-11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

«Урал батыр» уҡыуҙары

Был сарала «Урал батыр» эпосын өйрәнеү һәм популярлаштырыу маҡсатында берләшкән ғалимдар, тикшеренеүселәр, рәссамдар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

«Урал батыр» уҡыуҙары
«Урал батыр» уҡыуҙары

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Урал батыр уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли "түңәрәк өҫтәл"е үтте. Ул Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Аҡмулла исемендәге педагогия университетының фольклор ғилми-тикшеренеү үҙәге менән ойошторолдо. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина, "түңәрәк өҫтәл" модераторы, уҡыуҙарҙы асып, «Урал батыр» эпосының ата-бабаларыбыҙҙың донъяға ҡарашы һәм боронғо мифология ғына түгел, ә, тәү сиратта, рухи ҡиммәттәрҙе, илһөйәрлекте, ғәҙеллекте һәм халыҡ йолаларын өйрәнеү, шулай уҡ өлкәндәргә хөрмәт һәм ихтирам,- тип билдәләне.

Башҡортостан Республикаһы Милли музейы директоры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Исхаҡов иһә:

– Был "түңәрәк өҫтәл"де үткәреү Башҡортостан Республикаһының Милли музейы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Беҙҙең маҡсат- «Урал батыр» эпосын өйрәнеү һәм популярлаштырыу процесын әүҙемләштереү, уның ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм киләһе быуындарға тапшырыуға булышлыҡ итеү, – тине.

«Урал батыр: илһам сығанағы» күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Сарала ҡатнашыусылар һүрәттәр донъяһына сумды. Экспозиция ҡунаҡтарға һәр картинанан илһам тойорға һәм был матур эштәрҙе ижад иткән рәссамдар һәм оҫталар күҙҙәре менән күрергә мөмкинлек бирҙе. Был көндө шулай уҡ күргәҙмә-йәрминкә ойошторолдо, унда ҡулдан эшләнгән ғәжәйеп әйберҙәр күрһәтелде. «Урал батыр» эпосы персонаждарының ҡурсаҡтарын, өҫтәл уйындарын, кейем-һалым һәм мәшһүр эпосыбыҙҙың әһәмиәте тураһында һөйләгән башҡа әйберҙәрҙе лә күрергә мөмкин ине.

Былар барыһы бергә ижади энергия һәм милли колорит менән тулы ҡабатланмаҫ атмосфера булдырҙы. Был ваҡиға хәҙерге донъяла мәҙәни мираҫты берләштереү һәм һаҡлауҙың матур миҫалы булып тора. Унда традициялар яңы быуындарҙы рухландыра һәм йәшәүен дауам итә.

 

«Урал батыр» уҡыуҙары
«Урал батыр» уҡыуҙары
«Урал батыр» уҡыуҙары
«Урал батыр» уҡыуҙары
«Урал батыр» уҡыуҙары
«Урал батыр» уҡыуҙары
«Урал батыр» уҡыуҙары
«Урал батыр» уҡыуҙары
«Урал батыр» уҡыуҙары
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас