Бына ашҡынып, түҙемһеҙлек менән көтөп алған балаларҙың иң яратҡан Яңы йыл байрамы ла килеп етте. "Йондоҙло" балалар баҡсаһына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ғына түгел, Ҡар бабай, Йомро икмәк, Ҡуян, Айыу, Бүре лә ҡунаҡҡа килде. Хәйләкәр Төлкө генә байрам кәйефен боҙорға ни тиклем тырышмаһа ла, яуыз уйы килеп сыҡманы - яҡшылыҡ һәм дуҫлыҡ еңде. Ҡупшыҡай шыршы тирәһенда ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡунаҡтар менән бергә йырланы, бейене, уйындар уйнаны, Ҡыш бабайға шиғырҙар һөйләне, рәхәтләнеп күңел асты.
Резеда Мөхәмәтшина, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы.