-11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ер шарында булһын тыныслыҡ!

Тыныслыҡ... Ошо һүҙҙә күпме мәғәнә ята. Ул – һуғыш уттарының дөрләп янмауы, тормошобоҙҙоң гөрләп сәскә атыуы, илебеҙҙең һәм уның бар халҡының үҫеш нигеҙе, кешелек донъяһының эске һәм тышҡы рухи тормошо.

Ер шарында булһын тыныслыҡ!
Ер шарында булһын тыныслыҡ!

Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,

Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ,

Хужалары илдең үҙебеҙ,

Берҙәмлектә – беҙҙең көсөбөҙ.

Һуғыш... Был һүҙ һәр кешелә тетрәндергес тойғо уята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ил үҙ дәүерендә бик күп яуҙар кисергән. Һуғыш ул ҡасандыр булып, ә хәҙер юҡҡа сыҡҡан күренеш түгел. Ер йөҙөндә ул йә бөгөн, йә иһә иртәгә ҡабынырға ғына тора. Әлеге көндә лә Украинала махсус хәрби операция бара. Бына шундай ауыр саҡта ил терәге булырҙай, көслө рухлы, илебеҙҙең киләсәге, тыныс тормош өсөн көрәшкән ир-егеттәребеҙ бихисап. «Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә», тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Улар – Тыуған иле өсөн ғүмерен аямайынса, ысын мәғәнәһендә йәнен бирергә әҙер торған кешеләр.

Әле бына яу яланында ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған яугирҙар араһында беҙҙең Илеш районынан киткән ағайҙар ҙа бар. Улар ҡулдарына ҡорал тотоп, ут эсендә лә ҡала, үлем менән дә күҙгә-күҙ осрашып ҡына тора.

Беҙ, Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов исемен йөрөткән синыф уҡыусылары, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ менән осрашып, хәл белешеп торабыҙ. Уларҙың һәр береһе ике-өс тапҡыр яраланып, һуғыштың бөтә ауырлығын күреп өлгөргән. Әммә бер ҙә зарланып бармайҙар, ысын батырҙарса һаман яуға ынтылалар. «Тыуған илебеҙҙән килгән гуманитар ярҙам, бигерәк тә уҡыусыларҙың йылы йөкмәткеле хаттары беҙгә көс һәм дәрт өҫтәй, күңелде йылыта, хәрби рухты күтәрә», – ти яугирҙар.

Беҙ ҙә атай-әсәйҙәребеҙ, уҡытыусылар менән бергә уларға посылкалар йыйҙыҡ. Йылы кейемдәр, өләсәй менән бергә бәйләгән йөн ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе фронттағылар өсөн гуманитар ярҙамды ҡабул итеү пунктының оператив штабына тапшырҙыҡ. Ә быйылғы уҡыу йылы башында гимназияла йәрминкә үткәреп, йыйылған аҡсаның бер өлөшөнә рация алып ебәрҙек.

Беҙ, V һәм VII синыф уҡыусылары, шайморатовсылар исемен йөрөтөүебеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Шул уҡ ваҡытта был ҙур яуаплылыҡ икәнен дә, легендар генералдың исемен йөрөтөүселәр һәр яҡлап та өлгөлө булырға тейешлеген дә аңлайбыҙ.

«Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!» девизы менән беҙ, йәш шайморатовсылар, Тыуған илде һөйөп, уның батыр улдары менән ғорурланып, артабан да илгә кәрәкле ҡыҙҙар-егеттәр булыу теләге менән янып йәшәйбеҙ.

 

Шайморатов исемендәге V, VII синыф уҡыусылары.

Илеш районы, Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназия.

Ер шарында булһын тыныслыҡ!
Ер шарында булһын тыныслыҡ!
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас