡарт өндәшмәй. Улар ҡарт алдында һыр бирмәй.
...Инйәр, уңмаған малай, Һәйтәктән ҡайтышлай икенсе автобусҡа ултырҙы. Тығылыш, ығы-зығы – Рәшит киҫәтеп өлгөрмәне... Автобус икенсе яҡҡа китте, Инйәр илай. Ул китте, Рәшит Һәйтәктә тороп ҡалды.
Саҡрым-саҡрым ярым үткәс кенә төшөп ҡалды автобустан, илай ҡунаҡ малай... Рәшит арттан йәйәү төшкән: эт кеүек телен арҡыры сәйнәп йүгерә...
Ушалыға йәйәү төн уртаһында ғына ҡайтып керҙеләр. Һәйтәккә сәфәр тамам, мажара бөттө.
Күп йылдар үтһә лә, Инйәрҙең күҙ алдынан ап-аҡ ат өҫтөндәге ап-аҡ һыбайлы китмәҫ. Тауҙан тауға уларҙы оҙатып йөрөүсе Хәйрулла ҡарт... Ул малайҙарҙы етәкләп, тауҙан тауға күсә, илгиҙәр... Арттан мәмерйә хужаһы ҡыуа төшкән...
Айырылышыу көнө лә тыуҙы. Рәшитте лә алманылар вокзалға. Ул өйҙә баш булып ҡала, атаһы, әсәһе оҙата төшә.
Инйәр артына ҡайырылды. Ҡапҡа төбөнә балалар баҫҡан. Рәшит, ҡыҙыҡайҙар. Улар ҡапҡа кәртәһе араһынан һаман баштарын тығып маташа. Танауҙары төшкән, күҙҙәре ергә ҡаҙалған. Көйһөҙ үҙҙәре. Хушығыҙ, туғандар! Хуш, Инйәр! Хуш, Рәшит!
Ҡапҡа төбөндәгеләр күҙенән йәш тама, Инйәр ҙә илар хәлгә еткән... Хәҙер күп, күп йылдар улар айырым йәшәр. Рәшит бүтән малайҙар менән уйнар, Инйәр ҙә башҡа иптәш табыр... Ә ниңә кешеләр айырылыша, ниңә тормош айыра, бәндәләрҙең ҡанаттарын ҡайыра?.. Быны аңлатып булмай.
Ринат КАМАЛ.