-11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һалдаттарға – алманан ҡаҡ

Искәндәр Һиҙиәтов – Маҡар мәктәбенең IV cиныф уҡыусыһы. Ул тик  «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Шиғыр, ҡобайыр һәм эпос һөйләү буйынса бик күп район конкурстары еңеүсеһе. Ата әсәһенең уң ҡулы, ярҙамсыһы. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән эшләй. Шуға ла атаһы өйҙә булмағанда ҡош-ҡорт ҡарай, мунса яға, ҡар көрәй, бәләкәс туғанына күҙ ҡолаҡ булырға ла өлгөрә.

Һалдаттарға – алманан ҡаҡ
Һалдаттарға – алманан ҡаҡ

Ауылдарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға сираттағы гуманитар ярҙамды йыйыу башланғас, әсәле-уллы Һиҙиәтовтар ҡаҡ ҡойорға тотонған. Быйыл алмағастары ла күп уңыш бирә, эшкәртеп өлгөрә алмаған алма туңдырғысҡа һалына. Һалдаттарға күстәнәскә тап ошо емештән ҡаҡ ҡоя ла инде был ғаилә. Уға бал һәм грек сәтләүеге лә ҡушып ебәрәләр. Ҡыҫҡаһы, бына тигән экологик яҡтан таҙа файҙалы ризыҡ!

– Бер килограмм алманан сама менән 200 грамм ҡаҡ килеп сыға, –ти Искәндәр. – Беҙ барлығы 16 килограмм емештән 3 килограмдан ашыу алма ҡағы киптерҙек. Уларҙы киҫәктәргә бүлеп, бәләкәй пакеттарҙа вакуумланыҡ. Ҡаҡ тиҙ боҙолмай, ул был һауыттарҙа хуш еҫле килеш барып етер, тип өмөтләнәбеҙ.

Искәндәр алдағы пландары менән дә бүлеште әле. Киләһе гуманитар ярҙам өсөн ғаиләнең кипкән аштар эшләп ҡарарға теләй улар. Бының өсөн борщ, рассольник ҡушылмаларын, итте бешереп, ҡырғыстан, ит турағыстан үткәреп, киптерергә йыйыналар. Тиҙ әҙерләнә торған туҡмастан ялҡып бөткән һалдаттарға кипкән ашҡа эҫе һыу ҡойоп, бер аҙ көтөргә генә ҡаласаҡ. Биш минуттан боҫрап торған аш әҙер буласаҡ! Шәп бит!

Бына шулай изге маҡсат менән йәшәй Искәндәр Һиҙиәтовтың ғаиләһе.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Ишембай районы.

Һалдаттарға – алманан ҡаҡ
Һалдаттарға – алманан ҡаҡ
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас