-11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Синыфтары менән яҙылдылар

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат- гимназияһының  VII "В" синыфында  «Йәншишмә» гәзитен бөтәһе лә алдыралар.

Синыфтары менән яҙылдылар
Синыфтары менән яҙылдылар

 – Башҡортостанда асылған икенсе Курчатов синыфы улар. Бик етди, тырыш балалар йыйылған. Бер-береһе менән дуҫтар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен яратып өйрәнәләр. Төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ал бирмәйҙәр. Уҡыу буйынса ла гимназия буйынса беренселекте бирмәйҙәр.

Ата-әсәләре гәзиткә синыф менән  яҙылыуҙы ихлас хупланы. Өйгә алып ҡайтһалар, үҙебеҙ ҙә уҡырбыҙ, тиҙәр. Шул тиклем гәзитте яратып ҡабул иттеләр. Бесәй тураһында бигерәк мауығып уҡыныҡ. Үҙебеҙ ҙә гәзиткә мәҡәләләр ебәреп торорбоҙ әле, – тине башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева

Синыфтары менән яҙылдылар
Синыфтары менән яҙылдылар
Синыфтары менән яҙылдылар
Синыфтары менән яҙылдылар
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас