-11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

«Геройҙарыбыҙ балалары» проекты старт алды

Был проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ғаиләләргә ауырлыҡтарҙан ҡотҡарыуға һәм психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

«Геройҙарыбыҙ балалары» проекты старт алды.
«Геройҙарыбыҙ балалары» проекты старт алды.

22 декабрҙә Өфөлә «Геройҙарыбыҙ балалары»тигән ғәҙәти булмаған проект старт алды. «Rocklands» ҡаяға үрмәләү үҙәгенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары һәм әсәйҙәре саҡырылды. Сара Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Балалар Джеффри Монсондың ҡул һуғышы буйынса оҫталыҡ дәресен  ҡараны. Мария Давыдоваға иһә инглиз телен иҫкә төшөрөргә һәм тәржемәсе ролен дә үтәргә тура килде. Балалар ҡул менән һуғышыу серҙәрен үҙләштерҙе. Джефф Монсон бөтә ҡатнашыусыларға Сергей Кирш менән Башҡортостандың «Йәш гвардияһы» бүләктәрен тапшырҙы. Артабан Арсений Имаметдинов менән бергә Егор Александров етәкселегендә уҡтан атырға өйрәнделәр. Балалар ғына түгел, әсәйҙәр ҙә үҙҙәрен һынап ҡараны. Мария Давыдова, Андрей Трубников һәм Егор Александровтар бергәләп заманса ҡылыс алышы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ике командаға бүленеп уйнаған был уйында дуҫлыҡ еңде.

Проекттың етәксеһе Алёна Роберт ҡыҙы Думчева:

 – Үҫмерҙәр скалодромда ҡаяға ла үрмәләне, ул хатта 5 ҡатлы йорттоң бейеклегенә тиң. Бында ла әсәйҙәр  әүҙем ҡатнашты. Яңы йылдан һәр кем мөғжизә көтә. Балалар ҙа, әсәйҙәр ҙә буяуҙар менән һүрәттәр эшләне. Әлбиттә, сара барыһына ла оҡшаны.

«Геройҙарыбыҙ балалары» проекты старт алды.
«Геройҙарыбыҙ балалары» проекты старт алды.
«Геройҙарыбыҙ балалары» проекты старт алды.
«Геройҙарыбыҙ балалары» проекты старт алды.
«Геройҙарыбыҙ балалары» проекты старт алды.
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас